Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Берегеҙҙең улын ғына күрҙем”
Ике ҡатын ҡоҙоҡтан һыу ала. Бер аҙҙан уларҙың янына өсөнсөһө килә. Ситтәрәк бер ҡарт таш өҫтөндә ял итеп ултыра. Ҡатындарҙың береһе һүҙ башлай:

– Минең улым үҙе етеҙ, үҙе көслө. Уны бер кем дә еңә алмай!
– Ә минеке һандуғас һымаҡ матур йырлай, – ти икенсеһе. – Ундай тауыш бер кемдә лә юҡ.
Өсөнсө ҡатын иһә бер ни ҙә өндәшмәй.
– Ниңә һин балаң тураһында һүҙ әйтмәйһең? – тип ҡыҙыҡһына ҡарт.
– Минең улымда иҫ китерлек бер ни ҙә юҡ...
Ҡатындар биҙрәләрен тултырып һыу ала ла ҡайтырға юллана. Ҡарт уларҙың артынан эйәрә. Ҡатындар бара-бара ла ял итеп ала. Ҡулдары ауырта, һыуҙары сайҡала, арҡалары һыҙлай... Шул мәлдә ҡапыл уларҙың ҡаршыһына өс малай йүгереп килеп сыға. Араларынан береһе тәгәрмәс һымаҡ әйләнә башлай. Ҡатындар аптырап ҡала. Икенсеһе шундай итеп йырлай – һандуғас һайраймы ни! Йотлоғоп тыңлай ҡатындар. Өсөнсө малай иһә әсәһенең янына йүгереп килә лә ауыр биҙрәләрҙе алып ҡайтып китә.
– Йә, улдарыбыҙ ниндәй? – тип ҡарттың фекере менән ҡыҙыҡһына ҡатындар.
– Ә ҡайҙа һуң улар? – тип һорауға һорау менән яуаплай ҡарт. – Мин берегеҙҙең улын ғына күрҙем!

(В. Осееваның хикәйәһенән тәржемә).


Автор: Дилбәр ИШМОРАТОВА әҙерләне Фото: rulibs.com


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров баш табиптарға 21 ашығыс медицина ярҙамы автомобиле асҡысын тапшырҙы
Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола...

Тотош уҡырға 1

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 2

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә