Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ихлас күңелдән һөйләштек
Ихлас күңелдән һөйләштекБашҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының халыҡ яҙыусыһы, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ноғман Мусин менән осрашыуы тап шулай тип аталды. Хәтерегеҙҙәлер, танылған яҙыусы 1990 йылда “Китап” нәшриәтендә сыҡҡан сираттағы әҙәби тәнҡит һәм ижади портреттар китабын “Ихлас күңелдән һөйләшеү” тип атағайны. Ысынлап та, аралашыу, үҙ-ара фекер алышыу ихлас күңелдән булғанда, ҡәнәғәтләнеү алаһың, хәбәрең дә елгә осһон өсөн һөйләнмәй.

Ноғман Мусиндың ифрат бай ижады экология, урмандарыбыҙҙы, ер-һыуҙы һаҡлау проблемаларынан айырылғыһыҙ. Хәтерҙә оҙаҡ һаҡланыр сара үтеүгә йәнә бер күренеш сәбәпсе ине. Республи­кабыҙҙың мәғарифты үҫтереү институтында матур традиция йәшәп килә. Һәр уҡыу йылында башҡорт әҙәбиәте классик­тарының ижадын өйрәнеү буйынса иң яҡшы дәрес өлгөләренә республика конкурсы уҙғарыла. Әлегә ҡәҙәр Баязит Бикбай, Ғәлимов Сәләм, Зәйнәб Биишева, Мостай Кәрим, Рауил Бикбаевтар ижады ҡаралды. Былтырғы йыл иһә Ноғман Мусин ижадына арналды. “Мин – мәңгелек урман” тип аталған дәрес өлгөләре конкурсы үтте. Унда район һәм ҡалалары­быҙҙан 102 башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы ҡатнашты.
Сарала ҡатнашҡан ҡунаҡтарҙы, тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларын сәләмләп, институт ректоры Рәмил Мәжитов былай тине:
— Ноғман ағай менән осрашыуҙы күптән ниәтләгәйнек. Бына, ниһайәт, теләктәребеҙ тормошҡа ашты. Шуныһы ҡыуаныслы: Ноғман Мусиндың ижады мәктәптә, башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә әүҙем өйрәнелә. Уларҙың һаны ла тиҫтәнән ашыу. Әҫәрҙәрегеҙ йәш быуынға әхлаҡ, намыҫ һәм экологик тәрбиә биреүҙә, ер-һыуҙарыбыҙға һаҡсыл мөнәсәбәт формалаштырыуҙа ҙур роль уйнай.
Шуны ла әйтер инем: һеҙ хеҙмәт юлығыҙҙы ябай уҡытыусы булып башлай­һығыҙ. Белем биреүгә, балалар тәрбиә­ләүгә ынтылыш һеҙҙе Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтына алып килә. Үҙ районығыҙҙа халыҡ мәғарифы бүлегендә инспектор йөгөн тартҡанһығыҙ, еңел булмаған осорҙа йәш быуынға төплө белем биреүгә көс һалғанһығыҙ. Профессиональ яҙыусы, минең уйымса, ғүмере буйы уҡытыусы булып ҡала, сөнки әҙәбиәттең төп вазифаһы – Кеше тәрбиәләү! Һеҙгә артабан да ижади ҡыуаныс кисерергә насип итһен, сәләмәт булығыҙ, һәр Яңы йылды халҡығыҙ менән бергә ҡаршылап йәшәгеҙ, оҙон ғүмерле, бәхетле булығыҙ, Ноғман ағай!
Сарала филология фәндәре кандидаты, доцент Фәнзил Санъяров “Ноғман Мусин ижадында экология проблемалары” тигән тема буйынса сығыш яһаны. Ул: “Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, күренекле һүҙ оҫтаһы Ноғман Мусин башҡорт әҙәбиәтен, хәҙерге әҙәби телебеҙҙе үҫтереүгә ғәйәт ҙур өлөш индерҙе”, — тип билдәләне. Уныңса, Н. Мусиндың “Мәңгелек урман” романы совет әҙәбиәте классигы Леонид Леоновтың “Русский лес”ы менән ауаздаш тиһәк, хаҡ булыр. Леонид Леоновтың романын тикшереүсе профессор В.И. Хрулев былай ти: “Центральным символом в 50-е годы является образ русского леса. Эта метафора остается непревзойденной, наиболее дорогой для художника и читателя. В образе русского леса органично сопряжено живое, близкое всем представление о родине, народе, красоте и глубина исторических нравственных представлений народа о себе самом, мире и жизни. Состояние русского леса стало признаком благополучия или разрушения нации” (Хрулев В.И. Художественное мышление Леонида Леонова. – Уфа, Гилем, 2005. – 224 с.).
Был фекер туранан-тура Ноғман Мусин ижадына ҡағыла. Ысынлап та, яҙыусы романда тотош бер быуатҡа һыйырлыҡ ваҡиғаларҙы һүрәтләй. Ә XX быуат башҡорт халҡы, уның тәбиғәте өсөн тарихи бәрелештәргә үтә бай булды. Ноғман Мусин ана шуларҙы аҡһаҡалдарҙан ишетте, ҡайһыларын үҙе күреп белде, кисерҙе, шуға ла роман XX быуаттың тулы йылъяҙмаһына әүерелде. Норош буйы урмандары халҡыбыҙҙың именлеге, милләттең яҙмышы символына бәрәбәр. Быуаттың киҫкен бәрелеш-ҡаршылыҡтары Торомтай, Төлкөсура, Бикморат, Илһам, Ғилман яҙмышында сағылып үтә. Тәүге быуында ул башҡорт урмандарын аяуһыҙ талаусы аталы-уллы Лапшиндар, Ҡаратау байҙары Ҡотлоғужа, Уйылдандар менән синфи көрәш төҫөн алһа, яңы быуын вәкиле Ғилман Төлкөсурин менән консерватор Козин, урман ҡәҙерен белмәгән Хәйри Рафиҡовтар араһындағы социаль-әхлаҡи конфликт урман, уны һаҡлау проб­лемаларына нигеҙләнә.
Экология проблемалары автор концепцияһында ана нисек баҙыҡ яңғырай: “Һай, урманым, урманым, күпте күргән, күпте кисергән урмандарым минең! Һинән башҡа Ерҙе, һинән айырып һыуҙы, үҙем һулаған һауаны күҙ алдына килтереп буламы? Һин юҡ икән – Ерҙең йәме – күрке юҡ; һин һеңдергән дым бөттөмө – йылғалар ҡорой; һин шифалы һутыңды сәсмәнеңме, тыны ҡурылыуҙан ерҙә әҙәм заты ҡалмаҫ ине”. Кеше, уның тәбиғәтте һаҡлауҙағы бөйөк миссияһы, экология мәҙәниәте авторҙың ҡараш-концепция­һында оран булып, ошо рәүешле ишетелә: “Эй, Әҙәмем! Ергә хужа булған кешем минең! Бына һин, әллә ни саҡлым уйҙарға сумып, төбөмдә баҫып тораһың. Ер яҙмышы – беҙҙең яҙмыш тураһында хәстәрлек күреп, шулай болоҡһоуың ҡайһылай шәп! Уйлан һин, ҡартлас Ер тормошон йәшәртеү өсөн ҡулыңдан килгәндең барыһын да эшлә. Ә һуң һинең ҡулыңдан ниҙәр генә килмәй, Кеше? Бөгөнгөң – үҙ ҡулыңда, киләсәгең иһә – аҡылыңда...” Яҙыусының сикһеҙ патриотизмы, гражданлыҡ миссияһы асыҡ сағыла был юлдарҙа!
Экология мәсьәләләре, урмандарҙы һаҡлау, орлоҡ бирер ҡарағай-шыршы­ларҙы киләсәк өсөн ҡәҙерләү проблемаһы шулай уҡ “Таң менән сыҡ юлдарға” романында асыҡ кәүҙәләнә. Төп герой Ризуан Әхмәтшин — экология өсөн көрәшкә күтәрелгән заман геройы, ил патриоты. Урмандарҙы шәхси байығыу сығанағы итеп күргән леспромхоз директоры Таһир Ирназаров, урман хужалығы министры урынбаҫары Мирхазовтарға ҡаршы аяуһыҙ көрәштә сыныға Ризуан Әхмәтшин. Филология фәндәре докторы, БДУ профессоры Гөлфиә Гәрәева былай тип яҙа: “Тәбиғәт был әҫәрҙәрҙә кешенең уратып алған донъя, тыуған ер, тәбиғәт хазиналары тураһындағы әхлаҡи, фәлсәфәүи, эстетик ҡараштары системаһын билдә­ләүсе нигеҙ рәүешендә сығыш яһай, милли характерҙың формалашыуында билдәле роль уйнай”.
Ҡолғона — халыҡ яҙыусыһының тыуған ауылы. Ул Урал тауҙары, күккә олғашыр ирәбә шыршы, ҡарағай урмандары ҡосағында тыуған, шунда шәхес, әҙип булып формалашҡан. Халҡыбыҙҙың үҙе кеүек, ул да тәбиғәт балаһы, шуға күрә тәбиғәт образы уның һәр әҫәрендә үҙәккә ҡуйыла, характерҙарҙы асыу, геройҙарҙың социаль-психологик йөҙөн билдәләр төп художество факторына әүерелә. Әле 1962 йылда, ижад шишмәһе башында, “Ауылым юлы” повесы ошо рәүешле башлана: “Урман һаҡсылары кеүек, башҡа ағастарҙан аша ҡарап торған солоҡ ҡарағайҙары ышығында көмөштәй саф, теш ҡамаш­тырырлыҡ һалҡын һыулы тау шишмә­ләре буйына теҙелеп үҫкән муйылдар япраҡтарын күмдереп сәскә атҡан саҡта, ниндәй ҡабаланған юлсы ла туҡтамайынса түҙмәй”.
Тәбиғәтте һаҡлау проблемаһы автор­ҙың ҙур күләмле әҫәрҙәрендә генә түгел, күп һанлы хикәйәләрендә лә юғары оҫталыҡ менән һүрәтләнә. Шуның асыҡ өлгөһө – “Китмәсе, һандуғас” әҫәре. Төп герой Сәғитйән ғүмере буйы ҡарағай урмандары һағында тора. Шулар өсөн хатта бөткән ауылдың һуңғы кешеһенә әүерелә. Фәрғәт – элекке урман участкаһы начальнигы, эштән туҡтағас та урмандарҙы ҡыйратыу менән шөғөлләнә. Шәхси пилорама асҡас, айырыуса шаша. Айыусарҙағы орлоҡ ҡарағайҙарҙы йығыуға, ситтәргә һатып ебәреүгә барып етә. Ә бит заманында был урманды Фәрғәт Өфөгә барып етеп, һаҡлап ҡалғайны. Ҡеүәтле “Урал” машинаһында килгәндәргә осраған Фәрғәт бер үҙе ҡаршы сыға, һәләкәткә тарый. Туҡмалған урмансыны ағас ботаҡтары аҫтына күмеп китәләр. Әммә элекке урмансы, тәбиғәт һаҡсыһы аңына килә, өйөнә ҡайтып етә һәм мылтығын алып килеп Фәрғәткә ата, ағас тейәлгән йөк машинаһының багына атып, яндырып ебәрә. Әйҙә, әрәм ителгән ағас бер кемгә лә булмаһын!
Күренеүенсә, халыҡ яҙыусыһы бар ижады менән Башҡортостан урмандарын һаҡлау проблемаһын күтәреп йәшәй, уның ижад кредоһы урманға бәйле. Сығыш яһаусы әйтеүенсә, үҙенең бай ижады, миссияһы менән Ноғман Мусин тотош XX быуатты “Экология быуаты” тип иғлан итте.
— Халыҡ яҙыусыһы!
— Әү!
— Ҡайҙа үҫтең?
— Башҡортостанымда, Ҡолғонала.
— Ни өсөн яҙыусылыҡты, ижад эшен һайланың?
— Милләтемде уятырға, уға һүҙ менән хеҙмәт итергә.
— Моратыңа ирештеңме?
— Эйе, хәл ҡәҙәре урмандарымды, Торатауымды ҡурсаларға тырыштым.
— Күңелең тынысмы бөгөн?
— Яҙыусы йөрәге һуңғы минутына тиклем халҡым тип тибә, халҡы имен булғанда, меңәр йылдар уға хеҙмәт итеүҙән туҡтамай. Йәнем һис тә тыныслыҡ тапмаҫ кеүек...
Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” романындағы киң билдәле юлдарҙы ошолай үҙгәртеп әйтте Фәнзил Санъяров.
“Ихлас күңелдән һөйләшеү” сараһына арҙаҡлы яҙыусының бер төркөм ҡәләм­дәштәре килгәйне. БР Яҙыусылар союзы рәйесе, тәнҡитсе Зәки Әлибаев Ноғман Мусиндың ижадын республикабыҙ һәм Рәсәй мәҙәниәтенең оло күренеше тип баһаланы. Ысынлап та, Башҡортостанда XVIII — XX быуаттарҙа булып үткән бөтә мөһим тарихи ваҡиғалар проза оҫтаһы романдарында художестволы сағылыш тапты.
Халыҡ шағиры Хәсән Назар, ҡәләм­дәшен ихлас күңелдән сәләмләп, бай хәтирәләре менән уртаҡлашты. Ошо көндә “Башҡортостан”да донъя күргән шәлке­менән “Хәнйәр”, “Джигарханян”, “Ҡибла эҙләгәндә” кеүек шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Филология фәндәре докторы, профессор Рәшит Шәкүр яҙыусы ижадына ғилми күҙлектән баһа бирҙе. Авторҙың башҡорт һүҙ сәнғәтен үҫтереүҙәге роленә баҫым яһаны. Ижади бәйләнештәре тураһында бәйән итте.
Танылған прозаик Әмир Әминев Ноғман Мусинға рәхмәт һүҙҙәрен әйтте.
– Һеҙ, Ноғман ағай, Яҙыусылар союзы исеменән етмешенсе йылдар аҙағында миңә куратор итеп беркетелгәйнегеҙ, йәғни ижадымды үҫтереп-ҡурсалап тороу бурысы. Һеҙ ни эшләгәнһегеҙҙер, хәтерлә­мәйем, ә миңә һеҙҙең алдығыҙҙағы яуаплылыҡ тойғоһо ныҡ тәьҫир итте, еренә еткереп яҙырға тырыштым. Шуларҙан әле лә ҡотолғаным юҡ...
“Башҡортостан уҡытыусыһы” журна­лының баш мөхәррире Салауат Кәримовтың да әйтер һүҙҙәре күп ине. Хәтһеҙ йылдар аралашып йәшәү, ижади хыялдар менән уртаҡлашыу, әлбиттә, әҙиптең яҡташына иркенләп һүҙ әйтергә форсат бирҙе.
Матур сарала кафедра мөдире, профессор, Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премия лауреаты Зәкиә Ғәбитова Ноғман Мусиндың тиҫтәгә яҡын әҫәренең мәктәп программаһына индерелеүе, уларҙың уҡыусыны үҫтереүҙә ғәйәт ҙур роль уйнауы хаҡында һөйләне. 2017 йылда уҡытыусылар шул әҫәрҙәрҙе өйрәнеү буйынса дәрес өлгөләре конкурсында ҡатнашты.
— Был конкурс, уҡытыусының методик оҫталығын күтәреү менән бергә, оло яҙыусыбыҙҙың ижадын пропагандалау, уны тәрән аңлау өсөн дә бик әһәмиәтле, — тине Зәкиә Ғәбитова.
Конкурста барлығы 102 башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы ҡатнашты. Уларҙың һәр береһенә институт сертифи­каттары һәм маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. I урын — Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ж. Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия уҡытыусыһы З. Шәрәфет­диноваға, II урын — Ф. Ҡарағоловаға, Р. Усманова-Ба­гае­ваға, Р. Нәбиуллинаға, М. Яманһароваға, ә III урын Г. Аҙнабаеваға, Р. Мөхәмәтоваға, М. Һатыбаловаға һәм Ә. Фәршәтоваға бирелде. Улар маҡтау ҡағыҙҙарын халыҡ яҙыусыһы ҡулынан алды.
“Ихлас күңелдән һөйләшеү”ҙе һәм конкурс йомғаҡтарын барлауға ҡоролған сараны әҙибебеҙ юғары баһаланы. Институт ректоры Рәмил Мәжитовҡа, кафедра уҡытыусыларына һәм мөдире Зәкиә Ғәби­товаға рәхмәт белдерҙе.
– Телебеҙ, милләтебеҙ яҙмышы, ни тиһәң дә, уҡы­тыусылар иңендә, – тине халыҡ яҙыусыһы. – Әҙәбиәтебеҙҙең иртәгәһе лә һеҙҙән айырылғыһыҙ, сөнки китап уҡыусыны, мәҙәниәт менән ҡыҙыҡһыныусыны ла һеҙ тәрбиәләйһегеҙ.
Уҡытыусылар йөкмәткеле һорауҙар бирҙе, ихлас күңелдән йәдкәр итеп күмәкләп фотоға төштө. Ихлас күңелдән һөйләшеү барыһында ла йылы тәьҫо­раттар ҡалдырҙы.
Өфө ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 174

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840