Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рәсәй һәм үҙгәрә барыусы донъя
Владимир Путин
Рәсәй һәм үҙгәрә барыусы донъя

Был тема ентеклерәк һөйләшеүгә лайыҡ. Сәбәбе һәр дәүләттең стратегияһында тышҡы сәйәсәттең мөһим өлкә булыуында ғына түгел.
Рәсәй иҡтисади йәһәттән дә, мәғлүмәт таратыу яғынан да, мәҙәни күҙлектән дә ҙур донъяның бер өлөшө. Беҙ айырымлана алмайбыҙ һәм айырымланырға ла теләмәйбеҙ. Асыҡлығыбыҙ Рәсәй граждандарының тормошон яҡшыртыуға һәм мәҙәниәтен байытыуға, ҡытлыҡ ресурсына әүерелә башлаған ышанысты нығытыуға булышлыҡ итер, тигән ниәттәбеҙ.
Әммә беҙ кемдеңдер талаптарынан түгел, ә үҙебеҙҙең шәхси мәнфәғәттәрҙән һәм маҡсаттарҙан сығып эҙмә-эҙлекле эш итәсәкбеҙ. Көслө һәм аяғында ныҡлы баҫып торған Рәсәйҙе генә ихтирам итәләр, уның фекерен иҫәпкә алалар. Рәсәй һәр саҡ тиерлек бойондороҡһоҙ тышҡы сәйәсәтте тормошҡа ашырыу өҫтөнлөгөнән файҙаланды. Артабан да шулай буласаҡ. Рәсәйҙе ситкә этәреп, уның геосәйәси позицияһын ҡаҡшатырға маташып, оборона һәләтенә зыян килтереп түгел, ә уның менән бергә генә донъяла именлекте тәьмин итеп булыуына иманым камил.
Беҙ, һис шикһеҙ, дөйөм именлекте нығытыуға, конфронтациянан баш тартыуға, ядро ҡоралын таратыу, төбәктәрҙәге көсөргәнешлелек һәм көрсөк, терроризм һәм наркомания хәүефе кеүек күренештәргә ҡаршы һөҙөмтәле эш итеүгә йүнәлтелгән юлды дауам итәсәкбеҙ.

Ышанысты кем юҡҡа сығара?

Бөтә дәүләттәр өсөн именлек төшөнсәһенең бөтөнлөгө, көс ҡулланыуға юл ҡуймау һәм халыҡ-ара хоҡуҡтың төп принциптарын мотлаҡ үтәү иң мөһим ҡанундар иҫәбенә инә. Уларҙы һанға һуҡмау халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙең ҡаҡшауына килтерә.
АҠШ менән НАТО-ның заманса үҫеш логикаһына тап килмәгән, бер яҡлы ғына фекерҙәргә нигеҙләнгән ҡайһы бер ғәмәлдәрен ошондай юҫыҡта ҡабул итәбеҙ. Уларға НАТО-ның киңәйеүе, яңы хәрби инфраструктура объекттарын урынлаштырыу, альянстың Европала ракеталарға ҡаршы оборона системаһын ойоштороу буйынса пландары (Америка авторлығында) инә. Рәсәй сигендә ошондай уйындар алып барылмаһа, мәсьәләне күтәрмәҫ тә инем.
БМО менән Именлек советының ҡайһы бер илдәрҙең диктатына һәм халыҡ-ара киңлектәге баш-баштаҡлығына һөҙөмтәле ҡаршы тороуы мөһим. БМО-ның айырым хоҡуҡтарын һәм вәкәләттәрен, айырыуса суверенлы дәүләттәргә ҡарата көс ҡулланыуға ҡағылғандарын, берәү ҙә үҙләштерә алмай. Бында иң элек “оборона альянсы”на хас булмаған функцияларҙы үҙ иңенә алырға маташҡан НАТО хаҡында һүҙ бара. “Гуманитар” операциялар һәм “ракета-бомба демократияһы” экспорты ҡорбанына әүерелгән дәүләттәрҙең хоҡуҡи нормаларҙы үтәргә һәм итәғәтле булырға саҡырыуын яҡшы хәтерләйбеҙ. Уларҙы ишетмәнеләр һәм ишетергә лә теләмәнеләр.
НАТО ағзаларының, иң элек АҠШ-тың, именлек тураһындағы фекере беҙҙекенән ҡырҡа айырылалыр, күрәһең. Американдар үҙҙәренә абсолют камиллыҡ тәьмин итеү идеяһы менән яна. Минеңсә, был технологик, шулай уҡ геосәйәси яҡтан утопияға илтә һәм тормошҡа ашмаҫлыҡ хыял.
Күп кенә илдәр, билдәле бер сәбәптәр арҡаһында, был хаҡта өндәшмәүҙе өҫтөн күрә. Ә Рәсәй һәр нәмәне асыҡтан-асыҡ үҙ исеме менән атаясаҡ.

“Ғәрәп яҙы”: һабаҡтар һәм һығымталар

Бер йыл элек донъя яңы феноменға осраны — күп кенә ғәрәп илдәрендә авторитар режимға ҡаршы демонстрациялар үтте. “Ғәрәп яҙы” башта ыңғай үҙгәрештәргә өмөт бағлап ҡабул ителде. Рәсәй халҡы демократик реформаларҙы тормошҡа ашырыусыларҙы яҡланы.
Күп тә үтмәй был илдәрҙәге ваҡиғаларҙың бөтөнләй башҡа юҫыҡта барыуы асыҡланды. Демократия урынлаштырыу, аҙсылыҡтың хоҡуҡтарын яҡлау урынына дошманды ҡыйратып, власҡа бер көс урынына икенсеһе, унан да ажарырағы килде.
Ҡайһы бер дәүләттәр гуманитар лозунгтар артына йәшеренеп, авиация ярҙамында Ливия режимын ҡыйратты. Ваҡиға М. Каддафиҙы үлтереү менән тамамланды.
“Ливия сценарийын” Сүриәлә тормошҡа ашырыуға юл ҡуйырға ярамай. Халыҡ-ара берләшмәнең тырышлығы иң элек татыулыҡҡа өлгәшеүгә йүнәлтелергә тейеш. Көс ҡулланыуҙы тиҙ арала тыйырға, дөйөм милли һөйләшеүҙәрҙе алдан ҡуйылған шарттарһыҙ, сит ил ҡатнашлығынан тыш башларға, ил суверенитетын ихтирам итергә кәрәк. Иң мөһиме — граждандар һуғышына юл ҡуймау. Рәсәй дипломатияһы ошо юҫыҡта эшләне һәм эшләйәсәк.
Үткән ваҡиғаларҙан һабаҡ алып, беҙ БМО Именлек советының Сүриәләге хәлгә хәрби йәһәттән ҡыҫылыуға килтерерлек резолюциялар ҡабул итеүенә ҡаршыбыҙ.
“Ғәрәп яҙы” булып үткән илдәрҙә, Ираҡтағы кеүек үк, Рәсәй компаниялары урындағы баҙарҙарҙа тиҫтәләрсә йылдар тотҡан урынын юғалта, ярайһы уҡ ҙур коммерция килешеүҙәренән мәхрүм була. Ә бушап ҡалған урындарҙы хакимлыҡ иткән режимды алмаштырыуға булышлыҡ иткән дәүләттәрҙең иҡтисади операторҙары биләй. Нисек кенә булмаһын, беҙ иҡтисади позициябыҙҙы кире ҡайтарыу өсөн ғәрәп илдәренең яңы властары менән ныҡышмалы эшләргә ниәтләйбеҙ.
Ваҡиғалар күрһәтеүенсә, көс ҡулланыу ярҙамында демократияға ынтылыу йыш ҡына ҡапма-ҡаршы һөҙөмтәгә килтерә. Илдең үҫеш йүнәлешен үҙгәртергә маташҡан көстәр, шул иҫәптән дини экстремистар ҡалҡып сыға.
Рәсәй мосолмандарының ҡарашына яҡын торған ислам вәкилдәренә мөнәсәбәтебеҙ һәр саҡ яҡшы булды. Хәҙерге шарттарҙа ла уларҙы үҫтерергә әҙербеҙ. Бөтә ғәрәп илдәре менән сәйәси һәм сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу яҡлыбыҙ. Улай ғына ла түгел, Рәсәй Яҡын Көнсығышта үҙ урынын тулыһынса һаҡлап ҡалһын өсөн тәүшарттар бар. Унда беҙҙең дуҫтарыбыҙ һәр саҡ күп булды.
Ғәрәбстан-Израиль бәхәсенә килгәндә, хәлде яйға һалырлыҡ “тылсымлы сара” әлегә тиклем уйлап табылмаған. Израиль етәкселеге һәм Фәләстин лидерҙары менән мөнәсәбәттәребеҙҙең яҡын булыуын иҫәпкә алып, Рәсәй дипломатияһы ике яҡлы нигеҙҙә һәм Яҡын Көнсығыш “квартеты” юҫығында тыныс тормошто һаҡлап ҡалыуға артабан да булышлыҡ итәсәк, үҙ ғәмәлдәрен Ғәрәп дәүләттәре лигаһы менән яраштырасаҡ.
“Ғәрәп яҙы” шулай уҡ донъялағы йәмәғәтселек фекеренең алға киткән мәғлүмәт һәм коммуникация технологияларын әүҙем йәлеп итеү юлы менән формалаштырылыуын асыҡ дәлилләне. Интернет, социаль селтәрҙәр, кеҫә телефондары һ.б., телевидение менән бер рәттән, эске һәм халыҡ-ара сәйәсәттең һөҙөмтәле ҡоралына әүерелде, тип әйтергә мөмкин. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был алымдар йыш ҡына экстремизм, сепаратизм, милләтселек кәйефен таратыу, йәмәғәтселек аңын бутау, суверенлы дәүләттәрҙең эске сәйәсәтенә туранан-тура ҡыҫылыу өсөн файҙаланыла.
Хөкүмәткә ҡарамаған гуманитар һәм хәйриә ойошмаларының һөҙөмтәле эшен хупларға мөмкин. Әммә теге йәки был илдәге хәлде тотороҡһоҙландырырға тырышҡан ялған ойошмаларҙың, башҡа структураларҙың кәпәренеүенә кәртә ҡуйыу зарур. Хөкүмәткә ҡарамаған ойошмаларҙың, урындағы социаль төркөмдәрҙең мәнфәғәттәрен ҡайғыртыуға ҡатнашлығы булмайынса, тышҡы көстәр тарафынан финансланыуын һәм ҡурсаланыуын күҙ уңында тотам.

Яңы талаптар һәм хәүефтәр

Әле дөйөм иғтибар үҙәгендә — Иран. Ошо ил тәңгәлендә хәрби көсөргәнешлелектең арта барыуы Рәсәйҙе борсой, әлбиттә. Ул тормошҡа аша ҡалһа, һөҙөмтәһе ысын мәғәнәһендә һәләкәтле буласаҡ. Уның күләмен күҙ алдына килтереү мөмкин дә түгел.
Мәсьәләне тыныс юл менән хәл итергә кәрәк. Беҙ Ирандың тыныс маҡсаттағы ядро программаһын үҫтереү, шул иҫәптән уранды байыҡтырыу хоҡуғын танырға тәҡдим итәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта илдең ядро эшмәкәрлеге МАГАТЭ-ның ышаныслы һәм ныҡлы контроле аҫтында булырға тейеш. Әгәр ҙә был килеп сыҡһа, Иранға ҡаршы барлыҡ санкцияларҙы, шул иҫәптән бер яҡлыларын ғәмәлдән сығарырға кәрәк, тип иҫәпләйем. Көнбайыш айырым илдәрҙе “язаға тарттырыу” менән саманан тыш мауыға. Ниндәйҙер хәл булһа, санкция, хәрби алымдар ҡуллана башлай.
Кореялағы ядро проблемаһына бәйле ваҡиға ла ярайһы уҡ сетерекле. Пхеньян, уны таратмау тәртибен боҙоп, “хәрби атом”ға эйә булыу хоҡуғына дәғүә итеүен асыҡтан-асыҡ белдерә. КХДР-ҙың ядро статусын ҡабул итмәйбеҙ. Корея ярымутрауын сәйәси-дипломатик саралар менән ядро ҡоралынан азат итеү яҡлыбыҙ, алты яҡлы һөйләшеүҙәрҙе тиҙ арала яңыртырға саҡырабыҙ.
Әммә, асыҡланыуынса, бындай ҡарашты партнерҙарыбыҙҙың барыһы ла хупламай. Айырыуса әле итәғәтле булырға кәрәк. КХДР-ҙың яңы лидерының сыҙамлылығына һынау үткәрергә ярамай.
Хәтерегеҙгә төшөрәйем: Корея Халыҡ Демократик Республикаһы менән Рәсәйҙең сиге уртаҡ, ә күршеләрҙе, билдәле булыуынса, һайлап алмайҙар. Ошо ил етәкселеге менән һөйләшеүҙәрҙе дауам итәсәкбеҙ, яҡшы бәйләнештәрҙе үҫтерәсәкбеҙ, бер үк ваҡытта Пхеньянды ядро мәсьәләһен хәл итеүгә күндерергә ниәтләйбеҙ. Ярымутрауҙа үҙ-ара ышаныс шарттары нығынһа, Корея-ара диалог яңыртылһа, быны эшләү еңелерәк буласаҡ.
Ядро ҡоралы берәүҙе лә ымһындырмаһын өсөн мөмкин булған сараларҙың барыһын да күрергә кәрәк. Ҡоралды таратмау яҡлыларға ла, дипломатияға ирек бирмәйенсә, хәрби көс ярҙамында башҡа илдәрҙе хөкөмгә тарттырырға күнеккәндәргә лә ҡарашты үҙгәртеү зарур. Тиҫтә йыллыҡ оккупациянан һуң проблемалары тағы ла тәрәнәйә төшкән Ираҡта тап шулай килеп сыҡты.
Афғанстандың да киләсәге борсой. Билдәле булыуынса, беҙ был илгә халыҡ-ара ярҙам күрһәтеү буйынса хәрби операцияны яҡлап сыҡтыҡ. Әммә НАТО етәкселегендәге халыҡ-ара хәрби контингент ҡуйылған бурыстарҙы тормошҡа ашырманы. Афғанстан яғынан террористик һәм наркотиктар хәүефе кәмемәй. 2014 йылда был илдән китеү хаҡында белдерһә лә, американдар унда һәм күрше дәүләттәрҙә мандатын, маҡсатын һәм эш итеү сроктарын күрһәтмәйенсә, хәрби базалар ойоштороу менән шөғөлләнә. Әлбиттә, был беҙҙе ҡәнәғәтләндермәй.
Рәсәйҙең Афғанстанда үҙ мәнфәғәттәре бар. Ул беҙҙең яҡын күршебеҙ, шуға күрә илдең тотороҡло һәм тыныс үҫеше яҡлыбыҙ. Иң мөһиме — уның наркотиктар хәүефе сығанағы булыуҙан туҡтауы. Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше иң ҙур афәт булып тора, тотош милләттәрҙең генофондын юҡҡа сығара, коррупция һәм енәйәтселек өсөн туҡлыҡлы мөхиткә әүерелә, Афғанстанда хәлде тотороҡһоҙландырыуға килтерә. Әйтергә кәрәк: был илдә наркотиктар етештереү былтыр 40 процентҡа артҡан. Рәсәй граждандары һаулығына ғәйәт ҙур зыян килтергән героин агрессияһына юлыҡты.
Беҙ афған халҡына ярҙам күрһәтеүҙә Рәсәйҙең ҡатнашлығын киңәйтеү мәсьәләһен ҡарарға әҙербеҙ. Әммә Афғанстандағы халыҡ-ара контингент беҙҙең мәнфәғәттәрҙе йылдамыраҡ яҡларға, наркосәсеүлектәрҙе һәм йәшерен лабораторияларҙы юҡ итергә тейеш. Маҡсатыбыҙ — төбәктә наркотиктарға ҡаршы хәүефһеҙлектең комплекслы системаһын ойоштороу. Рәсәй ошо афәткә ҡаршы көрәштә һынылышҡа өлгәшеү өсөн халыҡ-ара берләшмәнең тырышлығын көсәйтеүгә булышлыҡ итәсәк.
Афғанстандағы хәлдең артабанғы үҫешен күҙаллауы ҡыйын. Тәжрибә күрһәтеүенсә, сит ил хәрбиҙәре уға тыныслыҡ килтермәне. Үҙҙәренең шәхси проблемаларын афғандар ғына хәл итә ала. Рәсәй башҡа күрше дәүләттәрҙең ҡатнашлығында афған халҡына тотороҡло иҡтисад булдырыу, милли ҡораллы көстәрҙең терроризм һәм наркоенәйәтселек хәүефенә ҡаршы тороу һәләтен арттырыу йәһәтенән ярҙам күрһәтә ала. Милли татыулыҡ булдырыу эшенә ҡораллы оппозицияның, шул иҫәптән талибтарҙың ҡушылыуына ҡаршы түгелбеҙ. Тик улар көс ҡулланыуҙан баш тартырға, ил конституцияһын танырға, “Әл-Каид” һәм башҡа террористик төркөмдәр менән бәйләнеште өҙөргә тейеш.
Терроризм хәүефе тыуҙырған зоналар Европалағы йәки Америкалағы партнерҙарыбыҙға ҡарағанда Рәсәй сигенә күпкә яҡын урынлашҡан. БМО-ла Глобаль контртеррористик стратегия ҡабул ителде. Әммә ошо афәткә ҡаршы көрәш берҙәм план буйынса эҙмә-эҙлекле бармай, ә террорҙың айырыуса киҫкен күренештәре осрағында ғына эш иткән һымаҡ тойола.
Һуңғы йылдарҙа төрлө илдәрҙең махсус хеҙмәттәре һәм хоҡуҡ һаҡлау ойошмалары араһындағы хеҙмәттәшлек һиҙелерлек нығыны. Әммә “икеләтә стандарттар” һаҡланып ҡала, төрлө илдәрҙә террорсыларҙы төрлөсә ҡабул итәләр, “насарҙарға” һәм “бигүк насар булмағандарға” айырып ҡарайҙар. Һуңғыларын сәйәси уйында, мәҫәлән, үҙһенмәгән власть режимын ҡаҡшатыу өсөн файҙаланыуҙан да тартынмайҙар.

Азия-Тымыҡ океан төбәгенең әһәмиәтен арттырыу

Глобаль иҡтисадтың мөһим үҙәге Ҡытай — беҙҙең илдең күршеһе. Былтыр ҡытайҙар эске тулайым продукт күләме буйынса донъяла икенсе урынға сыҡты һәм, халыҡ-ара, шул иҫәптән Америка эксперттары баһалауынса, яҡын киләсәктә был күрһәткес буйынса АҠШ-ты ла уҙып китәсәк. ҠХР-ҙың ҡеүәте, шул иҫәптән төрлө төбәктәрҙә көс туплау мөмкинлеге арта.
Ҡытай иҡтисадының үҫеше — хәүеф түгел, ә эшлекле хеҙмәттәшлек ҡеүәте. Беҙ илдәребеҙҙең технологик һәм етештереү мөмкинлектәрен берләштереп, Себерҙе, Алыҫ Көнсығышты хужалыҡ йәһәтенән аяҡҡа баҫтырыу маҡсатында Ҡытайҙың көс-ҡеүәтен йәлеп итеп, яңы кооперация бәйләнештәрен әүҙемерәк үҫтерергә тейешбеҙ. Ҡытайҙың булмышына ҡарап, ул өҫтөнлөккә дәғүә итә тип әйтеп булмай. Донъяла уның тауышы ышаныслыраҡ яңғырай бара. Халыҡ-ара кимәлдә бер-беребеҙгә ярҙам күрһәтеүҙе дауам итәсәкбеҙ, төбәктәге киҫкен һәм глобаль мәсьәләләрҙе бергәләшеп яйға һаласаҡбыҙ.
Ҡытай менән мөнәсәбәттәрҙәге барлыҡ ҙур сәйәси мәсьәләләргә, шул иҫәптән сик буйы проблемаларына күптән нөктә ҡуйылды. Ике яҡлы бәйләнештәрҙең ныҡлы, юридик документтар менән рәсмиләштерелгән механизмы барлыҡҡа килде. Ике ил етәкселеге араһында юғары ышанысҡа өлгәшелде. Был беҙгә лә, ҡытайҙарға ла ысын партнерлыҡ рухында, прагматизм һәм үҙ-ара мәнфәғәттәрҙе иҫәпкә алыу нигеҙендә эшләү мөмкинлеген бирә.
Әлбиттә, үрҙә әйтелгәндәр Ҡытай менән проблемаларҙың булмауын аңлатмай. Беҙҙең коммерция мәнфәғәттәре һәр ваҡытта ла тап килеп бөтмәй, тауар әйләнеше структураһы ла, үҙ-ара инвестицияларҙың түбән кимәле лә беҙҙе ҡәнәғәтләндермәй. ҠХР-ҙан миграция ағымын да иғтибар менән күҙәтәсәкбеҙ.
Төп фекерем шул: Рәсәйгә — сәскә атыусы һәм тотороҡло Ҡытай, ә Ҡытайға, үҙ сиратында, көслө һәм уңышлы Рәсәй кәрәк, тип ышанам.
Азиялағы икенсе ҙур ил — Һиндостан да йылдам үҫә. Рәсәй менән уның араһында күптәнге дуҫлыҡ йәшәй. Ике ил етәкселеге уның йөкмәткеһен айырыуса өҫтөн стратегик партнерлыҡ тип билдәләй.
Ҡытай менән Һиндостан ғына түгел, күҙ алдыбыҙҙа бөтөн Азия-Тымыҡ океан төбәге үҫеш кисерә. Ошоға бәйле АТЭС-ҡа Рәсәй рәйеслеге сиктәрендә уңышлы эш өсөн яңы офоҡтар асыла. Быйыл сентябрҙә Владивостокта ошо ойошманың саммитын ҡабул итәсәкбеҙ, заманса инфраструктура булдырыу буйынса эшләйбеҙ. Был Себерҙе һәм Алыҫ Көнсығышты артабан үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк, илебеҙгә “яңы Азия”лағы йылдам барған интеграция процестарына әүҙемерәк ҡушылыу мөмкинлеген бирәсәк.
БРИКС буйынса партнерҙарыбыҙ менән үҙ-ара эшмәкәрлеккә ҙур иғтибар бирәсәкбеҙ. 2006 йылда ойошторолған был уникаль структура ҡапма-ҡаршылыҡтан ғәҙел тотороҡлолоҡҡа күсеүҙе кәүҙәләндерә. Ул 3 миллиард кеше йәшәгән, ҙур иҡтисади, хеҙмәт һәм тәбиғи ресурстарға, эске баҙарҙарға эйә булған биш илде берләштерә. Көньяҡ Африканың ҡушылыуы менән БРИКС ысын мәғәнәһендә ҙур форматҡа эйә булды, әле донъялағы эске тулайым продукттың 25 проценттан ашыуы тап уға тура килә.
Һуңғы йылдарҙа Рәсәй дипломатияһы, эшлекле даирәләребеҙ Азия, Латин Америкаһы һәм Африка илдәре менән хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә ҙур иғтибар бирә башланы. “Егермеләр төркөмө”нөң эшмәкәрлеге ҙур иҡтисадҡа һәм финансҡа идара итеүҙең демократик системаһында телгә алынған ҡитғаларҙың әһәмиәте артыуын сағылдыра. Минеңсә, был берекмә тиҙҙән көрсөк шарттарында эш итеүҙә генә түгел, шулай уҡ донъялағы финанс-иҡтисади архитектураны оҙайлы реформалауҙа ла стратегик яҡтан мөһим ҡоралға әүереләсәк.

Европа факторы

Рәсәй — Ҙур Европаның, киң Европа цивилизацияһының айырылғыһыҙ, органик өлөшө. Граждандарыбыҙ үҙҙәрен европалылар тип хис итә. Беҙ берләшкән Европалағы хәл-ваҡиғаларҙың үҫешенә битараф түгелбеҙ.
Ҡытайҙың, Һиндостандың, башҡа яңы иҡтисадтарҙың үҫеш юҫығында Европалағы финанс-иҡтисади тетрәнеүҙәр айырыуса борсоуға һала. Еврозонаны яулап алған көрсөк Рәсәй мәнфәғәттәренә лә ҡағылмай ҡалмай, сөнки Европа союзы — беҙҙең ҙур тышҡы иҡтисади, сауҙа партнерыбыҙ. Шулай уҡ бөтә иҡтисади конструкцияның үҫеш киләсәге лә күп йәһәттән Европалағы эштәрҙең торошона бәйле.
Беҙ көслө Европа союзы, Рәсәй менән уның араһындағы ҡеүәтле партнерлыҡ яҡлыбыҙ.
Лиссабондан алып Владивостокка тиклем иҡтисадтарҙың гармониялы берләшмәһен ойоштороу файҙаһына эшләргә тәҡдим итәм. Киләсәктә ирекле сауҙа һәм иҡтисади интеграцияның алдынғы алымдары зонаһын ойошторорға ла мөмкин. Ул саҡта беҙ хаҡы триллиондарса евролыҡ дөйөм континенталь баҙарға эйә буласаҡбыҙ.
Энергетика өлкәһендә ҙурыраҡ кооперация, шул иҫәптән Европаның берҙәм энергетика комплексын ойоштороу тураһында уйланырға кәрәк. Балтик диңгеҙендә “Төньяҡ ағым” һәм Ҡара диңгеҙҙә “Көньяҡ ағым” газ үткәргестәрен төҙөү ошо йүнәлештәге мөһим аҙымдар булып тора. Был проекттарҙы байтаҡ илдәрҙең хөкүмәттәре хуплап сыҡты, унда Европалағы ҙур энергетика компаниялары ҡатнаша. Уларҙы тулыһынса сафҡа индергәндән һуң, Европа ниндәй ҙә булһа сәйәси көйһөҙлөктәрҙән азат, ышаныслы газ менән тәьмин итеү системаһына эйә буласаҡ. Был ҡитғаның энергетика именлеген нығытыу мөмкинлеген бирәсәк. Ҡайһы бер Европа дәүләттәренең ядро энергияһын файҙаланыуҙы кәметергә йәки унан бөтөнләй баш тартырға ҡарар итеүе юҫығында был айырыуса мөһим. Европа комиссияларының Рәсәйҙең интеграциялы компанияларын тотороҡһоҙландырыуға йүнәлтелгән “Өсөнсө энергетика пакеты”, тураһын әйтергә кәрәк, мөнәсәбәттәребеҙҙе нығытмай.
Минеңсә, кешелек һәм иҡтисади бәйләнештәргә ҡамасаулаған кәртәләр, тәү сиратта, виза режимы һаҡланып ҡалған шарттарҙа, Рәсәй менән Европа союзы араһында ысын партнерлыҡ була алмай. Визаларҙы юҡҡа сығарыу Рәсәй менән Европа союзының ысын интеграцияһы өсөн көслө этәргес булыр, мәҙәни һәм эшлекле бәйләнештәрҙе, айырыуса урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ араһындағы мөнәсәбәттәрҙе киңәйтергә ярҙам итер ине. Рәсәйҙән иҡтисади мигранттарҙың европалылар өсөн хәүеф тыуҙырыуы — күп йәһәттән уйҙырма.

Рәсәй-Америка мөнәсәбәттәре

Һуңғы йылдарҙа Рәсәй менән Америка араһындағы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү йәһәтенән байтаҡ эштәр башҡарылды. Шулай ҙа был мөнәсәбәттәр ҡалыбын тамырынан үҙгәртеү мәсьәләһен әлегә тиклем хәл итеп булманы. Америка менән тотороҡһоҙ партнерлыҡ — билдәле бер стереотиптар һәм фобиялар эҙемтәһе ул. Әммә төп проблема — ике яҡлы сәйәси диалогтың һәм хеҙмәттәшлектең ныҡлы иҡтисади нигеҙгә таянмауы. Сауҙа күләме илдәребеҙҙең иҡтисади ҡеүәтенә тап килмәй. Үҙ-ара инвестицияларға бәйле хәл дә шундай уҡ кимәлдә.
АҠШ-тың “сәйәси инженерия” менән шөғөлләнергә тырышыуы ла бәйләнештәрҙе нығытыуға булышлыҡ итмәй.
Ҡабатлап әйтәм: Американың Европала ракеталарға ҡаршы оборона системаһын ойошторорға ниәтләүе беҙҙә борсолоу тыуҙыра. Бының сәбәбе нимәлә? Ул тиҫтәләрсә йыл дауамында барлыҡҡа килгән хәрби-сәйәси тигеҙлекте боҙа.
Беҙ ҡоралға контроль өлкәһендә төрлө йүнәлештәрҙе ҡарарға әҙербеҙ. Шул уҡ ваҡытта бында мәнфәғәттәр тигеҙлеге, һөйләшеүҙәр аша бер яҡлы өҫтөнлөктәргә өлгәшергә тырышыуҙан баш тартыу төп ҡағиҙә булырға тейеш. АҠШ менән мөнәсәбәттәрҙә беҙ ярайһы уҡ алға китергә, сифат йәһәтенән үҫешкә өлгәшергә әҙербеҙ, әммә американдар тиң һәм үҙ-ара ихтирамлы партнерлыҡ принциптарына таянып эш итергә тейеш.

Иҡтисади дипломатия

Былтыр декабрҙә Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүе буйынса күп йыллыҡ марафон, ниһайәт, тамамланды. Әйтергә кәрәк: эштең ахырында Барак Обама менән ҡайһы бер Европа дәүләттәре етәкселәре килешеүгә өлгәшеү тәңгәлендә әүҙем булышлыҡ итте.
Ошо оҙон һәм һикәлтәле юлда “ишекте ҡаты ябып”, һөйләшеүҙәрҙе туҡтатыу теләге тыуған мәлдәр ҙә булғыланы. Әммә беҙ кәйефте төшөрмәнек. Һөҙөмтәлә илебеҙ өсөн һәйбәт килешеүгә өлгәштек — ситтән конкуренцияның артыуын иҫәпкә алып, Рәсәйҙәге сәнәғәт һәм ауыл хужалығы етештереүселәренең мәнфәғәттәрен тәьмин итә алдыҡ. Иҡтисади операторҙарыбыҙ донъя баҙарына сығыу һәм унда үҙ хоҡуҡтарын яҡлау өсөн өҫтәмә мөмкинлектәргә эйә буласаҡ.
Рәсәй барлыҡ халыҡ-ара йөкләмәләрен үтәгән кеүек үк, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы нормаларын да боҙмаясаҡ. Партнерҙарыбыҙ ҙа намыҫлы, ҡағиҙә буйынса эш итәсәк, тип уйлайым. Һүҙ ыңғайында шуны ла әйтергә кәрәк: беҙ Бөтә донъя сауҙа ойошмаһының принциптарын Рәсәй, Белоруссия һәм Ҡаҙағстандың Берҙәм иҡтисади киңлегенең норматив-хоҡуҡи базаһына күсерҙек.
Беҙгә тышҡы баҙарға сығыу өсөн киңерәк мөмкинлектәр кәрәк. Сит илдәрҙә Рәсәйҙең иҡтисади операторҙарын әллә ни үҙһенмәйҙәр. Уларға ҡаршы сауҙа-сәйәси йәһәттән сикләү саралары күрелә, техник ҡаршылыҡтар тыуҙырыла.
Инвестицияларға бәйле хәл дә шундай уҡ. Беҙ Рәсәй иҡтисадына сит ил капиталын йәлеп итергә тырышабыҙ, улар өсөн ылыҡтырғыс тармаҡтарҙы тәҡдим итәбеҙ, “майлы ҡалъя”ларҙан ауыҙ иттерәбеҙ, атап әйткәндә, яғыулыҡ-энергетика комплексына юл асабыҙ. Ә беҙҙең инвесторҙарҙы сит илдәрҙә йыш ҡына ситләтәләр. Намыҫһыҙ конкуренция алымдарын файҙаланыусыларға ҡарата Рәсәйҙең дә яуап саралары күрә алыуы хаҡында оноторға ярамай.
Әле һәм киләсәктә халыҡ-ара сәйәси һәм иҡтисади кимәлдә Рәсәйҙең әһәмиәтен һәм урынын билдәләйәсәк тағы ла бер мөһим факторға иғтибарҙы йүнәлтергә теләйем. Рәсәй Федерацияһы — бай ресурстарға эйә булған дәүләт. Был йәһәттән донъяла уның тиңе юҡ. Нефть һәм газды ғына түгел, шулай уҡ урманды, ауыл хужалығы ерҙәрен, сөсө таҙа һыу тупламдарын күҙ уңында тотам. Донъяла сөсө һыуға ҡытлыҡтың арта барыуын билдәләргә кәрәк. Яҡын киләсәктә һыу ресурстары, һыуға бәйле тауар етештереү мөмкинлеге өсөн геосәйәси конкуренцияның башланыуын фаразлап була. Беҙҙең был тәңгәлдә ҙур өҫтөнлөгөбөҙ бар.

Ватандаштарыбыҙға ярҙам һәм гуманитар үлсәм

Үҙ илеңә ихтирам сит илдәрҙәге ватандаштарҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәләте менән дә үлсәнә. Сит ил эштәре министрлығы, бөтә дипломатик һәм консуллыҡ вәкиллектәре тәүлек әйләнәһенә ватандаштарға ысын ярҙам күрһәтергә тейеш. Ватандаштарыбыҙ менән урындағы власть араһында ҡаршылыҡтар, ғәҙәттән тыш хәлдәр, транспортта авариялар һ.б. булған осраҡта дипломаттар, киң мәғлүмәт саралары “саң ҡаға” башламаҫ борон, кисекмәҫтән эш итергә тейеш.
Беҙ абруйлы халыҡ-ара ойошмаларҙың милли аҙсылыҡтың дөйөм танылған принциптарына ҡағылған бик күп тәҡдимдәрен Латвия менән Эстония властары тарафынан үтәлеүенә ныҡышмалы өлгәшәсәкбеҙ. “Граждан түгел” тигән хурлыҡлы статус менән килешергә ярамай. Латвияның һәр алтынсы, Эстонияның һәр өсөнсө кешеһенең “граждан түгел” тип сәйәси, һайлау һәм социаль-иҡтисади хоҡуҡтарҙан, урыҫ телендә ирекле һөйләшеү мөмкинлегенән мәхрүм ителеүе менән нисек килешәһең?
Рәсәйҙең Сит ил эштәре министрлығы йыл аҙағында “Донъяның ҡайһы бер дәүләттәрендә кеше хоҡуҡтарына бәйле хәл тураһында”ғы тәүге докладын баҫтырып сығарҙы. Был йәһәттән тырышлыҡты арттырырға кәрәк, тигән фекерҙәмен. Әммә уңыштарыбыҙҙың ҙур булмауын таныу зарур. Мәғлүмәт киңлегендә беҙ йыш ҡына отолоп ҡалабыҙ.
Рәсәй бөйөк мәҙәниәттең вариҫы булды. Быны Көнбайышта ла, Көнсығышта ла таныйҙар. Илебеҙ мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу ғына түгел, шулай уҡ ҙур баҙарҙа урын алыу өсөн уның ҡеүәтен эшкә егеү мөмкинлегенә эйә. Элекке СССР-ҙың барлыҡ илдәре тиерлек, Көнсығыш Европаның ҙур өлөшө урыҫ телле киңлеккә инә. Империя түгел, ә мәҙәни үҫеш, ҡорал, сәйәси режимдар импорты түгел, ә мәғариф һәм мәҙәниәт экспорты Рәсәй тауарҙары, хеҙмәттәре һәм идеялары өсөн уңайлы шарттар булдырырға ярҙам итәсәк.
Беҙ донъяла, халҡы урыҫса һөйләшкән йәки урыҫ телен аңлаған илдәрҙә, үҙебеҙҙең мәғариф менән мәҙәниәттең тотҡан урынын көсәйтергә тейешбеҙ.
Беҙҙә үтәсәк ҙур халыҡ-ара саралар — быйыл АТЭС кимәлендәге осрашыуҙар, 2013 саммиттары, 2013 йылда Ҡазандағы Универсиада, 2014 йылда ҡышҡы Олимпия уйындары, 2016 һәм 2018 йылдарҙа хоккей һәм футбол буйынса донъя чемпионаттары — Рәсәйҙе объектив ҡабул итеүгә булышлыҡ итергә тейеш.

***

Рәсәй донъя сәйәсәтендә, глобаль һәм төбәк мәсьәләләрен хәл итеүҙә ихлас һәм конструктив ҡатнашып, артабан да именлекте һәм милли мәнфәғәттәрҙе тәьмин итергә ниәтләй. Беҙ сит илдәрҙәге барлыҡ партнерҙар менән эшлекле, үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлеккә, асыҡ диалогка әҙербеҙ. Партнерҙарыбыҙҙың мәнфәғәттәрен аңларға һәм иҫәпкә алырға тырышабыҙ, әммә үҙебеҙҙең мәнфәғәттәрҙе лә ихтирам итеүҙәрен теләйбеҙ.
(Мәҡәлә ҡыҫҡартып бирелде).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 229

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 193

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 200

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 224

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 185

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 242

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 185

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 260

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 267

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 248

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 196

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 215