Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Автояңылыҡтар
Юлсыларҙың метеоүҙәге бар

Башҡортостан юлсыларының үҙҙәренең метеоүҙәге барлыҡҡа килгән. Ул былтыр уҡ эшләй башлаған һәм бөгөн һөҙөмтәлелеген тулыһынса аҡлаған.
– Апаруҡ ҡына ҡулланғандан һуң, был системаның беҙҙең өсөн файҙалы икәненә тулыһынса инандыҡ, – тип аңлата “Һамар – Өфө – Силәбе” федераль юл агентлығы етәксеһе Радмир Ваһапов. – “Башгидромет”тан алынған мәғлүмәттәрҙән тыш, хәҙер үҙебеҙҙеке бар – тәбиғәт шарттары тураһында подряд ойошмаларын, юл йөрөүселәрҙе ваҡытында иҫкәртә алабыҙ.
Махсуслаштырылған метеоүҙәктән алынған мәғлүмәт һауа торошо буйынса дөйөм күҙаллауҙарҙан теүәлерәк һәм күпкә байыраҡ икән.
Асфальт юлдың өҫтөндәге һәм эсендәге температураны асыҡлаусы датчиктарҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Улар тапшырған мәғлүмәт юл таҙартыусы һәм төҙәтеүсе ойошмаларға ла, юл йөрөүселәргә лә файҙалы. Ҡайһы тирәлә боҙлауыҡ – бөтәһе лә был турала алдан белә. Видеокүҙәтеү системаһы аша юлсылар трассалағы хәлдәр менән даими танышып бара ала.
Иң тәүҙә бындай метеосистемалар республика юлдарының һәләкәттәр йыш ҡабатланған өлөшөндә барлыҡҡа килгән.
Әйткәндәй, Көнбайышта улар күптән ҡулланылышҡа ингән. Мәҫәлән, бөгөн АҠШ-та ошондай 2220 станция эшләй, Рәсәйҙә иһә әлегә ни бары 268 метеоүҙәк бар.

Машиналар яна

Ниңәлер Өфөлә йыш ҡына автомобилдәр “тоҡана”. Мәҫәлән, бер мәл төндә “Дэу Нексия” янып киткән.
Уттан уның эргәһендә торған “Хонда Сивик” менән “Киа Рио” ла зыян күрә. Ваҡытында килеп еткән янғын һүндереүселәр башҡа машиналарҙы уттан аралап ҡала, әлбиттә, әммә зыян күргән “Дэу Нексия”ны элекке хәленә ҡайтарыу өсөн хужаһына ныҡ ҡына тырышырға тура киләсәк.
Ә икенсе берәү, янып барған машинала 100 саҡрымдан ашыу араны үтеп, “рекорд” ҡуя. Машинаһы ла үҙенеке түгел – байрам итеп ултырған ваҡытта дуҫының “Шевроле Вива”һын алып ҡасҡан була. Юлда капот аҫтынан төтөн сыҡҡас, “тимер ат”ты йүнәтеү өсөн Архангел районындағы иптәшенә юллана. Үкенескә ҡаршы, барып етә алмай, ут машинаны тулыһынса ялмап ала. Ҡараҡ үҙе саҡ сығып ҡотола. Дуҫы бындай баш-баштаҡлыҡты ғәфү итмәй, хәҙер мажара яратыусыға енәйәт эше янай.
Стәрлелә лә йәй башынан дүрт машина янған. Бының сәбәбе – көндөң саманан тыш эҫе тороуы һәм хужаларҙың һаҡһыҙлығы. Мәҫәлән, Циолковский урамында “ГАЗель” тоҡанған һәм биш минут эсендә тулыһынса янып бөткән. Шулай уҡ “ҡыҙыл әтәс”тән ике “ВАЗ-2106” зыян күргән.

Японияны ҡыуып етергә иртәрәк

Рәсәй автомобилдәр һаны буйынса Япония, Бөйөк Британия, Франция кеүек үҫешкән илдәр кимәленә ни бары 2025 йылда етәсәк. Уныһы ла иҡтисад тотҡарлыҡһыҙ үҫһә һәм көрсөктәр “аяҡ салмаһа”. “Бөгөн Рәсәй йән башына автомобилдәр һаны буйынса Бразилия, Һиндостан, Словакия менән Украина кимәлендә”, тип хәбәр итә “Автостат” агентлығы.
Беҙҙә мең кешегә 250 автомобиль тура килә икән. Был күрһәткес 2025 йылда ғына 400 -гә етә ала. Ә бына ҡайһы бер илдәрҙә, киреһенсә, машиналар кәмейәсәк. Был бигерәк тә кеше күп йәшәгән ҡалаларға хас буласаҡ, сөнки үҙгәрештәргә транспорт инфраструктураһының йылдам үҫеше йоғонто яһай. Ҡала транспорты үҙенең уңайлылығы буйынса шәхси автомобилдән һис тә ҡалышмаясаҡ, тип көтә белгестәр.

Юлдарыбыҙ төҙөк булһын

Былтыр Башҡортостанда 170 саҡрым федераль юл төҙөкләндерелгән.
Был маҡсатҡа ҡаҙнанан 4,7 миллиард һум аҡса бүленгән, йәғни элгәрге йыл менән сағыштырғанда 23 процентҡа күберәк. Шуға ҡарамаҫтан, аҡса талап ителгән күләмдең ни бары яртыһын тәшкил иткән. Ә быйылғы бурыс – 181 километр юлды төҙөкләндереү.

“Lada Granta”ға хаҡты кем арттыра?

“АвтоВАЗ” үҙ машиналарын һатып алыусыларҙан “Lada Granta”ға хаҡты үтә ныҡ арттырыусы дилерҙар тураһында хәбәр итеүҙәрен үтенә.
– “Lada” дилерҙары ғәҙел эшләмәй. Быға ҡаршы көрәшеүе еңел түгел – баҙар шарттары рөхсәт итмәй. “АвтоВАЗ” дилерҙарға бойора алмай, ә хаҡтар буйынса тәҡдим генә яһай. Компания бонустар системаһы индерҙе – уны автомобилде завод ҡуйған хаҡҡа һатыусы дилерҙар ҡуллана. Бөгөн “Granta”ға ихтыяж ҙур, шуға ла ҡайһы берәүҙәр оятһыҙ рәүештә унан файҙаланып ҡалырға, хаҡты ҡырҡа арттырырға тырыша. Халыҡҡа мөрәжәғәтебеҙ шул: хаҡтарҙың нисек артыуын күҙәтегеҙ һәм ошо турала хәбәр итегеҙ. Үҙ сиратыбыҙҙа беҙ мәсьәләне хәл итеү юлын эҙләрбеҙ, – тип белдерә “АвтоВАЗ”-дың тышҡы бәйләнештәр буйынса директоры Игорь Буренков.
Ысынлап та, бөгөн дилерҙар “Lada”ның яңы маркаһына хаҡты арттырыуҙан тартынмай. Мәҫәлән, “тыуған яғы” Тольяттиҙа ла ике аҙна элек машинаның хаҡы завод тәҡдим иткән 229 мең һумдан 50 меңгә ҡиммәтерәк булған!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде...

Тотош уҡырға 1

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне 06.05.2026 // Йәмғиәт

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың почта бүлексәләре 9 майҙа Еңеү көнөн билдәләүгә бәйле эш графигын үҙгәртә, тип ......

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров «Үлемһеҙ полк» акцияһына онлайн ҡушылырға саҡырҙы
Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана

Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

12 майҙан республиканың Экология министрлығында һунарсыларҙан рөхсәт ҡағыҙы алыуға ғаризалар ҡабул ......

Тотош уҡырға 1

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды 05.05.2026 // Йәмғиәт

Йыл һайын түләү Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында хәрәкәттәге армияла хеҙмәт иткән йәки хәрби хәрәкәттәр ......

Тотош уҡырға 2

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла 05.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

Был үҙгәрештәр һауа киңлеген файҙаланыу буйынса ғәмәлдәге сикләүҙәргә бәйле....

Тотош уҡырға 2

Республикала аномаль эҫе булыуы көтөлә
Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә 04.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә...

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә