Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Социализм ғына Рәсәйгә бөйөк киләсәк бүләк итәсәк
…94 йыл элек илебеҙ яңы дәүер — иҡтисади һәм мәҙәни осош, сәйәси һәм хеҙмәт еңеүҙәре, Георгий Жуков һәм Константин Рокоссовский, Сергей Королев һәм Игорь Курчатов, Алексей Стаханов һәм Юрий Гагарин, Михаил Шолохов һәм Константин Симонов, Вера Мухина һәм Сергей Бондарчук дәүерен асты.
Быйылғы 7 ноябрь айырым мәғәнәгә эйә. Теүәл 70 йыл элек фашистар ҡамауға алған Мәскәүҙәге Ҡыҙыл майҙанда легендар парад үтте. Уның тарихи әһәмиәтенең мөһим хәрби операцияларға тиңләнеүе осраҡлы хәл түгел. Был көндө донъя Совет халҡындағы хәрби рухтың ныҡлығына инанды. Бер айҙан, 1941 йылдың 5 декабрендә, Ҡыҙыл Армия илбаҫарҙарҙы баш ҡалабыҙ эргәһендә тар-мар итте. Был Гитлер армияһының тәүге ҙур еңелеүе ине.
Коммунистар партияһы етәкселегендә Совет халҡы донъялағы тәүге эшсе һәм крәҫтиән дәүләтен һаҡлап ҡалды. 1945 йылдың майында социалистик система донъяны ҡанлы упҡынға ташлаған капитализмдан өҫтөн булыуын иҫбат итте. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң 20 йыл үтеүгә коммунист Юрий Гагарин Йыһанға юл һалды.
Иң ҡанлы һуғыштарҙың береһен үтеп, ил аяҡҡа баҫып ҡына ҡалманы, Йыһан, фән, спорт, мәҙәниәт буйынса алдынғылыҡты яуланы. ХХ быуатта халҡыбыҙ планетала иң ғәҙел йәмғиәт төҙөнө. Совет мәғарифы, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе, әсәлекте һәм балалыҡты яҡлау юғары стандарттарға нигеҙ һалды. Барыһы ла, шул иҫәптән Көнбайыш та беҙҙән өлгө алды.
Советтар Союзы тарҡалыу менән Рәсәй үҫештән туҡтап ҡалды. Илебеҙ егерме йылды юғалтты. Ошо йылдар эсендә донъяла технологик революция яһалды. Упҡынға тулыһынса батмау, кисекмәҫтән үҫеште башлау өсөн 1917 йылдың октябрендә һалынған барлыҡ ҡаҙаныштарҙы хәтергә төшөрөргә кәрәк.
Рәсәйҙең киләсәккә ынтылышы өсөн бөтә мөмкинлектәре: тәбиғи ресурстары, тимәк, ҙур килеме, сәнәғәт ҡеүәтенең ҡалдыҡтары, тырыш халҡының таланты һәм аҡылы бар. Тик милли фекер йөрөткән Хөкүмәт кенә юҡ. Ҡарағыҙ әле: илгә кем һәм нисек етәкселек итә? Тейешле кешеләр түгел. Уларҙың дәрәжәһе лә, ниәттәре лә бөтөнләй башҡа.
Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһы программаһы ике биш йыллыҡ эсендә етешһеҙлектәрҙе яйға һалыу мөмкинлеген бирә. Беҙҙең команда халыҡҡа именлек, алға киткән иҡтисад, социаль үҫеш гарантиялай. Рәсәй төпкөл төбәктәре булмаған илгә әүереләсәк.
Власты үҙгәртеү — Рәсәйҙе үҙгәртеү, тигән һүҙ. Урланған Тыуған илебеҙҙе кире ҡайтарыу өсөн эш итергә ваҡыт. Социализм ғына илгә сәскә атыу һәм бөйөк киләсәк бүләк итә ала.
Г. ЗЮГАНОВ,
Рәсәй Федерацияһы Коммунистар
партияһы Үҙәк комитеты рәйесе.
“Правда”, № 122 (Ҡыҫҡартып баҫыла).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөлә Константин Толкачевҡа арналған күргәҙмә асылды

Өфөлә Константин Толкачевҡа арналған күргәҙмә асылды 11.06.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Константин Толкачевҡа арналған күргәҙмә асылды...

Тотош уҡырға 2

Республикала «Ватан көсө» форумы сентябрҙә була

Республикала «Ватан көсө» форумы сентябрҙә була 11.06.2026 // Сәйәсәт

Республикала «Ватан көсө» форумы сентябрҙә була...

Тотош уҡырға 2

Путин Башҡортостанға судьялар тәғәйенләне

Путин Башҡортостанға судьялар тәғәйенләне 10.06.2026 // Сәйәсәт

Путин Башҡортостанға судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров яҡташтарыбыҙға наградалар тапшырҙы

Радий Хәбиров яҡташтарыбыҙға наградалар тапшырҙы 09.06.2026 // Сәйәсәт

Бүләкләнеүселәр араһында – табиптар, уҡытыусылар, ғалимдар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, махсус хәрби ......

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров Башҡортостандың яңы сауҙа һәм хеҙмәттәр министры менән таныштырҙы
Башҡортостанда республика Башлығының «Йыл ҡаҙанышы» гранттары номинациялары раҫланды

Башҡортостанда республика Башлығының «Йыл ҡаҙанышы» гранттары номинациялары раҫланды 03.06.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостанда республика Башлығының «Йыл ҡаҙанышы» гранттары номинациялары раҫланды...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк башлыҡтары рейтингында позицияларын нығытты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк башлыҡтары рейтингында позицияларын нығытты 02.06.2026 // Сәйәсәт

«Минченко консалтинг» федераль коммуникация холдингының «Дәүләт советы 2.0» төбәк башлыҡтарының ......

Тотош уҡырға 3

Өфөлә мэр вазифаһын башҡарыусы тәғәйенләнде

Өфөлә мэр вазифаһын башҡарыусы тәғәйенләнде 01.06.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә мэр вазифаһын башҡарыусы тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостан Башлығы Салауат Юлаев һәйкәле буйынса фекер алышыуҙарға нөктә ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы Салауат Юлаев һәйкәле буйынса фекер алышыуҙарға нөктә ҡуйҙы 01.06.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Салауат Юлаев һәйкәле буйынса фекер алышыуҙарға нөктә ҡуйҙы...

Тотош уҡырға 4

Өфө вице-мэры Агарагим Кагиргаджиев отставкаға китте

Өфө вице-мэры Агарагим Кагиргаджиев отставкаға китте 01.06.2026 // Сәйәсәт

Өфө вице-мэры Агарагим Кагиргаджиев отставкаға китте...

Тотош уҡырға 5

Денис Ғәниев Башҡортостан Башлығының матбуғат секретары вазифаһын ҡалдырҙы

Денис Ғәниев Башҡортостан Башлығының матбуғат секретары вазифаһын ҡалдырҙы 26.05.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығының матбуғат секретары Денис Ғәниев ете ай эшләгәндән һуң үҙ теләге менән ......

Тотош уҡырға 10

Башҡортостан Башлығы яңы вице-премьер Олег Ли менән таныштырҙы

Башҡортостан Башлығы яңы вице-премьер Олег Ли менән таныштырҙы 25.05.2026 // Сәйәсәт

Ул республикала яһалма интеллектты индереү өсөн яуаплы....

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә