Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Эш урынында табип ярҙамы алыу уңайлы

Хеҙмәткәрҙәрҙең ваҡыты ла, көсө лә сарыфланмай.

Баш ҡаланың ҙур, күп йүнәлешле медицина учреждениеларының береһе булған 13-сө клиник дауахана быйыл 85 йыллыҡ тарихи юбилейын билдәләй. Бөгөн ул – заманса йыһазландырылған, барлыҡ талаптарға яуап биргән, халыҡҡа юғары квалификациялы ярҙам күрһәткән ойошмаларҙың береһе. Баш табип вазифаһы медицина фәндәре докторы Эльза Рәйеф ҡыҙы Сыртлановаға йөкмәтелгән.

Дауахана ҡарамағында тәүлек әйләнәһенә эшләгән, 564 урынға иҫәпләнгән стационар бар, йыл һайын уның бүлектәрендә 15,5 меңдән ашыу кеше дауаланыу үтә, 6,5 мең самаһы пациентҡа төрлө операциялар яһала.

Оториноларингология, гематология, ревматология, травматология һәм ортопедия, акушерлыҡ һәм гинекология йүнәлештәре буйынса юғары технологиялы ярҙам да күрһәтәләр, был йәһәттән йылына 200-ләп операция яһала, күрһәткес арта бара.

Ҡеүәтле һәм ҙур учреждениеның бөгөнгөһө ошондай булһа, уның тарихы ла ҡыҙыҡлы һәм иғтибарға лайыҡ. Эш шунда: бынан күп йылдар элек, Бөйөк Ватан һуғышы башланған осорҙа, Өфөгә Рыбинск ҡалаһынан моторҙар эшләү заводы эвакуацияланған; уның эшсәндәренә медицина ярҙамы күрһәтеү ихтыяжы тыуған. Шулай итеп, предприятиеның медсанчасы бул­дырылған, тап ошо ойошма бөгөнгө 13-сө клиник дауахананың нигеҙе тип иҫәпләнә лә.

Әле лә дауахана Өфө моторҙар берекмәһе эшселәрен тулыһынса хеҙмәтлән­дергән медицина учреждениеһы булып ҡала, әммә элек-электән бында баш ҡаланың Калинин районында йәшәүселәр, шулай уҡ Нуриман һәм Иглин районы халҡы ла беркетелгән (нигеҙҙә, дауаханаға ҡараған травматология үҙәгендә).

Әйтергә кәрәк, үткән быуаттың ҡатмарлы 90-сы йылдарында, унан һуң да Өфө моторҙар берекмәһе ише ҙур предприятиелар иҡтисади проблемаларға бәйле, үҙ инфраструкту­раһынан, шул иҫәптән дауаханаларынан да баш тартты. Артабан иһә, Мотлаҡ медицина страховкалау системаһына күскәндән һуң, илдә яңы тәртип барлыҡҡа килде: предприятие хеҙмәткәрҙәренә медицина хеҙмәте күрһәтеү өсөн тендер иғлан итте. Эшселәр өсөн был ифрат уңайһыҙ күренеш булған, сөнки төрлө йүнәлештәге тикшеренеүҙәрҙе, дауалауҙарҙы төрлө учреждениеларҙа алырға тура килгән, ваҡыт та, көс тә сарыфланған.

Хәҙер иһә заманалар һәм мөмкинлектәр үҙгәрҙе, тип белдерҙеләр предприятиела. Бөгөн 13-сө клиник дауаханаһы менән Өфө моторҙар берекмәһенең хеҙмәттәшлеге тулы күләмдә яңыртылған, предприятиела поликлиника бүлеге асылған, берекмә биләмәһендә 14 һаулыҡ пункты эшләй.

Завод идаралығы менән бер бинала урынлашҡан поликлиникала ете терапевт, тиҫтәгә яҡын тар йүнәлешле медицина белгестәре хеҙмәткәрҙәрҙе ҡабул итә. Эш даирәһе киң: берекмәләге 20 меңләп хеҙмәткәрҙең сәләмәтлеген хәстәрләү, сирҙәрҙе ваҡытында асыҡлау, дөрөҫ дауа тәғәйенләү. Ошо йәһәттән һәр өс йыл һайын берекмә эшсәндәре мотлаҡ диспансерлаштырыу үтә.

Ихтыяж тыуған йылға ҡарап билдәләнә. Цех фельдшерҙары йүнәлтмә бирә һәм хеҙмәткәр тиҫтәләгән табипта тикшерелеү үтә, һаулығының торошон асыҡлай. Әйтергә кәрәк, ауырыуҙарҙы асыҡлау йәһәтенән бындағы күрһәткестәр йәмғиәттәге дөйөм күренештән айырылмай: тәүге урында йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре тора, икенселә – онкология.

Поликлиника коллективы татыу һәм берҙәм. Бында оҙаҡ йылдар эшләгән төплө белгестәр менән бер рәттән йәштәр ҙә тәжрибә туплай.
Учреждениеның эше тулыһынса яйға һалынған – сират юҡ, һәр ҡайҙа тәртип һәм бөхтәлек. Страховка компанияһы менән тура бәйләнеш булдырылған: кәрәк саҡта пациент поликлиниканан тура унда шылтыратып, һорауҙарына яуап ала.

Һис шикһеҙ, Өфө моторҙар берекмәһенең 13-сө клиник дауаханаһы менән уңышлы хеҙмәттәшлеге башҡа предприятиелар өсөн өлгө, ыңғай тәжрибә булып тора.


Автор: Г. РӘСҮЛЕВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 1

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 0

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 2

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 2

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде

Комментарий өҫтәргә