Алтмыш йылдан һуң Рәсәй хөкүмәте йәнә кукурузды иҫкә төшөрҙө. “Хрущевтың ҡарары дөрөҫ булған. Әммә уйлап эш итергә кәрәк, элекке кеүек бөтә баҫыуҙарҙы кукуруз менән ҡаплап алырға түгел, ә уңыш бирерҙәй төбәктәрҙе һайларға кәрәк, сөнки ит һәм һөт етештереүҙә уның файҙаһы ҙур”, – тине Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Александр Ткачев күптән түгел.Өлкән быуындың, кукуруз икмәген, колбасаһын ашай торғайныҡ, тигәне хәтерҙә уйылып ҡалған. Ысынлап та, уҙған быуат урталарында СССР-ҙа кукуруз “биҙгәге” башлана. 1956 йылда Мәскәүҙә кукуруз буйынса Бөтә Союз семинары үтә. Хрущев уны илде туйҙырасаҡ икенсе икмәк тип рәсми рәүештә иғлан итә. “Иптәштәр, кукуруз – колхозсыларҙың ҡулындағы танк. Ул беҙгә аҙыҡ-түлек өлкәһендәге көрсөктө йырып сығырға ярҙам итәсәк”, – тип сығыш яһай генераль секретарь һәм был культураны Ҡаҙағстандан Таймырға ҡәҙәр сәсергә кәрәклеген әйтә.
СССР-ҙа кукуруз сәсеүлектәре 1954 йылда 3,5 миллион гектар тәшкил итһә, 1960 йылға ул 28 миллион гектарға, йәғни үҙләштерелгән сиҙәм ерҙәр күләменә етергә тейеш була. Днепропетровскиҙа һалҡынға сыҙамлы сорттар уйлап табыу өсөн Бөтә Союз ғилми-тикшеренеү институты ойошторола. Селекция эшенә һәм агротехник сараларға илдең вуздары, Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһы ғалимдары йәлеп ителә.
Өҫтән команда булғас, яҡшы булып күренеү өсөн ниндәй генә аҙымға бармайҙар. Хатта арыш, бойҙай үҫтергән иң уңдырышлы ерҙәргә лә кукуруз сәсеп бөтәләр. Климатҡа ла, уны эшкәртеү өсөн ауыл хужалығы инфраструктураһының булыу-булмауына ла ҡарамайҙар. Был эшкә комсомолдар дәррәү күтәрелә. Ҡайһы бер урындарҙа хатта уны “комсомол культураһы” тип тә ебәрәләр. Мәктәп һайын уҡыусылар бригадаһы төҙөлә, биология дәрестәрендә улар яңы үҫемлекте ныҡлап өйрәнә, йәйен баҫыуҙарҙа практика үтә. Әлбиттә, күпте күргән өлкәндәр быға шикләнеп тә ҡарай.
Был осорҙа күпләп ултыртыу өсөн һалҡынға сыҙамлы орлоҡ булмай. Ҡара тупраҡһыҙ ерҙәргә йылылыҡ яратҡан “Молдавия” сорттарын сәсәләр, һуңғараҡ насар сифатлы сит ил орлоҡтарын да бураҙнаға һала башлайҙар. Бары Украинала, Молдавияла, Төньяҡ Кавказда ғына Американан алынған сорттарҙы сәсәләр.
1956 йылда Үҙәк Комитеттың беренсе секретары Никита Хрущев ит һәм һөт ризыҡтары етештереү буйынса “Американы ҡыуып етергә һәм уҙып китергә” тигән саҡырыу менән сығыш яһай. Тиҙ һәм шәп уңыш бирә торған кукуруз сәсеүлектәрен бығаса булмағанса арттырыу тәҡдим ителә. 1957 –1959 йылдарҙа техник һәм мал аҙығы культуралары иҫәбенә кукуруз баҫыуҙары яҡынса утыҙ процентҡа арттырыла. Бер аҙҙан “баҫыу батшаһы” бөтә илде баҫып ала. Бер нисә йылдан Хрущев АҠШ-тың Айова штатында билдәле фермерҙың баҫыуында була. Рокууэл Гарста әфәнде юғары уңыш бирә торған гибрид кукурузы үҫтергән. Ил башлығы АҠШ тәжрибәһен ҡулланырға саҡыра. 1959 йылдан кукуруз баҫыуҙары йылдам арта. Әгәр 1956 йылда 18 миллион гектар тәшкил итһә, 1962 йылда 37 миллионға етә ул. Хатта йылылыҡ яратҡан һәм емешләнә алмаған үҫемлекте Вологда өлкәһенә ҡәҙәр төньяҡ төбәктәрҙә лә үҫтерәләр. Мәҫәлән, 1953 – 1960 йылдарҙа ғына Көнбайыш Себерҙә кукуруз сәсеүлектәре 2,1 мең гектарҙан 1,6 миллион гектарға тиклем еткерелә. Әйткәндәй, һан сифатты арттырмаған – игенгә был осорҙа уртаса 7,2 мең гектар ғына ҡалдырыла. Уңыш та түбән була – гектарынан 7,5 центнер ғына тәшкил итә. Мал аҙығы өсөн үҫтерелгән кукуруз уңышы, әлбиттә, һәйбәтерәк була: уңыш күләме дүрт тапҡырға арта, гектарынан 100 центнерға етә. Әммә ҡара тупраҡһыҙ ерҙә ғәҙәти күп йыллыҡ үләндән уңыш ике-өс тапҡырға ҡыйбатыраҡҡа төшә.
Бер үк ваҡытта АҠШ-тан, Канаданан кукуруздың гибрид сорттары һатып алына, улар Төньяҡ Кавказда, Украинала, Молдавияла уңышлы үҫтерелә. Әлбиттә, үҙебеҙҙең сорттарға ҡарағанда илле процентҡа күберәк уңыш биреүе менән ота. Һөҙөмтәлә был төбәктәрҙә малсылыҡ нығына, уларҙы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү яҡшыра.
Кукуруз икмәге, колбасаһы, таяҡсалары, киҫәксәләре барлыҡҡа килә. Ошо үҫемлеккә арналған фильмдар донъя күрә, йырҙар, шиғырҙар ижад ителә. 1956 йылда “Кукуруз” тигән айлыҡ журнал сыға башлай. Ул тулыһынса ошо культураға бағышлана.
Әммә 1960 йылда, хаҡ артыу сәбәпле, Америка һәм Канаданың орлоғон һатып алыу туҡтатыла. Хәҙер Төньяҡ Америка технологияһы буйынса яҡшыртылған үҙебеҙҙең сорттарҙы сәсергә ҡарар итәләр. 1964 йылда сәсеүлектәрҙең күбеһе һәләк була, уңыш насарлана. Шулай итеп, алдан әҙерлекһеҙ башланған кампания тиҙҙән үҙен һиҙҙертә. Илдә икмәк өсөн иген етешмәй. Аҡ бойҙай икмәге күп төбәктәрҙә кәштәләрҙән юғала, ә ҡара икмәккә кукуруз, борсаҡ онон ҡушып бешерәләр. 1963 йылда СССР һуғыштан һуң тәүге тапҡыр игенде ситтән һатып ала. Әлбиттә, был культураны үҫтереүгә әҙерлек булмай тиерлек. Беренсенән, кукуруз йылы ярата, икенсенән, уны ашлау, туҡландырыу өсөн минераль матдәләр юҡ. Насар эшләүселәрҙе йыйылыштарҙа тикшерәләр, күп етәкселәрҙе вазифаһынан бушаталар, совхоз, колхоз рәйестәрен партиянан сығаралар.
1964 йылда Леонид Брежнев власҡа килгәс, кукуруз үҫтереү тулыһынса тиерлек ҡыҫырыҡлана, хатта ҙур уңыш биргән төбәктәрҙә лә уның сәсеүлектәре бөтөрөлә. 70-се йылдарҙа ул Төньяҡ Кавказда ғына үҫтерелә. Шулай ҙа ошо культураның юғары уңышы уны үҫтереүҙең файҙалы икәненә дәлил була. 1980 – 1990 йылдарҙа кукурузды йәнә сәсә башлайҙар. Хәҙер инде ул иген өсөн Ҡара тупраҡлы зонала, Урта Волга буйында, Көньяҡ Уралда, шулай уҡ Алыҫ Көнсығышта (Амур өлкәһе, Приханкай уйһыулығы) үҫтерелә.
Бөгөн йәнә кукуруз хаҡында йыш һөйләйҙәр. Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы был культураны етештереүҙе арттырыу һәм 2020 йылғаса 25 миллион тоннаға еткереү хаҡында һүҙ алып бара. “Бөтә донъя халҡы уның ҙур файҙа биреүен күптән аңланы. Уға еткән культура юҡ, гектарынан 15 – 20 тоннаға ҡәҙәр уңыш бирә. Беҙгә эшмәкәрлегебеҙҙе ошо юҫыҡҡа йүнәлтергә кәрәк”, – тип бара белгестәр.
Әле Рәсәйҙә кукуруз 4 миллион гектар майҙанда үҫтерелһә, шуның 2,5 миллион гектары игенгә китә, 1,54 миллионы силосҡа һалына. Киләсәктә сәсеүлектәрҙе арттырыу өсөн сифатлы орлоҡ мәсьәләһен хәл итергә кәрәк. Мәҫәлән, мал аҙығына – 30, иген өсөн 100 мең тонна самаһы орлоҡ талап ителә. Әлегә илдә 86 мең тонна орлоҡ сәселә, шуның 56 проценты – үҙебеҙҙеке. Быйыл Рәсәй орлоғоноң тоннаһы 60 – 80 мең һум торһа, ситтән һатып алынғаны –180 – 200 мең һум самаһы.
Бөгөн илдә 24 кукуруз заводы 60 мең тоннаға ҡәҙәр орлоҡ етештерә. Уларҙы яңыртып ҡорғанда, был һанды 90 мең тоннаға тиклем еткерергә мөмкин. Бынан тыш, илдә 25 миллион тонна самаһы кукуруз алыу өсөн йәнә өҫтәмә рәүештә 2 миллиард һумлыҡ 3,4 мең сәскес, 51 миллиард һумлыҡ 8,5 мең комбайн һатып алырға кәрәк буласаҡ.
Был йәһәттән республикала хәлдәр нисек тора һуң? Быйыл Башҡортостанда 86,4 мең гектар майҙанды кукуруз баҫыуы тәшкил иткән. Ул силосҡа тип 48 районда үҫтерелә. Ә иген өсөн үҫтерелгәне 4,6 мең гектар (5,3 процент) ерҙе биләй. 2012 йылдан сәсеүлектәр биш тапҡырға артҡан.
Ауыл хужалығы эшсәндәре байрамында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов кукуруз майҙанын арттырыу бурысын ҡуйҙы.Ошо көндәрҙә Ауыл хужалығы министрлығында йәнә республикала кукуруз үҫтереүгә арналған семинар-кәңәшмә үтте. Унда республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илдар Тимерғәлин бөгөн агросәнәғәт комплексын үҫтереү өсөн был культура майҙанын арттырыу зарурлығын билдәләне. Әлбиттә, барлыҡ эшмәкәрлекте фән менән бергә алып барғанда ғына ниндәйҙер һөҙөмтә, уңыш көтөргә мөмкин. Сараға ошо өлкәлә хеҙмәт иткән фән әһелдәренең саҡырылыуы ла ҙур әһәмиәткә эйә ине. Ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Владимир Сотченко кукуруз гибридтары хаҡында бәйән итте, һәр сорттың үҙенсәлеге хаҡында һөйләне һәм уйлап эш итергә саҡырҙы. Мәҫәлән, Башҡортостанда “Машук-171”, “Катерина”, “Ньютон” сорттарына өҫтөнлөк биреү кәрәклеген әйтте.
Ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор, “Премикс” йәмғиәте етәксеһе Анатолий Солдатовтың сығышы ла сарала ҡатнашыусыларға фәһемле булды. Ул малсылыҡта юғары һөҙөмтәгә өлгәшеү, һөт күләмен арттырыу йәһәтенән кукуруздың файҙаһы хаҡында һөйләне. Мәҫәлән, “500 ферма” республика программаһында ҡатнашҡан предприятиеларҙың күпселеге бөгөн улар менән тығыҙ эш итә һәм ҙур күрһәткестәргә өлгәшә.
Сарала биш йыл эсендә ашлыҡҡа республикала кукуруз майҙандарын – 20 мең гектарға, силос әҙерләү өсөн 160 гектарға тиклем арттырыу бурысы ҡуйылды. Әлбиттә, район етәкселәренә етди бурыс йөкмәтелде. Һәр төбәк 1 декабргә ҡәҙәр талапты үтәү юлдары хаҡында Ауыл хужалығы министрлығына мәғлүмәт бирергә тейеш.
Хәлил САФИН, Башҡортостан Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор:– Ысынлап та, кукуруздың малсылыҡтың һәр тармағы өсөн файҙаһы ифрат ҙур булыуы күптән дәлилләнгән. Шуға ла был идея ҡыуандыра. Климат тура килмәгәнлектән, кукуруз орлоғо республикала етештерелмәй, уны Краснодарҙан, сит илдән һатып алабыҙ. Технологияларҙы дөрөҫ ҡуллана белгәндә, был үҙен аҡлай.Тәү ҡарауға ҡиммәтерәк тойолһа ла, гектарға бүлә башлаһаң, арпанан, арыштан осһоҙораҡ килеп сыға.
Радик РАФИҠОВ, Ауырғазы районының “Урожай” ауыл хужалығы кооперативы рәйесе:– Беҙ бығаса кукурузды силос өсөн генә ҡулландыҡ. Ике йыл элек игенгә сәсә башланыҡ. Үҙен аҡлай. Юғары сифатлы һөт алыр өсөн ул һис алыштырғыһыҙ ризыҡ. Әлбиттә, йылылыҡ яратҡан культуранан уңыш алыу өсөн уны иртәрәк сәсеп, һуңыраҡ алырға кәрәк, йәнә киптергестәрҙең булыуы мөһим. Был осраҡта гектарынан 60 –70 центнер уңыш алыу әллә ни ауырлыҡ тыуҙырмаясаҡ.