Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ғәҙеллеккә өлгәшеү. Рәсәй өсөн социаль сәйәсәт”
Владимир Путиндың “Комсомольская правда”ла баҫылған мәҡәләһенән
Рәсәй — социаль дәүләт. Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм халыҡтың йән башына килемдәре ошондай уҡ кимәлдә булған башҡа илдәр менән сағыштырғанда беҙҙә социаль гарантиялар күберәк. Һуңғы йылдарҙа бюджеттың социаль өлкәгә сығымдары ҡаҙнаның дөйөм сығымдарының яртыһынан күберәген тәшкил итә. Бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы, пенсиялар һәм башҡа социаль түләүҙәр артты. Әммә граждандар унан ҡәнәғәт түгел, һәм был ҡәнәғәтһеҙлек ғәҙел.
Социаль сәйәсәт бер нисә маҡсатҡа, бер нисә үлсәмгә эйә. Улар — көсһөҙҙәргә, ниндәйҙер объектив сәбәптәр арҡаһында йәшәү өсөн аҡса эшләй алмағандарға ярҙам, “тиң старт” мөмкинлеге биреү һәм һәләте, таланты буйынса һәр кешенең үҫешен тәьмин итеү. Социаль сәйәсәттең һөҙөмтәлелеге кешеләрҙең үҙҙәре йәшәгән йәмғиәттең ғәҙел булыу-булмауы тураһындағы фекере менән үлсәнә.
Уңыштар хаҡында һөйләп тормайым — улар демографик сәйәсәттә лә, пенсия тәьминәтендә лә, фәҡирлеккә сик ҡуйыуҙа ла бар. Мәғарифта, һаулыҡ һаҡлауҙа, мәҙәниәттә ысын ҡаҙаныштар етерлек.
Әммә бөгөн беҙгә хәл ителмәгән проблемалар һәм Рәсәйҙең артабанғы үҫеш дәүерендә көн тәртибенә ҡуйылырға тейешле бурыстар хаҡында һөйләргә кәрәк.
Беренсе. Күп кенә граждандар һөнәри белемен тормошҡа ашырыу, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы алыу һәм карьера яһау мөмкинлеген биргән эш таба алмай. Мәғариф системаһынан башлап социаль лифттар ҙур өҙөклөктәр менән насар эшләй. Һуңғы йылдарҙа был проблема тағы ла киҫкенләшә төштө.
Икенсе. Килемдәр дифференциацияһы саманан тыш ҙур. Рәсәйҙең һәр һигеҙенсе гражданы әле булһа рәсми фәҡирлек сигендә йәшәй.
Өсөнсө. ХХI быуаттың тәүге тиҫтәһендә Рәсәйҙең урта хәлле ғаиләһенең ғәҙәти ихтыяждары һәм мөмкинлектәре тураһында күҙаллауҙар тамырынан үҙгәрҙе. Ун-ун ике йыл элек кенә фәҡирлек сигенә төшмәү хаҡында һүҙ барһа ла, тотош социаль ҡатламдар, иң элек пенсионерҙар ошондай шарттарҙа йәшәргә мәжбүр булды. Хәҙер халыҡтың төп өлөшөнөң ихтыяждары бөтөнләй икенсе. Тик социаль өлкә быға яраҡлашып өлгөрмәне. Халыҡ, тәү сиратта, урта синыф, белемле һәм яҡшы эш хаҡы алыусылар социаль хеҙмәттәр кимәленән ҡәнәғәт түгел.
Дүртенсе. Эшкә һәләтле йәштәге халыҡ һанының ярайһы уҡ кәмеүе һәм ололарҙың артыуы шарттарында социаль сығымдарҙың һөҙөмтәлелеген тамырынан үҙгәртеүҙе ашыҡтырырға кәрәк. Хәлде сифат йәһәтенән көйләргә теләйбеҙ икән, башҡа сарабыҙ ҙа юҡ.

Иҡтисадтың социаль үлсәме

Төрлө һөнәр эйәләре — эшҡыуарҙар, эшселәр, белгестәр, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәре үҙ мөмкинлектәрен тормошҡа ашырыу, һөнәри һәм социаль үҫеш киңлегенә эйә булырға тейеш.
Беренсе. Инженер, агроном, иҡтисадсы, дизайнер — һәр кем алған белеме буйынса эшләү генә түгел, карьера яһау, тимәк, квалификацияһын даими күтәреү, өр-яңы практик технологияларҙы үҙләштереү мөмкинлеген алырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта уларҙың квалификацияһын эш биреүселәр өсөн асыҡ ҡына күренеп торорлоҡ итеү зарур.
Икенсе. Һәр бер илдә уҡытыусылар һәм табиптар, ғалимдар һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре “креатив синыфтың” нигеҙе генә түгел, ә йәмғиәттең үҫешенә тотороҡлолоҡ биреүсе, әхлаҡ таянысы булып тора.
Әлбиттә, беҙ мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлауҙың һөҙөмтәлелеген арттырасаҡбыҙ. Насар эшләгән учреждениеларҙы инерция буйынса финанслау булмаясаҡ. Әммә ошондай эш 90-сы йылдарҙан уҡ тормошҡа ашырылды: ойоштороу-иҡтисади реформалар уҙғарылды, идара итеү системаһы үҙгәртелде, тыштан баһа биреү алымдары ғәмәлгә индерелде. Был белемдең һәм һаулыҡ һаҡлауҙың сифатын яҡшыртыуға килтерҙе. Әммә иң мөһиме — ошо тармаҡтарҙа эшләгән кешеләрҙең фекере иғтибарға алынмаған.
Минеңсә, бюджет хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәтенә тейешенсә түләүҙе тәьмин иткән осраҡта ғына һаулыҡ һаҡлауҙа һәм белем биреүҙә ошондай реформалар хаҡында һүҙ алып барырға мөмкин. Табип, уҡытыусы, профессор ситтән аҡса эшләү хаҡында уйламаһын өсөн үҙенең төп эшендә етерлек эш хаҡы алырға тейеш. Ошо шартты үтәмәһәк, ойоштороу-иҡтисади механизмдарҙы үҙгәртеү, әлеге өлкәләрҙең матди базаһын нығытыу буйынса барлыҡ тырышлығыбыҙ юҡҡа сығасаҡ.
Шул уҡ ваҡытта барыһына ла эш хаҡын бер төрлө генә арттырыу һөҙөмтә бирмәйәсәк. Хеҙмәткәрҙең квалификацияһын һәм һөнәри ҡаҙаныштарын тулыраҡ иҫәпкә алыу зарур.
Уҡытыусылар менән (ә улар миллион) һөҙөмтәле контракт төҙөүҙә тәүге аҙымды яһаныҡ. Быйылдан башлап Федерация субъекттары федераль бюджет ярҙамында уҡытыусыларға төбәк иҡтисадына ярашлы уртаса кимәлдән түбән булмаған эш хаҡын тәьмин итергә тейеш.
1 сентябрҙән дәүләткә ҡараған юғары уҡыу йорттары уҡытыусыларының эш хаҡы төбәк буйынса уртаса күләмгә еткереләсәк. 2013 — 2018 йылдарҙа юғары уҡыу йорттары профессорҙары һәм уҡытыусыларының уртаса эш хаҡы тағы ла ике тапҡырға арттырыласаҡ һәм уртаса эш хаҡының 200 процентын тәшкил итәсәк.
Дәүләт ошо бурысты тормошҡа ашырыу өсөн юғары белем биреү программаларын норматив финанслауҙы даими арттырасаҡ.
Бер нисә йыл эсендә колледждар һәм профессиональ лицей уҡытыусыларының, производствола уҡытыу оҫталарының, башҡа уҡытыусылар, табиптар, урта медицина персоналы, Рәсәй Фәндәр академияһының һәм дәүләттең ғилми үҙәктәренең, мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы әкренләп арттырыласаҡ.
Өсөнсө. Эшселәрҙең квалификацияһы һәм социаль хәле — ярайһы уҡ ҙур проблема. Конкуренцияға һәләтле предприятиелар технологияларҙы даими яңыртҡан, түбән сифатлы тауарҙар баҙарҙан йылдам ҡыҫырыҡлап сығарылған шарттарҙа эшсенең квалификацияһы, уның аң-даирәһе, һөнәри ғорурлығы, даими тәжрибә туплау һәләте конкуренцияның хәл иткес факторына әүерелде.
Профсоюздар менән берлектә эшселәрҙең предприятиеларға идара итеүҙә ҡатнашыуын закондар менән киңәйтеү мөмкинлеген өйрәнергә кәрәк.
Эшсе профессиялар тәңгәлендә лә социаль лифттар төҙөү зарур. Рәсәйҙә эшселәр аристократияһын тергеҙергә кәрәк.
Дүртенсе. Беҙ хеҙмәт баҙарының мөмкинлектәре сикләнгән граждандарыбыҙға биргән мөмкинлектәр хаҡында тейешенсә уйлап еткермәйбеҙ.
Яҡын арала уҡый һәм эшләй алған, шул уҡ ваҡытта ошондай теләге булған һәр инвалидҡа белем алыуҙа һәм һөнәр һайлауҙа ярҙам күрһәтерлек система булдырырға кәрәк.
Бишенсе. Эшҡыуарҙар йәмғиәтебеҙҙә әле булһа үҙҙәрен ышаныслы тоймай. Беҙгә тырыш хеҙмәт, тәүәккәллек, үҙ иңенә яуаплылыҡ алырға әҙер булыу һөҙөмтәһендә өлгәшелгән уңыш мөһим.
Килемдәр кимәлен дөйөм арттырыу юҫығында халыҡтың етеш йәшәгән һәм аҙ тәьмин ителгән төркөмдәре араһындағы айырма бик әкрен кәмей. Килемдәр дифференциацияһы өлгөрөп еткән баҙар иҡтисадына хас, әммә ҙур айырма ғәҙелһеҙлек булараҡ ҡабул ителә һәм социаль көсөргәнешлеккә килтерә. Шуға күрә мөһим бурыс — матди тигеҙһеҙлекте кәметеү.

Пенсиялар һәм социаль ярҙам

Беҙ пенсиялар кимәлен ярайһы уҡ күтәрҙек, быны артабан да дауам итәсәкбеҙ. Шул уҡ ваҡытта балалы ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү мәсьәләһе тәүге урынға сыға.
2006 йылда икенсе бала табыуҙы дәртләндереү буйынса саралар комплексын тәҡдим иттем. Бында шулай уҡ даими индексацияланған әсәлек капиталы ла индерелде. Ошондай сараларҙы ҡулланыу үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәтә. Бөгөн тағы ла бер аҙым яһарға мөмкин тип иҫәпләйем. Демографик хәл насар булған Федерация субъекттарында өсөнсө һәм артабанғы балаһы тыуған ғаиләләргә махсус пособие түләргә тәҡдим итәм. Һөҙөмтәлә айына 7 мең самаһы өҫтәмә билдәләнәсәк.
Пенсия системаһын камиллаштырыуҙа ла туҡтап ҡала алмайбыҙ.
Пенсия тәьминәте илебеҙ өсөн иң ҙур ҡаҙаныш та, иң ҡатмарлы проблема ла булып ҡалалыр, моғайын.
Пенсия мотлаҡ артасаҡ. Тағы ла бер тапҡыр ҡабатлап әйтәм: пенсия йәшен арттырыуға ҡаршымын. Шул уҡ ваҡытта пенсия йәшенә еткәс эшен дауам итергә теләгән һәм яҡшы эш хаҡы алғанға күрә, пенсия юллауҙы кисектерергә, әммә уның буласаҡ күләмен ярайһы уҡ арттырырға теләгәндәрҙең мәнфәғәтен дә иҫәпкә алырға кәрәк.

Мәғариф һәм мәҙәниәт

Беҙҙең мәғариф һәм тәрбиә системаһы яңы заман талаптарына яуап бирергә тейеш. Тәү сираттағы милли бурыстар сифатында түбәндәгеләрҙе күрәм.
Беренсе. Киләһе дүрт йылда балалар баҡсаларына сиратты бөтөрөргә. Шул иҫәптән ғаилә, дәүләткә ҡарамаған, корпоратив балалар баҡсалары ярҙамында.
Икенсе. Белем алыуҙа социаль тиңлекте тәьмин итеү.
Өсөнсө. Һуңғы тиҫтә йылдарҙа балаларға өҫтәмә белем биреү системаһы кадрҙар һәм финанс ресурстарын байтаҡ юғалтты. Ошо өлкәне дәүләттең яуаплылыҡ даирәһенә кире ҡайтарырға, федераль бюджеттан уға тейешле ярҙам күрһәтергә кәрәк.
Дүртенсе. Мәктәп программаларын һәм эш алымдарын етди яңыртыу зарур. Юғары мәктәптең яңы стандарттары һәр уҡыусыға һәләтенә, йәшәү пландарына ярашлы биш-алты белем профилен тәьмин итергә тейеш.
Бишенсе. Стипендия түләүҙә тәртип булдырырға ваҡыт. Ул мохтажлыҡ кисергәндәргә, белем алыуҙы дауам итә алмағандарға түләнергә һәм студенттың йәшәү минимумына еткерелергә тейеш.
Алтынсы. Берҙәм дәүләт имтиханы системаһын камиллаштырыуҙы дауам итәсәкбеҙ. Уны методик һәм ойоштороу яғынан яңыртырға, контроллек итеүгә бойондороҡһоҙ йәмәғәт күҙәтеүселәрен йәлеп итергә, күрһәткестәрҙе боҙоп күрһәтеүҙән һаҡларға, ҡаҙаныштарҙы, яҡшы күренештәрҙе арттырырға кәрәк. Бында мин балаларҙың белем һәм мәктәп уҡытыусыларының эш сифатына бойондороҡһоҙ баһа биреү принцибын күҙ уңында тотам. Иң мөһиме — ауыл еренән, алыҫ территорияларҙан, төрлө ғаиләләрҙән сыҡҡан балалар өсөн иң яҡшы төбәк һәм федераль университеттарҙа белем алыуҙы дауам итеү мөмкинлеге биреү.
Етенсе. Йәштәрҙең күбеһе техникумдарҙа йәки һөнәри белем биреү системаһында уҡыу менән сикләнһен өсөн юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеүҙе кәметергә тәҡдим итеүселәр менән килешергә ярамай. Был тәҡдимдәр йәштәрҙең кәйефен, йәмғиәт өсөн конструктив кәйефте, иҫәпкә алмай.
Һигеҙенсе. Юғары белем биреү системаһын тәртипкә килтереү зарур. Баҙарҙа кешенең яҡшы белем алыуға хоҡуғын туранан-тура боҙған юғары уҡыу йорттары бик күп. “Рособрнадзор” был йәһәттән һөҙөмтәһеҙ эшләй. 2012 — 2014 йылдарҙа төп университеттарыбыҙҙың көсө менән Рәсәй Фәндәр академияһы ғалимдарын һәм халыҡ-ара эксперттарҙы йәлеп итеп юғары һөнәри белем биреү программаларына аудит үткәрергә тәҡдим итәм. Тәү сиратта — иҡтисад, юриспруденция, идара итеү, социология буйынса.
Туғыҙынсы. Практик квалификацияның абруйын һәм көнүҙәклелеген тергеҙеү. Уны баҙарҙағы аныҡ технологияларға бәйләргә, уҡытыуҙы, ҡағиҙә булараҡ, мәктәптә алынған урта белем нигеҙендә тормошҡа ашырырға кәрәк.
Әйтергә кәрәк: уҙған тиҫтә йылда мәҙәниәткә тейешле иғтибар бирелмәне.
Беренсе. Һәр гражданға милли һәм донъяның мәҙәни ҡиммәттәренән файҙаланыуҙа ниндәй ҙә булһа сикләүҙәр булмаған киң мөмкинлектәр тәьмин итеү.
Икенсе. Мәҙәни практиктар кешеләрҙең ялын ойоштороуҙа төп урынды үҙенә кире ҡайтарырға тейеш.
Өсөнсө. Сәнғәт эшмәкәрҙәренә һәм художество коллективтарына, шул иҫәптән йәштәргә конкурс нигеҙендә бирелгән гранттар системаһын финанслау артасаҡ.
Дүртенсе. Һанлы телевидение дөйөм милли махсус каналдар ойоштороу мөмкинлеге бирә.

Кешене һаҡлап ҡалыу

2011 йылда Рәсәйҙә һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереүҙең өр-яңы хоҡуҡи нигеҙе барлыҡҡа килде. Уның ярҙамында медицинаны финанслауға аҡса анығыраҡ һәм ғәҙелерәк бүленәсәк, ә пациенттар табипты һәм дауалау учреждениеһын һайлауҙа киң мөмкинлектәр аласаҡ.
Беренсе. Кеше медицина хеҙмәттәренең сифатынан ҡәнәғәт түгел. Был тәү сиратта табиптарҙың һәм шәфҡәт туташтарының квалификацияһы менән бәйле. Медицина хеҙмәткәрҙәренең конкуренцияға һәләтле эш хаҡын тәьмин итеү менән бергә киләһе дүрт йылда уларҙың һөнәри квалификация кимәленә баһа бирергә кәрәк.
Икенсе. Медицина хеҙмәттәре сифатын яҡшыртыу резервтары уны ойоштороу кимәлен күтәреү менән бәйле.
Беҙ үҙебеҙҙең фармацевтика сәнәғәтен үҫтереү, медицина техникаһы етештереү программаһын ҡабул иттек.
Өсөнсө. Һәр кешелә сәләмәтлеге өсөн яуаплылыҡты арттырыу зарур.
Дүртенсе. Һаулыҡ һаҡлау — ул, иң элек, сирҙәргә юл ҡуймау. Сәләмәт тормош был йәһәттән ҙур әһәмиәткә эйә.

Торлаҡ

Совет осоронан алып Рәсәй граждандарын торлаҡ менән тәьмин итеү күләме 40 процентҡа — бер кешегә 22 квадрат метрға тиклем артты. Коммуналь фатирҙар өлөшө дүрт тапҡырға кәмене. Беҙ 2012 йылдың аҙағына тиклем ветерандарға торлаҡ өсөн 30 миллиард һум бүләсәкбеҙ. Был практиканы, айырыуса балалы йәш ғаиләләр өсөн, артабан да дауам итәсәкбеҙ һәм киңәйтәсәкбеҙ. Урта синыф, ипотека алымдарын файҙаланып, яңы торлаҡ һатып алыу мөмкинлегенә эйә булырға тейеш.

Беҙҙең тәҡдимдәр

Беренсе. Төҙөлөш хаҡын арзанайтыу эшселәрҙең эш хаҡы һәм хеҙмәтте һаҡлау иҫәбенә түгел, ә төҙөлөш материалдарына хаҡты түбәнәйтеү, төҙөлөш бизнесына коррупция баҫымы арҡаһында хаҡты күтәреүҙе туҡтатыу иҫәбенә эшләнәсәк.
Икенсе. Ер участкаларын күпләп иҡтисади әйләнешкә индереү. Шул уҡ ваҡытта ер социаль, арзан торлаҡ һәм социаль объекттар төҙөүселәргә бушлай бирелергә тейеш.
Өсөнсө. Инфляция кәмеү менән бергә ипотека хаҡы ла арзанайырға тейеш. Аҡсаны һаҡлауға һалыу — туплау алымдарын үҫтерергә кәрәк.
Дүртенсе. Фатир һатып алыу мөмкинлеген арттырыу менән бер рәттән, ҡуртымға алынған торлаҡ баҙарын ойоштороу зарур.

Йәшәү мөхите

Торлаҡ-коммуналь инфраструктураның хәле — илебеҙ өсөн айырыуса ҙур һәм киҫкен проблема. Коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ғаилә сығымының һиҙелерлек, әйтергә кәрәк, арта барған өлөшөн тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта күп кенә хеҙмәттәрҙең сифаты үҙенең хаҡына торошло түгел.
Дөйөм тырышлыҡ менән беҙгә торлаҡ-коммуналь хужалыҡты тәртипкә килтерергә кәрәк.
Беренсе. Граждандарға торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ҡануниәте һәм иҡтисады нигеҙҙәрен өйрәтеү зарур. Халыҡҡа үҙ хоҡуҡтарын яҡларға, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиеларының бурыстарын үтәүен күҙәтергә булышлыҡ иткән йәмәғәт ойошмалары селтәрен төҙөүҙә ярҙам күрһәтергә кәрәк.
Икенсе. Коммуналь ресурстарҙы ҡулланыуҙың социаль нормаһын билдәләүгә күсәсәкбеҙ. Был улар өсөн түләүҙә ғәҙеллек булдырасаҡ.
Өсөнсө. Бюджет аҡсаһы һәм граждандарҙың коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүе иҫәбенә генә был өлкәне яңыртып булмай. Тармаҡҡа шәхси инвестициялар йәлеп итеү өсөн ыңғай шарттар булдырыу коммуналь хужалыҡты яңыртыу буйынса бурыстарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеген бирәсәк.

Рәсәйҙе һаҡлап ҡалыу

Беҙҙең территорияла донъялағы тәбиғәт байлыҡтарының яҡынса 40 проценты тупланған. Ә халҡы Ер йөҙөндәге халыҡтың ни бары 2 процентын ғына тәшкил итә. Бөгөн Рәсәйҙә 143 миллион кеше йәшәй. Эксперттар баһалауынса, ғәмәлдәге саралар һаҡланып ҡалып, яңылары барлыҡҡа килмәһә, 2050 йылға 107 миллион кеше ҡаласаҡ. Халыҡты һаҡлап ҡалыуҙың һөҙөмтәле, комплекслы стратегияһын төҙөп, уны тормошҡа ашыра алһаҡ, Рәсәй халҡы 154 миллионға тиклем артасаҡ.
Беренсе. Күп балалы ғаиләләргә ярҙам. Өсөнсө бала тыуыуға бәйле ваҡытлыса фәҡирлекте еңеп сығыу саралары хаҡында әйткәйнем инде.
Ошоға өҫтәмә булараҡ, өс һәм унан күберәк балалы ғаиләләр өсөн торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙың махсус программаһы тормошҡа ашырылырға тейеш.
Икенсе. Демография мәсьәләләрен хәл итеү өсөн аныҡ талаптарға һәм критерийҙарға нигеҙләнгән, этномәҙәни һәм башҡа хәүефкә юл ҡуймаған “аҡыллы” миграция сәйәсәте кәрәк.
Рәсәйҙең кеше ҡеүәтен үҫтереү бурысы буйынса беҙ социаль, иҡтисади, миграция, гуманитар, мәҙәни-ағартыу, экология, ҡануни сәйәсәт булдырырға тейешбеҙ.
Рәсәйҙең социаль сәйәсәтендә төп проблема — социаль бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән ресурстар күләме түгел, ә күрелгән сараларҙың һөҙөмтәлелеге, маҡсатҡа ярашлылығы. Социаль өлкәгә бүленгән һәр һум “ғәҙеллек тыуҙырырға” тейеш. Йәмғиәттең, иҡтисадтың ғәҙел ҡоролошо — ошо йылдарҙа беҙҙең тотороҡло үҫешебеҙҙең төп шарты ул.

Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путиндың үҙәк матбуғатта донъя күргән сираттағы мәҡәләһендә һуңғы осорҙа илдә социаль гарантиялар кимәленең байтаҡҡа күтәрелеүе, социаль өлкәгә һалынған сығымдарҙың һуңғы дүрт йылда 1,5 тапҡырға артыуы, хатта көрсөк осоронда ла Хөкүмәттең үҙ йөкләмәләренән баш тартмауы, бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең эш хаҡы, пенсия һәм башҡа социаль түләүҙәрҙең үҫеүе хаҡында һүҙ бара.
“Әммә бөгөн беҙгә хәл ителмәгән мәсьәләләр һәм бурыстар тураһында һөйләргә кәрәк”, — тине В. Путин һәм ошо эштәрҙең Рәсәйҙең артабанғы үҫешендә иң төп урында торорға тейешлеген белдерҙе.
“Ғәҙеллеккә өлгәшеү. Рәсәй өсөн социаль сәйәсәт”Рауил НАСИБУЛЛИН, социология фәндәре докторы, профессор:
— Президентлыҡҡа кандидат Владимир Путиндың йөкмәткеле һәм көнүҙәк темаларҙы үҙ эсенә алған мәҡәләләр менән сығыш яһауы һәйбәт. Миңә, социолог булараҡ, Рәсәйҙең социаль сәйәсәтенә арналғаны айырыуса оҡшаны. Унда аныҡ итеп күптән өлгөрөп еткән проблемалар хаҡында әйтелә. Күбеһе тәүге тапҡыр ғына яңғырамай. Был Хөкүмәт Рәйесенең ошо мәсьәләләр тураһында яҡшы белеүен раҫлай.
Фән һәм белем биреү өлкәһендәге мәсьәләләрҙең үтә нескә һәм ҡатмарлы булыуын яҡшы аңлайым. Әгәр сәйәси системаны, етештереү сараларына милек мөнәсәбәттәрен тамырынан үҙгәртеп ҡорорға хәл иткәнбеҙ икән, социаль өлкә элекке рельста ҡала алмай. Бында ла реформа талап ителә. Шул уҡ ваҡытта уның һөҙөмтәһе халыҡтың хәлен насарайтмаҫлыҡ булһын.
Мәҡәлә авторы 2013 — 2018 йылдарҙа юғары уҡыу йорттары уҡытыусыларының эш хаҡы күтәреләсәген әйтә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, минеңсә, Хөкүмәт 50 йылға һуңғараҡ ҡалды кеүек. Быны шәхси миҫалымда аңлата алам. Пенсия аҡсаһын эш хаҡына ҡушҡанда йәшәп була, сөнки хәҙер фатирлы булырға, балаларымды аяҡҡа баҫтырырға кәрәкмәй, тунды ла һуңғыһын алғанмындыр, тип уйлайым. Ә ысынбарлыҡтағы хәл уйландырырлыҡ. Күп кенә фән тармаҡтарынан урта һәм йәш быуын, цунами йыуҙырып алып киткән һымаҡ, юҡ булды. Уйлап ҡарайыҡ әле: аспирант ике мең һумға нисек йәшәй алһын һәм ғаилә ҡорһон? Диссертация яҡлап, ғилми дәрәжәгә эйә булғандан һуң да 12–14 мең һумға эш башлай. Әлбиттә, фән кандидаттарының һәм докторҙарының һаны артыуы — ыңғай күренеш. Әммә бер кемгә лә сер түгел: диссертация яҡлап, ғилми дәрәжәгә эйә булғандан һуң, йәштәр эш хаҡы өс-биш тапҡыр күберәк түләнгән башҡа өлкәгә китә. Фәнни кадрҙарҙың ҡеүәтен һаҡламау, таратыу — ил етәкселәре эшмәкәрлегенең кире һөҙөмтәһе.
Шуныһы яҡшы: президентлыҡҡа кандидат ошо мәсьәләне көйләргә тотонорға әҙер. Заманында юғары уҡыу йорттары тураһында закон ҡабул ителеп, уҡытыусыларҙың эш хаҡы ил сәнәғәтендәге уртаса күләмдән ике тапҡырға күберәк булырға тейешлеге хаҡында әйтелгәйне инде, әммә был хаҡта тиҙ онотолдо. Вәғәҙәләрҙе күп ишеттек, халыҡты туйҙырғандары ла байтаҡ булды. Шуға күрә ниндәй генә вәғәҙәләр бирелмәһен, халыҡтың әүҙем ҡатнашлығынан башҡа иң киҫкен социаль мәсьәләләр хәл ителмәҫ һымаҡ.
“Ғәҙеллеккә өлгәшеү. Рәсәй өсөн социаль сәйәсәт”Гөлнара ЯҠШЫБАЕВА, иҡтисад фәндәре кандидаты:
— Владимир Путиндың бөгөн илдә күптәрҙең профессиональ белемен файҙалана һәм лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләнгән эш таба алмауын хәл итергә тейешле мәсьәләләр араһында беренсе урынға ҡуйыуын дөрөҫ тип иҫәпләйем. Тимәк, Хөкүмәт етәксеһе социаль йүнәлештәге “йомшаҡ” урындарҙы яҡшы тоя. Рәсәйҙәге һәр һигеҙенсе граждандың фәҡирлек сигендә йәшәүе менән Премьер-министр ҡәнәғәт түгел. Матди яҡтан айырмалыҡтарҙы кәметеү буйынса яңғыраған тәҡдимдәрҙе халыҡ күптән көтә.
Социаль яҡтан ярҙамға мохтаж ҡатламдан (ишле ғаиләләр, пенсионерҙар, инвалидтар һәм башҡалар) тыш, эшләп тә үҙен дә, яҡындарын да ҡарай алмаған ярлыларҙың күбәйеүе — бөгөнгө ысынбарлыҡ. Ошо ярлы ҡатлам беҙҙе уҡыта, дауалай, ашата-эсерә... Дәүләт тарафынан рәсми билдәләнгән түләүҙәрҙең минималь күләменең ифрат түбән булыуы сәбәпсе быға.
“Яңы ярлылар” составы төрлө һәм уларҙы был хәлдән сығарыу юлдары ла ябай булмаҫ. Хеҙмәткә һәләтле, әммә эшһеҙ ҡалғандар өсөн яңы эш урындары булдырыу, баҙар талап иткән һөнәрҙәргә өйрәтеү менән бер рәттән, улар өсөн ваҡытлыса йәшәү минимумынан да кәм булмаған пособие билдәләү зарур. Ә аҙ тәьмин ителгәндәр төркөмө бындай ауыр хәлдән үҙаллы сыға алмаясаҡ. Бары дәүләт тарафынан уйланылған социаль-иҡтисади сәйәсәт кенә уларҙы хәйерселектән ҡотҡарасаҡ. Өсөнсө төркөмгә ауыр хәлдә йәшәгән ғаиләләрҙән сыҡҡан студенттарҙы индерер инем. Аҡсаһыҙлыҡ арҡаһында уларҙың уҡыуҙарын ташлауына юл ҡуймаҫҡа ине. Дәүләт тә, бизнес та йәштәрҙең профессиональ әҙерлеген күтәреүҙә, яңы эшсе көсө булдырыуҙа ҡыҙыҡһыныу күрһәтергә бурыслы. Әммә иң ҡоласлы мәсьәлә — Хөкүмәт етәксеһе ғәҙел билдәләүенсә, эшләүсе ярлылар проблемаһы. Түбән эш хаҡының эҙемтәләре билдәле инде: яй үҫешкән иҡтисад, түбән хеҙмәт етештереүсәнлеге, насар сифатлы тауар...
Владимир Путиндың төрлө хеҙмәт эйәләренең үҙ һөнәре буйынса эшләүҙән тыш, профессиональ карьера ҡороу өсөн мөмкинлек булдырыуға, иҡтисадтың арҡа һөйәге булған эшселәрҙең социаль хәлен яҡшыртыуға етди иғтибар биреүе лә хуплауға лайыҡ. Һүҙ ҙә юҡ, бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең хеҙмәт хаҡы ла бөгөн беҙҙе ҡәнәғәтләндерә алмай. Мәҫәлән, уртаса хеҙмәт хаҡы мәғариф өлкәһендә йәшәү минимумынан ни бары 1,5 тапҡырға, һаулыҡ һаҡлауҙа — 1,4, мәҙәниәттә 1,6 тапҡырға ғына юғарыраҡ. Ә бит был тармаҡтар — кеше капиталы сифаты формалаша торған иң мөһимдәре!
Хеҙмәттәге бүлеү мөнәсәбәттәрендә килеп тыуған ҡаршылыҡтарҙы стихиялы баҙар механизмы үҙе генә хәл итә алмай. Бары дәүләттең маҡсатҡа ярашлы тырышлығы һөҙөмтәһендә хеҙмәткә түләүҙә, халыҡтың йәшәү кимәлен һәм сифатын яҡшыртыуҙа беҙ көткән ғәҙеллекте урынлаштырыу мөмкин. Минеңсә, ярлылыҡты бөтөрөү буйынса саралар федераль кимәлдә ҡабул ителергә тейеш. Эш хаҡын көйләү буйынса дәүләттең социаль йүнәлешле әүҙем сәйәсәте талап ителә. Шуның өмөтлө сатҡыларын Рәсәй Хөкүмәте башлығының үрҙә әйтелгән мәҡәләһендә күрҙем. Рәсәйгә, ысынлап та, ғәҙел социаль сәйәсәт булдырырға ваҡыт етте.
М. ҒАБДРАХМАНОВА, Д. АРЫҪЛАНОВА яҙып алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 290

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 257

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 323

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 345

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 254

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 332

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 243

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 252

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 319

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 233

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 114

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 209