Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Мәғлүмәтлелек – башланғыстар башланғысы”
“Мәғлүмәтлелек – башланғыстар башланғысы”Башҡортостан Стратегик тикшеренеүҙәр институтының граждандарҙың башланғыстарын өйрәнеү үҙәге ғилми хеҙмәткәрҙәре менән бер рәттән урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһын тормошҡа ашырыуға төбәк консультанттары ла йәлеп ителгән. Уларҙың береһе — проект үҙәгенең төньяҡ-көнбайыш төбәктәге консультанты Радик Бәхтиев беҙҙең һорауҙарға яуап бирә.


— Һеҙ башҡарған эштәр ниҙән ғибәрәт һуң, Радик Рәлиф улы?
— Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһын тормошҡа ашырыу барышында кәрәкле мәғлүмәттәрҙе үҙ ваҡытында һәм тейешле күләмдә халыҡҡа еткереү ҙур әһәмиәткә эйә. Консультант булараҡ, минең бурыстар нәҡ шунан сыға ла инде: программаға ҡушылырға теләүселәргә уның төп принциптарын төшөнөрлөк итеп аңлатыу, инициатив төркөм ағзаларын, кәрәк саҡта ауыл хакимиәттәрен дә объекттарҙы раҫланған ҡағиҙәләргә ярашлы һайлауға инандырыу. Граждандарҙың йыйылыштарында ҡатнашып, уларҙың демократик шарттарҙа үткәрелеүен күҙәтеү ҙә миңә йөкмәтелгән. “Мәғлүмәтлелек – башланғыстар башланғысы”
— Төп иғтибар нимәгә йүнәлтелә?
— Һүҙ алып барған проект – үҙенсәлекле конкурс. Уға йомғаҡ яһағанда төрлө критерийҙар иҫәпкә алына, уларҙың һәр ҡайһыһы билдәләнгән тәртиптә тейешле балл менән баһалана. Мәҫәлән, теге йәки был ауылда йәшәүселәрҙең иң кәмендә яртыһы программа хаҡында хәбәрҙар икән, иҫәпкә юғары күрһәткес яҙыла. Йыйылыштарға килеүселәрҙең һаны ла теркәлеп барыла.
Кешеләрҙең мәғлүмәтле булыуы күпселек өсөн мөһим һаналған проектты һайлап алыуға, аҙаҡтан уны тормошҡа ашырыу өсөн тейеш булған өлөшләтә аҡса йыйыуға ла йоғонто яһай. Ҡыҫҡаһы, мәғлүмәтлелек – башланғыстар башлан­ғысы тип әйтер инем. Быны төптән аңлаған урындарҙа күрһәткестәр ҙә юғары була. Миҫал өсөн быйылғы программаға Илеш районынан тәҡдим ителгән 22 проекттың 15-енең 98-100 балл менән баһаланыуын, Тәтешле районының 10 тәҡдименең дә раҫланған шарттарға тулыһынса тап килеүен әйтеү ҙә етә.
— Ҡыйынлыҡтар осраймы һуң?
— Хәл итә алмаҫлыҡтары — юҡ. Программаның йылдан-йыл нығыраҡ таныла барыуы эштәрҙе еңеләйтә генә. Уның файҙалы яҡтарын төптән аңлаусы­лар ҙа күбәйә, халыҡ та әүҙемләшә. Дөйөм хәстәрҙәр фекерҙәштәрҙе берләштерә. “Мәғлүмәтлелек – башланғыстар башланғысы”
Кешеләр менән аңлайышлы итеп һөйләшһәң, һәр төрлө мәсьәләне лә ыңғай хәл итергә була. Ауылдарҙағы йыйылыш­тарҙа, гәрәй ырыуы вәкиле булараҡ, мөмкин булғанда, төньяҡ-көнбайыш башҡорттары телендә сығыш яһайым. Был урындағыларҙың иғтибарын шундуҡ йәлеп итә, бындай аралашыуҙы үҙенсәлекле һөйләште һаҡлаған ололар бигерәк тә йылы ҡабул итә.
— Ниндәй теләктәрегеҙ бар?
— Ҡайҙа ғына йәшәһәк тә, әүҙемерәк булһаҡ ине, милләттәштәр! Быйылғы программаға тәҡдим ителгән проекттар тейешле хуплау алып, тормошҡа ашырыла башланы ла инде. Улар менән генә туҡталып ҡалмайыҡ, сөнки был мөһим сараға әле ылыҡмағандарҙың алдағы йылға үҙ тәҡдимдәрен индереү мөмкинлеге бар: тиҙҙән был йүнәлештә әҙерлек эштәре башланасаҡ.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 270

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 293

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 363

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503