Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ағыла ла ағыла моң...
Ағыла ла  ағыла моң... Октябрҙең hуңғы йонсоу көндәре Башҡортостан музыканттарына илhам нурҙары, ә тыңлаусыларға бөтмәҫ-төкәнмәҫ hоҡланыу hәм ләззәтләнеү тойғоһо килтерҙе. Өс көнгә Өфө Халыҡ-ара хәҙерге заман музыкаhы фестивале үҙәгенә әйләнде. Был көндәрҙә баш ҡалабыҙҙың бөтә концерт залдарында ла төрлө ил композиторҙарының заманса әҫәрҙәре яңғыраны.
Фестивалде асыу тантанаhы Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияhында булды hәм унда Башҡортостан Республикаhының Алһыу Хисбуллина етәкселегендәге Дәүләт академия хор капеллаhы башҡарыуында Көньяҡ Корея, Япония, Венгрия, Эстония, Бөйөк Британия, Аргентина, Германия hәм Рәсәй авторҙарының әҫәрҙәре яңғыраны. Концерт юғары һөнәри кимәлдә үтте, фестивалгә лайыҡлы старт бирҙе.
Сәнғәт училищеhындағы ҡыҙыҡлы симфоник концертта Раушан Яҡупов етәкселегендә Башҡортостан Милли симфоник оркестры ҙур оҫталыҡ менән Ҡытай композиторы Ц.Ч. Гуаньдең “Йылға аға” балетынан “Ут бейеүен”, Ҡаҙағстандан Артыҡ Туҡһанбайҙың “Коркыт-ата китабы” (“Ҡорҡыт ҡартатайымдың китабы”) исемле камера симфонияhын, Рәсәй Композиторҙар союзы рәйесе Рәшит Кәлимуллиндың “Симфоник фрескалар”ын башҡарҙы.
Үҙебеҙҙең ижадсылар бик лайыҡлы сығыш яhаны. Композитор hәм ошо фестивалде ойоштороусы Ләйлә Исмәғилеваның “Арҡайым” балетынан икенсе шаршауҙың башында яңғыраған “Мантралар” тип исемләнгән ир-егеттәр хорында сәхнәлә күрhәтелгән драма күренеше (ике боронғо ырыуҙың яуға әҙерләнеүе) сағылдырылды. Ҡыҫҡа ғына hүҙбәйләнештәрҙең “ҡоро” hамаҡ­ланыуынан торған көсөргәнешле хор партияhы тотош динамик үҫештә күрhәтелә hәм был сығыш, hис шикhеҙ, концерттарҙа үҙаллы музыкаль өҙөк булып йәшәй ала. Рөстәм Сабитов та үҙенең беренсегә яңғыраған 5-се симфонияhында лирик hәм драматик образдарҙы бик оҫта үреп, әҫәрҙең төп ыңғай концепцияhын раҫлай. Тамашасы тарафынан симфония бик йылы ҡабул ителде.
Санкт-Петербургтан билдәле композитор Борис Тищенконың арфа hәм симфоник оркестр өсөн ижад ителгән киң билдәле концерты тамашаның йөҙөк ҡашына әүерелде. Уны композиторҙың ҡатыны, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Римский-Корсаков исемендәге Санкт-Петербург консерваторияhы профессоры Ирина Донская Өфөлә беренсе тапҡыр башҡарып, был экзотик ҡоралдың бөтә техник мөмкинлектәрен hәм төрлө яңғыраштарын күрhәтеп, ҙур уңышҡа өлгәште.
Фестивалдең hуңғы көнө уның ысын мәғәнәhендә кульминацияhына әүерелде, сөнки Башҡорт дәүләт филармонияhында әле модаға инеп барған мультимедиа проекты ғәмәлгә ашырылды. Сәхнәлә дан ҡаҙанған “Марк Пекарскийҙың hуҡма ҡоралдар театры” уйнаhа, мониторҙа яңғыраған музыкаға ауаздаш видеопроекция күрhәтелде. Программаға күберәк Рәсәй hәм Франция, шулай уҡ Бразилия музыканттарының әҫәрҙәре индерелгән, ә инде Мәскәүҙән билдәле композиторҙар Игорь Кефалиди менән яҡташыбыҙ Николай Поповтың килеүе концертҡа ла, музыканттар тормошона ла йәм өҫтәне. Был фестиваль республикабыҙҙың Композиторҙар союзының быйылғы ин ҙур проекттарының береhе булды hәм академик пландағы заманса яҙылған музыканың мәҙәни тормошобоҙҙа уңышлы урын алып, йәшәүгә хаҡы барлығын раҫлаған бер күренешкә әйләнде.


Автор: Гөлназ САЛАУАТОВА. Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 0

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 0

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 2

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 1

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде

Комментарий өҫтәргә