Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ололаһаң олоно...
Ололаһаң олоно...Киләсәк – йәштәр ҡулында, бәхәсһеҙ. Ә бөгөнгө көн, үткән тормош? Ошо төшөнсәләр хаҡында ла һәр саҡ уйланыу фарыз, минеңсә. Кисәгеһеҙ иртәгәһе таң атмай бит. Шул үткәндәргә, бөгөнгөгә нигеҙ һалған оло быуындың йәшәйеше лә сит-ят булырға тейеш түгел был йәһәттән. Улар ҡасандыр үҙҙәренең эштәре, тәндәре һәм йәндәре менән Тыуған илебеҙҙе һаҡлаған, уның эсендә тәртип, үҫеш булыуҙа фиҙакәр көсөн йәлләмәгән. Инәй-бабайҙарыбыҙҙы нимә борсой? Ҡәнәғәтме улар беҙҙең, йәштәрҙең, эшенән, ҡылыҡтарынан? Ниндәй өмөттәр менән иртәгәһе көнгә баға? Ошо һорауҙарға яуапты Стәрлетамаҡ ҡалаһы ветерандар советы рәйесе, отставкалағы полиция майо­ры Тәлғәт Абдулғәни улы ҒӘБИТОВ менән бергәләп эҙләргә булдыҡ.


– Быуындар бәйләнеше һәр саҡ көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булды. Ҡалала оло­ларға ҡарата хөрмәт ҙурмы?
– Етәкселек тарафынан, дөйөм ҡала халҡынан, рәхмәт, ярҙам тойоп йәшәйбеҙ. Үкенескә ҡаршы, ҡайһы саҡ айырым бер кешеләр өсөн, әлбиттә, йөҙ ҙә ҡыҙара. Мәҫәлән, ҡарттарҙың күңелен күтәреп, йәнле саралар ойоштороп, йәштәргә аҡһаҡал кәңәштәре биреп ултырыр урынға ниндәйҙер социаль мәсьәләләрҙе хәл итергә сығып китәбеҙ. Ҡайһы бер булдыҡһыҙ йәштәр арҡаһында ҡарттар яфалана. Атап әйткәндә, көнкүреш буйынса комиссияның эше ғәйәт күп. Был совет заманынан ҡалған торлаҡ-коммуналь системаның иҫкереүенә лә бәйле, шул уҡ ваҡытта, мәҫәлән, шундай хәлдәр ҙә килеп сыға: көҙ көнө бер апай фатирында һаман да йүнләп йылы булмағаны хаҡында хәбәр итеп шылтыратты. Барһаң, ысынлап та, тышта көҙ булыуға ҡарамаҫтан, фатирҙа йылылыҡ торбалары тейешенсә эшләмәй, яуаплы кешеләр йүнләп тикшермәгән. Апай башта уларға шылтыратып ҡараған, ләкин килеп киткәндәр ҙә юҡ булғандар... Ахыр сиктә беҙҙең телефон һандарын йыйған.
Икенсе осраҡ. Ҡалала бөгөн 90-дан ашыу Бөйөк Ватан һуғы­шы ветераны йәшәй. Уларҙың һәммәһе лә беҙҙең иғтибарҙа. Тик бөтә тормоштарын контролдә тотоу тигәнде аңлатмай был. Күптән түгел ошондай катего­рияға ҡараған бер бабай менән осраштым. Ветеран үҙенең хәлдәрен, фатирына ремонт талап ителгәнен һөйләй, ул ремонт эштәрен бушлай башҡартыуға өмөт итә. Әллә кемдәргә мөрәжәғәт итеп бөткән, хатта ил башлығына тура бәйләнешкә шылтыратҡан, яҙған, тик барлыҡ ерҙән дә бер үк яуап – бушлай мөмкин түгел.
Документтарға күҙ һалһаҡ, коммуналь түләү өсөн квитанциялар бынан бер нисә йыл элек вафат булған ҡатыны исеменә килә. Мәрхүмә фатирҙағы өлөшөн ейәнсәренә мираҫ итеп ҡалдырған, бабай күптән түгел бер ҡатын менән танышып, үҙ өлөшөн уға бүләк иткән. Ғәмәлдә фатир бабайҙыҡы түгел килеп сыға. Эштең айышына төшөн­дөргәс, ветеран аптырап, әллә үҙенә, әллә миңә бер һорау биреп ҡуйҙы: “Әлегә ҡәҙәр миңә быны ниңә бер кем дә аңлатмаған һуң?” Эйе, илебеҙ тыныслығы хаҡына ҡан түккән инәй-бабайҙар алдында мәңге бурыслыбыҙ, тик бына уларҙың хәлен үҙ файҙаһына борорға ниәтләгән, йә иһә яҡын кешеһенә ҡарата бөтөнләй битараф әҙәмдәр аптырата. Был да үҙенә күрә бер быуындар бәйләнеше ул. Ҡайһы берҙә ветерандар советы шундай сетерекле мәсьәләләр эсендә лә ҡайнай.
Әлбиттә, был осраҡтар күңелде ҡырмай ҡалмай. Ғәмәлдә иһә ҡалала ветерандарҙы хөрмәт итәләр, һәр кем ҡулынан нимә килә, барыһын да бәхетле ҡартлыҡ өсөн эшләргә тырыша. Бер генә миҫал килтерәм: Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәр­летамаҡ ҡалаһы буйынса бү­легендә ветерандар советын етәкләгәндә отставкалағы ағай­ҙарҙы сәйәхәткә алып сыҡтыҡ. Юҡ, сит илгә түгел, хатта республика хаҡында һүҙ бармай. Стәрлетамаҡ урамдары буйлап автобуста йөрөнөк, яңы биҫ­тәләрҙе, биналарҙы, объекттарҙы ҡараныҡ һәм, беләһегеҙме, кемдәрҙеңдер күҙе йәшләнде, кемдер шатлығынан йырлап та алды. Бик күптәр хәҙер фатирынан, йорт ихатаһынан йыраҡ китмәй, ә уларҙың йәш сағынан алып бөгөнгәсә ҡәҙәр ҡала күпме үҙгәргән! Ғөмүмән, оло кешегә күп кәрәкмәй ул. Шуға күңел йылыһын йәлләргә ярамай.
– Ә бына йәштәр кәңәш һорап киләме?
– Башта уҡ шуны асыҡлап үтеү мөһим: беҙ ниндәйҙер сәйәси партия түгел, шуға сәйәсәттән йыраҡ торабыҙ. Әммә кем сүрә­тендә генә мөрәжәғәт итһәләр ҙә, үҙ фекеребеҙҙе белдермәй ҡалмайбыҙ, кәңәшһеҙ сығармай­быҙ. Шуныһына ҡыуанам: мөрә­жәғәт итеүҙәр исем өсөн генә түгел, әйткән һүҙҙәребеҙгә ҡолаҡ һалалар. Ә һорауҙар төрлө-төрлө: кемдер яңы эш башлап китер алдынан икеләнә, кемдер өйөндәге ата-әсәһенең тормошон еңеләйтергә тырыша.
– Был урында тәрбиә хаҡында ла һөйләшеп үтергә бурыслыбыҙҙыр...
– Тәрбиә тураһында һүҙ ҡуҙғатҡанда, сағыштырыу ҡулланып һүҙ йөрөтөргә кәрәктер. Йәнә донъяуи кимәлгә сығайыҡ. Сит илдәр менән сағыштырғанда, Рәсәй пенсионерының хәле бер төрлө түгел, мәҫәлән. Унда кеше хаҡлы ялға сыҡҡас, кинәнеп ял итә, сәйәхәткә йөрөй. Уның ҡарауы, етешһеҙ яҡтары ла бар. Тәрбиә эшендә лә шулай уҡ. Мәҫәлән, Европаның ҡайһы бер илдәрендә илһөйәрлек төшөн­сәһе бөтөнләй юҡ, ғәмәлдә был төшөнсәне матди маҡсат юйған. Ошо йәһәттән Украинаны ғына иҫкә төшөрөү ҙә етә: идеологияны күҙ уңынан ысҡындырҙылар ҙа, ана, хәҙер хәлдәре ниндәй. Беҙҙә илһөйәрлек тойғоһо көслө. Был йәштәребеҙгә ҡарата тәрбиәнән килә, әлбиттә. Уларҙы үҙ иленең тоғро ул һәм ҡыҙҙары итеп үҫ­тергәндә генә көслө буласаҡбыҙ.
Илһөйәрлек буйынса тәрбиә көсәйһә лә, бына шәхес тәр­биәләүҙә, минеңсә, етешһеҙ­лектәр күҙгә күренеп тора. Мәҫәлән, хеҙмәт тәрбиәһе бөтөнләй юҡ. Беҙ, хәтерләйем, мәктәпкә ҡышҡылыҡҡа 500-600 кубометр утын әҙерләй инек һәм, иғтибар итегеҙ, бер кем дә ҡулын киҫмәне, һыҙырманы. Әле таҡта ла һөрттөрә алмай бит уҡытыусы, әрләй ҙә алмай. Ниңә, иҙән йыуып сығарһа, баланың ҡулы ҡороймо ни? Был етешһеҙлектәрҙе киләсәктә бөтөрөү мөһим, юғиһә аҙаҡ эш шул илһөйәрлеккә барып төртөлөүе ихтимал. Шунан аптырайбыҙ: ниңә уҡыусылар мәктәптә атыша башланы тип...
Бына ошолар хаҡында ла уйланабыҙ совет ултырыштарына йыйылған мәлдәрҙә. Нисек кенә булмаһын, был фекерҙәрҙе һөйләп ҡалыу ғына түгел, әйтә барырға, ололарса кәңәш бирергә лә кәрәк, тип уйлайым. Ошо кәңәштәргә ҡолаҡ һалһындар ине...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 647

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519