Башҡортостан Стратегик тикшеренеүҙәр институтының граждандарҙың башланғыстарын өйрәнеү үҙәге ғилми хеҙмәткәрҙәре менән бер рәттән урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһын тормошҡа ашырыуға төбәк консультанттары ла йәлеп ителгән. Уларҙың береһе — проект үҙәгенең төньяҡ-көнбайыш төбәктәге консультанты Радик Бәхтиев беҙҙең һорауҙарға яуап бирә.— Һеҙ башҡарған эштәр ниҙән ғибәрәт һуң, Радик Рәлиф улы?
— Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһын тормошҡа ашырыу барышында кәрәкле мәғлүмәттәрҙе үҙ ваҡытында һәм тейешле күләмдә халыҡҡа еткереү ҙур әһәмиәткә эйә. Консультант булараҡ, минең бурыстар нәҡ шунан сыға ла инде: программаға ҡушылырға теләүселәргә уның төп принциптарын төшөнөрлөк итеп аңлатыу, инициатив төркөм ағзаларын, кәрәк саҡта ауыл хакимиәттәрен дә объекттарҙы раҫланған ҡағиҙәләргә ярашлы һайлауға инандырыу. Граждандарҙың йыйылыштарында ҡатнашып, уларҙың демократик шарттарҙа үткәрелеүен күҙәтеү ҙә миңә йөкмәтелгән.
— Төп иғтибар нимәгә йүнәлтелә?
— Һүҙ алып барған проект – үҙенсәлекле конкурс. Уға йомғаҡ яһағанда төрлө критерийҙар иҫәпкә алына, уларҙың һәр ҡайһыһы билдәләнгән тәртиптә тейешле балл менән баһалана. Мәҫәлән, теге йәки был ауылда йәшәүселәрҙең иң кәмендә яртыһы программа хаҡында хәбәрҙар икән, иҫәпкә юғары күрһәткес яҙыла. Йыйылыштарға килеүселәрҙең һаны ла теркәлеп барыла.
Кешеләрҙең мәғлүмәтле булыуы күпселек өсөн мөһим һаналған проектты һайлап алыуға, аҙаҡтан уны тормошҡа ашырыу өсөн тейеш булған өлөшләтә аҡса йыйыуға ла йоғонто яһай. Ҡыҫҡаһы, мәғлүмәтлелек – башланғыстар башланғысы тип әйтер инем. Быны төптән аңлаған урындарҙа күрһәткестәр ҙә юғары була. Миҫал өсөн быйылғы программаға Илеш районынан тәҡдим ителгән 22 проекттың 15-енең 98-100 балл менән баһаланыуын, Тәтешле районының 10 тәҡдименең дә раҫланған шарттарға тулыһынса тап килеүен әйтеү ҙә етә.
— Ҡыйынлыҡтар осраймы һуң?
— Хәл итә алмаҫлыҡтары — юҡ. Программаның йылдан-йыл нығыраҡ таныла барыуы эштәрҙе еңеләйтә генә. Уның файҙалы яҡтарын төптән аңлаусылар ҙа күбәйә, халыҡ та әүҙемләшә. Дөйөм хәстәрҙәр фекерҙәштәрҙе берләштерә.
Кешеләр менән аңлайышлы итеп һөйләшһәң, һәр төрлө мәсьәләне лә ыңғай хәл итергә була. Ауылдарҙағы йыйылыштарҙа, гәрәй ырыуы вәкиле булараҡ, мөмкин булғанда, төньяҡ-көнбайыш башҡорттары телендә сығыш яһайым. Был урындағыларҙың иғтибарын шундуҡ йәлеп итә, бындай аралашыуҙы үҙенсәлекле һөйләште һаҡлаған ололар бигерәк тә йылы ҡабул итә.
— Ниндәй теләктәрегеҙ бар?
— Ҡайҙа ғына йәшәһәк тә, әүҙемерәк булһаҡ ине, милләттәштәр! Быйылғы программаға тәҡдим ителгән проекттар тейешле хуплау алып, тормошҡа ашырыла башланы ла инде. Улар менән генә туҡталып ҡалмайыҡ, сөнки был мөһим сараға әле ылыҡмағандарҙың алдағы йылға үҙ тәҡдимдәрен индереү мөмкинлеге бар: тиҙҙән был йүнәлештә әҙерлек эштәре башланасаҡ.