Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Миндекте күберәк әҙерләргә кәрәк!”
– Шатланып, ҡыуанып ултырам әле, балаҡайҙар, бына бит шығырлап торған ҡарағайҙан мунса бүләк иттеләр, – тип беҙҙе шат йөҙ менән ҡаршы алды Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Хажғәле Хажи улы Рыҫмөхәмәтов. – Алып килеү менән күтәрә лә башланылар. Нисек инде ҡыуанмаҫҡа? Рәхмәт инде барыһына ла. Мунса төшөргә яратам бит мин...
Мерәҫ ауылында йәшәүсе Хажғәле Рыҫмөхәмәтовтың ҡасандыр үҙ ҡулдары менән төҙөгән мунсаһы янып киткәс, ҡыҙы Рәмзиә апай ағас һорап ғариза яҙған булған. Был хаҡта балалары, көйәлән­мә­һен тип, атайҙарына өндәшмәгән. Шун­лыҡтан ул һуңғы ваҡытта душ кабина­һында ғына йыуынып йөрөгән булған.
– Хөрмәтле ветераныбыҙға ағас түгел, ә таҡталары менән бергә әҙер мунса бураһы бүләк итергә булдыҡ, – ти “Баймаҡ урмансылығы” учреждениеһы директоры Данил Мазһаров. – Уны алып килеп тапшырҙыҡ.
Урмансыларҙың эшен күҙәтә-күҙәтә хәтирәләргә бирелде Хажғәле Хажи улы. Ул 1925 йылдың 15 апрелендә Бәхтигәрәй ауылында тыуған. 1943 йылдың ғинуа­рында, ун һигеҙ йәше тулыуға өс ай ҡалғас, фронтҡа алынған. Был ваҡытта уның атаһы һәм Минһаж ағаһы һуғышта булған. Ағаһы 1942 йылда хәбәрһеҙ юғалған.
– Мерәҫ һәм Бәхтигәрәй ауылдарынан 1925 йылда тыуған 12 егет фронтҡа алындыҡ, икәүебеҙ генә кире тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтты, – ти ветеран бабай. – Баймаҡ военкоматынан 120 егет оло юлдан Түбә ҡасабаһы, Ирәндек тауы, Күсей ауылы аша Магнитогорск ҡалаһына йәйәүләп барҙыҡ. Артабан Тоцк лагерында хәрби әҙерлек үткәс, шул уҡ йылдың авгусында 214-се уҡсылар дивизияһының 776-сы уҡсылар полкы составында Харьков-Кременчуг йүнәлешендә һуғышҡа индек.
Яу осоронда ул Беренсе һәм Икенсе Украина фронттарында хеҙмәт итә. Курсинск, Садомир, Ясско-Кишинев операцияларында, Украинаның Полтава, Кременчуг, Каменка, Александрия, Новгород, Знаменка, Кировоград, Новоукраинка, Ананьев, Ольша, Молдавияның Рыбница, Бельцы ҡалаларын фашист ғәскәрҙәренән азат итеүҙә ҡатнаша. Украинаның Кировоград өлкәһендәге Александрия һәм Знаменка ҡалалары өсөн барған һуғыш бигерәк тә көсөргәнешле була.
– Дошмандар туҡтауһыҙ ут яуҙыра, баш күтәрерлек тә әмәл юҡ, – тип хәтерләй Хажғәле Рыҫмөхәмәтов. – Немецтар төнөн һуғышырға ҡурҡа. Шунлыҡтан беҙҙең рота алдына шундай бурыс ҡуйылды: ҡараң­ғыла дошмандың алғы һыҙығына инеп, гранаталар менән ут нөктәләрен юҡ итергә. Төн уртаһында Пантаевка ауылы һәм Пантелеевка тимер юл разъезы беҙҙең ҡулда ине, алға ҡуйылған бурысты үтәнек. Ләкин бик күп фронтташыбыҙ был яуҙа батырҙарса һәләк булды. Бында миңә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены тапшырҙылар.
Хажғәле Рыҫмөхәмәтов 1944 йылдың апрелендә Украинаның Ананьев ҡалаһы өсөн барған алышта ҡаты яралана. Айҙан ашыу госпиталдә дауаланғандан һуң ҡулына ҡайтанан ҡорал ала. Днепр, Көньяҡ Буг, Днестр, Висла, Эльба, Влтава йыл­ғаларын кисә. Висла аша сыҡҡанда тағы ла яралана. Аяҡҡа баҫҡас, Беренсе Украина фронтының Кутузов орденлы автоматсылар ротаһында отделение командиры булараҡ һуғыш юлын дауам итә. Бөйөк Еңеүҙе Чехословакияның Прага ҡалаһында ҡаршылай. Шул көндәрҙә уға Сталин исеменән Рәхмәт хаты тапшырыла, гвардия сержанты дәрәжәһе бирелә.
Һуғыш тамамланғас, Хажғәле бабай иптәштәре менән Көнбайыш Украинала Совет власы урынлаштырыу, колхоз-совхоз төҙөүҙә ярҙам күрһәтеүҙә ҡатнаша. Артабан Тажикстанға, Үзбәкстанға, Азер­байжанға оҙаталар. Хажғәле Рыҫмөхә­мәтов тыуған яҡтарына бары тик 1951 йылдың аҙағында ғына әйләнеп ҡайта. Яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ, II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, “Германияны еңгән өсөн”, “Берлинды алған өсөн”, “Праганы алған өсөн”, Жуков миҙалдары менән наградлана.
1975 йылғы ҡоролоҡҡа бәйле Хажғәле Хажи улына тағы ла Украинаға барырға тура килә. Баймаҡ районынан килгән колхозсыларҙы мал аҙығы әҙерләү өсөн төрлө хужалыҡтарға бүлеп бирәләр. Хажғәле Рыҫмөхәмәтов ныҡышып-ныҡы­шып Пантаевка ауылына яҙыла. Хәрби юлы тап ошо Пантаевка-Знаменка аша үткәнлектән, ул тағы ла бер тапҡыр шул ерҙәрҙе барып күреү теләге менән яна. Был хаҡта белгән хужалыҡ рәйесе В.Г. Аленков уға һәр яҡлап ярҙам итергә фарман бирә. Ветеран Знаменка ҡалаһы янындағы Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында һәләк булғандарҙың зыяратында була. Улар араһында үҙенең полкташтарының, взводташтарының исемдәрен дә таба. Яҡты иҫтәлектәренә сәскәләр һала.
Хажғәле бабай ҡатыны менән дүрт балаға ғүмер бүләк итә. Бөгөн ул ҡыҙы Рәмзиә менән донъя көтә. Уның 11 ейән-ейәнсәре, өс бүлә-бүләсәре бар.
– Атайыбыҙ дүрт балаһына ла өй һалып бирҙе, – тине эргәһендә өлтөрәп йөрөгән ҡыҙы Рәмзиә апай. – Иман юлында үҙе. Әле лә намаҙҙарын ҡалдырмай. Изге ниәт менән ауылда мәсет тә төҙөп ултыртты.
Ветеран күптән түгел 92 йәшен билдә­ләгән. Оло йәштә бит, бәлки, күҙе насар күрәлер, ишетмәйҙер, хәтере лә шәптән түгелдер тигән уй менән олатайыбыҙҙың бөтә автобиографияһын алдан уҡ эҙләп-табып, уҡып, өйрәнеп барғайным. Ләкин яңылышҡанмын (һәм быға бик тә ҡыуан­дым): Хажғәле Хажи улы бөгөн дә бик әүҙем тормош менән йәшәй. Гәзит-журнал уҡый, телевидение тапшырыуҙарын ҡарай. Үҙенең тормош юлы хаҡында бай мәғлү­мәт бирҙе. Сәләмәт тормош яҡлы олатай йүгереү тренажерында шөғөлләнә. Хәҙер велотренажер хаҡында хыяллана.
Әленән-әле ҙур ҡыҙыҡһыныу менән урмансыларҙың эшен күҙәтеп ултырған олатайҙан, һуғыш ваҡытында мунса төшөү мөмкинлеге булдымы, тип һорамай булдыра алманым.
– Ялан мунсаһы була торғайны, ләкин үҙебеҙҙекенә етмәй инде ул, – тине Хажғәле Рыҫмөхәмәтов, йөҙөндә шатлыҡ нурҙары уйнатып. – Эх, бына хәҙер мунса була инде... Рәмзиә ҡыҙым, миндекте күберәк әҙерләргә кәрәк, мәтрүшкә менән... Эх, мунса!..


Автор: Лилиә ТАКАЕВА. Район: Баймаҡ районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров Нефтекаманы башҡа муниципалитеттарға өлгө итеп ҡуйҙы
Башҡортостанда бер көнгә алкоголь һатыу тыйыла

Башҡортостанда бер көнгә алкоголь һатыу тыйыла 25.05.2026 // Йәмғиәт

Был мәктәптәрҙә «Һуңғы ҡыңғырау» байрамын уҙғарыуға бәйле....

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Каспий буйындағы курорт ҡалаһына тура авиарейстар асылды

Өфөнән Каспий буйындағы курорт ҡалаһына тура авиарейстар асылды 25.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Каспий буйындағы курорт ҡалаһына тура авиарейстар асылды...

Тотош уҡырға 1

Аҙна башында республикала эҫе була

Аҙна башында республикала эҫе була 25.05.2026 // Йәмғиәт

Синоптиктар йәйгесә эҫе булыуын вәғәҙәләй: +24° алып +30° тиклем....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда популяр курортҡа автобустар йөрөй башлай

Башҡортостанда популяр курортҡа автобустар йөрөй башлай 22.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда популяр курортҡа автобустар йөрөй башлай...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан вуздарына бюджет урындары һаны билдәле булды

Башҡортостан вуздарына бюджет урындары һаны билдәле булды 22.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан вуздарына бюджет урындары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров Ҡырмыҫҡалы районындағы табип амбулаторияһының эшен күрһәтте

Радий Хәбиров Ҡырмыҫҡалы районындағы табип амбулаторияһының эшен күрһәтте 22.05.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Ҡырмыҫҡалы районындағы табип амбулаторияһының эшен күрһәтте...

Тотош уҡырға 2

Республикала Курбатовтарҙың ишле ғаиләһендә алтынсы сабый тыуған
Өфө блогеры һәм альпинист Рөстәм Нәбиев Эвересты яуланы

Өфө блогеры һәм альпинист Рөстәм Нәбиев Эвересты яуланы 21.05.2026 // Йәмғиәт

Яҡташыбыҙ донъяның иң бейек түбәһенә флаг ҡаҙаған һәм «ҡолағандан һуң тормош бөтә тип уйлағандар ......

Тотош уҡырға 3

«Шүлгәнташ» музейы Лихачев исемендәге Милли премияға лайыҡ булды

«Шүлгәнташ» музейы Лихачев исемендәге Милли премияға лайыҡ булды 21.05.2026 // Йәмғиәт

«Шүлгәнташ» «Милли ҡаҙаныш» номинацияһында еңеү яуланы....

Тотош уҡырға 4

Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта ҡайҙа ҡорбан салырға

Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта ҡайҙа ҡорбан салырға 21.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта ҡайҙа ҡорбан салырға...

Тотош уҡырға 3

Баш ҡалала Ағиҙел йылғаһы күперендә хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Баш ҡалала Ағиҙел йылғаһы күперендә хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 21.05.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалала Ағиҙел йылғаһы күперендә хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә