Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Етәкселек талантына талап та ҙур
Фәрҙиән ауыл уҡытыусылары Йәүһәрә менән Шакирйән Хажиевтарҙың татыу ғаиләһендә бынан 60 йыл элек тәүге булып донъяға килә. Унан һуң йәнә алты сабый тыуа: Наилә, Даян, Нәүилә, Ғаян, Рафиҡ, Зилә. Һөләймәндә, һуңынан Яңы Мишәрҙә лә иң абруйлы, зыялы ғаилә булды улар.

Ошо сифаттарҙы Хажиевтар балаларында ла тәрбиәләне. Уларҙың бишәүһе юғары белем алды. Оло улдары Фәрҙиән, мәҫәлән, Силәбе ауыл хужалығын механизациялау һәм электрлаштырыу институтын тамамлағас, тәүҙә йүнәлтмә буйынса Ҡурған өлкәһендә эшләй. Бер ни тиклем тәжрибә туплағас, Мәсетле районындағы Салауат Юлаев исемендәге колхоздың баш инженеры итеп тәғәйенләнә. Егеттең тырышлығын, әүҙемлеген күреп, тиҙҙән уны Фрунзе исемендәге колхоздың рәйесе итеп һайлайҙар. Ана шунда асыла ла инде Фәрҙиәндең етәкселек һәләте.
“Һәләт” тигән һүҙҙе күп осраҡта артистарға, әҙиптәргә ҡарата ғына әйтәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта башҡа һөнәр эйәләре ситтә ҡала. Ниңәлер беҙ “талантлы хирург”, “талантлы инженер”, “талантлы төҙөүсе”, “талантлы етәксе” тип әйтеүҙән ҡурҡабыҙ.
Колхоз рәйесе булып Фәрҙиән Хажиев эшләгән 15 йыл эсендә хужалыҡ ныҡ алға китә: быға тиклем булмаған мал һимертеү комплексы, ауыл мәҙәниәт йорто, колхоз идараһы бинаһы төҙөлә, умарталыҡ ойошторола, балалар баҡсаһы асыла, урамдарға, ауыл араларына яңы юлдар һалына, мал һаны ишәйә, колхозсыларҙың хеҙмәт хаҡы бермә-бер күтәрелә.
Күп таҡылдарға, түрәләргә тәрилкә тоторға яратмаған Фәрҙиән район үҙәгенә — Оло Ыҡтамаҡҡа — күсеп килгәс тә юғалып ҡалмай. “Агропромхимия” етештереү берекмәһенең баш инженеры, кирбес заводы директоры, төҙөлөш материалдары комбинатының баш инженеры вазифаларында көсөн һынай. Дүрт йыл дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы начальнигы булып эшләгәс, район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы начальнигы вазифаһын үтәй башлай. Бәлки, бәғзеләр эштән-эшкә күсеп йөрөүҙе оҡшатып та етмәҫ, ләкин Фәрҙиән Хажиев өсөн улар тормош һәм тәжрибә туплау баҫҡыстары ине. Баҫҡыстан-баҫҡысҡа күтәрелгән һайын уның аң-белеме арта, ябай хеҙмәт кешеләренең уй-кисерештәрен дә тәрәнерәк аңлай башлай. Күптән түгел Фәрҙиән Шакирйән улына “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелеүе лә — бының асыҡ дәлиле.
Ошо йылдар эсендә ул тормош юлдашы Гөлфирә менән өс ул тәрбиәләп үҫтерҙе. Бөтәһе лә хәҙер юғары белемле: Марат — Башҡортостан дәүләт аграр университетын, Айрат — Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын, Илдар Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаған.
Еңелеп, төңөлөп йәшәүҙе, ваҡиғалар артынан эйәреүҙе күҙ алдына ла килтермәй Хажиев. Халыҡта “Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ” тигән әйтем бар. Был һүҙҙәр бөгөн ил ағаһы йәшен үтеп, аҡһаҡалдар ҡорона юл тотҡан Фәрҙиән Шакирйән улына туранан-тура ҡағыла.


Автор: Клара АБДУЛЛИНА, ауыл хәбәрсеһе. Мәсетле районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 0

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 0

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 2

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 1

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде

Комментарий өҫтәргә