Беҙ күрмәгән йондоҙҙар12.01.2018
Беҙ күрмәгән йондоҙҙарШуныһы ҡыуаныслы: күктә беҙ күрмәгән, һәр хәлдә, күрә алмаған йондоҙҙар юҡ. Ерҙең ҡайһы ғына тарафында йәшәһә лә, әҙәм балаһы күк есемдәренә аяҙ төндәрҙә үҙ күҙҙәре менән күпме теләһә шунса ҡарай ала. Меңдәрсә йыл элек шулай булған. Киләсәктә лә шулай буласаҡ. Бәләкәй сағымда ауылда тышта һарай башында йәки ишек алдындағы ҡаҙ үләнендә йоҡлап китер алдынан йәйге дала күгендә береһенән-береһе баҙрабыраҡ янған йондоҙҙарға ҡарап, күп тапҡыр һоҡландым мин. Ә бына шиғриәт көмбәҙендәге әллә күпме йондоҙҙар минең өсөн берәм-берәм асыла барҙы һәм ғүмерлеккә арбаны. Ләкин шиғриәт күгендә мин бер ваҡыт та һоҡлана алмаясаҡ йондоҙҙарҙың күп булыуын беләм, шуларға ҡарай алмаясағыма, нурҙарында ҡойонорға насип булмаясағына бик үкенәм.
Кеше ғүмерендә үкенестәр бик күп, шуларҙың иң ҙурҙары донъялағы төрлө телдәрҙә ижад ителгән рухи хазиналарҙың бик ҙур өлөшөнән мәхрүм булыу түгелме икән? Күпме генә тырышһаң да, донъяның борон һәм әле ижад ителгән аҡыллы китаптарын уҡып бөтөрөрлөк түгел. Хатта бөтә ғүмереңде әҙәби ижадҡа арнаған хәлдә лә, был сикһеҙ бәхеткә ирешеп булмай. Ғәжәп бер хазина булған уртаҡ рухиәтебеҙҙә беҙ күрмәгән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик-бик теләгәндә лә беҙ күрә алмаясаҡ күпме йондоҙҙар балҡып тороп ҡала. Ярай, беҙ күрмәһәк тә, уны башҡалар күрә бит тигән уй-кисереш кенә күңелебеҙҙе бер ни тиклем йыуатҡан була.



Яңыраҡ башҡорт телендәге төп әҙәби журналыбыҙ “Ағиҙел”дең быйылғы 11-се һанында фарсы телендә яҙған, зыяраты Төркиәлә булған бөйөк Йәләлетдин Ру­миҙың һәләтле шағирәбеҙ Тамара Искән­дәриә тәржемәһендә “Мәснәүиҙәр” поэма­һынан өҙөктәр һәм тәржемәсенең мәҡә­ләһе баҫылып сыҡты. Ошоларҙың ҡыҫҡа­сараҡ варианты һәм тәржемәсенең инеш һүҙе “Ватандаш” журналының 2017 йылғы 9-сы һанында ла баҫылды. Тәржемәләр бик һәйбәт, кинәнеп-ҡыуанып уҡыным. Был шатлыҡты әлеге журналдарҙы уҡыусы күптәр кисергәндер, тип уйлайым.
Румиҙың шиғри хикмәттәренә Тамара Искәндәриә инеш һүҙ яҙған. Мәҡәлә шағир поэмаһының “Һәр нәмә тәҡдиргә буйһона, тиеүсегә хужаның яуабы” тигән бүлектәге “Барлыҡ донъя Илаһ яралтҡан серле бағтыр” тигән шиғри юлдар менән аталған. “Ағиҙел”дәге инеш һүҙ былай башланып китә: “Ҡулыма осраҡлы рәүештә Йәләлет­дин Румиҙың урыҫсаға тәржемә ителгән “Йәшерен мәғәнә хаҡында поэма” (“Поэма о скрытом смысле”) тигән баҫмаһы килеп эләкте”. “Осраҡлы рәүештә” тигән һүҙҙәргә мин, әлбиттә, шикләнеберәк ҡарайым. Тамара Искәндәриәгә бөйөк Румиҙың Төркиә­нең Конья ҡалаһындағы кәшәнәһендә булырға, уның 22-се быуын бүләсәре Эсин ханым менән осрашырға, сәйәхәттән ҡайтҡас, шағирҙың ижадын урыҫса сыҡҡан китабы буйынса өйрәнергә һәм өҙөктәрен башҡортсаға әйләндерергә яҙған икән, быны һис тә осраҡлы хәл түгел, ә ижади яҙмыштың ҙур бүләге, ҡушыуы тип ҡабул итергә кәрәк. “Ватандаш”тағы инеш һүҙен­дә тәржемәсенең “ә, бәлки, осраҡлы ла түгел­дер” тигән һүҙҙәрендәге шикләнеү, минеңсә, бик урынлы.
Мин дә Төркиәлә ике мең йыллыҡ то­ташҡан заманда күп тапҡыр йөрөнөм. Төрлө ҡалаларҙа булдым, ҙур-ҙур сара­лар­ҙа ҡатнаштым, күренекле шәхестәр ме­нән аралаштым. Ул осрашыуҙар хаҡын­да ике-өс ҡат ентекле һүҙ яҙылған һәм ваҡытлы матбуғатта, китаптарымда баҫыл­ған юлъяҙмаларымда әйтелгән. Төрөк ерендәге унлаған сәйәхәтемдең, ҡыҙға­ныс­ҡа ҡаршы, береһе лә Конья ҡалаһына килтермәне. Ләкин Йәләлетдин Румиҙың 1986 йылда баҫылып сыҡҡан китабын һатып алғанымды һәм хайран ҡалып уҡығанымды бөгөнгөләй хәтерләйем. Ошо китап миңә өр-яңы донъяны асҡайны. Быйыл “Ағиҙел” һәм “Ватандаш” журналдарында Руми менән яңынан осраштым. Уның ижадын туған телебеҙҙә башҡорт уҡыусыһына яҡшы сифатлы тәржемәләрҙә еткергәне өсөн Тамара Искәндәриәгә рәхмәт. Уның башҡа ҡәләмдәштәре лә ошо изге эшкә тотонһон ине.
Беҙ күрмәгән йондоҙҙарЙәләлетдин Румиҙың ижады хаҡында Төркиә буйынса һәйбәт белгес Раует Фиштың яҙмаһы Мәскәүҙә 1972 йылда баҫылып сыҡты. Ә бына үҙенең әҫәрҙәре урыҫсаға тәржемәлә бик һирәк күренде. 1986 йылда нәшер ителгән “Поэма о скрытом смысле” уның берҙән-бер китабы түгелме икән әле? Йыйынтыҡ Мәскәүҙә “Наука” нәшриәтенең Көнсығыш әҙәбиәт­тәренең баш редакцияһында баҫылған. Совет осоронда был редакция Шәреҡ шағирҙарын урыҫ теленә тәржемә итеп еткереү буйынса бик ҙур эштәрҙе йылдар буйына эҙмә-эҙлекле башҡарҙы. Хәҙер генә был бик кәрәкле эшмәкәрлек туҡтап ҡалды тиерлек. Үҙ һөнәренең оҫтаһы Наум Гребнев тәржемәһендә сыҡҡан Румиҙың китабы ошо редакция башҡарған һуңғы ҙур баҫмаларҙан булманымы икән? Шулай булһа, бик үкенесле.
Румиҙың китабының “Поэма о скрытом смысле” тип аталыуы ла ерле юҡтан түгел. Суфыйсылыҡ — мосолман донъяһындағы бик ҡатмарлы күренеш. Һәм уны эҙмә-эҙлекле, төплө һәм ябай итеп аңлатыусы беҙҙә әлегәсә юҡ тиерлек. Башҡортостанда ХVIII—ХIХ быуаттарҙа суфый шағирҙар Тажетдин Ялсығол, Әбелмәних Ҡарғалы, Шәмсетдин Зәки, Ғәли Соҡорой ижад иткән, һәм был күренештең асылын тәү башлап “Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы” (1965) тигән атаҡлы китабында Әхнәф Харисов аңлатырға тырышып ҡарағайны. Румиҙың китабы “Йәшерен мәғәнә” — “скрытый смысл” тип нарыҡлана икән, бында суфыйсылыҡтың төп сифат­тарының береһе асылған. Суфыйсылыҡ — бик ҙур сер, ул нескә ассоциацияларға, зирәк һиҙемләүгә, әүлиәлеккә яҡын аҡылға, тәрән фекерләүгә ҡоролған. Суфыйсы­лыҡ­ты нигеҙләгән һәм уның төрлө тар­маҡтарын үҫтергән даһи шәхестәр ул сер­ҙәрҙе бик үк асып та бармаған, күп мәғә­нәләр “йәшеренгән” көйө ҡалған. Тәрже­мә­ләрендәге инеш һүҙендә Тамара Искән­дәриә “халҡыбыҙҙың рухи короле Зәйнулла ишан Рәсүлевтең суфыйсылыҡ ҡараштары әҙәбиәтебеҙгә ҙур йоғонто яһаған” тиһә лә, был күренеште асыҡ миҫалдарҙа һү­рәт­ләп булмай. Асылда бөйөк ишандың тәғлимәтен әҙәмсә генә аңлатҡан белгес беҙҙә әле һаман да юҡ. Халыҡ, әлбиттә, үҙенең талантлы шәхестәрен бик хөрмәт итә һәм ярата, ләкин йыш ҡына бындай ололау күберәк легендаға нигеҙләнә. Эшмәкәрлекте тейешенсә аңлау, төшөнөү һәм шундай ныҡлы нигеҙҙә баһалау, йәғни объектив, дөрөҫ мөнәсәбәт юҡ. Һоҡланыу ғына етмәй, өйрәнергә, ул тәғлимәттең фай­ҙалы яҡтарын тормошта талап ител­гәнсә ҡулланырға кәрәк. Зәйнулла Рәсүлев­тең беҙҙең милләттең аңына, донъяға ҡараштарына йоғонтоһо хаҡында һөйлә­шеү әлегә дөйөм һүҙҙән уҙмай. Ул ниндәй­ҙер мифик затҡа әйләнде. Уның эшмә­кәр­легенең елеген, асылын ғилми нигеҙҙә аңлатып бирһендәр ине. Беҙгә шундай фән әһеле бик кәрәк. Суфыйсылыҡ та әле­гәсә беҙҙең өсөн “йәшеренгән сер” булып ҡала.
Әлбиттә, Зәйнулла Рәсүлев менән Аҡмуллалар, Вәлидиҙәр аралашҡан, мәҙрәсәһендә Мәжит Ғафури һәм шул замандың башҡа күренекле кешеләре, төрлө милләттең тарихында эҙ ҡалдырған шәхестәр уҡыған. 1917 йылда Троицкиҙа йәшәгән һәм шундағы ваҡиғаларҙы үҙ күҙе менән күргән Шәйехзада Бабичтың “Ишан үлгәс” тигән яҙмалары “Ҡармаҡ” журналында баҫыла. Зәйнулла ишанға ышаныс һәм уның улына өмөт бағлаған Шәйехзада Бабичтың был мәҡәләһендә атаҡлы дин әһеле һәм педагог исеменә, Зәйнулла Рәсүлевтең вафатына бәйле ваҡиғаларға шағирҙың күберәк ирония менән ҡарауы күренә. Ижадына ныҡлап ыңғай тәьҫир итһә, был хәл, моғайын, бул­маҫ ине.
Йәләлетдин Румиҙың шиғриәтен тәр­жемә итеү тураһында һүҙ сыҡҡас, миңә күптән инде тынғы бирмәгән ошо уйҙар һәм һорауҙар тураһында ла ентекләберәк әйтеп китмәксемен. Әйтер һүҙем былай. Беҙ тарихи тамырҙарыбыҙ буйынса Шәреҡ донъяһына барып тоташабыҙ, шуға күрә Шәреҡ әҙәбиәттәре менән, бигерәк тә фарсы һәм ғәрәп шиғриәттәре менән бәйләнеш быуаттар төпкөлөнән килә. Беҙҙең боронғо шағирҙарыбыҙ иң күренекле фарсы һәм ғәрәп шағирҙарының ижадын яҡшы белгән, һәр хәлдә, шул телдәрҙә уҡыған ғалим­дарыбыҙҙың байтаҡ хеҙмәттәре ғәрәпсә яҙылған. Ошо телдәрҙе белеү башҡорт зыялылары өсөн борон-борондан тәбиғи хәл булған. Зәки Вәлидиҙе, мәҫәлән, атаһы ғәрәпсә, әсәһе фарсыса өйрәткән. Үҙенең хәтирәләрендә Вәлиди Шәреҡ шағир­ҙарынан үрнәктәрҙе иҫкә ала. Аҡмулла ла үҙенең бер шиғырында “Ҡуйғаным төрлө китаб ҡаршы өйөб, ҡараймын фарсымдан башым эйеб”, — тип яҙған бит.
1917 йылғы инҡилаптарҙан һуң башҡорт совет әҙәбиәтенең үҫеш дәүере башланды. Шәреҡ шиғриәттәре менән бәйләнеш өҙөлдө, һүҙ әһелдәребеҙ урыҫ әҙәбиәтенә, урыҫ теле аша Европа телдәрендә ижад ителгән традицияларға ҡырҡа боролдо, шул байлыҡ менән бәйләнеш үҫкәндән-үҫә барҙы. Ә Шәреҡ хазиналарына мөнә­сәбәтебеҙ ныҡ үҙгәрҙе, бөтөнләй юҡҡа сыға яҙҙы тиергә мөмкин. Көнсығыштың рухи байлығын үҙ телебеҙҙә милләт­тәштәребеҙгә еткерергә тырышыу осраҡ­тары булһа ла, улар урыҫса баҫылған китаптарға таянып эшләнде.
Ғүмәр Хәйәм робағиҙарын Рәми Ғари­повтың нисек тәржемә иткәнен генә иҫебеҙ­гә төшөрәйек. Уның был эшмәкәр­леге айырым ҡалын дәфтәргә тупланып барҙы. Минең был дәфтәр менән Рәми иҫән саҡта уҡ ныҡлап танышҡаным, вафа­тынан һуң ҡулыма ҡат-ҡат алғаным бар. Белеүебеҙсә, Ғүмәр Хәйәм робағиҙарын төрлө урыҫ тәржемәселәре башҡарған һәм китаптар итеп сығарған. Берәй ро­бағиҙы башҡортсаға әйләндергәндә Рәми Ғарипов шул урыҫ тәржемәсе­лә­ренән миҫалдарҙы үҙ ҡулы менән яҙған һәм башҡортса үҙе эшләгән өлгөнө биргән.
Ғүмеренең һуңғы мәлдәрендә Рәми ағай Урта Азия республикаларында ла булды, атаҡлы робағиҙар туған мөхиткә үтеп инергә лә тырышты. Ләкин Шәреҡ шиғриәтен яҡшы белһә лә, заманында хатта япон һүҙ сәнғәтенә барып етһә лә, Рәми Ғарипов бөйөк робағиҙарҙы барыбер урыҫ сығанаҡтарынан алып башҡортсаға әйләндерҙе. Уның башҡа ҡәләмдәштәре — донъя әҙәбиәтен башҡортсаға бик һәйбәт тәржемә итеүселәребеҙ ҙә шулай итә торғайны. Әле лә шулай эшләнә. Был яҡтан Хөрмәт Бикҡоловтың эшмәкәрлеге айырылып торҙо. Инглиз телен яҡшы белгәнгә, ул инглизсә яҙған шағирҙарҙы туранан-тура тәржемә итә торғайны. Ләкин был эштәрҙең сифаты — уныһы башҡа мәсьәлә. Тимәк, эш телде белеү йәки бел­мәүҙә генә түгел.
Тамара Искәндәриә лә Румиҙың “Мәснә­үиҙәр”енән өҙөктәрҙе урыҫ телендә баҫылған китапҡа таянып эшләгән. Беҙҙең илдәге бик күп милли әҙәбиәттәрҙә донъя классикаһын, Шәреҡтең бөйөк шағирҙарын ғына түгел, Көнбайыш һүҙ оҫталары ижадын да милли уҡыусыларға еткереү эшендә ошо ысул төп сара булып ҡала. Бөйөк урыҫ теленә, урыҫ әҙәбиәтенә нисек рәхмәт әйтмәйһең? Донъя рухиәте менән бәйләнешебеҙ шул юлдар аша тормошҡа ашырыла бит. Урыҫ шағирҙарын, әлбиттә, төп нөсхәнән үҙебеҙсәгә әйләндерәбеҙ. Ә бит ҡасандыр башҡорт зыялылары фарсы һәм ғәрәп шағирҙарын һис бер тәржемәсеһеҙ шул телдәрҙә уҡый алған, уларҙың әҫәрҙәрен ҡәҙерләп һаҡлаған. Булған икән заманалар...
Былар хаҡында һөйләгәндә, беҙҙәге уҡытыу системаһы тураһында ла бер нисә һүҙ әйтеп үтергә кәрәк. Әҙиптәребеҙ һәм шағирҙарыбыҙ хәҙер юғары белемле, күптәре юғары уҡыу йорттарында филология факультеттарын тамамлаған. Ләкин уларҙа Шәреҡ әҙәбиәте бөтөнләй тиерлек уҡытылмай. Һәр хәлдә, беҙ студент саҡта шулай ине. Университетта уҡыған йылдарымда Шәреҡ шағирҙары ижады менән мин китапханаларҙа үҙаллы таныштым һәм ғәжәп донъя астым. Уларҙан иң аҫыл үрнәктәрҙе туплап, “Шәреҡ йондоҙҙары” тигән башҡортса китап төҙөргә тип хыялланған сағым да булды, тик ул ынтылышым тормошҡа ашманы. Гәрсә боронғо фарсы шағиры Рудакиҙың, палестин шағиры Муин Бсисуҙың айырым шиғырҙарын башҡорт уҡыусы­һына тәҡдим итеп өлгөрҙөм. Бөтә шағир­ҙарыбыҙ ҙа эшләгән тәржемәләрҙе бергә туплап, бәлки, ул китапты әҙерләргә һәм баҫтырырға кәрәктер? Бик файҙалы баҫма булыр ине.
Румиҙың “Мәснәүиҙәр”енән өҙөктәрҙе башҡортса тәржемәлә уҡыу бына шундай уйҙарға килтерҙе. Мәҡәләмдең “Беҙ күрмәгән йондоҙҙар” тип аталыуының мәғәнәһе шунда: урыҫ телендә баҫылып та, беҙ һаман күрмәй ҡалған Шәреҡ йондоҙҙары бар. Донъя шиғриәтендә беҙ ғүмерҙә күрә алмаҫлыҡ мөғжизәләр ҙә етерлек. Ҡарашыбыҙ барып етерлектәрен күберәк күрһәк, шуларҙың шаһи яҡтылы­ғын уҡыусыларыбыҙға нығыраҡ еткерһәк ине.



Вернуться назад