Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҙенә килешеп тора
Үҙенә килешеп тораШоферҙар төндә юл ситенә туҡталғанда яҡтыртҡыс жилеттар кейә башланы. Күптәр уның бик ҡулайлы булыуын билдәләй.

Был яңылыҡ төндә юл ситенән йөрөгән йәйәүлеләргә күптән түгел индерелгәйне. Тәүге һөҙөмтәләр уның ҡулайлы булыуын күрһәтә. 2017 йылда алты айҙа тәүлектең ҡараңғы мәлендә 7,5 мең йәйәүлене машина төкөтөүе теркәлгән. Әлбиттә, аҙ түгел, бе­рәү­ҙәр фажиғәлә вафат булған, икенселәре ғәрипләнгән. Шулай ҙа унан алдағы йылдағы ошо осор менән сағыштырғанда был 10,2 процентҡа аҙыраҡ. Һәләкәттә 1321 кеше үлгән, 6537 кеше йәрәхәтләнгән.
Шул уҡ ваҡытта юл ҡаршыһына йәки юл ситенә туҡталған водителдәргә килеп бәрелеү осрағы биш процентҡа артҡан. Алты айҙа 66 ошондай юл ваҡиғаһы теркәлгән.
Әйткәндәй, Европаның күпселек илдә­рендә автомобилдә яҡтыртҡыс жилеттар йөрөтөү һәм мохтажлыҡ килеп тыуғанда уны кейеүҙе мотлаҡ һанаған закон күптән йәшәп килә. Хатта Венгрияла, Италияла, Португалияла, Польшала, Словенияла, Францияла водителгә генә түгел, салондағы һәр пассажир өсөн бындай кейем талап ителә һәм ул булмағанда етди күләмдә штраф һалына. Әлегә Рәсәйҙә бының өсөн штраф ҡаралмаған. Ә бына Австрияла, Болгарияла, Эстонияла рулдә ултырған кеше генә түгел, ә пассажирҙар ҙа машинанан сыҡҡанда жилет кейергә бурыслы. Финляндияла, Чехияла һауа торошо насар булғанда, йәйәүлеләр ҙә уны йөрөтөргә тейеш. Бөйөк Британияла, Грецияла, Данияла, Ирландияла, ошо хаҡта һүҙ барһа ла, әлегә бындай талаптар юҡ. Мәҫәлән, Британия хөкүмәте тәүҙә велосипедсыларға юлдарҙа кейемде мотлаҡ кейеү кәрәклеге хаҡында һүҙ ҡуҙғата. Әйткәндәй, яҡтыртҡыслы кейемдәр иң тәүҙә һәр кемдең үҙенең хәүефһеҙлеге өсөн мөһим. Тап шуға ла ҡайһы берәүҙәр, бер ниндәй закон булмаһа ла, үҙаллы алып кейә. Былтыр йәй хатта Англияла тауыҡтарға ла ошондайыраҡ әйбер тегеп кейҙерә башлағандар, сөнки ҡайһы берҙәре юлға йүгереп сығып, йыш ҡына машина аҫтында ҡала икән.
АҠШ-та бындай закон юҡ. Шулай ҙа уның күпселек штаттарында жилеттарҙың юл хәрәкәте фажиғәһен кәметеүҙә файҙаһы ҙур булыуы хаҡында аңлатыу эше алып барыла, ә водитель танытмаһын алғанда имтихан билеттарында шуға ярашлы һорауҙар бар. Аҙаҡҡы һөҙөмтә – бындай кейем алырғамы-юҡмы икәнлеген юлда йөрөгәндәр үҙҙәре хәл итә. Ә бына юл эшсәндәре, полиция, янғын һүндереү хеҙмәткәрҙәре генә түгел, тәүлектең ҡараңғы мәлендә федераль трассала эшләгән барлыҡ кеше кейергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер төбәктәрҙә урындағы власть әһелдәре үҙҙәренең махсус талаптарын индерә. Мәҫәлән, 2013 йылдан Нью-Йорктың халыҡ күп йәшәгән урамдарында велосипедта, мотороллерҙа йөрөгән барлыҡ курьерҙар, почтальондар мотлаҡ ошондай жилетта булырға тейеш.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 1 237

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 970

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 1 161

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 1 268

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 1 085

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 1 276

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 1 062

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 1 349

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 372

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 310

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 320

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 263