Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Үҙидарала уңышҡа өлгәшкәндәр

Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы иң яҡшы муниципалитеттар исемлеген төҙөгән. Социаль-иҡтисади йәһәттән уңышҡа өлгәшкәндәр аҡсалата бүләкләнәсәк. Гранттарҙың дөйөм күләме 200 миллион һум тәшкил итә. Аҡса республика ҡаҙнаһынан бүленәсәк. Еңеүселәр исемлегендә — Баҡалы, Ҡариҙел, Ейәнсура, Миәкә, Әбйәлил, Саҡмағош райондары. Ҡалалар араһында иң яҡшылары тип Октябрьский һәм Нефтекама билдәләнгән.
Урындағы үҙидара эшмәкәрлеге 150 күрһәткес буйынса баһаланған. Халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыу, идара итеүҙә яңы алымдар ҡулланыу, мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау өлкәләрендәге, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса һөҙөмтәләр иҫәпкә алынған.

Яңы автобустарҙа “бишле” алырға!

Ошо көндәрҙә мәктәп автопарктары яңы автобустар менән тулыланды: республиканың һигеҙ районына 14 машина ебәрелде. “ПАЗ” маркалы автобус асҡысы Бишбүләк, Благовар, Благовещен, Бүздәк, Борай, Ғафури, Дыуан, Мәсетле райондары мәктәптәренә тапшырылды.
Яңы уҡыу йылы башланғандан алып райондарға 96 машина ебәрелгән. Йыл аҙағынаса тағы 85 мәктәпте автобус менән тәьмин итәсәктәр. Автопаркты яңыртыу киләһе йылда ла дауам итәсәк. Әлеге ваҡытта республика мәктәптәренә тағы 300 автобус талап ителә.

Китап туйына саҡырабыҙ

Арҙаҡлы ғалим, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы Марат Зәйнуллиндың яңы хеҙмәте — “Башҡорт төрки һәм сағыштырма тел ғилеме” исемле китабы — донъя күрҙе.
Ул ғалимдың Башҡорт дәүләт университетындағы ғилми-педагогик эшмәкәрлегенә 50 йыл тулыу уңайы менән “Ғилем” нәшриәтендә ташҡа баҫылды. Китап туйы бөгөн 16 сәғәттә БДУ-ның тамаша залында уҙғарыла.

Ярыш миҙгеле тамам

Ошо көндәрҙә ДОСААФ мотоклубтары араһында республиканың асыҡ чемпионаты үтте. Унда Өфө, Учалы, Нефтекама, Салауат, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Белорет, Ҡазан, Ырымбур, Силәбе, Төмән ҡалаларынан командалар ҡатнашты.
Ун ете тапҡыр донъя чемпионы исемен яулаған Николай Красников менән донъя һәм Европа чемпионы Дмитрий Буланкиндың ҡатнашыуы ярышҡа мәртәбә өҫтәне. Һөҙөмтәлә Өфөнөң Ғ. Ҡадиров исемендәге Техник спорт төрҙәре үҙәге беренсе, Учалынан “Горняк” — икенсе, Салауат ҡалаһы мотоклубы өсөнсө урынға сыҡты.

Шоферҙарҙың яуаплылығы арта

Авария урынынан ҡасып киткән водителдәр иҫерек килеш руль артына ултырыусыларға тиңләнәсәк. Был хаҡта Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Вячеслав Лысаков белдергән.
Әлеге тәҡдим парламентта тикшереләсәк. Бынан тыш, ике һәм унан да күберәк кешенең үлеменә килтергән аварияға сәбәпсе водителдең 15 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал. Тиҙҙән был закон проекты Думала тәүге уҡыуға сығарыласаҡ.

Быйыл сабыйҙар күберәк тыуған

Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенән алынған мәғлүмәткә ҡарағанда, сентябрҙә илдә 143 миллион кеше теркәлгән.
Быйылғы туғыҙ айҙа 1 миллион 253 меңдән ашыу сабый донъяға килгән. Былтырғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, был 82 меңгә күберәк. Халыҡ иҫәбе артыуы илдең 80 төбәгендә күҙәтелә.
Л. ҒАФАРОВА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров баш табиптарға 21 ашығыс медицина ярҙамы автомобиле асҡысын тапшырҙы
Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола...

Тотош уҡырға 1

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 2

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 2

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә