Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығы кемдең ҡулында?
Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығының нигеҙе ниҙә? Үҙенең кешелек бурыстарын белгән, лайыҡлы атҡарған ғаилә башлығында. Эйе, ир кеше - Ватаныбыҙҙы, милләтебеҙҙе, өммәтебеҙҙе, рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлаусы. Уға динебеҙҙә ифрат ҙур урын бирелгән. Көслө зат һөнәрле белергә, хеҙмәт яратырға, ышаныслы терәк-таяныс булырға тейеш. Ошо йәһәттән Пәйғәмбәребеҙҙең хәҙистәрен йәнә бер иҫкә алып үтәйек.

* * *


Батша улын күпмелер ваҡытҡа остаздың ҡарамағына тапшыра. “Уға барлыҡ ғилемде, һөнәрҙе өйрәтегеҙ”, – ти.

Бер аҙҙан имтихан алырға үҙе килә. “Улығыҙ барыһына ла өйрәнде!” – тип ҡәнәғәтлек менән ҡаршы ала батшаны остаз. Һынауҙың тәүге өлөшөндә кәмәгә ултырып китәләр. Диңгеҙҙең тәрәнерәк еренә еткәс, батша ярандарына улын һыуға ташларға бойора. Уныһы бата башлай. Хеҙмәтселәр егетте кире тартып сығара.

“Ә ниңә йөҙөргә өйрәтмәнең? – ти батша остазға. – Әҙәм балаһы ғилемде, үҙе белмәгән осраҡта, икенсе берәүҙән өйрәнә ала. Ә йөҙә белмәһә, уны кем ҡотҡарыр?”

* * *


Бер егет Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм янына ярҙам һорап килгән.

“Ауырыйһыңмы, әллә эшләй алмайһыңмы?” – тип ҡыҙыҡһынған Пәйғәмбәребеҙ. Тегеһе ҡоралы юҡлығы хаҡында әйткәс, балта һатып алып биргән дә, утын ҡырҡып, халыҡҡа һатырға ҡушҡан.

Егет бер аҙнанан йәнә килгән. Ҡулында – алтын аҡса, ти...

* * *


Барлыҡ ваҡытын мәсеттә үткәргән кешене күреп, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм башҡаларҙан: “Был әҙәм балаһы көнө-төнө ғибәҙәттә. Уны кем ашата икән һуң?” – тип һорай.

“Кәсепселек менән шөғөлләнгән туғаны ризыҡландыра”, – тип яуаплайҙар.

“Тимәк, шул туғанының тормошо хәйерлерәк”, – тип һығымта яһай Пәйғәмбәребеҙ.

* * *


Ир-ат шулай уҡ ата-әсәһенә, балаларына, ҡатынына ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы булырға тейеш. Исламда шундай ғаилә башлығы өлгө итеп ҡуйыла. “Ир менән ҡатын бер-береһенә һөйөү менән ҡарай икән, Аллаһ Тәғәлә уларға рәхмәтен ебәрә”, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.

Пәйғәмбәребеҙҙең хәҙистәренән

* “Һәр беребеҙ – көтөүсе. Ир кеше үҙ көтөүе – ғаиләһе – өсөн ҙур яуаплылыҡ йөрөтә”.

* “Арағыҙҙа кем ҡатынына яҡшы мөнәсәбәттә, шул – иң яҡшыһы”.

* “Атай-әсәйегеҙгә ҙур ихтирам-хөрмәт күрһәтһәгеҙ, балаларығыҙ үҙегеҙгә шундай уҡ мөнәсәбәттә булыр”.

* “Үҙ тәрбиәһендә булғандар хаҡында хәстәрлек күрмәгән кеше гонаһ йыя”.

* “Мосолмандың теленән дә, ҡулынан да, фекеренән дә һис кем зыян күрмәҫ”.

* “Аллаһтың рәхмәтен алғың киләме? Атай-әсәйең менән яҡшы мөнәсәбәттә бул!”


Автор: И. ҠОРМАНОВА әҙерләне.
Фото: ok.ru


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡортостан күгендә БПЛА күргәндәр

Башҡортостан күгендә БПЛА күргәндәр 04.07.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн Краснокама районы күгендә БПЛА осоп йөрөгән....

Тотош уҡырға 15

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көслө ел һәм йәшен тураһында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көслө ел һәм йәшен тураһында иҫкәртте 04.07.2025 // Йәмғиәт

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көслө ел һәм йәшен тураһында иҫкәртте...

Тотош уҡырға 14

Яҡташыбыҙ 72,2 миллион һум отҡан

Яҡташыбыҙ 72,2 миллион һум отҡан 04.07.2025 // Йәмғиәт

Уға лотереяла уңыш йылмайған....

Тотош уҡырға 16

Өфөлә Радий Хәбиров Антон Котяков менән эшлекле осрашыу үткәрҙе

Өфөлә Радий Хәбиров Антон Котяков менән эшлекле осрашыу үткәрҙе 04.07.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Радий Хәбиров Антон Котяков менән эшлекле осрашыу үткәрҙе...

Тотош уҡырға 17

Башҡортостанда мәғариф өлкәһендә түләүле хеҙмәттәр буйынса ҡыҙыу бәйләнеш асыла
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡойма ямғыр һәм йәшен хаҡында иҫкәртте
Башҡортостанда республика дауаханаларының баш табиптары менән телекүперҙәр асыла

Башҡортостанда республика дауаханаларының баш табиптары менән телекүперҙәр асыла 03.07.2025 // Йәмғиәт

Ике аҙна һайын медицина округтарының үҙәк дауаханалары һәм республика дауаханалары табиптары тура...

Тотош уҡырға 24

Өфөлә түләүле парковкалар буйынса кол-үҙәккә көнөнә 100-гә яҡын шылтыратыу ҡабул ителә
Республика райондарының береһендә медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам саралары бойомға ашырыла

Республика райондарының береһендә медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам саралары бойомға ашырыла 02.07.2025 // Йәмғиәт

Мәләүез районында йәш табиптарға торлаҡты ҡуртымға алыу хаҡы ай һайын 10 мең һум күләмендә...

Тотош уҡырға 24

Радий Хәбиров Башҡортостанда ҡалырға хәл иткән йәш ғалимдарға шәхсән ярҙам итергә вәғәҙәләне

Радий Хәбиров Башҡортостанда ҡалырға хәл иткән йәш ғалимдарға шәхсән ярҙам итергә вәғәҙәләне 02.07.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан бер ҡасан да ошондай күп талантлы, сағыу йәш ғалимдарҙы ҡабул иткәне юҡ ине,...

Тотош уҡырға 51

Республикала ғаилә ҙур суммала лотерея отҡан

Республикала ғаилә ҙур суммала лотерея отҡан 02.07.2025 // Йәмғиәт

Республикала ғаилә ҙур суммала лотерея отҡан...

Тотош уҡырға 27

Мәскәүҙә һабантуй ойошторола

Мәскәүҙә һабантуй ойошторола 02.07.2025 // Йәмғиәт

Мәскәүҙә һабантуй ойошторола...

Тотош уҡырға 28