Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Туҡталыштар яңыртыласаҡ
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың башланғысы менән республиканың транспорт системаһында тәртип булдырыу дауам итә. Был туралағы мәғлүмәтте гәзитебеҙҙә даими күрергә мөмкин. Күптән түгел булып үткән Хөкүмәт кәңәшмәһендә лә ошо йүнәлештәге сараларҙың йоғонтоһо тураһында һүҙ барҙы.

Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәновтың докладынан күренеүенсә, рөхсәтһеҙ пассажир ташыусылар маршруттарҙан тамам ситләштерелгән, халыҡты автобустар менән хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу буйынса тейешле саралар күрелә. Уның әйтеүенә ҡарағанда, бөтә эш раҫланған “юл картаһы”на ярашлы бара: рөхсәтһеҙ ташыусылар хәҙер юҡ, автобустар паркы яңыртыла, пассажирҙар өсөн ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеү системаһы эшләй башланы, Өфөлә пассажирҙар ташыу стандарты һәм маршрут селтәренә төҙәтмәләр индерелә.

Уның сығышы мәлендә бынан ике йыл элек Стәрлетамаҡта үткәрелгән кәңәшмә иҫкә төштө. Унда әйтелеүенсә, автобустар паркының 80 проценты туҙған һәм был маршруттарҙың “өҙөлөүенә” төп сәбәп булып тора. Ошо уҡ сарала Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Мәләүез ҡалалары вәкилдәре рөхсәтһеҙ пассажир ташыусыларҙың күп булыуына, шул арҡала рәсми нигеҙҙә эшләгән автобустарҙың һәм, ғөмүмән, “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһының килеме кәмегәндән-кәмей барыуына зарланды. Тимур Мөхәмәтйәновтың был кәңәшмәләге сығышынан аңлашылыуынса, ул саҡта муниципаль-ара маршруттарҙа рөхсәтһеҙ кеше ташыған маршруттарҙың өлөшө 38,5 процент тәшкил иткән, ә муниципаль райондарҙың эске биләмәләрендә был күрһәткес 88 процентҡа еткән! Эш хатта ҡайһы бер райондарҙа (мәҫәлән, Архангел районы үҙәгендә) автовокзалдарҙы, шулай уҡ “Башавтотранс”тың Өфөләге ҡайһы бер биналарын һатырға ҡуйыуға тиклем барып етте. Тимәк, республикаға етәкселек итеүгә Радий Фәрит улы Хәбиров килгәс кенә, проблема урынынан ҡуҙғалған.

Өфөлә лә был йәһәттән хәл шәптән түгел ине. Ошоға тиклем халыҡты өс мең тирәһе транспорт сараһы хеҙмәтләндерҙе: 260 ҙур автобустан (“Башавтотранс”тыҡы), 80 трамвайҙан, 110 троллейбустан һәм рәсми нигеҙҙә эшләгән бәләкәй класлы 1400 автобустан тыш, 1 300 берәмеккә яҡын транспорт хакимиәттән лицензия алмайынса һәм бер ҡайҙа ла һалым түләмәйенсә йөрөнө.

Хәҙер хәл ҡырҡа үҙгәрә. Оҙаҡламай баш ҡалаға 100 яңы автобус килеүе көтөлә, 2019-2020 йылдарҙа тағы ла күп пассажир һыйҙырышлы 250 автобус алынасаҡ. Улар барыһы ла бер үк төҫтә буласаҡ һәм берҙәй йыһазландырыласаҡ икән. Бынан тыш, Өфөлә 200 туҡталышты яңыртыу планлаштырыла.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса дәүләт инспекцияһы етәксеһе Динар Ғилметдинов менән Башҡортостан буйынса автомобиль юлдарына дәүләт күҙәтеүе идаралығы етәксеһе Сергей Мережконың ошо уҡ кәңәшмәләге сығыштарынан күренеүенсә, транспорт хәрәкәтендә тәртипте нығытыу дауам итәсәк. Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Марат Вахитов билдәләүенсә, автобуста йөрөгән өсөн ҡулаҡсаһыҙ түләү ысулын тиҙерәк индерергә кәрәк, был ошо тармаҡтағы һалым базаһын үҫтерәсәк.

Күптән түгел тиҙҙән урынлаштырыу башланасаҡ яңы төрҙәге автобус туҡталышы павильонын һәм республика өсөн һатып алынасаҡ ҙур һыйҙырышлы автобусты Радий Хәбиров үҙе ҡараны. Хөкүмәт бинаһы эргәһендә белгестәргә ҡарар өсөн ҡуйылған был автобус турникеттар, валидатор (пассажирҙың билетын тикшереү өсөн электрон ҡулайлама), “йүгереүсе юл”лы монитор, иғлан итеүсе информатор, электрон табло һәм башҡа техник саралар менән йыһазландырылған.

– Ҡалаларҙа рөхсәтһеҙ пассажир ташыусылар тулҡынын баҫа алдыҡ, – тине Радий Фәрит улы. – Шулай ҙа был эште туҡтатмауығыҙҙы һорайым. Хәҙер килеп, транспорт хеҙмәтлән­дереүе баҙарының яҡшырыуы мөһим. Был автобустарҙың сифатына ла, граждандар өсөн хеҙмәттең уңайлылығына ла ҡағыла.


Рөхсәтһеҙ пассажир ташыу бөтә Рәсәй өсөн проблема булып тора. “Газета.ру” сайтында сығыш яһаған эксперттар фекеренсә, илебеҙҙә автобус менән пассажир ташыу күләменең 60 проценты самаһы “күләгәлә” ҡала. Был – Рәсәйҙә иң ныҡ йәшертен алып барылған бизнестарҙың береһе. Улар лицензияһыҙ һәм һалым түләмәйенсә эшләп кенә ҡалмай, ә рәсми нигеҙҙә эшләгән автотранспортты ҡыҫырыҡлай бара, сөнки һалым түләмәү иҫәбенә хаҡты ныҡ ҡына төшөрә ала.


Автор: Рәшит КӘЛИМУЛЛИН әҙерләне
Фото: “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521