Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Рәсәй тотороҡлолоҡ яҡлы
Ниндәй ҙә булһа илдә демократик тәртип урынлаштырыу өсөн йәмғиәттең демократия ҡанундары буйынса йәшәргә теләүе мөһим. Тик ошо хәҡиҡәтте күп дәүләттәрҙең етәкселәре аңларға теләмәй. Шул сәбәпле халыҡ яғынан ризаһыҙлыҡ тыуа, ул хакимдарға ҡаршы сыға. Быға бөгөнгө миҫал – Сүриә.

НАТО әлегә ситтән күҙәтә

Донъя йәмәғәтселегенең иғтибар үҙәгендәге Сүриәлә хәл әле булһа ҡырҡыу ҡала. Хакимлыҡ итеүсе Бәшәр Әсәд ғәскәрҙәре менән оппозиция яҡлылар араһында бәрелештәр дауам итә. БМО-ның Именлек Советы мәғлүмәттәре буйынса, ихтилал барышында 5 меңдән ашыу кеше һәләк булған. АҠШ һәм Көнбайыш илдәре Әсәд режимына ҡаршы көс ҡулланыу яҡлы булыуҙарын белдерҙе лә инде. Ә Төньяҡ Атлантика Хәрби берләшмәһе Сүриәнең эске сәйәсәтенә әлегә ҡыҫылмаясаҡ. Был хаҡта НАТО-ның Генераль секретары А. Расмуссен белдерҙе.
“Сүриә беҙҙең көн тәртибендә тормай. НАТО был илдең эшенә ҡыҫылырға уйламай, шул уҡ ваҡытта беҙ унда барған хәлде иғтибар менән күҙәтәбеҙ”, — тине Расмуссен.
Мәғлүм булыуынса, бындағы оппозиция ун ай инде Сүриә властарына ҡаршылыҡ күрһәтә. БМО-ның Именлек Советы илдә сәйәси көсөргәнешлекте көйләү юлдарын табырға тырыша. Рәсәй, Ҡытай, Төркиә был дәүләттең етәкселегенә ҡарата ниндәй ҙә булһа көс ҡулланыуға ҡаршы сығыш яһай. НАТО Сүриәнең эске эштәренә тығылмаһа ла, унан сәйәси тотҡондарҙы иреккә сығарыу, демократик реформалар үткәреү һәм коррупцияға ҡаршы көрәш саралары күреү кеүек халыҡтың талаптарын үтәргә саҡыра.
“Мин граждандарға ҡаршы көс ҡулланыуҙы ғәйепләйем. Сүриә етәкселеге халыҡтың законлы һәм демократик талаптарын үтәргә тейеш”, — тип өҫтәй НАТО-ның Генераль секретары.
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы, Рәсәй, илдәге хәлде нисек тә булһа тыныс юл менән хәл итергә тырышып, Дамаск менән һөйләшеүҙәр алып барған мәлдә, “Әл-Кайд” лидеры утҡа ҡуҙ өҫтәп ебәрҙе. 2011 йылда Усама бен Ладен үлгәндән һуң халыҡ-ара террористик ойошманың етәксеһенә әүерелгән Айман аз-Завахири Бәшәр Әсәд режимын үҙ халҡына енәйәтселектә һәм исламға ҡаршы эшмәкәрлектә ғәйепләне. Шулай итеп, “Әл-Кайд” башлығы Сүриәнең әлеге президентына ҡаршы берҙәм сығыш яһаусы Көнбайышҡа ҡушылды. “Азатлыҡ радиоһы” хәбәр итеүенсә, Айман аз-Завахири сүриәләрҙе Көнбайыштан ярҙам көтмәҫкә һәм үҙҙәренә генә ышанырға саҡыра, сөнки “гуманитар ярҙам” күрһәтеү һылтауы менән был дәүләттәр илдә үҙҙәренә ҡулай хөкүмәт төҙөргә маташасаҡ.

Путин яҡлылар күбәйә

Рәсәй Президентына кандидат, ил Хөкүмәте етәксеһе Владимир Путиндың абруйы һуңғы арала арта төштө. Уны яҡлап, 11 февралдә Рәсәйҙең 20 ҡалаһында митингтар үтте. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Барнаулда “Тотороҡло тормош өсөн” лозунгы аҫтында — 10 мең, Томск ҡалаһында 5 мең кеше митингка сыҡҡан.
“Беҙ тотороҡлолоҡ яҡлы, революция кәрәкмәй!”, “Ватаныбыҙҙы яратабыҙ! Уны һаҡлаясаҡбыҙ!” тигән плакаттар менән халыҡ йыйындары шулай уҡ Һамарҙа, Краснодарҙа, Калугала, Ленинград өлкәһендә, Белгородта һәм башҡа ҡалаларҙа ла уҙҙы.

Фекерҙәштәр командаһы булһын

Илебеҙ халҡы тағы мөһим ваҡиғалар алдында тора. Беренсенән, 4 мартта дәүләт башлығы — Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлаясаҡбыҙ, икенсенән, ошо көндө урындағы депутаттар корпусы ла яңырасаҡ.
Муниципаль берәмектәр советтарына депутаттар һайлауға битарафлыҡ күрһәтә алмайбыҙ, сөнки улар, власта халыҡ вәкилдәре булараҡ, беҙҙең, йәғни һайлаусыларҙың, мәнфәғәттәрен ҡайғыртып, көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙамлашырға бурыслы. Шуға күрә урындарҙа тау-тау вәғәҙәләр биргән, бойомға ашмаҫ һыу буйы программалар тәҡдим иткән ҡалын кеҫәлеләргә, үҙ-үҙен ҡайғыртыусыларға түгел, ә ябай кешеләрҙең йәшәйешен, уларҙың тын алышын, нужаһын белгән, йәмғиәткә файҙалы эштәре менән абруй яулаған кандидаттарға үҙ тауышыбыҙҙы бирергә тейешбеҙ.
Өфө ҡалаһы ҡала округы Советына депутатлыҡҡа 73 кандидат дәғүә итә. Улар араһында алты шәхси эшҡыуар, алты мәктәп, колледж һәм юғары уҡыу йорто уҡытыусыһы, дүрт юрист, дүрт белгес, пенсионер, фермер, студент, табип, эшсе, биш ваҡытлыса эшләмәүсе, хәҙерге көндәге алты ҡала Советы депутаты һәм иң ҙур төркөм – төрлө ойошма, учреждение, предприятие етәкселәре бар. Теге йәки был кандидатҡа тауыш биргәндә шуны ла иғтибарға алырға кәрәк: депутаттар корпусы – ҡала башлығының төп терәге, кәңәшсеһе. Әгәр был юғары органға эшкә һәләтле, инициативалы, иҫке ҡалыптарға йәбешеп ятмаған, яңыса ҡарашлы кешеләр килә икән, тимәк, был ҡала етәксеһенең, хакимиәттең эшмәкәрлегендә лә ыңғай сағылыш табасаҡ. Фекерҙәштәр командаһы уңыштың, өлгәшелгәндәрҙең яртыһы тигән һүҙ. Шуға күрә һайлауҙа айыҡ аҡыл менән эш итеп, ысынлап та лайыҡлыларға тауыш бирһәк – отолмабыҙ.
Фаил ҠЫЛЫСБАЕВ




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров Рәсәй Президентының рәхмәт хатына лайыҡ булды

Радий Хәбиров Рәсәй Президентының рәхмәт хатына лайыҡ булды 02.04.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың рәхмәт хатына ......

Тотош уҡырға 2

Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының элекке етәксеһе Яна Гайдук иреккә сығырға әҙерләнә
Өфөнән Рәсәй Геройы Денис Чернавин Дәүләт Думаһына һайлауҙа ҡатнаша

Өфөнән Рәсәй Геройы Денис Чернавин Дәүләт Думаһына һайлауҙа ҡатнаша 27.03.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй Геройы, Башҡортостандан МХО-ла ҡатнашыусы Денис Чернавин «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына ......

Тотош уҡырға 4

Республикала авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса программаға төҙәтмәләр индерелде

Республикала авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса программаға төҙәтмәләр индерелде 26.03.2026 // Сәйәсәт

Республикала авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса программаға төҙәтмәләр индерелде...

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров ҡош бейеклегенән йылғаларҙың торошон күрһәтте

Радий Хәбиров ҡош бейеклегенән йылғаларҙың торошон күрһәтте 26.03.2026 // Сәйәсәт

Ҡайһы бер райондарҙа йылғалар боҙҙан әрселә башлаған....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты 10 йылға рәшәткә артына оҙатылды

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты 10 йылға рәшәткә артына оҙатылды 25.03.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты 10 йылға рәшәткә артына оҙатылды...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы Ришат Халиҡовты маҡтаулы исем менән бүләкләне

Башҡортостан Башлығы Ришат Халиҡовты маҡтаулы исем менән бүләкләне 23.03.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Ришат Халиҡовты маҡтаулы исем менән бүләкләне...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ етәксеһе алмашынды

Өфөлә ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ етәксеһе алмашынды 13.03.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ етәксеһе алмашынды...

Тотош уҡырға 5

Рита Сәмиғуллина Стәрлетамаҡ районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рита Сәмиғуллина Стәрлетамаҡ районы башлығы итеп тәғәйенләнде 13.03.2026 // Сәйәсәт

Рита Сәмиғуллина Стәрлетамаҡ районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Республикала элекке финансист район башлығы итеп тәғәйенләнде

Республикала элекке финансист район башлығы итеп тәғәйенләнде 12.03.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Тәтешле районы етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы ......

Тотош уҡырға 5

Тәтешле районы башлығы мәҙәниәт министрлығы менән шөғөлләнәсәк

Тәтешле районы башлығы мәҙәниәт министрлығы менән шөғөлләнәсәк 12.03.2026 // Сәйәсәт

Тәтешле районы башлығы Фәнүр Шәйхисламов ваҡытынан алда отставкаға китте. Радий Хәбиров уға эше ......

Тотош уҡырға 8

Илдар Хәбибуллин Өфө вице-мэры итеп тәғәйенләнде

Илдар Хәбибуллин Өфө вице-мэры итеп тәғәйенләнде 11.03.2026 // Сәйәсәт

Өфө хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм архитектура мәсьәләләре өсөн яуаплы урынбаҫары итеп Илдар ......

Тотош уҡырға 10


  1. gafar
    gafar от 15.02.2012, 11:04
    Темалар конузек, артабан дауам итерге шушы йунелеште.

Комментарий өҫтәргә