Шоферҙар төндә юл ситенә туҡталғанда яҡтыртҡыс жилеттар кейә башланы. Күптәр уның бик ҡулайлы булыуын билдәләй.Был яңылыҡ төндә юл ситенән йөрөгән йәйәүлеләргә күптән түгел индерелгәйне. Тәүге һөҙөмтәләр уның ҡулайлы булыуын күрһәтә. 2017 йылда алты айҙа тәүлектең ҡараңғы мәлендә 7,5 мең йәйәүлене машина төкөтөүе теркәлгән. Әлбиттә, аҙ түгел, берәүҙәр фажиғәлә вафат булған, икенселәре ғәрипләнгән. Шулай ҙа унан алдағы йылдағы ошо осор менән сағыштырғанда был 10,2 процентҡа аҙыраҡ. Һәләкәттә 1321 кеше үлгән, 6537 кеше йәрәхәтләнгән.
Шул уҡ ваҡытта юл ҡаршыһына йәки юл ситенә туҡталған водителдәргә килеп бәрелеү осрағы биш процентҡа артҡан. Алты айҙа 66 ошондай юл ваҡиғаһы теркәлгән.
Әйткәндәй, Европаның күпселек илдәрендә автомобилдә яҡтыртҡыс жилеттар йөрөтөү һәм мохтажлыҡ килеп тыуғанда уны кейеүҙе мотлаҡ һанаған закон күптән йәшәп килә. Хатта Венгрияла, Италияла, Португалияла, Польшала, Словенияла, Францияла водителгә генә түгел, салондағы һәр пассажир өсөн бындай кейем талап ителә һәм ул булмағанда етди күләмдә штраф һалына. Әлегә Рәсәйҙә бының өсөн штраф ҡаралмаған. Ә бына Австрияла, Болгарияла, Эстонияла рулдә ултырған кеше генә түгел, ә пассажирҙар ҙа машинанан сыҡҡанда жилет кейергә бурыслы. Финляндияла, Чехияла һауа торошо насар булғанда, йәйәүлеләр ҙә уны йөрөтөргә тейеш. Бөйөк Британияла, Грецияла, Данияла, Ирландияла, ошо хаҡта һүҙ барһа ла, әлегә бындай талаптар юҡ. Мәҫәлән, Британия хөкүмәте тәүҙә велосипедсыларға юлдарҙа кейемде мотлаҡ кейеү кәрәклеге хаҡында һүҙ ҡуҙғата. Әйткәндәй, яҡтыртҡыслы кейемдәр иң тәүҙә һәр кемдең үҙенең хәүефһеҙлеге өсөн мөһим. Тап шуға ла ҡайһы берәүҙәр, бер ниндәй закон булмаһа ла, үҙаллы алып кейә. Былтыр йәй хатта Англияла тауыҡтарға ла ошондайыраҡ әйбер тегеп кейҙерә башлағандар, сөнки ҡайһы берҙәре юлға йүгереп сығып, йыш ҡына машина аҫтында ҡала икән.
АҠШ-та бындай закон юҡ. Шулай ҙа уның күпселек штаттарында жилеттарҙың юл хәрәкәте фажиғәһен кәметеүҙә файҙаһы ҙур булыуы хаҡында аңлатыу эше алып барыла, ә водитель танытмаһын алғанда имтихан билеттарында шуға ярашлы һорауҙар бар. Аҙаҡҡы һөҙөмтә – бындай кейем алырғамы-юҡмы икәнлеген юлда йөрөгәндәр үҙҙәре хәл итә. Ә бына юл эшсәндәре, полиция, янғын һүндереү хеҙмәткәрҙәре генә түгел, тәүлектең ҡараңғы мәлендә федераль трассала эшләгән барлыҡ кеше кейергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер төбәктәрҙә урындағы власть әһелдәре үҙҙәренең махсус талаптарын индерә. Мәҫәлән, 2013 йылдан Нью-Йорктың халыҡ күп йәшәгән урамдарында велосипедта, мотороллерҙа йөрөгән барлыҡ курьерҙар, почтальондар мотлаҡ ошондай жилетта булырға тейеш.