Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Буш мискәләр һаман дөмбөрләй
Тарих арбаһы шығырҙай-шығырҙай, ҡағыла-һуғыла, Рәсәйҙә инҡилаптар башланыуға йөҙ йыл тулыу осорона етеп бара. Октябрь аҙағы, ноябрь баштары етһә, ал әләмдәр даръяһына сумған шау-шыулы демонстрациялар хәтергә төшә, күн тужуркалы, маузерлы ораторҙарҙың ялҡынлы телмәрҙәре ҡолаҡта йәнә яңғырағандай. Хәтер ебен ҡапыл ғына өҙөү мөмкин булмағандай, ил тарихындағы ваҡиғаларҙы ла бүлгеләп киҫеп ташларға яҙмаған.
Яҙмаһын да, сөнки быуат ҡына түгел, үткән һәр йылыбыҙ һәм көнөбөҙ бөгөн үҙебеҙгә һабаҡ булырҙай. Ун етенсе йылдың февраль һәм октябрь инҡилаптары ла Рәсәй тарихындағы ваҡиға булып ҡалманы, бәлки кешелектең ғөмүми яҙмышын тамырынан үҙгәртте. Европаның нәҡ уртаһынан Тымыҡ океанғаса йәйелеп ятҡан ғәжәйеп ҙур империяла ябай халыҡ менән идара итеүселәр бер-береһен аңлау һәм хеҙмәттәшлек мөмкинлегенән уҙған икән, тимәк, социаль һәм сәйәси үҙгәрештәрҙең төбөндә үҙенсәлекле логика ята. Ундай үҙгәрештәр күпселек илдәрҙә иҡтисади, социаль реформалар рәүешендә эволюция процесы булараҡ үтеп китә. Инҡилапҡа илдәге иҡтисади шарттар, йәмғиәттең бүлгеләнеүе килтерә. Бында, әлбиттә, халыҡтың сәйәси традициялары, аң-белем кимәле, хатта милли менталитеты ла үҙ ролен уйнай. Англияла, Францияла, Алманда инҡилап тип аталған халыҡ сыуалыштары ҡан ҡойошҡа сәбәпсе булһа ла, был илдәрҙә демократия институттарының нығыуына, абсолютизмдан парламентаризмға күсеүгә килтерҙе.
Шул уҡ ваҡытта инҡилаптар шәхси диктатуранан һәм тоталитар хакимлыҡтан һис кенә лә яҡлай алмай. Был йәһәттән Англиялағы Оливер Кромвель менән Франциялағы Максимилиан Робеспьерҙы миҫалға килтереү ҙә етә. Һәр бер инҡилап, һәр бер һуғыш кеүек үк, халыҡ исеменән, халыҡҡа таянып һәм халыҡ мәнфәғәттәрендә тигән декларация менән башлана. Ләкин бөгөн инҡилаптар ҙа, тарихтан мәғлүм булыуынса, кемдеңдер абсолют хакимлығы менән ослана. Кескәй генә алман кенәзлектәрен бөйөк Германия итеп берләштергән Отто фон Бисмарк: “Инҡилапты, ғәҙәттә, романтиктар әҙерләй, фанатиктар бойомға ашыра, ә уның емештәрен әтрәгәләмдәр файҙалана”, — тип тиктомалға ғына әйтмәгән. Рәсәйҙәге инҡилаптың оҙаҡ дауам ителеү тарихын күҙ алдынан үткәргәндә, “тимер канцлер” менән килешмәү мөмкин түгел.
Әммә булғаны — булған, буяуы уңған, тигәндәй, тарихты ҡабаттан ғәмәлләштереү мөмкин түгел, бәлки уны һәр осорға һәм һәр хакимға яраҡлаштырып үҙгәртеп яҙыу ғәҙәте генә бар. Инҡилап рәүешендәге тетрәнеүҙәр булмаған хәлдә илдәр һәм халыҡтар яҙмышы ҡайһы юлдарҙан китер ине икән? Инҡилап юлы прогресмы, әллә тарих ағышындағы бер кәртәме? Быны кем баһалай ала?
Объектив ҡарашлы тарихсыларҙың фекеренсә, 1917 йылғы инҡилап, иғлан ителгән маҡсаттары буйынса, Рәсәйҙе иҡтисады халыҡ ихтыяждарына йүнәлтелгән дәүләт итеп нығытырға тейеш ине. Ленин, идеологик башланғысты беренсе урынға ҡуйһа ла, Рәсәйҙе иҡтисади йәһәттән тиҙ арала нығытыуға ифрат ҙур әһәмиәт биргән. Әгәр уның сәләмәтлеге иртә ҡаҡшамаһа, сәйәси һәм дәүләт власы фирҡә эсендәге көрәшкә һәм шәхси хакимлыҡҡа мөкиббән китеп ынтылыусы Сталин ҡулына күсмәһә, иҡтисади сәйәсәт тотошлайы идеология менән алмаштырылмаһа, ил ниндәйерәк рәүештә һәм ниндәй тиҙлектә алға китер ине икән?
Һуңғы сирек быуат йыл Рәсәй тарихындағы тетрәнеүҙәр һәм фажиғәләрҙең дауамы булғандыр. Илебеҙ киңлектәрендә өҙлөкһөҙ инҡилап дауам итә. Йә утҡа инеүсе, йә боҙло һыуға сумыусы халыҡ әле бер һүҙгә ышана, иртәгәһенә нәүбәттәге “юлбашсыға” өмөт менән күҙ төбәгән була. Ул арала Көнбайышта ла, илебеҙҙең үҙендә лә “байғош” Рәсәй халҡының яҙмышы өсөн “үртәлеүселәр” ҡый үләне кеүек үрсене. Тырым-тырағай килгән илде тиҙ арала сәләмәтләндереү әмәлен әле булһа кем генә тәҡдим итмәй. Быларҙың сәбәбе заманында Рәсәйҙә мөлкәтте хосусилаштырыуға ғына бәйле булған икән. Программалар, вәғәҙәләр ошо төп маҡсатты тыштан биҙәкләү бурысын ғына үтәгән.
Ә инде өр-яңы тарихҡа күҙ ташлағанда, илдең аҫты-өҫкә килеүе фирҡә етәкселегенә Михаил Горбачев ултырғандан һуң бермә-бер көсәйҙе. Леонид Брежнев замандарында тамам ойоған йәмғиәт Горбачев осоронда эремсеккә әйләнде, Ельцин хакимлығы йылдарында иһә бөтөнләй таралып төштө. Йәмғиәт барометры һиҙгер. Властың булдыҡһыҙлығын һәм хатта юҡлығын иң башта криминалитет һиҙеп алды. Унан — иртәгә олигархияға әүереләсәк эшҡыуарлыҡ. Хакимлыҡ, хәлде анализлау һәм төҙәтеү өсөн етди саралар күреү урынына, “баҙар көйләр әле, иҡтисадҡа дәүләт ҡыҫылырға тейеш түгел”, тигән постулатҡа таянды. Ил, ижтимағи һәм иҡтисади модель эҙләп, йә техас эшләпәһе, йә инглиз цилиндры, йә булмаһа итальян пинжәге кейеп ҡараны. Шулай бер аҙ аҙашып йөрөгәс, сит-яттар тупһаһынан ҡыуыла торғас, үҙ хәлебеҙҙе үҙебеҙ аңларға тырыша башланыҡ. Ошондай әрнеүле асыштар мәлендә Никита Хрущевтың: “Ильич беҙгә киләсәге ни ҡәҙәре матур булған илде мираҫ итеп ҡалдырғайны, ә беҙ... Э-х”, — тип үкенеүҙәре иҫкә төштө. Буталсыҡтан, чиновниктар баймабашлығынан тамам алйыған халыҡ, зарураттан, ҡатҡыл ҡуллы хаким тураһында хыяллана башланы.
Хәйер, хыял да түгел инде ул, ә боронғо традицияларҙы хәтергә төшөрөү генә. Ошо урында мин һеҙҙең иғтибарға Бөйөк Екатерина әйткән фекерҙәрҙе еткерер инем.
“...Рәсәй кеүек олуғ империя, әгәр унда деспотизмдан бүтән төрлө идара итеү урын алһа, һәләк булыр ине, сөнки алыҫтағы губерналарҙың ихтыяждарына кәрәк ҡәҙәр тиҙлек менән ул ғына булышлыҡ итә ала. Теләһә ниндәй башҡа форма ла бөтөн нәмәгә йән биреүсе эшмәкәрлекте тышаулай. Шулай итеп, Хоҙайҙан беҙгә, закондарға буйһоноусы һәм уларҙы ныҡ уйлап, үҙ халҡының мәнфәғәттәре өсөн генә сығарыусы хакимдарҙы биреүен теләйек”.
Әбей батша, алман ҡәүеменән булыуына ҡарамаҫтан, Рәсәй халҡы менталитетын урыҫтан да яҡшыраҡ тойомлаған. Ҡәтғи хакимлыҡ халыҡтың аңлы ынтылыштары менән үрелеп барғанда ғына демократия институттары демагогиянан арына ала. Әйткәндәй, инҡилап юлбашсыһы хакимлыҡтың принципиаллеген, һүҙҙең эштән айырылмауын һәр даим тәҡрарлай килгән. “Әйттең — үтә, эшкә килдең — эшлә, хеҙмәт күрһәттең — тейешен ал”. Ябай ғына ошо принциптар инҡилап алдынан программа рәүешендә иғлан ителгән, ә һуңынан ҡағиҙәгә әйләнергә тейеш булған. Йәл, әммә тарихтың бер миҙгеле икенсеһе менән тура килмәй. Күп йылдар беҙ юғарыла әйтелгән принциптарҙың киреһенә таянып йәшәнек.
Хәҙер инде ят көйҙәргә бейемәй, хамелеонға әүерелмәй, ғорур Рәсәй кешеһе булып ғүмер итәһе килә. Буй етмәҫ хыял да түгел бит инде. Илебеҙҙең Хоҙай биргән икһеҙ-сикһеҙ хазиналары, бөрсәгә алтын даға ҡаға белгән оҫта ҡуллы халҡы барҙа ниңә беҙ донъяла беренсе дәүләт булып түгел, бәлки Сомали рәтендә йәшәргә тейеш?
Әллә алдағы ҡыштың нисек үтеүе уйландырамы, әллә тынысһыҙ донъямы, әммә йөрәк урынында түгел. Һуғыштар, дәүләт институттарын сигендереп барған енәйәтселек... Шашынған әхлаҡһыҙлыҡ... Ләкин...
“Йәшәүҙән юҡ әле ваз кисеүҙәр,
Ҡайын паклығынан хисләнеүҙәр,
Яҙын торна сыңын ишетеүҙәр,
Халҡым яҙмыштарын кисереүҙәр...”
Бер уйлаһаң, беҙҙең китеү менән донъя бөтмәҫ бит. Ағиҙел дә аҡмай тормаҫ, Ҡояш та мәңгелек сәфәрен өҙмәҫ. Кемдеңдер тормош юлы һуңғы саҡрымдарын һанай, икенсе берәү, мәңгелек менән бәхәсләшеп, сәфәрен башлап ҡына тора. Алда ғүмер, бәлки, барҙыр-барын, ләкин уның буш һүҙҙәр даръяһында үтеүе генә йәл.
Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 1 384

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 1 070

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 1 305

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 1 357

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 1 184

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 1 417

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 1 176

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 1 479

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 418

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 361

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 403

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 305