Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » 90 йәшлек олатайҙың шатлығы
90 йәшлек олатайҙың шатлығыГәзит уҡыусыларыбыҙ менән бәйләнеш һис кенә лә өҙөлмәй, киреһенсә, нығына ғына. Юҡҡа ғына матбуғат тураһында, дуҫлыҡ күпере ролен үтәүсе, тимәйҙәр. Эйе, шулай һөйөнсөләргә сәбәптәр етерлек. Мәҫәлән, “2018 йылдың беренсе яртыһына гәзиткә яҙылып, квитанция күсермәһен редакцияға ебәреүселәр бүләк отасаҡ” тип хәбәр итеп тә өлгөрмәнек, хаттар яуа башламаһынмы! Ошо бәләкәй генә миҫал, ысынлап та, фекерҙәштәребеҙҙең күбәйеүен дәлилләй. Күптән түгел еңеүселәрҙе асыҡланыҡ.

Бүләген редакциябыҙға килеп ҡу­лына алған Рәшит олатай Фәйзул­линға һоҡланмау мөмкин түгел. Олатай тим, сөнки ҡәҙерле ҡунағыбыҙға – 90 йәш. Иң шатландырғаны – үҙ аҡы­лында һәм үҙ аяғында. Ҡайҙан килеп еткән бит әле, батырыбыҙҙың тыуған төйәге Салауат районынан!
– Борон уҡытыусыларҙы йүнәлтмә нигеҙендә эшкә ебәреү киң таралғайны, – тип башланы һүҙен Рәшит Хужәхмәт улы. – Өлөшөңә төшкән көмөшөң тигән­дәй, беҙгә ялан яҡтарын барып күреү бә­хете тейҙе. Кәлә­шем Сай­мә Харис ҡыҙы менән Көйөргәҙе районының Мораптал мәктәбендә эш башланыҡ. Йәш саҡ – дәрт-дарман ташып торған саҡ. Дәрестәр биреү менән генә сикләнмәнек, ә мәктәп, хатта ауыл һәм район тормошондағы төрлө сара­лар­ҙа ла әүҙем ҡатнаштыҡ. Алмаш кон­церттар ҡуйыу, спектаклдәр әҙерләү, өмәләргә сығыу... Бер һүҙ менән әйткәндә, күңелле йәшәнек.
Фәйзуллиндар был тарафтарҙа оҙаҡ тотҡарланмай, ни тиһәң дә, тыуып үҫкән яҡтар магниттай үҙенә тарта. Дала яҡтарының үҙ матурлығы, таулы-урман­лы төбәк үҙенсә хозур, тиҙәр. Йәштәр Салауат районының Арҡауыл ауылына (әйткәндәй, икеһе лә ошонан) ҡайтып нигеҙ ҡора, артабан белем таратыуҙы дауам итә.
– Бая үткән быуаттың 50-се йылдары тип тиккә һүҙ ебен тағата башламаным, – тип дауам итә хәбәрен әңгәмәсем. – Бына шунан бирле “Башҡортостан” гәзитенән айырылғаным юҡ. Уйынлы-ысынлы әйткәндә, Таймаҫ “Башҡортос­тан” менән айырылмаҫ дуҫ яһаны. Имеш, уҡытыусы исемен йөрөт тә ва­ҡытлы матбуғатты алдырма. Бүтәндәр араһында төп башҡорт баҫмаһы иң мөһим урынды биләне, әле лә шулай.
Ауылда йәшәп тә район гәзитен алдырма­ғандарға аптырауын йәшер­мәне ул. Башҡорт­останыбыҙҙың йөрәк тибешен тойомлау өсөн республика баҫмаларына яҙылыу отошло икәненә лә баҫым яһаны.
Өлкән кеше өлкән инде, улай ғына­мы, тәжрибәле лә. Рәшит олатай ваҡыт­лы матбуғат баҫмаларына яҙылыуҙы, ғөмүмән, китап уҡыуҙы һәм белем эстәү­ҙе бик кәрәкле тип иҫәпләй. Бар­маҡ­тарын бөгөп, бының файҙаһын аңлатып биреүҙе һәм һанап сығыуҙы урынлы тапты.
– Беренсенән, әҙәм балаһы фекер йөрөтөүҙән һәм уҡыуҙан туҡтаһа, йәшәйештең ҡыҙығы ла ҡалмаҫ ине, – ти ул. – Әхлаҡилыҡ, тәрбиә мәсьәлә­ләре, ғилемгә ынтылыш, рухи ҡиммәт­тәр кеүек уйландырырлыҡ мәҡәләләр әҙерләп баҫтырған хәбәрселәргә маҡ­тауҙан башҡа ни әйтәһең?! Һәр береһе яҡтылыҡҡа һәм яҡшылыҡҡа саҡыра. Әле тәүге биттәге “Ҡыҫҡаһы...” рубрика­һындағы уйландырғыс яҙмаларҙы көтөп алам, бик ҡыҙыҡһынып уҡыйым, хатта танышһындар өсөн күршеләремә алып инәм. Минән күрмәксе, уларҙың да гә­зиттәргә яҙылыуын ишетеп, ныҡ шатландым. Икенсенән, нәҡ һеҙҙең гәзиттә тыуған яғым Салауат районы тураһын­да баҫылған һүрәтлә­мәләрҙе көтөп алам, шундай һандарҙың һәр береһе кәштәм түрендә урын алған. Ысынлап та, серле Иҙрис һәм Лаҡлы мәмерйә­ләре, көмөштәй Йүрүҙән, мул һыулы Әй йылғалары, мөғжизәгә тиң Урал һәм Ҡаратау һырттары, Янғантау тәби­ғәт ҡомартҡыһы, Ҡорғаҙаҡ шишмәһе кемдәрҙе генә үҙенә тартмағандыр – ошолар тураһында яҙыусыларға рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм. Шул уҡ ваҡытта ауылдар тарихын, ауыл кешеләре тормошон йыш яҡтыртыу ябай халыҡҡа яҡын икәнлегегеҙҙе күрһәтә.
Рәшит олатай тағы ла шәжәрә байрамдарын, нәҫел ептәрен барлауға бағышланған сараларҙан репортаждар­ҙы йышыраҡ биреү яҡлы.
– Сәйнүгемде яңыртырға ғына уйлай инем, ҡайһылай шәп булды, – тип һөйөнә олатай, бүләге менән маҡтанып. – “Башҡортостан”ды уҡый-уҡый сәй эсермен инде бынан ары.


Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш бирергә саҡырҙы
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе 09.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе...

Тотош уҡырға 1

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла 09.06.2026 // Йәмғиәт

Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙә трафик тәүлегенә 105 меңдән ашыу автомобиль тәшкил итә....

Тотош уҡырға 1

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы 08.06.2026 // Йәмғиәт

Ҡайҙалыр Мәскәүҙә, машинала башҡортса йыр яңғырай. Рулдә ҡытай егете ултыра һәм үҙ алдына ......

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана 08.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ҡотҡарыусылары, Башгидромет мәғлүмәттәренә һылтанып, 9 июндә ямғырлы һауа торошо ......

Тотош уҡырға 1

Республикала ауыр йөк машиналарын тикшереү башланды

Республикала ауыр йөк машиналарын тикшереү башланды 08.06.2026 // Йәмғиәт

Сараларҙы көсәйтеүгә хәүефле статистика сәбәпсе булды....

Тотош уҡырға 1

Республикала бушлай ЭКО-ға квоталар һаны 14% артҡан

Республикала бушлай ЭКО-ға квоталар һаны 14% артҡан 08.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала бушлай ЭКО-ға квоталар һаны 14% артҡан...

Тотош уҡырға 1

Ләйсән Үтәшева өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан

Ләйсән Үтәшева өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан 05.06.2026 // Йәмғиәт

Ләйсән Үтәшева өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан...

Тотош уҡырға 4

Тағы бер авиакомпания Өфөнән Краснодарға осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфөнән Краснодарға осоштар программаһын асты 05.06.2026 // Йәмғиәт

Тағы бер авиакомпания Өфөнән Краснодарға осоштар программаһын асты...

Тотош уҡырға 1

Өфө үҙәгендә төндә ике урам ябыла

Өфө үҙәгендә төндә ике урам ябыла 05.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө үҙәгендә төндә ике урам ябыла...

Тотош уҡырға 1

Константин Климин Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры итеп тәғәйенләнде

Константин Климин Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры итеп тәғәйенләнде 05.06.2026 // Йәмғиәт

Константин Климин Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда Өфө – Бөрө – Яңауыл юлы участкаһы төҙөкләндерелде

Башҡортостанда Өфө – Бөрө – Яңауыл юлы участкаһы төҙөкләндерелде 04.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда Өфө – Бөрө – Яңауыл юлы участкаһы төҙөкләндерелде...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә