Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Көслө рухлы әсәй
Көслө рухлы әсәй Ҡәҙерле әсәй, яратҡан өләсәй, ихтирамға лайыҡ уҡытыусы, ауылдаштары араһында хөрмәт ҡаҙанған коллегам Тәслимә Рәхимова тураһында әйтер һүҙем.
Тәслимә Харис ҡыҙы Баймаҡ райо­нының Ниғәмәт ауылынан. Ғаиләлә иң кесе булһа ла, бәләкәйҙән уңған, тырыш һәм нескә күңелле булып үҫә ул.
Уҡыу алдынғыһы, пионер ойошма­һы­ның әүҙем ағзаһы булған Тәслимә Рә­химова уҡытыусы һөнәрен яҡын күрә. Ләкин сығарылыш йылында район кимә­лендәге олимпиадала физика фәненән еңеү яулауы уның киләсәк һөнәрен билдәләй. Ул Өфө авиация дәүләт техник университетына уҡырға инә һәм уны уңышлы тамамлай. Йүнәлтмә буйынса Күмертау ҡалаһына эшкә ебәрелә. Хеҙмәт юлын инженер булып башлай. Тырыш, булдыҡлы йәш белгесте үҙ итәләр, шулай ҙа тыуған тупраҡ үҙенә тарта. Был ваҡытта тормошҡа сыҡҡан, улы Ринатҡа әсәй бу­лырға өлгөргән Тәслимә Харис ҡыҙы ғаиләһе менән ауылға ҡайта һәм Салауат исемендәге колхозда инженер булып эшкә урынлаша. Тормоштарын йәмләп ҡыҙы Әлсимә тыуа. Һынауҙар һәм юғалтыуҙар ҙа була. Бер-бер артлы тормош иптәше Рәфил һәм бергә йәшәгән ҡәйнәһе үлеп киткәс тә ул тормош ауырлыҡтарына би­решмәй. Балаларын яңғыҙ тәрбиәләй, ныҡлы белем биреү, һау-сәләмәт, бәхетле итеү өсөн тырыша.



Шулай ҙа күңел талабымы, үҙгәртеп ҡороуҙар шауҡымымы Тәслимә Харис ҡыҙын яратҡан һөнәренә яҡынайта. Ул Сибай пединститутының тарих факультетына уҡырға инә һәм уҡытыусы булып китә. Был һөнәргә һөйөүҙе, оло-кесеһенә ихтирамлы булырға уны тәүге уҡытыусыһы Рәүилә Усманова уятҡандыр. Шуғалыр ҙа һәр йыл һайын уға онотмай сәскәләр гөлләмәһе бүләк итә, байрам менән ҡотлай. “Мәктәпкә эшкә килгәс кенә яратҡан һөнәремдән тайпылып, күпме ҡәҙерле ваҡытымды юғалтҡанымды аңланым”, – ти ул.
Хәҙерге көндә ул – юғары категориялы уҡы­тыусы, уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары. Уҡытыусының тырышлығы, һәләтле балаларға ныҡлы иғтибар бүлеүе, предметына ҡыҙыҡ­һыныу уята алыуы тураһында уның уңыштары һөйләй. Тәслимә Харис ҡыҙының уҡыусылары Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабында, ғилми-тикшеренеү эштәрендә уңыштар яулай. Өҫтәүенә йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе була­раҡ төрлө саралар үткәрә. Ни сәсһәң, шуны урырһың, ти халыҡ. Балалары ла тәрбиәле, юғары белемле, әсәһенән өлгө алып, уны хөрмәт итеп йәшәйҙәр. Улы Ринат табип һөнәрен һайлаған, ғаиләһе менән Мораҡта йәшәй, ике бала атаһы. Ҡыҙы Әлсимә кейәүе менән Өфө ҡалаһында йә­шәй, программист. Балала­рын дәртләндерә белгән, терәк-таяныс булған әсәй, хөрмәтле өләсәй булыуы менән бәхетле ул. Балалары оло тормошҡа лайыҡлы аяҡ баҫһа ла, уларҙы хәстәрләп, кәңәштәре менән ярҙам итеп йәшәй. Бөтә ерҙә лә өлгөр, йор һүҙле, шиғри күңелле ижади кеше ул.
2015 йылда шағирә Йомабикә Ильясова призына үткәрелгән “Рухымдың аҡ ҡошо” исемле бәйгелә әүҙем ҡатнаша, дипломға лайыҡ була. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған республика күләмендәге шиғри бәйгелә ҡатнашып өсөнсө урынға сығып, 2016 йылда “Башҡортостан ҡыҙы” журналы үткәргән “Әсә йөрәге” шиғри бәйгеһендә икенсе урын алып, диплом менән бүләкләнеүе лә уның көслө рухлы, уңған әсәй булыуы тураһында һөйләй.
Эйе, ошондай көслө рухлы, тыуған еренә хеҙмәт иткән, ғөрөф-ғәҙәттәрен киләһе быуынға өйрәткән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ, әсәйҙәребеҙ булғанда, халҡым, телем юғалмаҫ, сөнки һәр кем донъя­лыҡтың бар матурлығын әсәй аша күрә. Нәҡ ул тәү башлап илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләй, лайыҡлы алмаш ҡалдырып, кешелек алдында әсәлек бурысын үтәй.

Нәүилә АЛТЫНҒУЖИНА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.


Баймаҡ районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан орлоҡ экспортын ике тапҡырға арттырҙы

Башҡортостан орлоҡ экспортын ике тапҡырға арттырҙы 08.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың орлоҡсолоҡ предприятиелары ауыл хужалығы культуралары орлоҡтары экспортын ике ......

Тотош уҡырға 1

Республикала көслө ямғыр яуыуы көтөлә

Республикала көслө ямғыр яуыуы көтөлә 08.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һауа шарттарының үҙгәреүе хаҡында ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан прокуроры Игорь Пантюшин вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан прокуроры Игорь Пантюшин вазифаһын ҡалдырҙы 08.04.2026 // Йәмғиәт

Ул республика прокуратураһына 2021 йылдан башлап етәкселек итте....

Тотош уҡырға 0

Баш ҡалала 16-сы гимназияла үҫмерҙе ҡулға алған Росгвардия хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Баш ҡалала 16-сы гимназияла үҫмерҙе ҡулға алған Росгвардия хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 08.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалала 16-сы гимназияла үҫмерҙе ҡулға алған Росгвардия хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде...

Тотош уҡырға 1

Республикала һауа торошо боҙола

Республикала һауа торошо боҙола 08.04.2026 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә республикала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә, тип хәбәр итте Башҡортостан синоптиктары....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәр өсөн яңы Өфө – Владикавказ йүнәлеше асылды

Башҡортостанда йәшәүселәр өсөн яңы Өфө – Владикавказ йүнәлеше асылды 07.04.2026 // Йәмғиәт

Рейстар аҙнаһына бер тапҡыр – йома көндәрендә башҡарыла....

Тотош уҡырға 2

Өфө блогеры һәм альпинист Рөстәм Нәбиев Эверест тауына артыла
Радий Хәбиров Асҡар ауылында Үҙәк район дауаханаһының яңы балалар поликлиникаһын ҡараны

Радий Хәбиров Асҡар ауылында Үҙәк район дауаханаһының яңы балалар поликлиникаһын ҡараны 07.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Әбйәлил районына эш сәфәре Үҙәк район дауаханаһының яңы ......

Тотош уҡырға 1

«Башҡортостан ирекмәне» почет билдәһен кем һәм нисек алырға мөмкин
Радий Хәбиров Өфө мэрияһына БПЛА-нан зыян күргән йорттарҙы тергеҙергә ҡушты
Республика ветерандарына Еңеү көнө уңайынан аҡса пенсия менән бергә бирелә

Республика ветерандарына Еңеү көнө уңайынан аҡса пенсия менән бергә бирелә 06.04.2026 // Йәмғиәт

Республика ветерандарына Еңеү көнө уңайынан аҡса пенсия менән бергә бирелә...

Тотош уҡырға 2

Йәнә +20°: Башҡортостанда йылы көндәр көтөлә

Йәнә +20°: Башҡортостанда йылы көндәр көтөлә 06.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон фаразланы....

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә