Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ижади көс — тамырҙарҙан
Ижади көс — тамырҙарҙанШул тиклем оҫталыҡ, илһам, ижади көс ҡайҙан килә икән? Әлиә менән Зәлиә Сиражетдиноваларҙың данлыҡлы Мөжәүир хәҙрәттең бүләсәләре булыуында түгелме икән сәбәп? Лира Яҡшыбаеваның бынан бер нисә йыл элек нәшер ителгән “Мөжәүир хәҙрәт” китабының тышлығына ла уларҙың һоҡланғыс һүрәттәре бирелгәйне. Эйе, мин уларҙы иң элек рәссам тип белә инем. Ә талантлы кеше һәр эштә лә маһир. Әле уларҙың ҡотло ҡулдары тыуҙырған күҙҙең яуын алып торған түшелдеректәр, селтәрҙәр, сулпылар, сымһыҙ телефондар өсөн бәләкәй сумкалар һәм башҡа биҙәүестәр Сибай ҡалаһында ғына түгел, башҡа урындарҙа ла тиҙ арала танылыу яулап өлгөрҙө.

Былтыр Сибайҙа республика кимәлендә уҙғарылған “Батырҙар иле” конкурсының йомғаҡлау тантанаһына Зәлиә менән Әлиәнең иҫ киткес оҫталыҡ, теүәллек менән ижад ителгән түшелдеректәрҙә килеүе һәр кемдең иғтибарын йәлеп иткәйне. Әсәйҙәре Зилә апай ҡыҙҙарына тип бар күңелен һалып эшләгән ҡупшы биҙәүестәрҙе улар бик мөһим байрамдарҙа ғына таға. Тора-бара ҡыҙҙар үҙҙәре лә халҡыбыҙҙың ҡатмарлы кәсебенә тотонорға була. Асия Ғәйнуллинала оҫталыҡ дәресендә булып, өлгөләргә күҙ һалып, шул уҡ ваҡытта әсә кешенең дә һабаҡтарын ҡулланып, тәүге эштәрен ижад итергә тотоналар. Әлиә башлыса таштар, мәрйендәр ҡушып биҙәргә тырышһа, Зәлиәнең эшендә иһә һуғылған тинлек көмөш аҡсалар, ҡабырсаҡтар өҫтөнлөк итә. Һәр бер һоҡланғыс эштән һуң ҡомар уяна бара. Етмәһә, “Бәйләнештә” социаль селтәре биттәренә бер генә фотоны һалыу етә, һорауҙар яуа башлай.
Шулай бер ваҡыт Әлиәнең ҡыҙыл, алһыу төҫтәге таштар менән биҙәп эшләнгән түшелдерегенә 80 йәшлек бер инәйҙең күҙе төшә. Ҡыҙ бар халыҡҡа күрһәтеп ҡуйһа ла, һатып ебәреү тураһында башына ла килтермәгән була. Ә теге инәй өҙмәй ҙә ҡуймай: “Шул матур түшелдеректе миңә алып килегеҙ”, — тип балаларынан шылтыраттыра икән. Ярай, оло кешенең һүҙен йыҡмайым, тип һатып ебәрергә була оҫта. “Инде шундай уҡ килеп сығырмы икән, шул тиклем күңел йылыһы һалып эшләнгәйне бит әле. Үҙемә ҡалдырырмын тип уйлай инем”, – ти Әлиә.
Ҡыҙҙарҙың эштәренә ихтыяж ҙур. Яңыраҡ өс эшен Бөрйәндән һатып алғандар. Әбйәлилдән, Ейәнсуранан, Дәүләкәндән яҙалар, һорайҙар. Был аңлашыла ла. Ни өсөн тигәндә, хаҡтары ла ат башындай түгел, осһоҙ. Етмәһә, ҡупшы түшелдеректәрҙе теләгән урында тағып йөрөргә була, хатта көндәлек эш урынында ла килешле. Тик бына биҙәүес­тәр өсөн материалдарҙы тиҙ арала туплау үҙе бер мәсьәлә. Сибай магазиндарында уларҙы табырмын тимә. Йә интернет аша, йә ҙур ҡала сауҙа үҙәктәренән генә алырға була. Боронғо аҡсаларҙы ла ҡулға төшөрөү еңел түгел, өҫтәүенә ҡиммәт тә.
Сибай ҡыҙҙары һынлы сәнғәт мәк­тәбендә рәсем буйынса тәүге нигеҙҙәрҙе өйрәнә. Беренсе уҡытыусылары Илгиз Рәхимйән улы Хәйруллинды тик яҡшы яҡтан, оло ихтирам менән телгә алалар. Сибай интернат-гимназияһын тамамлағас, артабан Өфөләге сәнғәт колледжының һынлы сәнғәт бүлегенә бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ уҡырға инәләр.
Ижади көс — тамырҙарҙанБала саҡтары шулай уҡ әсәйҙәренең тыуған яғында – Бөрйәндә үтә. Был ерлектең хозурлығына ғашиҡ ҡыҙҙар һәр ваҡыт пейзаж төшөрә. Һәм был эштәрен студент саҡтарында ла дауам итә. Хатта картиналарын һатып алыусылар ҙа табыла. Студент ҡыҙҙарға ошондай кәсептәре бик тә ярап ҡала. Эшләгән аҡсалары уҡыу өсөн түләүгә китә. Иң тәүҙә ҡыҙҙарҙың ғәжәйеп эштәренә Сибай институты директоры Зиннур Йәрмөхәмәтов хайран ҡала һәм уларҙы һатып ала. Әле лә уҡыу йорто стенаһын йәмләп, байытып тора был картиналар.
Ҡыҙҙарҙы бәләкәй саҡтарында атайҙары Шамил ағай әүлиә олатайы ғүмер иткән ергә алып ҡайтыр булған. Бүләсәләре олатайҙарының шәхесен шул тиклем яҡын күреп, уның тыуған төбәге Манһырҙы, ауылдың тирә-яғындағы икһеҙ-сикһеҙ киң далаларҙы яратып, үҙһенеп үҫә. Уларҙың аҙаҡтан бихисап картиналары ла ошо ерлектең тауҙарына, ялан-ҡырҙарына, йылға-шишмәләренә арнала. “Мөжәүир хәҙрәт йәшәгән йорт”, “Манһыр мәсете”, “Тыуған яҡ” исемле картиналары тыуған яҡҡа сикһеҙ һөйөү, уның матурлығын күрә, тоя белеүҙе асып бирә. Был ҡабатланмаҫ ижади эштәр ҙә Сибай институты стеналарында һәр быуынға данлыҡлы Мөжәүир хәҙрәт шәхесе тураһында, ул ғүмер иткән ерҙең гүзәллеге, күгәреп ятҡан Ирәндек тауҙары, Урғаҙа йылғаһы, ҡылғанлы дала киңлектәре тураһында тарих һөйләй.
Нескә күңелле, изге холоҡло, рухлы Зәлиә менән Әлиә Сиражетдиновалар 2003 йылдан Сибай һынлы сәнғәт мәктәбендә педагог булып эшләһә лә, камиллыҡҡа, һынлы сәнғәт донъяһындағы яңылыҡтарға, яңы һөнәрҙәр, кәсептәр үҙләштерергә ынтыла һәм үҙҙәре һабаҡ биргән мәктәпкәсә йәштәге, шулай уҡ башланғыс класс ҡыҙҙары-малайҙарына һынлы сәнғәт серҙәрен аса. Уның араһында әллә күпме конкурстарҙа ҡатнашалар. Ә еңеүҙәренең иҫәбе-һаны юҡ. Быларҙан тыш кейеҙ баҫыу, төрлө туҡымаға һүрәттәр төшөрөү кеүек һөнәрҙәргә лә һөйөү уяталар.
Нимә генә башҡармаһын, был гүзәл заттар үҙҙәрен илһамландырып торған тыуған яғына, нәҫелдәренә булған һөйөүен, тоғролоғон һәр эшендә сағылдыра.

Земфира ҒИРФАНОВА.
Сибай ҡалаһы.


Автор: Гүзәлиә Балтабаева әҙерләне.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда Торатауға илткән юл 50 миллион һумға төҙөкләндерелә

Башҡортостанда Торатауға илткән юл 50 миллион һумға төҙөкләндерелә 14.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда Торатауға илткән юл 50 миллион һумға төҙөкләндерелә...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров ағаһының ғүмере өсөн көрәшкән табиптарға рәхмәт белдерҙе
Республика етәксеһе халыҡтың өмәләрҙә ҡатнашыуын тәьмин итергә ҡушты
Башҡортостан һыу баҫыуҙан зыян күргән Дағстанға ярҙам итәсәк

Башҡортостан һыу баҫыуҙан зыян күргән Дағстанға ярҙам итәсәк 14.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һыу баҫыуҙан зыян күргән Дағстан халҡы өсөн ярҙам йыйыуҙы ......

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан Башлығы үҙенең шәжәрәһе тураһында мәғлүмәт менән уртаҡлашты

Башҡортостан Башлығы үҙенең шәжәрәһе тураһында мәғлүмәт менән уртаҡлашты 14.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә ата-бабаларыбыҙҙың ғаиләләрендә ......

Тотош уҡырға 1

Асҡында Сабитовтар ғаиләһе бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған

Асҡында Сабитовтар ғаиләһе бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған 14.04.2026 // Йәмғиәт

Асҡында Сабитовтар ғаиләһе бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған...

Тотош уҡырға 2

Федераль һалым хеҙмәтенең республика идаралығы килем тураһында декларация тапшырыу ваҡытын иғлан итте

Федераль һалым хеҙмәтенең республика идаралығы килем тураһында декларация тапшырыу ваҡытын иғлан итте 13.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшәүселәр 30 апрелгә тиклем 2025 йыл өсөн килем тураһында декларация тапшыра ала. ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда кәмәлә йөҙөп киткән биш кеше юғалған

Башҡортостанда кәмәлә йөҙөп киткән биш кеше юғалған 13.04.2026 // Йәмғиәт

Йыл башынан 112 номерына юғалған кешеләр тураһында 28 хәбәр килгән: бөтәһе 50 кеше, шул иҫәптән 9 ......

Тотош уҡырға 2

Өфөлә Вәсилә Фәттәхова һәм Николай Красников урамдары барлыҡҡа килә

Өфөлә Вәсилә Фәттәхова һәм Николай Красников урамдары барлыҡҡа килә 13.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөләргә баш ҡала топонимикаһын формалаштырыуҙа ҡатнашырға тәҡдим иттеләр. Аҙаҡҡы ҡарар ҡабул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда ишле ғаиләлә бишенсе сабый тыуған

Башҡортостанда ишле ғаиләлә бишенсе сабый тыуған 13.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ишле ғаиләлә бишенсе сабый тыуған...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығының ағаһы вафат булған
Башҡортостанда йәшәүселәрҙе боҙлауыҡ һәм көслө ел хаҡында иҫкәрттеләр

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе боҙлауыҡ һәм көслө ел хаҡында иҫкәрттеләр 10.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе боҙлауыҡ һәм көслө ел хаҡында иҫкәрттеләр...

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә