Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кукуруз йәнә баҫыу “батшабикәһе”нә әйләнерме?
Кукуруз йәнә  баҫыу “батшабикәһе”нә әйләнерме? Алтмыш йылдан һуң Рәсәй хөкүмәте йәнә кукурузды иҫкә төшөрҙө. “Хрущевтың ҡарары дөрөҫ булған. Әммә уйлап эш итергә кәрәк, элекке кеүек бөтә баҫыуҙарҙы кукуруз менән ҡаплап алырға түгел, ә уңыш бирерҙәй төбәктәрҙе һайларға кәрәк, сөнки ит һәм һөт етештереүҙә уның файҙаһы ҙур”, – тине Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Александр Ткачев күптән түгел.

Өлкән быуындың, кукуруз ик­мә­ген, колбасаһын ашай тор­ғайныҡ, тигәне хәтерҙә уйылып ҡалған. Ысынлап та, уҙған быуат урталарында СССР-ҙа кукуруз “биҙгәге” башлана. 1956 йылда Мәскәүҙә кукуруз буйынса Бөтә Союз семинары үтә. Хрущев уны илде туйҙырасаҡ икен­се икмәк тип рәсми рәүештә иғлан итә. “Иптәштәр, кукуруз – кол­хоз­сыларҙың ҡулындағы танк. Ул беҙгә аҙыҡ-түлек өлкә­һендәге көрсөктө йырып сығырға ярҙам итәсәк”, – тип сығыш яһай генераль секретарь һәм был культураны Ҡаҙағстандан Таймырға ҡәҙәр сәсергә кәрәклеген әйтә.
СССР-ҙа кукуруз сәсеү­лек­тәре 1954 йылда 3,5 миллион гектар тәшкил итһә, 1960 йылға ул 28 миллион гектарға, йәғни үҙләштерелгән сиҙәм ерҙәр кү­ләменә етергә тейеш була. Днепропетровскиҙа һалҡынға сыҙамлы сорттар уйлап табыу өсөн Бөтә Союз ғилми-тик­ше­ренеү институты ойошторола. Селекция эшенә һәм агротехник сараларға илдең вуздары, Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһы ғалим­дары йәлеп ителә.
Өҫтән команда булғас, яҡшы булып күренеү өсөн ниндәй генә аҙымға бармайҙар. Хатта арыш, бойҙай үҫтергән иң уңдырышлы ерҙәргә лә кукуруз сәсеп бөтә­ләр. Климатҡа ла, уны эшкәртеү өсөн ауыл хужалығы инфра­струк­тураһының булыу-булмауына ла ҡарамайҙар. Был эшкә комсомолдар дәррәү күтәрелә. Ҡайһы бер урындарҙа хатта уны “комсомол культураһы” тип тә ебәрәләр. Мәктәп һайын уҡыу­сылар бригадаһы төҙөлә, биология дәрестәрендә улар яңы үҫемлекте ныҡлап өйрәнә, йәйен баҫыуҙарҙа практика үтә. Әл­биттә, күпте күргән өлкәндәр быға шикләнеп тә ҡарай.
Был осорҙа күпләп ултыртыу өсөн һалҡынға сыҙамлы орлоҡ булмай. Ҡара тупраҡһыҙ ерҙәргә йылылыҡ яратҡан “Молдавия” сорттарын сәсәләр, һуңғараҡ на­сар сифатлы сит ил орлоҡ­та­рын да бураҙнаға һала баш­лайҙар. Бары Украинала, Мол­давияла, Төньяҡ Кавказда ғына Американан алынған сорттарҙы сәсәләр.
1956 йылда Үҙәк Комитеттың беренсе секретары Никита Хрущев ит һәм һөт ризыҡтары етештереү буйынса “Американы ҡыуып етергә һәм уҙып китергә” тигән саҡырыу менән сығыш яһай. Тиҙ һәм шәп уңыш бирә торған кукуруз сәсеүлектәрен бығаса булмағанса арттырыу тәҡдим ителә. 1957 –1959 йыл­дарҙа техник һәм мал аҙығы культуралары иҫәбенә кукуруз баҫыуҙары яҡынса утыҙ про­центҡа арттырыла. Бер аҙҙан “баҫыу батшаһы” бөтә илде баҫып ала. Бер нисә йылдан Хрущев АҠШ-тың Айова штатында билдәле фермерҙың баҫыуында була. Рокууэл Гарс­та әфәнде юғары уңыш бирә торған гибрид кукурузы үҫтергән. Ил башлығы АҠШ тәжрибәһен ҡулланырға саҡыра. 1959 йылдан кукуруз баҫыуҙары йылдам арта. Әгәр 1956 йылда 18 миллион гектар тәшкил итһә, 1962 йылда 37 миллионға етә ул. Хатта йылылыҡ яратҡан һәм емешләнә алмаған үҫемлекте Вологда өлкәһенә ҡәҙәр төньяҡ төбәктәрҙә лә үҫтерәләр. Мәҫә­лән, 1953 – 1960 йылдарҙа ғына Көнбайыш Себерҙә кукуруз сәсеүлектәре 2,1 мең гектарҙан 1,6 миллион гектарға тиклем еткерелә. Әйткәндәй, һан сифат­ты арттырмаған – игенгә был осорҙа уртаса 7,2 мең гектар ғына ҡалдырыла. Уңыш та түбән була – гектарынан 7,5 центнер ғына тәшкил итә. Мал аҙығы өсөн үҫтерелгән кукуруз уңышы, әлбиттә, һәйбәтерәк була: уңыш күләме дүрт тапҡырға арта, гектарынан 100 центнерға етә. Әммә ҡара тупраҡһыҙ ерҙә ғәҙә­ти күп йыллыҡ үләндән уңыш ике-өс тапҡырға ҡыйбатыраҡҡа төшә.
Бер үк ваҡытта АҠШ-тан, Канаданан кукуруздың гибрид сортта­ры һатып алына, улар Төньяҡ Кавказда, Украинала, Молда­вия­­ла уңышлы үҫтерелә. Әлбит­тә, үҙебеҙҙең сорттарға ҡа­ра­ғанда илле процентҡа кү­берәк уңыш биреүе менән ота. Һө­ҙөмтәлә был төбәктәрҙә мал­сы­лыҡ нығына, уларҙы аҙыҡ-тү­лек менән тәьмин итеү яҡшыра.
Кукуруз икмәге, колбасаһы, таяҡсалары, киҫәксәләре бар­лыҡ­ҡа килә. Ошо үҫемлеккә ар­налған фильмдар донъя күрә, йырҙар, шиғырҙар ижад ителә. 1956 йылда “Кукуруз” тигән ай­лыҡ журнал сыға башлай. Ул тулыһынса ошо культураға бағышлана.
Әммә 1960 йылда, хаҡ артыу сәбәпле, Америка һәм Канада­ның орлоғон һатып алыу туҡтатыла. Хәҙер Төньяҡ Америка технологияһы буйынса яҡшыртылған үҙебеҙҙең сорт­тар­ҙы сәсергә ҡарар итәләр. 1964 йылда сәсеүлектәрҙең күбеһе һәләк була, уңыш насарлана. Шулай итеп, алдан әҙер­лекһеҙ башланған кампания тиҙҙән үҙен һиҙҙертә. Илдә ик­мәк өсөн иген етешмәй. Аҡ бойҙай икмәге күп төбәктәрҙә кәштәләрҙән юғала, ә ҡара ик­мәккә кукуруз, борсаҡ онон ҡушып бешерәләр. 1963 йылда СССР һуғыштан һуң тәүге тап­ҡыр игенде ситтән һатып ала. Әлбиттә, был культураны үҫте­реүгә әҙерлек булмай тиерлек. Беренсенән, кукуруз йылы яра­та, икенсенән, уны ашлау, туҡ­лан­дырыу өсөн минераль мат­дәләр юҡ. Насар эшләү­се­ләрҙе йыйылыштарҙа тикше­рә­ләр, күп етәкселәрҙе ва­зи­фаһынан бушаталар, совхоз, колхоз рәйестәрен партиянан сығаралар.
1964 йылда Леонид Брежнев власҡа килгәс, кукуруз үҫтереү тулыһынса тиерлек ҡыҫы­рыҡ­лана, хатта ҙур уңыш биргән тө­бәктәрҙә лә уның сәсеүлектәре бөтөрөлә. 70-се йылдарҙа ул Төньяҡ Кавказда ғына үҫтерелә. Шулай ҙа ошо культураның юғары уңышы уны үҫтереүҙең файҙалы икәненә дәлил була. 1980 – 1990 йылдарҙа кукурузды йәнә сәсә башлайҙар. Хәҙер инде ул иген өсөн Ҡара тупраҡ­лы зонала, Урта Волга буйында, Көньяҡ Уралда, шулай уҡ Алыҫ Көнсығышта (Амур өлкәһе, Приханкай уйһыулығы) үҫтерелә.
Бөгөн йәнә кукуруз хаҡында йыш һөйләйҙәр. Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы был культураны етештереүҙе арттырыу һәм 2020 йылғаса 25 миллион тоннаға еткереү хаҡында һүҙ алып бара. “Бөтә донъя халҡы уның ҙур файҙа биреүен күптән аңланы. Уға еткән культура юҡ, гектарынан 15 – 20 тоннаға ҡәҙәр уңыш бирә. Беҙгә эшмәкәрле­гебеҙҙе ошо юҫыҡҡа йүнәлтергә кәрәк”, – тип бара белгестәр.
Әле Рәсәйҙә кукуруз 4 миллион гектар майҙанда үҫте­рел­һә, шуның 2,5 миллион гектары игенгә китә, 1,54 миллионы си­лосҡа һалына. Киләсәктә сәсеү­лектәрҙе арттырыу өсөн си­фат­лы орлоҡ мәсьәләһен хәл итергә кәрәк. Мәҫәлән, мал аҙығына – 30, иген өсөн 100 мең тонна самаһы орлоҡ талап ителә. Әлегә илдә 86 мең тонна орлоҡ сәселә, шуның 56 проценты – үҙебеҙҙеке. Быйыл Рәсәй орлоғоноң тоннаһы 60 – 80 мең һум торһа, ситтән һатып алынғаны –180 – 200 мең һум самаһы.
Бөгөн илдә 24 кукуруз заводы 60 мең тоннаға ҡәҙәр орлоҡ етештерә. Уларҙы яңыртып ҡор­ғанда, был һанды 90 мең тон­наға тиклем еткерергә мөмкин. Бынан тыш, илдә 25 миллион тонна самаһы кукуруз алыу өсөн йәнә өҫтәмә рәүештә 2 миллиард һумлыҡ 3,4 мең сәскес, 51 миллиард һумлыҡ 8,5 мең комбайн һатып алырға кәрәк буласаҡ.
Был йәһәттән республикала хәлдәр нисек тора һуң? Быйыл Башҡортостанда 86,4 мең гектар майҙанды кукуруз баҫыуы тәш­кил иткән. Ул силосҡа тип 48 районда үҫтерелә. Ә иген өсөн үҫтерелгәне 4,6 мең гектар (5,3 процент) ерҙе биләй. 2012 йылдан сәсеүлектәр биш тапҡырға артҡан.
Ауыл хужалығы эшсәндәре байрамында республика Баш­лығы Рөстәм Хәмитов кукуруз майҙанын арттырыу бурысын ҡуйҙы.Ошо көндәрҙә Ауыл хужа­лығы министрлығында йәнә республикала кукуруз үҫтереүгә арналған семинар-кәңәшмә үтте. Унда республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илдар Тимерғәлин бөгөн агросәнәғәт комплексын үҫтереү өсөн был культура майҙанын арттырыу зарурлығын билдә­ләне. Әлбиттә, барлыҡ эшмә­кәрлекте фән менән бергә алып барғанда ғына ниндәйҙер һө­ҙөмтә, уңыш көтөргә мөмкин. Сараға ошо өлкәлә хеҙмәт иткән фән әһелдәренең саҡырылыуы ла ҙур әһәмиәткә эйә ине. Ауыл хужалығы фәндәре докторы, про­фессор, Рәсәй Фәндәр ака­демияһы академигы Владимир Сотченко кукуруз гибридтары хаҡында бәйән итте, һәр сорт­тың үҙенсәлеге хаҡында һөй­лә­не һәм уйлап эш итергә са­ҡырҙы. Мәҫәлән, Башҡортос­танда “Машук-171”, “Катерина”, “Ньютон” сорттарына өҫтөнлөк биреү кәрәклеген әйтте.
Ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор, “Премикс” йәм­ғиәте етәксеһе Анатолий Солдатовтың сығышы ла сарала ҡатнашыусыларға фәһемле бул­ды. Ул малсылыҡта юғары һө­ҙөмтәгә өлгәшеү, һөт күләмен арттырыу йәһәтенән кукуруздың файҙаһы хаҡында һөйләне. Мәҫәлән, “500 ферма” республика программаһында ҡат­наш­ҡан предприятиеларҙың күп­се­леге бөгөн улар менән ты­ғыҙ эш итә һәм ҙур күрһәткес­тәргә өлгәшә.
Сарала биш йыл эсендә аш­лыҡҡа республикала кукуруз майҙан­дарын – 20 мең гектарға, силос әҙерләү өсөн 160 гектарға тиклем арттырыу бурысы ҡуйыл­ды. Әлбиттә, район етәкселә­ренә етди бурыс йөкмәтелде. Һәр төбәк 1 декабргә ҡәҙәр талапты үтәү юлдары хаҡында Ауыл хужалығы министрлығына мәғлүмәт бирергә тейеш.


Хәлил САФИН, Башҡортостан Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор:
– Ысынлап та, кукуруздың малсылыҡтың һәр тармағы өсөн файҙаһы ифрат ҙур булыуы күптән дәлилләнгән. Шуға ла был идея ҡыуандыра. Климат тура килмәгәнлектән, кукуруз орлоғо республикала етештерелмәй, уны Краснодарҙан, сит илдән һатып алабыҙ. Технологияларҙы дөрөҫ ҡуллана белгәндә, был үҙен аҡлай.Тәү ҡарауға ҡиммәтерәк тойолһа ла, гектарға бүлә башлаһаң, арпанан, арыштан осһоҙораҡ килеп сыға.

Радик РАФИҠОВ, Ауырғазы районының “Урожай” ауыл хужалығы кооперативы рәйесе:
– Беҙ бығаса кукурузды силос өсөн генә ҡулландыҡ. Ике йыл элек игенгә сәсә башланыҡ. Үҙен аҡлай. Юғары сифатлы һөт алыр өсөн ул һис алыштырғыһыҙ ризыҡ. Әлбиттә, йылылыҡ яратҡан культуранан уңыш алыу өсөн уны иртәрәк сәсеп, һуңыраҡ алырға кәрәк, йәнә киптергестәрҙең булыуы мөһим. Был осраҡта гектарынан 60 –70 центнер уңыш алыу әллә ни ауырлыҡ тыуҙырмаясаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 1 237

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 970

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 1 161

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 1 267

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 1 085

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 1 276

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 1 062

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 1 349

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 372

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 309

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 318

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 263