Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Яҡтыкүл буйында Күсем руднигы тигән ауыл бар. Унда ҡоростан ҡойолған бейек пирамида ҡалҡҡан. Тимәк, ҡасандыр был урында ҡаҙыу эштәре башҡарылған, руда сығарылған.

Бөйөк Ватан һуғышы башланырҙан ун йыл элек ошо тирәләге Күсем, Нияҙғол, Йәлембәт, Бикҡол ауылдары янында төрлө ҙурлыҡтағы марганец ятҡылыҡтары табыла. Уларға беренсе булып Уралды арҡырыға-буйға ҡыҙырған геолог С.А. Куликов юлыға. Һөҙөмтәлә һуғышҡа тиклем Белорет районының Туҡан ауылында Урал буйы тау минералдары музейы асыла.
Яу тоҡанып, илдең хәрби ҡеүәтен арттырыу көнүҙәк мәсьәләгә әүерелгәс, Магнитогорск металлургия комбинаты, танк һәм артиллерия заводтары өсөн ҡоростоң ныҡлы сорттарын етештереп, ҡорал эшләү буйынса махсуслаша. Ә танк броняһы һәм снаряд ҡойоуға марганец рудаһы кәрәк. Магнитогорск, Мәскәү белгестәре уның ятҡылыҡтарын эҙләй башлай. Башҡортостандың баш ҡалаһында геология идаралығы барлыҡҡа килә. Эҙләнеүселәргә ҡаҙыныу эшендә тыуған яғындағы ятҡылыҡтарҙы яҡшы белгән уҙамандың – Күсем ауылы геологы Тажетдин Кусимовтың ярҙамы ҙур була. Улар файҙалы ҡаҙылмаларға бай Ирәндек буйҙарын арҡырыға-буйға йөрөп сыға. Теләш ауылының төньяҡ-көнбайышындағы Арҡырығыр тауы буйында ҡаҙылған урындар әле лә осрай.
Академик А.Е. Ферсман: “Марганец һуғышҡа тиклем Кавказдан, Украинанан килтерелһә, хәҙер Баш­ҡортостанда, Урал буйында күпләп табылды”, – тип яҙа. Алтындан да ҡиммәт ҡаҙылма ятҡылығы Яҡтыкүл буйындағы Ҡотоҡай тауында күп. 1941 йылдың авгусында партия ҡушыуы буйынса Күсем руднигына Белорет металлургия комбинатынан Свердловск тау сәнәғәте академияһын тамамлаған А.И. Павлов ебәрелә. СССР Дәүләт оборона комитетынан бында руда сығара башларға тигән бойороҡ килә.
Күсемдә әлеге ятҡылыҡ тәрәндә урынлашҡан, шуға ябыҡ ысулды ҡулланырға кәрәк була. Шахтаға штольня­ларҙы яй һалалар. Бөтөн эш ҡул көсө менән башҡарыла. Етмәһә, ҡыш үтә һалҡын. Илле градус һыуыҡта шахтер­ҙар, штольнянан сыҡҡан аттар боҙ шөкәрәһе менән ҡаплана. Эш таң һарыһынан башлана ла төн уртаһына тиклем дауам итә. Күптәр ҡайтмайынса ике-өс сменалыҡ бурысын бер юлы үтәй. Уларға шахтер паегы бирелә.
Ә фронтҡа көндән-көн күберәк танк, самолет, снаряд кәрәк. Тимәк, марганец етештереүҙе лә шунса тапҡыр арттырыу мөһим. Сығарылған ҡаҙылманың күләмен көн дә теркәп баралар. Ҡотоҡай штректары тәрәнәйә. Ҡаялы урындарҙы кәйлә, вата торған сүкеш, бер ботлоҡ суҡмарҙар менән һуғып емерәләр. Марганец ҡатламы ни тиклем ҡатыраҡ булһа, шахтерҙар шул ҡәҙәр үк ныҡышмалылыҡ, сәм менән эшләй. Саңдан тыны ҡыҫылып тәгәрәгәндәр ҙә бер аҙҙан ҡулына ҡоралын кире ала. Еңеү өсөн үҙен аямай шахтерҙар. Смеловск станцияһына тиклем һалынған тимер юл буйлап туҡтауһыҙ “күк таш” оҙатыла.
Күсемдәгенән һуңғараҡ Йәлембәт шахтаһы асыла. Уның эшендә лә ябыҡ ысул ҡулланыла. Ҡатлам тәрәндә булғанлыҡтан, ерҙе динамит менән шартлаталар. Күрһәткестәргә килгәндә, 1943 йылда һуғыш башланған осорға ҡарағанда ун тапҡыр күберәк марганец сығарыуға өлгәшелә. Механизация, электр, йылытыу саралары булмаһа ла, беҙҙең шахтерҙар, хеҙмәтен теүәл үтәп, ҡоралға ихтыяжды ҡәнәғәтләндерә, көндө төнгә ялғап, Тыуған илебеҙҙең ҡалҡанын нығыта. Дошманға нәфрәт менән ҡаҙылған “күк таш”ты иретеп, Магнитогорск заводында ҡойолған броняларҙан етештерелгән легендар “Т-34”, “ИС” танктары фронттың иң алғы сафында була. Фашистарҙы ҡурҡыуҙан ҡалтыратҡан “ИС” дошмандың “Тигр”ынан ун тоннаға еңелерәк, ләкин күп тапҡырға ҡеүәтлерәк. Техниканы шартлатҡан осраҡта ла броня емерелмәй.
Күсем руднигынан марганец рудаһы туҡтауһыҙ тейәп ебәрелеп тора. Магнитогорск металлургия комбинатында уны мартен мейесендә иретеп, блюмингта ҡыҫып, прокат станогынан үткәреп, броня тимере алалар. Һуғыш башланған осорҙа иһә прокат станогы булмай. Уны Мариуполдән килтергәнсе, металлургтар үҙ ысулын ҡулланып беренсе броня ҡоросон ҡоя. Ысын хеҙмәт батырлығы күрһәтеп, яуҙың тәүге йылдарында уҡ етештереү ҡеүәтен бер нисә тапҡыр арттырыуға өлгәшәләр. Фронтҡа ебәрелгән һәр өсөнсө снаряд, һәр икенсе танк броняһы Магнит ҡоросонан ҡойола. Шахтала иһә аҙаҡ һаулығы ҡаҡшаған эшселәрҙе яралы фронтовиктар, төрлө ауыл кешеләре алмаштыра.
Бөйөк Еңеүгә быйыл 73 йыл тула. Күсем шахтерҙары йәшәгән, “күк таш” сығарылған ерҙе хәҙер танырлыҡ та түгел. Яҡтыкүл буйлап ял йорттары, шифаханалар, пансионаттар теҙелгән. Юлдарға асфальт һалынған. Ҡотоҡай тауының битендә иһә – обелиск. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Күсем марганец руднигында эшләгән һәм һөнәренә бәйле ауырыуҙарҙан үлгән шахтерҙар исемлеге теҙелгән унда. А.И. Павлов, Ә.Х. Бикмәтов, Ә.М. Зекрин, М.З. Зекрин, Ә.Ф. Фәтхуллин, А.С. Юлдашев, Х.А. Әхмәткирәев, М.А. Арғынбаев, Т.Н. Мирсаев, М.Я. Ямалетдинов, Р.Т. Ғәбдрәшитов... Күп, бик күп улар. Ҡырҡ өс айҙа 300 мең тоннанан ашыу марганец рудаһы сығарған шахтерҙарҙың ҡаһарманлығы “1941 – 1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн” миҙалы менән баһаланған.

Әбйәлил районы.


Автор: Зөһрә БӘШӘРОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Стажировка үҙәге аша үҙенең студенттарын нисек ҡайтарасаҡ

Башҡортостан Стажировка үҙәге аша үҙенең студенттарын нисек ҡайтарасаҡ 28.05.2026 // Йәмғиәт

Йыл һайын Башҡортостандан егет-ҡыҙҙар берҙәм дәүләт имтиханында юғары балл йыйып, илебеҙҙең баш ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Беҙҙең ир-егеттәрҙең миссияһы —  ҡатын-ҡыҙҙарҙы яҡлау»
Башҡортостанда меценат ауылдаштарына мәсет бүләк иткән

Башҡортостанда меценат ауылдаштарына мәсет бүләк иткән 28.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда меценат ауылдаштарына мәсет бүләк иткән...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Ағиҙел йылғаһы буйында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Ағиҙел йылғаһы буйында хәрәкәт сикләнә 28.05.2026 // Йәмғиәт

Сикләү «Йәшел марафон» үткәреү менән бәйле, тип хәбәр иттеләр мэриянан....

Тотош уҡырға 1

Өфөгә сәйәхәтсе Йоханнес Баденхорстың экспедицияһы килде

Өфөгә сәйәхәтсе Йоханнес Баденхорстың экспедицияһы килде 28.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә сәйәхәтсе Йоханнес Баденхорстың экспедицияһы килде...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда һабантуйҙар миҙгеле башлана

Башҡортостанда һабантуйҙар миҙгеле башлана 28.05.2026 // Йәмғиәт

Тәүгеләрҙән булып «һабан байрамын» Әбйәлил, Ғафури, Йылайыр, Ҡалтасы һәм Күгәрсен райондары халҡы ......

Тотош уҡырға 1

Ҡойма ямғыр, йәшен һәм боҙ-борсаҡ: республикала һауа торошоноң боҙолоуы фаразлана

Ҡойма ямғыр, йәшен һәм боҙ-борсаҡ: республикала һауа торошоноң боҙолоуы фаразлана 28.05.2026 // Йәмғиәт

Ҡойма ямғыр, йәшен һәм боҙ-борсаҡ: республикала һауа торошоноң боҙолоуы фаразлана...

Тотош уҡырға 1

Өфөләрҙән аэропортҡа барыуҙы алдан планлаштырыуҙарын һорайҙар

Өфөләрҙән аэропортҡа барыуҙы алдан планлаштырыуҙарын һорайҙар 26.05.2026 // Йәмғиәт

Был Өфө – Ырымбур трассаһында күперҙе ремонтлауға бәйле....

Тотош уҡырға 3

Республикала 1 июндә ғаиләләр өсөн яңы түләү индерелә

Республикала 1 июндә ғаиләләр өсөн яңы түләү индерелә 26.05.2026 // Йәмғиәт

Уны ике һәм унан күберәк балаһы булған, 2025 йылда физик шәхестәрҙең килеменә һалым (НДФЛ) түләгән ......

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан ишле ғаиләләр һаны буйынса илдә лидер булып ҡала

Башҡортостан ишле ғаиләләр һаны буйынса илдә лидер булып ҡала 26.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ишле ғаиләләр һаны буйынса илдә лидер булып ҡала...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров Нефтекаманы башҡа муниципалитеттарға өлгө итеп ҡуйҙы
Башҡортостанда бер көнгә алкоголь һатыу тыйыла

Башҡортостанда бер көнгә алкоголь һатыу тыйыла 25.05.2026 // Йәмғиәт

Был мәктәптәрҙә «Һуңғы ҡыңғырау» байрамын уҙғарыуға бәйле....

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә