Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Иҫке Күлдә – яңы үҙәк
Иҫке Күлдә – яңы үҙәкНуриман районының Иҫке Күл ауылында “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” программаһына ярашлы өр-яңы социаль-мәҙәни үҙәк асылды, сара ауыл халҡы өсөн оло байрамға әүерелде. Тантанала төбәк Башлығы Хакимиәтенең Ижтимағи-сәйәси үҫеш буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары Ришат Сабитов, Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев, Нуриман районы хакимиәте башлығы Азамат Носратуллин һәм башҡа вәкилдәр ҡатнашты.


Былтыр Иҫке Күл клубы авария хәлендә тип табылып, уны һүтеп ташлағандар. Мәҙәниәт йортоноң эшмәкәрлеге ауыл китапхана­һында дауам иткән. Ә ауыл ҙур, йәштәр күп. 800-гә яҡын кеше йәшәгән Иҫке Күлдә рухи усаҡһыҙ йәшәйештең йәме-ҡыҙығы булмаҫ ине, моғайын... Шуға күрә “Баш­ҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” исемлегенә ошо ауылдың эләгеүе үҙе үк мәртәбә түгелме ни?! Һис шикһеҙ, нуримандар был йәһәттән бәхетле. Төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов башланғысы менән тормошҡа ашырылған акция, тәүге сиратта, халыҡ мәнфәғәтенән сығып баш­ҡарыла: теге йәки был объект йә­һәтенән исемлек төрлө район-ҡалаларҙа йәшәгән кешеләрҙең ихтыяжынан сығып төҙөлгән.
Иҫке Күл ауылы Иҫке Исай ауыл Советына ҡарай. Был биләмәләрҙә элек-электән Күҙәй, Мең ырыуы башҡорттары йәшәй. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, ауылда 755 кеше теркәлгән, шул иҫәптән 18 йәштән өлкәнерәктәр – 579, балалар һәм үҫмерҙәр – 154 кеше.

Иҫке Күлдә – яңы үҙәкСоциаль-мәҙәни үҙәккә 90 урын­лыҡ клуб, китапхана, фельдшер-акушерлыҡ пункты инә. Уны төҙөү өсөн республика ҡаҙнаһынан 46 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Учреждение барлыҡ заман талаптарына яуап бирә, ул компьютер­лаштырылған, эшләү өсөн бөтә уңайлыҡ-йыһаздар бар.
Мәҙәни үҙәкте асыу тантанаһында район хакимиәте кәрәк-яраҡ һәм кос­тюмдар алыу өсөн 200 мең һумлыҡ сертификат, башҡа ҡунаҡтар милли музыка ҡоралы, сценарий һәм музыка тупланмалары, спорт йыһазы бүләк итте. “Быларҙың барыһы ла мөмкин­лектәрҙе киңәйтә”, – ти мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Раян Бикмөхәмәтов һәм киләсәктә ауылда төрлө ижади ансамблдәрҙең эшен тағы ла йәнләндереп ебәрергә ниәтләй.
Әлеге ваҡытта Иҫке Күл мәҙәниәт йорто базаһында биш үҙешмәкәр коллектив эшләй, уларҙа биш тиҫ­тәнән ашыу кеше шөғөлләнә. Йыр-моңға ғашиҡ кешеләр араһында оло йәштәгеләр ҙә, эшләп йөрөгәндәр ҙә, балалар ҙа бар. Башҡорт фольклорын тергеҙеү йәһәтенән бихисап эш башҡарыла, “Ҡаҙ өмәһе”, “Ҡарға бутҡаһы”, “Кис ултырыу”, “Кәкүк сәйе” һәм башҡа байрамдар даими үткәрелә.
Социаль-мәҙәни үҙәктең бер өлөшөн заманса йыһазландырылған, иркен фельдшер-акушерлыҡ пункты биләй.
– Был ауылда ике тиҫтәгә яҡын йыл фельдшер булып эшләйем. Ошо­ға тиклем медицина ярҙамына мох­таждарҙы юл буйында урынлаш­ҡан иҫке бинала ҡабул иттем. Бөгөн иһә халыҡ өсөн һәр йәһәттән ҙур байрам! Яҡты, таҙа медпунктҡа эшкә килеү күптәнге хыял ине, ниһайәт, ул тормошҡа ашты, – ти урындағы меди­цина хеҙмәткәре Альбина Саҙрыева.
Уның һүҙҙәренсә, ауыл халҡы медицина ярҙамы һорап даими мөрә­жәғәт итә, тәүлектең төрлө ваҡы­тында саҡырыуҙар буйынса ла сығып китергә тура килә. Әлеге ваҡытта Иҫке Күлдә бер йәшкә тиклемге алты бала – патронажда, 14 йәшкә тиклемге 94 бала иҫәптә тора. Иң оло пациентҡа – 95 йәш, инәй өйҙән сыҡмай тиерлек, йыш ҡына янына барып, уның хәлен белеп торалар.
...Бына ошондай яңылыҡ-шатлыҡ­тар кисереп, ғәм-мәшәҡәттәрен теүәлләп йәшәй Нуриман районының Иҫке Күл ауылы халҡы. Социаль-мәҙәни үҙәк асылыу халҡыбыҙҙың билдәле шәхестәре – беренсе башҡорт романы “Боролош”тоң авторы Ғәйнан Хәйри, Башҡортос­тандың халыҡ артистары Сәүиә Сираева, Роза Кәримова тыуып үҫкән Иҫке Күл халҡы өсөн генә түгел, һис шикһеҙ, республика кимәлендәге лә матур ваҡиға.

Нәфисә БӘҘРЕТДИНОВА, хаҡлы ялдағы уҡытыусы, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы:
– Мин күрше Исай ауылынан. Хәйер, беҙҙең ауылдар ҡушылып бөткән тиерлек, шуға ла бында мәҙәни үҙәк асылыуы – исайҙар өсөн дә оло шатлыҡ.
Ғүмер буйы балаларға белем бирҙем, башланғыс кластарҙы уҡыттым. Йәмәғәт тормошонда ҡатнашырға ла ваҡыт таба инек: район ауылдарының клубтарына концерт менән барһаҡ, ағас иҙән беҙ бейегәндән һелкенеп, саңы борҡоп торор ине. Ә хәҙер бына ниндәй иркен, яҡты, заман талаптарына яуап биргән клубтар төҙөйҙәр – рәхәтләнеп эшләргә, йәшәргә генә кәрәк.
“Башҡортостандың 100 йыллы­ғына – 100 объект ” программаһына Иҫке Күл ауылының эләгеүе – үҙе бер оло еңеү бит ул. Бында дәртле, булдыҡлы, рухлы халыҡ йәшәй, шуға күрә яңы үҙәктән кеше өҙөлмәҫенә инанам. Унан тыш өс ауыл – Ишморат, Иҫке Күл, Исай – балалары бер мәктәптә, Иҫке Күлдә белем ала. 1987 йылда асылған белем усағында 150-гә яҡын уҡыусы иҫәпләнә. Улар ҙа үҙәккә мәҙәни сараларға, китапханаға йөрөйәсәк.
Бына ошондай шатлыҡлы ваҡиғаларҙың районыбыҙҙа йыш булып тороуы күңелдәрҙе күтәрә, артабан ауыл тормошон гөрләтеп ебәреү, янып йәшәү өсөн дәрт-дарман өҫтәй. Мөмкинлектән файҙа­ланып, республика Башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитовҡа бөтә ауылдаштарым исеменән рәхмәт әйтәм.

Мәҙинә ХИСАЕВА, Иҫке Күл ауылы китапханасыһы:
– Бөгөн бөтә ауыл өсөн иҫ киткес шатлыҡлы көн – ниһайәт ауылыбыҙҙы заманса социаль-мәҙәни үҙәк биҙәй, яңы мөмкин­лектәр асыла.
Мин ошо ауылда тыуып үҫтем. Өфөлә китапхана техникумын тамамлағас, тыуған яғыма әйләнеп ҡайттым. Эшемде яратып башҡа­рам, ауылдың йәше-ҡарты менән аралашып, уларҙы төрлө сараларға йәлеп итеп, сценарий яҙып, режиссерлап, ҡыҙыҡлы кисәләр ойоштороп торам. Китапхана быға тиклем иҫке бинала ине. Яңы социаль-мәҙәни үҙәктә лә рухи-мәҙәни тормош гөрләп торор тип уйлайым. Биш йәштән 90 йәшкәсә 600-ләп китап уҡыусым бар.

Марат НУРМӨХӘМӘТОВ, ауыл алдынғыһы, ҡурайсы:
– “Башҡортостандың 100 йыллы­ғына – 100 объект” акцияһына ярашлы төҙөлгән был социаль-мәҙәни үҙәк Иҫке Күлдәге тормошҡа яңынан-яңы сағыу төҫтәр өҫтәр, йәшәйеше­беҙҙе йәнләндереп ебәрер тип уйлайым. Етмәһә, клубтың художество етәксеһе итеп үҙебеҙҙең йәш яҡташыбыҙҙы тәғәйенләнеләр. Ул – ярһыу йөрәкле егет, ауылдаштар өсөн ҡыҙыҡлы мәҙәни сараларҙы йышыраҡ ойошторортип уйлайым.
Райондың мәҙәни тормошонда ысын күңелдән, ихлас ҡатнашам, был минең күңел талабы. Һис шикһеҙ, теләк һәм дәрт-дарман булғанда, ауылда ла йәшәйеште йәмле, йәнле, күп яҡлы итергә була.
Нуриман районы.


Автор: Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда БПЛА һөжүм иткән урындан кадрҙарҙы төшөрөргә ярамауын иҫкәрттеләр

Башҡортостанда БПЛА һөжүм иткән урындан кадрҙарҙы төшөрөргә ярамауын иҫкәрттеләр 02.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА һөжүм иткән урындан кадрҙарҙы төшөрөргә ярамауын иҫкәрттеләр...

Тотош уҡырға 0

Шаран ауылында үҙәк майҙан төҙөкләндерелә

Шаран ауылында үҙәк майҙан төҙөкләндерелә 02.04.2026 // Йәмғиәт

Шаран районы Шаран ауылында «Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен ......

Тотош уҡырға 0

Баш ҡалала халыҡты ваҡытлыса урынлаштырыу пункты асылды

Баш ҡалала халыҡты ваҡытлыса урынлаштырыу пункты асылды 02.04.2026 // Йәмғиәт

Ул 35-се белем биреү үҙәгендә урынлашҡан (Ғафури урамы, 7)....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә БПЛА һөжүме ваҡытында зыян күреүселәр тураһында ялған мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар

Өфөлә БПЛА һөжүме ваҡытында зыян күреүселәр тураһында ялған мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар 02.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә БПЛА һөжүме ваҡытында зыян күреүселәр тураһында ялған мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар...

Тотош уҡырға 1

Республика ҡотҡарыусылары ташҡын тураһында оператив мәғлүмәт еткерҙе

Республика ҡотҡарыусылары ташҡын тураһында оператив мәғлүмәт еткерҙе 02.04.2026 // Йәмғиәт

Республика ҡотҡарыусылары ташҡын тураһында оператив мәғлүмәт еткерҙе...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан уҡыусылары «Сириус»та химия буйынса олимпиадала ике «алтын» алды

Башҡортостан уҡыусылары «Сириус»та химия буйынса олимпиадала ике «алтын» алды 01.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан уҡыусылары «Сириус»та химия буйынса олимпиадала ике «алтын» алды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә әлегә фатирҙарға йылы биреү туҡтатылмай

Өфөлә әлегә фатирҙарға йылы биреү туҡтатылмай 01.04.2026 // Йәмғиәт

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, киләһе аҙнала һалҡынайта....

Тотош уҡырға 2

Игорь Комаров һәм Радий Хәбиров Өфөлә Волга буйы федераль округындағы иң ҙур мәктәпте ҡараны

Игорь Комаров һәм Радий Хәбиров Өфөлә Волга буйы федераль округындағы иң ҙур мәктәпте ҡараны 01.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 1 апрелдә, Өфөлә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ......

Тотош уҡырға 1

Башгидромет Ләмәҙ, Стәрле һәм Өршәк йылғалары буйын һыу баҫыу хәүефе хаҡында иҫкәртте

Башгидромет Ләмәҙ, Стәрле һәм Өршәк йылғалары буйын һыу баҫыу хәүефе хаҡында иҫкәртте 01.04.2026 // Йәмғиәт

Башгидромет Ләмәҙ, Стәрле һәм Өршәк йылғалары буйын һыу баҫыу хәүефе хаҡында иҫкәртте...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә самокатта йөрөү сикләнгән йәки тыйылған урамдар билдәләнде

Өфөлә самокатта йөрөү сикләнгән йәки тыйылған урамдар билдәләнде 01.04.2026 // Йәмғиәт

1 апрелдән Өфөлә рәсми рәүештә электр самокаттары миҙгеле башланды, тип хәбәр иттеләр мэриянан....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда юҡ ителергә тейешле хәүефле үҫемлектәр исемлеге раҫланды

Башҡортостанда юҡ ителергә тейешле хәүефле үҫемлектәр исемлеге раҫланды 01.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда юҡ ителергә тейешле хәүефле үҫемлектәр исемлеге раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Билдәле тарихсы Ҡәүи Кәримов арабыҙҙан китте

Билдәле тарихсы Ҡәүи Кәримов арабыҙҙан китте 01.04.2026 // Йәмғиәт

Билдәле тарихсы Ҡәүи Кәримов арабыҙҙан китте...

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә