Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бала күңеленә илһам бирһәң...
Бала күңеленә илһам бирһәң...Александр Тюлькин исемендәге Балалар һынлы сәнғәт мәктәбе өсөн быйылғы уҡыу йылы матур сараларға бай булды. Яҙ республикабыҙҙың 100 йыллығына әҙерлек сиктәрендә Санкт-Петербургка барып, “Донъя — Башҡортостан балалары күҙлегенән” исемле бай күргәҙмә ойоштороп, Нева буйындағы мәҙәниәтле ҡала халҡын таң ҡалдырып ҡайтһа, Магнитогорск, Өфө, Сибай ҡалаларында үткән конкурс һәм форумдарҙа уңышлы сығыш яһап, тағы бер тапҡыр үҙҙәренең талантын күрһәтә белгән һәм эштәрендә тыуған еренә һөйөүен сағылдыра алған һәләтле йәш рәссамдар икәнен танытып ҡайтты.

Көҙ иһә был данлыҡлы уҡыу йорто тәрбиәләнеүселәре Өфө сәнғәт галерея­һында балалар һынлы сәнғәт ижадының Бөтә Рәсәй йәш рәссамдар бәйгеһендә ҡатнашты. Талапсан жюри ағза­лары 1500 эш араһынан тик 250-һен һайлап алды. Бәйгегә һынлы сәнғәт, графика, скульптура, биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлгөләре ҡабул ителгәйне. “Рәсәй – тыуған ерем” (“Россия – Родина моя”) конкурсында еңеүселәр араһын­да 2-се һынлы сәнғәт мәктәбе уҡыусыларының булыуы, иң яҡшы ижади эштәр авторҙары төбәктең Рәссамдар союзы дипломдары менән бүләкләнеүе Балалар һынлы сәнғәт мәктәбенең 55 йыллыҡ юбилейына матур бүләк булды.
Байрам сараларында мәртәбә­ле ҡунаҡтар – Өфө ҡала хаки­миәте баш­лығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов, баш ҡала­ның Совет районы хакимиәте башлығы Урал Килсенбаев, Баш­ҡортос­тандың Мәҙәниәт ми­нистрлығы вәкиле Лариса Марешова һәм башҡалар ҡатнашты. Байрамдың уртаһында ошо һын­лы сәнғәт мәктәбенә нигеҙ һалған һәм 25 йыл директор вазифаһын башҡарған талантлы рәссам, республикабыҙҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Виктор Васильевич Кириченко, уның хәләл ефете, оҙаҡ йылдар завуч булып эшләгән, уҡыусы­ларҙың яратҡан педагогы Наталья Константиновна Яблоч­кинаның булыуы ла сараға йәм өҫтәне. Уларҙың янынан танта­наға саҡырылған элекке һәм хәҙерге хеҙмәткәрҙәр, сығары­лыш уҡыусылары, ата-әсәләр өҙөлмәне.
Байрам Ҡала балалар картина гале­реяһын асыу тантанаһынан башланды. Юғары зауыҡ менән реконструк­цияланған галерея залына саҡырылған ҡунаҡтар, мәктәп педагогтары, Рәсәй һәм Башҡорт­остан рәссамдары һын­лы сәнғәт маһир­ҙарының ижад емештәре менән танышты һәм һоҡланыуын йәшермәне. Беренсе күргәҙмәнең остаздар эшенән генә тороуында үҙенә күрә бер мәғәнә бар кеүек. Мәктәп директоры Гөлназ Аҡназарованың сы­ғышына ла был фекер яңғыраны.
— Ижад утында янған шәхес кенә балаларҙы үҙ артынан әйҙәй ала, — тине Гөлназ Вәкил ҡыҙы. — Балалар күңелендә сәнғәткә һөйөү уятҡан, белем биргән, ижади һәләттәрен асҡан һынлы сәнғәт мәктәбе педагогтары коллективы оло ихтирамға лайыҡ. Был галереяла беҙҙең уҡыусы­ларҙың ғына түгел, рес­публикабыҙҙан һәм башҡа өлкә­ләрҙән дә йәш таланттарҙың ижад өлгөләренән торған күргәҙ­мәләр эшләйәсәк, — тине етәксе.
55 йыллыҡ юбилейы айҡанлы, мәктәпте төрлө йылдарҙа та­мамлаған уҡыусылар ҙа бар ине кисәлә. Улар бөгөн Рәсәй, республика сәнғәте өлкәһендә генә түгел, төрлө тармаҡтарҙа, сит ҡитғаларҙа, АҠШ, Ҡытай, Израиль, Япония, Чехия, Бөйөк Британия һәм башҡа илдәрҙә йәшәй, ижад итә. Ошо белем усағында ҡанаттарын нығытҡан рәссам­дарҙың күбеһе үҙҙәренең туған уҡыу йортонда педагог булып эшләй, йәш таланттар үҫтерә. Үҙенең ҡотлау һүҙендә Сынтимер Баязитов, һынлы сәнғәт мәк­тәбенең артабан да сәскә атыуын, заман менән бергә үҫеүен теләп, мәктәп коллективын юбилейы менән тәбрикләне.
Ошо йылдарҙа Балалар һын­лы сәнғәт мәктәбе 4300 баланы уҡытып сығарған. Был өҫтәмә белем биреү учреждениеһын тамамлаусылар араһында республикала ғына түгел, ил кимәлендә лә танылған шәхестәр бар: билдәле рәссамдар Е. Винокуров, А. Власов, М. Ғатауллин, А. Дворник, Г. Загвоздкин, Р. Латипов, Р. Мәғлиев, В. Сидельников, Ю. Уждавини, Р. Хәбиров, А. Баратынский, А. Кашаев, Р. Ғәй­фуллин һәм башҡалар. Бөгөн утыҙ уҡытыусы 860 балаға сәнғәт серҙәрен өйрәтә.
— Беҙ эшләгәндә бындай уңайлы шарттар булманы, — тип хәтерләй Надежда Константиновна. — Виктор Васильевич менән арендаға бирелгән иҫке генә бинаны үҙебеҙ тәртипкә килтереп, ағартып, буяп, балаларҙы ҡаршы ала инек. Кабинеттарҙы йылытыр өсөн утынын да киҫтек, балаларҙы йылы сәй, үҙем бе­шер­гән бәлеш менән дә һый­ла­ныҡ. Көндәр буйы уҡыусы­лары­быҙ менән рәсем төшөрҙөк. Әле шул ҡәҙәре ҡыуанып ул­ты­рабыҙ. Бындай картина галерея­һы хыя­лыбыҙҙа ғына ине. Талант­лы балалар булды, хәҙер ҙә бар, мәк­тәптең уңыштары күп яҡлы. Уҡытыусыларҙың тырыш­лығына хайран ҡалырлыҡ.
Тик 1999 йылда ғына директор Илдар Вәлиевтең тырышлығы, Өфөнөң Совет районы хакимиә­тенең ҙур ярҙамы менән һынлы сәнғәт мәктәбе яңы бинаға күсә һәм бөтә уңайлыҡтары булған уҡыу йортонда дәртләнеп эшен дауам итә. Пе­дагогтарҙың һәм уларҙың уҡыусыла­рының эштәре ҡала, республика, Рәсәй, халыҡ-ара күргәҙмәләрендә әүҙем ҡат­наша. Бер конкурстан да дип­ломһыҙ, лауреат исемен алмайынса ҡайтмай йәш таланттар һәм уларҙың остаздары. Һуңғы биш йылда ғына ла уҡыусылар Франция, Ҡытай, Чехия, Беларусь, Ҡаҙағстан төбәктәренән юғары наградалар алып ҡайта.
— Был мәктәптең бай тарихы, матур традициялары бар. Уҡы­тыу­сыларҙың һәм балаларҙың мәктәптең үткәненә, булған уңыштарына, ветерандарына оло хөрмәте һоҡландыра. Уҡыу йортонда үҙ традицияларына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүгә ҙур урын бирелә, улар аша уҡыусыларҙа үҙаң, халҡыбыҙҙың үткәненә, хә­ҙергеһенә ихтирам, иғтибар тәр­биәләнә, — тип башланы ҡотлау һүҙен Совет районы хакимиәте башлығы Урал Килсенбаев. — Хәҙер инновациялы технологиялар заманы. Ошо мәктәптә компьютер класы булдырылыуы, компьютер графикаһы һәм дизайны уҡытыла башлауы — бөгөнгө көн талабы. Уҡытыу процесын камил­лаштырыуҙың сиге юҡ, тик эҙләнергә, яңылыҡҡа ын­тылырға, билдәләнгән маҡсатҡа ҡыйыу барырға кәрәк. Мәктәп коллективына уңыштар юлдаш булһын, ә беҙгә уларҙың еңеү­ҙәрен күреп ғорурланырға яҙһын.
Мәктәптең үҫешенә ҙур өлөш индергән хеҙмәткәрҙәрҙе ҡотлау, йөрәк түренән сыҡҡан ҡайнар теләктәр, рәхмәт хаттарын уҡыу, Маҡтау грамоталарын тапшырыу аһәңле көй менән аралашып барҙы. Байрамда ҡатнашыу­сылар бай күргәҙмәләрҙе ҡат-ҡат ҡараны, мәктәп буйлап экскурсияла йөрөнө, фекер алышты, ыңғай үҙгәрештәргә һоҡланды. Мәктәп, ысынлап та, яңы һулыш алған. 2016 йылдан уны етәкләгән Илгиз Хәйруллин ошо ғына ара­уыҡта коллектив менән ярайһы ғына эштәр башҡарған.
Хәҙер мәктәп үҙенең юбилей байрамын ҡаршылап, матурланып, йәшәреп балҡып ултыра. Ә һынлы сәнғәт менән мауыҡҡан уҡыусыларҙың, һис шикһеҙ, фо­румдарҙа һәм конкурстарҙа ҡатнашыуы дауам итер. Еңеү яулап остаздарын кинәндерер. Уларҙың күргәҙмәлә иң яҡшы өлгөләр рәтенә ингән ижади эштәре билдәлелек яулар, традицияларына тоғро булған балалар сәнғәте коллекцияһында Башҡорт­ос­тандың матурлығын данлаған эштәре лә булыр. Уҡытыусылары иһә яңы быуын балалары күңеленә матурлыҡ һәм нәфислек орлоҡтары сәсеүен дауам итер.


Автор: Нурия РАФИҠОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфө блогеры һәм альпинист Рөстәм Нәбиев Эвересты яуланы

Өфө блогеры һәм альпинист Рөстәм Нәбиев Эвересты яуланы 21.05.2026 // Йәмғиәт

Яҡташыбыҙ донъяның иң бейек түбәһенә флаг ҡаҙаған һәм «ҡолағандан һуң тормош бөтә тип уйлағандар ......

Тотош уҡырға 2

«Шүлгәнташ» музейы Лихачев исемендәге Милли премияға лайыҡ булды

«Шүлгәнташ» музейы Лихачев исемендәге Милли премияға лайыҡ булды 21.05.2026 // Йәмғиәт

«Шүлгәнташ» «Милли ҡаҙаныш» номинацияһында еңеү яуланы....

Тотош уҡырға 2

Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта ҡайҙа ҡорбан салырға

Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта ҡайҙа ҡорбан салырға 21.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта ҡайҙа ҡорбан салырға...

Тотош уҡырға 3

Баш ҡалала Ағиҙел йылғаһы күперендә хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Баш ҡалала Ағиҙел йылғаһы күперендә хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 21.05.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалала Ағиҙел йылғаһы күперендә хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан торлаҡ-коммуналь хужалыҡты яңыртыу темптары буйынса лидерҙар иҫәбенә инде

Башҡортостан торлаҡ-коммуналь хужалыҡты яңыртыу темптары буйынса лидерҙар иҫәбенә инде 21.05.2026 // Йәмғиәт

Төбәктә 2022 йылдан алып 269 километр инженер селтәрҙәре файҙаланыуға тапшырылған....

Тотош уҡырға 2

Баймаҡта Байсыуаҡовтар ғаиләһендә һигеҙенсе сабый тыуған

Баймаҡта Байсыуаҡовтар ғаиләһендә һигеҙенсе сабый тыуған 21.05.2026 // Йәмғиәт

Баймаҡта Байсыуаҡовтар ғаиләһендә һигеҙенсе сабый тыуған...

Тотош уҡырға 2

Май аҙағында һәм июнь башында Башҡортостанға ямғырҙар килә

Май аҙағында һәм июнь башында Башҡортостанға ямғырҙар килә 21.05.2026 // Йәмғиәт

Гисметео мәғлүмәттәренә ярашлы, май аҙағында һәм июнь башында Башҡортостанда тотороҡһоҙ һауа торошо ......

Тотош уҡырға 1

Башҡорт йырсыһы Сабина Кучаева атаһының һуңғы концерты хаҡында һөйләне

Башҡорт йырсыһы Сабина Кучаева атаһының һуңғы концерты хаҡында һөйләне 20.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт йырсыһы Сабина Кучаева атаһының һуңғы концерты хаҡында һөйләне...

Тотош уҡырға 2

Өфөнән Вьетнамға тура рейстар асыла

Өфөнән Вьетнамға тура рейстар асыла 20.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Вьетнамға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

«Башинформ» Башҡортостандың Спорт министрлығынан рәхмәт хаты алды

«Башинформ» Башҡортостандың Спорт министрлығынан рәхмәт хаты алды 20.05.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» Башҡортостандың Спорт министрлығынан рәхмәт хаты алды...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостандың көнбайыш райондарында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе фаразлана

Башҡортостандың көнбайыш райондарында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе фаразлана 20.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың көнбайыш райондарында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе фаразлана...

Тотош уҡырға 3

Республикала дүртенсе «Китап байрамы»ның төп үҙенсәлеге билдәле булды

Республикала дүртенсе «Китап байрамы»ның төп үҙенсәлеге билдәле булды 19.05.2026 // Йәмғиәт

IV «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһе йәнә әҙәбиәт һөйөүселәрҙе, нәшерселәрҙе һәм ......

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә