Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » "Улым Фәритте лә хәрби хеҙмәткә әҙерләйәсәкмен"
Бөгөн республика етәксеһе Радий Хәбиров Алкин-2 ауылында урынлашҡан 12-се айырым гвардия инженер бригадаһында булды.

Былтыр уның шәхси составы Сүриә биләмәһендә махсус хәрби бурыстарҙы үтәүҙә һәм “Көнсығыш-2018” стратегик команда-штаб уҡыуҙары уҙғарыуҙа ҡатнашҡайны.

Радий Хәбиров хәрби часть командиры, полковник Сергей Порохняның рапортын ҡабул иткәс, бригада офицерҙарына, сержанттарына һәм рядовойҙарына ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.

“Ирҙәр байрамын Ватандың ысын һаҡсылары менән ҡаршылауыма шатмын, – тине республика етәксеһе. – Сапер-инженерҙарҙың девизы – “Беҙһеҙ берәү ҙә”. Тимәк, Рәсәй Хәрби Көстәренең бер төрө лә үҙенең хәрби бурыстарын һеҙһеҙ үтәй алмай. Беҙҙең 12-се бригада – инженер подразделениелары араһында иң алдынғыларҙың береһе. Һеҙгә яҡшы хеҙмәт, ныҡлы һаулыҡ теләйем”.

Радий Хәбиров хәрби часҡа медиа-ҡорамал алыуға сертификат бүләк итте. Ул артабан бригаданың казармаларын ҡараны, һалдаттар һәм контракт буйынса хеҙмәт иткәндәрҙең ниндәй шарттарҙа йәшәүе менән ҡыҙыҡһынды. Бында төбәк етәксеһе ғибәҙәтхананы ла ҡараны, часть командирының дини кешеләр менән эшләү буйынса ярҙамсыһы, священник Рафаэль Королев менән һөйләште.

“Мохтажлыҡ бар икән, беҙ һалдаттарыбыҙға ярҙамға килергә һәр саҡ әҙербеҙ”, – тине диндар.

Радий Хәбиров шулай уҡ рядовойҙарға күпме түләнеүе менән ҡыҙыҡһынды. Командир әйтеүенсә, 2000 һум тирәһе. Һөйләшеүҙә хәрби часть өсөн ҙур булмаған спорт залы төҙөүҙә республиканың ярҙамына өмөт итеү тураһында ла әйтелде. Радий Фәрит улы белдереүенсә, был мәсьәлә буйынса округ командованиеһы менән фекер алышырға кәрәк буласаҡ.

Артабан республика етәксеһе санчасты ҡараны, инженер-сапер бригадаһы клубында саперҙарҙың заманса ҡорамалдары менән танышты. Ошонда уҡ Өфөнөң 16-сы мәктәбе уҡыусыһы, “Биктырыш” балалар клубы тәрбиәләнеүсеһе Айназ Ғәлина “Ҡояшлы ҡала” радиотапшырыуы өсөн Башҡортостан етәксеһенән ҙур булмаған интервью алды.

Радий Хәбиров йәш журналисҡа армияның батырлыҡ һәм тәртип мәктәбе булыуы, һәр ирҙең Тыуған ил алдындағы бурысын үтәргә тейешлеге хаҡында әйтте һәм, һис шикһеҙ, бәләкәй улы Фәритте хәрби хеҙмәткә әҙерләйәсәген белдерҙе.

Инженер бригадаһының төп плацында хәрби техника өлгөләре теҙелгән, шәхси состав улар ярҙамында үҙенең хәрби бурыстарын үтәй. Бында Радий Хәбиров сержанттар, рядовойҙар, контракт буйынса хеҙмәт иткәндәр менән аралашты. Уларҙың күбеһе – Башҡортостандан.

“Хеҙмәтебеҙ һәйбәт бара. Ғаиләләребеҙ яҡында йәшәй, ял көндәрендә ҡайтып йөрөйбөҙ, – тип һөйләне улар етәксегә. – Торлаҡ мәсьәләһен хәрби ипотека ярҙамында хәл итә башланыҡ”.

Радий Хәбировтың 12-се айырым гвардия инженер бригадаһына сәфәре хәрбиҙәр менән бергә сәй янында тамамланды.


Автор: И. ҠОРМАНОВА.
Фото: Олег Яровиков фотолары.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 413

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509