Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Буранайҙа, йөҙ йыл элек
1918 йылдың һәр айына ҡыҫҡаса ғына байҡау яһауҙы бурыс итеп алһам да, миҙгелдәрҙәге көндәрҙең ни рәүешле булыуына, үҫемлектәр, йәнлектәр, ҡош-ҡорт донъяһының үҙен нисек хис итеүенә баһа биреү минең генә хәлдән килерҙәй эш түгел. Был мәсьәләләрҙә яҡшы танышым, журналистарҙың кәңәшсеһе һәм ҡәләмдәше, биология фәндәре докторы, профессор-фенолог Евгений Васильевич Кучеров оло маһир ине. Ғалим тәбиғәт аша тыуған еребеҙҙең бөгөнгөһөн уның тарихы менән бәйләһә, икенсе ҙур ғалим, биолог, Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре, профессор Борис Михайлович Миркин, беҙҙе тирә-яҡ мөхиттең серҙәренә яҡынайтыу менән бергә, классик музыка донъяһына ла алып инергә тырыша. Ошо ике шәхес тураһында аяғүрә баҫҡан килеш түгел, ә тәфсилләп һөйләшергә кәрәк. Тынғыһыҙ был тормошта сула таба алһаҡ, әлбиттә.


Рәсәй империяһының тыныс тормошон боҙоп, күп милләтле дәүләт­тәге халыҡтарҙы ҡуҙғытылған иләү­ҙәге ҡырмыҫҡаларға хас сәбәлән­дергән инҡилаптарҙың дөр итеүенә лә хәтһеҙ булып бара, ләкин ил һис тынысланаһы түгел. Иң хәүефлеһе — емерелгән иҫке дәүләтселектең һәм нығынып өлгөрмәгән яңы хакимлыҡтың Европаның берләшкән бәғзе дәүләттәре менән элеккегә һуғыш хәлендә ҡалыуы. Февраль күҙәтеүендә (“Башҡортостан”, 2 февраль, №13) Совет республикаһы делегацияһының Брест-Ли­товски­ҙағы һөйләшеүҙәренә туҡталырға вәғәҙә иткәйнем.
Григорий Сокольников, Георгий Чичерин, Григорий Петровский һәм Лев Карахандарҙан торған совет делегацияһы Рәсәй менән Германия, Австро-Венгрия, Болгария һәм Төркиә араһында солох тураһында договорҙы имзалай. Документ Рәсәй, Германия һәм уның әле һаналған союздаштары араһында һуғыштың тамамланыуын теркәй. Рәсәйҙең ҙур ғына биләмәләре — Литва, Курляндия, Лифляндия, Эстляндия (Балтик буйының ХVIII быуатта Рус дәүләтенә ҡушылған өлкәләре) һәм Белоруссияның бер өлөшө тартып алына; Ардаган, Карс һәм Батум Төркиә ҡулына ҡала. Украина менән Финляндия үҙаллы дәүләттәр тип таныла. Ғөмүмән, Рәсәй бер миллион квадрат километрға яҡын ерен юғалта. Совет яғы армия һәм флотты, Ҡыҙыл Армияның яңы ғына булдырылған частарын да индереп, демобилизацияларға тейеш була. 1918 йылдың 27 авгусында Берлинда договорға өҫтәлмә имзалана, ул Совет Рәсәйен Германияға алты миллиард марка күләмендәге контрибуция түләргә мәжбүр итә. Әммә бәхетле осраҡ ярҙам итә: Германияла 13 ноябрҙәге инҡилаби ваҡиғалар һөҙөмтәһендә Вильгельм II бәреп төшөрөлә. Һөҙөмтәлә Совет хөкүмәте договорҙы юҡҡа сығара.
6 мартта РСДРП(б)-ның VII ғәҙәттән тыш съезы йыйыла һәм уның көн тәртибендә төп мәсьәлә булып, әлбиттә, юғарыла әйтелгән договор тора. Брест договорын хуплауҙы ныҡышып, В.И. Ленин: “Солох — бирелеү түгел, бәлки ваҡыт яғынан отоу һәм инҡилапты, Совет власын ҡотҡарып алып ҡалыу зарурлығынан сыҡҡан тактик маневр”, — тип аңлата. Һул коммунис­тар Николай Бухарин һәм башҡалар уның менән ризалашмай. Шулай ҙа, ҡыҙыу бәхәстәрҙән һуң, съезд Брест солохон раҫлай. “Һуғыш һәм солох тураһында”ғы резолюцияла, айырым алғанда, былай тиелә: “Съезд, армиябыҙҙың булмауы, тарҡау фронт частарының уғата бөлгөнлөгө, империализмдың Совет социалистик республикаһына һөжүме алдынан тын тартыуҙың аҙ ғына мөмкинлегенән дә файҙаланып ҡалыу зарурлығы Совет власы имзалаған ғәйәт ауыр, түбәнселекле договорҙы раҫлауҙы талап итә”.
Шунһыҙ ҙа булмағандыр, сөнки шул уҡ көндә, 6 мартта, Мурманскиға инглиз частары килеп төшә. Антанта ғәскәрҙәре унда 1920 йылдың 21 февраленә тиклем була.
Большевиктар фирҡәһенең ғәҙәттән тыш съезы, социал-демократик сәйәсәттән ситләшеп, үҙенә яңы атама ала, ул Рәсәй коммунис­тар фирҡәһе — РКП(б) тип йөрөтөлә башлай. 14 – 16 мартта Мәскәүҙә Советтарҙың IV ғәҙәттән тыш съезы үтә. Ул Германия менән солох договорын ратификациялай. Һул эсерҙар, риза булмау йөҙөнән, хөкүмәтте ташлап китә.
Күренеүенсә, буранайҙа сәйәси бурандар борҡоп торған икән. Ул арала Мәскәү Совет Рәсәйенең пайтәхете тип иғлан ителә һәм хөкүмәт Петроградтан әүәлге яңы баш ҡалаға күсерелә.
“Тарих — миҫалдарға нигеҙләнгән фәлсәфиәт”, — тигән раҫлау бар. Шулай булмаһа, оло тарихи ваҡиғалар ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығына һыя алыр инеме ни?

Рубриканы Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ алып бара.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров Нефтекаманы башҡа муниципалитеттарға өлгө итеп ҡуйҙы
Башҡортостанда бер көнгә алкоголь һатыу тыйыла

Башҡортостанда бер көнгә алкоголь һатыу тыйыла 25.05.2026 // Йәмғиәт

Был мәктәптәрҙә «Һуңғы ҡыңғырау» байрамын уҙғарыуға бәйле....

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Каспий буйындағы курорт ҡалаһына тура авиарейстар асылды

Өфөнән Каспий буйындағы курорт ҡалаһына тура авиарейстар асылды 25.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Каспий буйындағы курорт ҡалаһына тура авиарейстар асылды...

Тотош уҡырға 1

Аҙна башында республикала эҫе була

Аҙна башында республикала эҫе була 25.05.2026 // Йәмғиәт

Синоптиктар йәйгесә эҫе булыуын вәғәҙәләй: +24° алып +30° тиклем....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда популяр курортҡа автобустар йөрөй башлай

Башҡортостанда популяр курортҡа автобустар йөрөй башлай 22.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда популяр курортҡа автобустар йөрөй башлай...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан вуздарына бюджет урындары һаны билдәле булды

Башҡортостан вуздарына бюджет урындары һаны билдәле булды 22.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан вуздарына бюджет урындары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров Ҡырмыҫҡалы районындағы табип амбулаторияһының эшен күрһәтте

Радий Хәбиров Ҡырмыҫҡалы районындағы табип амбулаторияһының эшен күрһәтте 22.05.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Ҡырмыҫҡалы районындағы табип амбулаторияһының эшен күрһәтте...

Тотош уҡырға 2

Республикала Курбатовтарҙың ишле ғаиләһендә алтынсы сабый тыуған
Өфө блогеры һәм альпинист Рөстәм Нәбиев Эвересты яуланы

Өфө блогеры һәм альпинист Рөстәм Нәбиев Эвересты яуланы 21.05.2026 // Йәмғиәт

Яҡташыбыҙ донъяның иң бейек түбәһенә флаг ҡаҙаған һәм «ҡолағандан һуң тормош бөтә тип уйлағандар ......

Тотош уҡырға 3

«Шүлгәнташ» музейы Лихачев исемендәге Милли премияға лайыҡ булды

«Шүлгәнташ» музейы Лихачев исемендәге Милли премияға лайыҡ булды 21.05.2026 // Йәмғиәт

«Шүлгәнташ» «Милли ҡаҙаныш» номинацияһында еңеү яуланы....

Тотош уҡырға 4

Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта ҡайҙа ҡорбан салырға

Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта ҡайҙа ҡорбан салырға 21.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта ҡайҙа ҡорбан салырға...

Тотош уҡырға 4

Баш ҡалала Ағиҙел йылғаһы күперендә хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Баш ҡалала Ағиҙел йылғаһы күперендә хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 21.05.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалала Ағиҙел йылғаһы күперендә хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә