Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Уҡытыусыбыҙҙың аҡыллы фекерләргә өйрәткәне
Уҡытыусыбыҙҙың аҡыллы фекерләргә өйрәткәнеҮҙе һайлаған психолог һөнәренә ғүмере буйы тоғро ҡалған кеше тураһында бер кәлимә һөйләмәксемен. Уҙған быуат кәртәләре, бөгөнгө ысынбарлыҡ һынауҙары аша үҙ эшенең асылына төшөнгән шәхес ул. Әйтергә кәрәк, ундайҙар хәҙер бик һирәк осрай. Миңә иһә тап ошондай кешелә – Вадим Фәтхи улы Сафинда уҡыу бәхете эләкте. Ғалим-педагог психология фәнен үҫтереүгә, педагогик эшмәкәрлеккә тос өлөш индерҙе.

Вадим Фәтхи улы Ейәнсура районының 2-се Назар ауылында тыуған. Яңы Себенле ете йыллыҡ мәктәбен, унан һуң Желтое педучилищеһын отличие менән тамамлай. Бала саҡтан уҡ үҙаллылығы, яуаплылығы менән тиҫтерҙәренән айырылып тора ул. Атаһы репрессияланғас, балаларҙы тәрбиәләү яңғыҙ әсәнең иңенә төшә. Йәш Сафин бының ни тиклем ауыр икәнлеген яҡшы аңлай. Халыҡ медици­наһын, үләндәр менән дауалау алымдарын, халҡыбыҙ мәҙәниә­тен һәм йолаларын яҡшы белгән Гөлъямал өләсәһе Вадимдың оло йөрәкле шәхес булып үҫеүенә көслө йоғонто яһай.
1958 йылда Сафин Ырымбур дәүләт педагогия институтын ҡыҙыл диплом менән тамамлай. Психология уҡытыусыһы Эмиль Беркович, уҡыусыһында фекер­ләү һәләтен, ҡыҙыҡһыныусан­лығын, психологик тикшеренеү­ҙәргә ылығыуын тойоп, ошо фән менән етди шөғөлләнергә кәңәш итә.
Вадим Сафиндың һөнәри эш­мәкәрлеге Ырымбур өлкәһендәге Октябрь урта мәктәбендә башлана. 1959 – 1962 йылдарҙа ул Ейәнсура районы хакимиәтенең халыҡ мәғарифы бүлегендә өлкән инспектор булып эшләй, 1962 йыл­дан 1966 йылға тиклем Стәрлетамаҡ педагогия институтында психологиянан уҡыта. 1965 йылда Мәскәү пединституты аспирантураһына уҡырға инә һәм академик Артур Петровский етәкселегендә психология буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.
1969 йылдан уның педагогик һәм ғилми эшмәкәрлеге Башҡорт дәүләт педагогия институты менән бәйле. Вадим Сафиндың һөнәренә сикһеҙ тоғролоғона, Башҡортостанда психология ғилемен үҫтереүгә һалған тырыш­лығына һоҡланырға ғына ҡала. Уның башланғысы менән педагогия институтында республикала беренсе психология кафедраһы асыла. 1977 – 1982 йылдарҙа ул ошо кафедраға етәкселек итә.
Бер үк ваҡытта тынғыһыҙ шәхес хужалыҡ иҫәбендәге социаль-психологик лаборатория ла ойоштора. Ул ҙур сәнәғәт предприятиеларының заказын үтәй. 1970 – 1988 йылдарҙа психодиагностика һәм суд-психология экспертизаһы лаборатория­һын етәкләй. Рәсәй юғары уҡыу йорттары араһында беренсе булып Башҡорт дәүләт педагогия институтындағы квалификацияны камиллаштырыу факультеты ҡарамағында Юғары практик психологтар курсын асып, профессор Сафин Башҡортостанда психология фәнен үҫтереүгә тос өлөш индерә.
Был курс 1988 йылда асыла һәм 2013 йылға тиклем дауам итә. Шул осорҙа дипломлы 350-нән ашыу психолог әҙерләп сығарыла. Әле улар практик психологияның психоанализ, гештальт-терапия, экзистенциаль психотерапия, символдрама һәм башҡа йүнәлештәрендә эшләй. 1996 йылда Вадим Фәтхи улы “Психология” специальносы буйынса аспирантура аса. 1990 йылда уға профессор ғилми дәрәжәһе бирелә. Вадим Сафин – бик күп монография һәм уҡыу ҡулланмаһы, 200-ҙән ашыу фәнни һәм ғилми-методик хеҙмәт авторы. Ул 20-нән ашыу фән кандидатын әҙерләгән. Шуларҙың етәүһе профессор етәкселегендә психология буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлаған.
Юбилярҙың хеҙмәттәре ха­ҡында һүҙ алып барғанда уның башҡорт гимназияларында гуманитар фәндәрҙе уҡытыу концеп­цияһын төҙөү буйынса тынғыһыҙ эшмәкәрлеген дә билдәләргә кәрәк. 1998 – 2000 йылдарҙа Сафин етәкселегендәге бер төркөм – БДУ һәм БДПУ ғалимдары – ошо концепция өҫтөндә эшләй. 1998 йылда Ҡазанда милли мәктәптәрҙә гуманитар фәндәрҙе уҡытыуға арналған конференцияла был концепция хуплана. Әйткәндәй, сарала ЮНЕСКО вәкилдәре лә ҡатнаша. Вадим Сафин, концепция идеяларына таянып, Күмертау, Сибай, Баймаҡ ҡалаларында башҡорт гимназияларын асыу һәм уларҙы милли кадрҙар менән тәьмин итеү комиссияларына етәкселек итә.
Вадим Фәтхи улының фәнни-популяр мәҡәләләре хәҙерге тормоштоң көнүҙәк проблемаларын сағылдыра. Сафин “Баш­ҡорт­ос­тан уҡытыусыһы” (1991), “Башҡортостан ҡыҙы” (2001) журналдарының, “Башҡортостан” гәзитенең (1992) йыл лауреаты була.
Уны халҡының киләсәге, ба­лаларға әхлаҡи тәрбиә биреү мәсьәләләре тәрән борсой. В.Ф. Сафин, ваҡытты уҙып, әсәлек һәм атайлыҡ проблемалары программаһын да төҙөй. Әйт­кәндәй, ул “Башҡортостан уҡы­тыусыһы” журналында баҫылып сыға. Был программала профессор балаларҙың, айырыуса сирле сабыйҙарҙың үҫешендәге, уларҙы тәрбиәләүҙәге әхлаҡи, интеллектуаль үҙенсәлектәренә ҙур иғтибар бирә. Ваҡытында әсәлек һәм атайлыҡ институтын асыу ниәтен генә тормошҡа ашыра алмағанға үкенес тойғоһо кисерә Вадим Фәтхи улы.
Тырыш хеҙмәте өсөн абруйлы ир-уҙаманға “БАССР-ҙың атҡа­ҙанған уҡытыусыһы”, “Баш­ҡортос­тан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре”, “Башҡортостан­дың мәғариф отличнигы”, “Рәсәйҙең почетлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре” тигән маҡ­таулы исемдәр бирелгән. Ул шулай уҡ В.А. Сухомлинский исемендәге миҙал менән дә бүләкләнгән.
Вадим Фәтхи улы – Америка гуманистик йүнәлештәге психологтар ассоциацияһының һәм Халыҡ-ара психологик фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы. Ләкин иң мөһиме – ошо регалиялар артында Шәхес, Уҡытыусы тора. Ул уҡыусыларына сифатлы һәм тәрән белем биреп кенә ҡалмай, өҙлөкһөҙ һөнәри үҫешкә илһамландыра, һәр береһенең шәхси ҡеүәтен асырға ярҙам итә, ялған ҡиммәттәрҙән арындырып, ирекле һәм аҡыллы фекерләргә өйрәтә.
Вадим Фәтхи улы кеүек оло шәхес менән аралашҡандан һуң эске донъяңдың һәм тирә-яҡ мөхиттең асылына тәрәнерәк төшөнәһең, социаль күренеш­тәрҙе лә икенсе күҙлектән ҡабул итәһең.
Уҡытыусыбыҙ тормошҡа бул­ған даими ҡыҙыҡһыныуы менән ылыҡтыра. Фән, мәғариф, психология тураһындағы мауыҡ­тырғыс әңгәмәләшеүҙәрҙән һуң рухи йәһәттән дә, һөнәри яҡтан да үҫеш кисергәндәй тояһың. Уның эргәһендә һәр саҡ кеше күп: берәүҙәре кәңәш, икенсе­ләре ярҙам һорай, өсөнсөләре иһә ҡыҙыҡлы аралашыуға өмөт итә.
Вадим Сафиндың лекциялары аныҡ структураһы, йөкмәткеһе менән генә түгел, уҡыу материа­лының үҙенсәлекле еткерелеүе йәһәтенән дә айырылып тора, хис-тойғоларға бай булыуы, образлылығы менән тотош аудиторияны үҙенә йәлеп итә. Семинар һәм лекция дәрестәре сту­денттарҙың, тыңлаусыларҙың хәтерендә оҙаҡ һаҡлана.
Вадим Фәтхи улы Сафин – Ғалим һәм абруйлы Уҡытыусы, юғары кимәлдәге профессионал, көслө рухлы шәхес. Тормошто бөтә сағылыштарында яратҡан ошондай кешеләр арабыҙҙа күберәк булһын ине.

Ләйсән ШАҺИВӘЛИЕВА,
М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның Юғары практик психологтар курсын 2003 йылда тамамлаусылар исеменән.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде...

Тотош уҡырға 1

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне 06.05.2026 // Йәмғиәт

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың почта бүлексәләре 9 майҙа Еңеү көнөн билдәләүгә бәйле эш графигын үҙгәртә, тип ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров «Үлемһеҙ полк» акцияһына онлайн ҡушылырға саҡырҙы
Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана

Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

12 майҙан республиканың Экология министрлығында һунарсыларҙан рөхсәт ҡағыҙы алыуға ғаризалар ҡабул ......

Тотош уҡырға 1

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды 05.05.2026 // Йәмғиәт

Йыл һайын түләү Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында хәрәкәттәге армияла хеҙмәт иткән йәки хәрби хәрәкәттәр ......

Тотош уҡырға 2

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла 05.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

Был үҙгәрештәр һауа киңлеген файҙаланыу буйынса ғәмәлдәге сикләүҙәргә бәйле....

Тотош уҡырға 2

Республикала аномаль эҫе булыуы көтөлә
Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә 04.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә...

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә