Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
Аҫылташтарҙың тылсымы бар.

Нәзәкәтле, ҡабатланмаҫ күркәм биҙәүес тураһында ҡайһы гүзәл зат хыялланмай? Заманы шундай: затлы-зиннәтле алҡа-беләҙектәр сауҙа кәштәләрендә тулып ята, тик күңелгә ятҡанын, зауығыбыҙға ғына түгел, милли булмышыбыҙға, рухыбыҙға тап килгәнен таба алырбыҙмы икән? Был һорауҙарҙың барыһына ла яуапты Учалының уңған уҙаманы Рушан Вәлиев һәйбәт белә: ювелир әйберҙәр етештереү тармағында эшләгән милләттәшебеҙҙең эш өлгөләре республика ҡатын-ҡыҙҙарына ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә йәшәгән милләттәштәребеҙгә лә яҡшы таныш. 

Учалының һәр йәһәттән бай төбәк икәнлеген иҫбатлайһы юҡ: халыҡ ысын мәғәнәһендә алтын, йәшмә, гранит, мәғдән өҫтөндә йәшәй, уларҙан етештерелгән төрлө әйберҙәрҙе донъяның һәр тарафында беләләр. Улай ғынамы һуң, урындағы халыҡ ҡул аҫтындағы затлы таштарҙы хужа­лыҡта ла киң ҡуллана. Мәҫәлән, йәшмәне мунса ташы итеп тә, йорт нигеҙе сифатында ла тотон­ғандарын әйтһәк, бәғзе берәүҙәр аптырашта ҡалыр.

Шул уҡ ва­ҡытта урындағы оҫта­ларҙың даны элек-электән билдә­ле: Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында оҙаҡ йылдар таш эш­кәртеү цехы эшләп килде (хәҙер был тар­маҡ, күбеһенсә, шәхси ҡул­да), унда етештерелгән төрлө продукция, сувенир, биҙә­үестәр бул­һынмы, таш ҡырҡыу предприятиеларында эшләнгән гранит та­уар­ҙармы (юғары сифатлы төҙө­лөш материалы), урындағы юве­лирҙар­ҙың, рәссам­дарҙың нәзәкәт­ле эштә­реме – һәммәһе төбәктең данын арттыра, үҙен­сәлеген билдәләй.

...Бөгөнгө яҙмамдың геройы Рушан Вәлиевтең тамырҙары Учалы райынының Илсе ауылына барып тоташа. Яҡындары бар ғү­ме­рен хеҙмәткә арнаған кеше­ләр: әсәһе – Учалы ҡалаһындағы һөт заводында, атаһы иһә водитель булып эшләгән. Рушан Силәбе ҡалаһы­ның юғары уҡыу йортонда юрист һөнәре буйынса белем алғандан һуң Сорғот ҡалаһына юллана. 

– Эшҡыуарлыҡ менән шө­ғөл­ләндем, үҙемде төрлө өлкәлә һынап ҡараным, – ти әңгәмәсем, шул мәлдәрҙе иҫләп. – Тик күңе­лемә ятҡан, бер үк ваҡытта табыш та, йыуаныс та килтергән йүнә­леште тапманым. Бер нисә йылдан Учалыға кире әйләнеп ҡайттым. “Сит ерҙә солтан бул­ғансы, үҙ ереңдә олтан бул”, ти­ҙәр бит. Ситтә әллә ниндәй мөм­кинлектәр ымһын­дырғандай то­йолһа ла, тыуған ҡаламда йәшәүе лә, эшләүе лә күпкә отошлораҡ булыр, тип уйланым һәм яңылышманым.

Учалы тау-байыҡтырыу комби­на­тының таш киҫеү цехында ике йылға яҡын етәксе вазифаһын баш­ҡарғандан һуң, Рушандың тынғы­һыҙ күңеле яңы киңлектәргә ынтыла башлай: әгәр ҙә булған белемен, мөмкинлектәрен ҡул­ланып, бығаса башҡалар тотон­ма­ған эшмәкәрлеккә йөрьәт итһә? Кем тәүәккәлләмәй – шул еңеү шарабы эсмәй, тиҙәрме әле?!

– Ниндәйҙер эш башлау алдынан ихтыяжды өйрәнеү зарур. Сығым һәм килемде билдәләгән бизнес-план төҙөү мотлаҡ. Был йәһәттән юридик белемем ярҙам итә, ойоштороу һәләте лә кәрәк.

Бынан ун йыл элек фекер­ҙәш­тәремде туплап, затлы таш­тарҙан сувенирҙар яһарға то­тондоҡ. Әл­биттә, иң тәүҙә оҫта­лығыбыҙҙы камиллаштырҙыҡ. Сибай ҡалаһына барып, таш мозаика менән шөғөл­ләнгән дан­лыҡлы художестволы оҫтаханала тәжрибә ур­таҡлашып ҡайттыҡ. Эшебеҙ уңыш­лы барҙы: Баш­ҡортостандың үҙендәге тәбиғәт байлыҡтарынан яһалған зауыҡлы әйберҙәрҙе ябай кешеләрҙән башлап юғары даирә­ләр­ҙәге етәкселәр ҙә яратып ала ине.

Тик был эшмәкәрлек миңә һиллек, тотороҡлолоҡ тойғоһо бирмәне. Эҙләнеүҙәрем ювелир тармағына килтерҙе: был йәһәттән Учалыла оҫталар күп. Беренсенән, урындағы колледж декоратив-ҡулланма сәнғәт һәм халыҡ кәсептәре белгестәрен әҙерләй, икенсенән, төбәктең үҙен­сәлегенә бәйле, ювелир эш­тәре менән шөғөл­ләнгән тәжри­бәле кешеләр бар. Әммә ҡәҙимге йөҙөк-алҡалар ҡыҙыҡ түгел ине миңә. Камил сүрәттә, фәҡәт һәр эштә милли үҙенсә­лектәрҙән сығып, үҙ йүнә­лешеңде, стилеңде булдырғы килә бит ул...

Башҡорт милли биҙәүестәре менән ҡыҙыҡһына башланым, уларҙың формаһы, эшләнгән материалы, тәғәйенләнеше хаҡында күп мәғлүмәт белдем. Төрлө тө­бәктәрҙә йәшәгән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары таҡҡан биҙәүес­тәрҙең бер-береһенән айырыла икәнле­генә лә төшөндөм... Ҡыҫҡаһы, ко­манда туп­ланым, “Милләт бай­лығы” тип аталған шәхси предприятиемды Волга буйы проба күҙәтеүе дәүләт инспекцияһында теркәнем һәм эшкә тотондоҡ.

Эшмәкәрлегемә бәйле ҡәтғи талаптар бар. Мин сифат яҡлы: ювелир әйбер затлы металдан – алтын һәм көмөштән булһын, зиннәтле таштар менән биҙәлһен ул. Ни өсөн гүзәл ҡатын-ҡыҙҙар арзан металдан эшләнгән йә иһә Ҡытайҙан яҙҙырып алынған, төрлө металл ҡушымталарынан ҡойолғанын тағып йөрөргә тейеш? Ундай әйберҙәрҙең ҡулла­ныу ваҡыты ла ҡыҫҡа була. Ә затлы материалдан эшләнгән ювелир биҙәүес – нәҫелдән-нәҫелгә күсә торған затлы бүләк, ҡиммәтле әйбер.

Беҙгә, мәҫәлән, никахҡа, туйға, юбилейҙарға көмөштән һәм алтындан эксклюзив биҙәүестәр эшләргә заказ бирәләр. Саф көмөштән яһалған беләҙек-алҡа­лар, муйынсаҡ-балдаҡтар, һис шикһеҙ, ҡиммәтле, зауыҡлы бү­ләк. Һәр клиенттың теләген, биҙә­үесте күҙаллауын иҫәпкә алабыҙ, тәғәйен ваҡытҡа әҙерләп бирәбеҙ. Учалының Өфөнән байтаҡ ситтә ятыуы ла ҡаршылыҡ түгел: социаль селтәрҙәрҙә әүҙем эшмә­кәр­лек алып барабыҙ, һәр саҡ бәй­ләнештә торабыҙ, шуға Баш­ҡортостандан да, башҡа төбәк­тәр­ҙән дә заказ биреүселәр бихисап. Ғөмүмән, мин әүҙем кеше: Өфө – Учалы юлын аҙна һайын тапайым тиерлек, – ти Рушан Раил улы.

“Милләт байлығы” ювелир пред­приятиеһы етештергән за­уыҡ­лы биҙәүестәрҙе Фәйзи Ғәс­кәров исе­мендәге дәүләт академия бейеү, “Мираҫ” йыр һәм бе­йеү фольклор ансамблдәре ҡат­нашыу­сылары, мәҙәниәт, сән­ғәт өлкәһен­дә эшлә­гән башҡа коллективтар ағзалары, бик күп билдәле шәхес­тәр, сәхнә йондоҙ­ҙары һәм башҡа­лар таға. Рушан Вәлиев йыш ҡына республика кимәлендә үткән юғары кимәлдәге бәйгеләрҙең, са­ралар­ҙың бағыу­сыһы булып та сы­ғыш яһай, күңел ҡушыуы буйын­са хәйриә акцияларында ла ҡатнаша.

– Командамдан уңдым, – ти ул. – Предприятиеның төп оҫтаһы – Әлфинур Ғәлимйәнова, ул – Учалыла тыуып үҫкән, бихисап йылдар урындағы таш киҫеү цехында тәж­рибә туплаған ювелир. Уның менән һәр саҡ килешеп, кәңәш­ләшеп эшләйбеҙ.

Ғөмүмән, ювелир оҫталығы – ҡатмарлы сәнғәт, уның нигеҙенә технологик процестар, төрлө этап­тарҙың эҙмә-эҙлеклелеге һалынған. Ижади идеянан сығып металды ҡойоу, затлы таштарҙы эшкәртеү үҙенсәлектәре билдә­ләнә. Һис шикһеҙ, ювелир оҫта­лығы йылдар үтеү менән килә.
Шәхси эшҡыуарҙың ялы булмай – был ҡанун. Көнәркәшлек тә юҡ түгел: һатып алыусы фәҡәт һиңә өҫтөнлөк бирһен тиһәң, туҡ­тауһыҙ эҙләнергә, клиенттарҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек яңылыҡтар тәҡдим итергә, абруй­ҙы тоторға, сифатты һаҡларға кә­рәк. Был йә­һәт­тән Рушан Вәлиев үҙенә лә, хеҙмәткәрҙәренә ҡарата ла бик талапсан, әммә булмышы ифрат ихластан уның. “Бер көн килеп эшең туҡтап ҡалһа, ни эшләрһең?” тигән уйынлы-ысынлы һорауыма ул һис тә үпкәләмәне, киреһенсә, ышан­дырырлыҡ итеп яуап бирҙе:
– Тыуған еремә ереккән кеше бит мин, ауыл малайы. Учалы ҡа­лаһында ҡатыным менән ҙур итеп йорт һалдыҡ, ер биләмәһе алдыҡ. Бирешә торғандарҙан түгелмен – мал һәм ҡош-ҡорт аҫрап та, ер эш­кәртеп тә бынамын тигән йәшәр­гә була, тик эшләргә генә кәрәк.
Әйткәндәй, Учалы уңғанының ҡа­тыны Гөлнәзирә Риф ҡыҙы ҡа­лалағы 1-се мәктәптә инглиз те­ле­нән уҡыта, алдынғы ҡараш­лы, эҙләнеүсән белгестәрҙән. Күп­тән түгел иһә “Йыл уҡы­тыу­сыһы” бәй­геһенең район этабында еңеү яулап, төбәк данын республика кимәлендә яҡла­ны. Бер-береһенең ынтылыштарын һәм башланғыс­тарын хуплап, уртаҡ маҡсатлы татыу тормошта көн итә Вәлиевтәр.

Эйе, ир аҫылы эштә беленә. Ру­шан Раил улы Вәлиев фәҡәт үҙенең тырышлығы, ныҡыш­мал­лы­ғы менән уңыш яулаған, баш­ҡаларға ла өлгө булырлыҡ, дәрт-дарман өҫтәрлек заман­дашта­ры­быҙҙан. Булмышының ихлас­лы­ғы­нанмы, эшен еренә еткереп баш­ҡарғанданмы – “Милләт байлы­ғы” предприятиеһы етеш­тергән һәр көмөш алҡа-беләҙек, балдаҡ-му­йын­саҡ Учалы төбәге­нең бәрәкә­тен, оҫталарҙың нурын сағылдыра, зәркәнлек тармағын­дағы милли традицияларыбыҙҙы тергеҙеүгә һәм һаҡлауға баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә.


Автор: Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә