Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Эшең күп булһа, төшөнкөлөккә урын юҡ
Эшең күп булһа, төшөнкөлөккә урын юҡ Бөгөн Баш­ҡорт­ос­тандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай беҙҙең өсөн иң мөһим булған мәсьәләләрҙең береһен – республиканың киләһе йылға бюджеты проектын – ҡараясаҡ. Хәлебеҙ ни сама?


Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы ил бюджеты буйынса закон проек­тын беренсе уҡыуҙа 13 ноябрҙә ҡарарға йыйы­на. Әлбиттә, беҙ барыбыҙ ҙа бер “ар­бала”. Шулай ҙа бер төбәк тә икен­се­һенә оҡ­ша­маған, шул иҫәптән Баш­ҡорт­ос­тандың да үҙенә генә хас мәсьәләләре етерлек. Быйылғы үткән айҙар буйынса халыҡтың реаль килеме, былтырғы шул осор менән сағыштырғанда, 92,7% тәшкил итте. Рәсәй буйынса күрһәткес – 96,1%, Волга буйы федераль округында 95,5% булды. Республикабыҙ был йәһәттән округтағы 14 төбәк араһында 11-се урынды биләй.
Уртаса эш хаҡы Рәсәйҙә бы­йыл­ғы июлдә (яңыраҡ мәғлү­мәт­те “Росстат” әлегә бирмәй) 35 395 һум булһа, округ буйынса – 26 699, Башҡортостанда 25 607 һум тәшкил итте. Рес­пуб­ли­кабыҙҙың ауыл хужалығында тир түгеүселәрҙең айлыҡ килеме – 13 916 һум.
Эшһеҙлек кимәле республикала – 6,1 процент, һәм әлеге күр­һәткес буйынса беҙ федераль округта икенсе урынды би­ләйбеҙ. Быйылғы тәүге ике квартал йомғаҡтарына ҡара­ғанда, бөтәһе 112,9 мең кеше эштән ебәрелгән, шулар­ҙың алты меңе – штатты ҡыҫҡартыу арҡаһында. Шул уҡ ваҡытта 15 мең кеше талап ителә, улар нигеҙҙә эшсе һөнәрҙәре.
Башҡортостан бюджетының 2016 йылға үлсәмдәре ошолай билдәләнде (әйткәнемсә, был әле проект ҡына): килем буйынса – 118 миллиард һумдан ашыу, сығымдар буйынса – 128 миллиард һумдан күберәк. 2015 йыл­дың бюджеты килем буйынса – 120,8 миллиард, ә сығымдар буйынса 134,8 миллиард һум ине. Икенсе төрлө әйткәндә, киләһе йыл республикабыҙ күберәк ки­лем алырға, әммә аҙыраҡ аҡса тотонорға йыйына.
– Кешеләр эшкә йәлеп ите­лергә тейеш, ләкин ҡамсылап түгел, ә ошондай шарттарҙа ла тормошто яҡшыртып була икә­ненә ышандырыу аша, – тигәйне Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов күптән түгел булып үткән кәңәшмәлә. – Бының өсөн шарттар бар. Хәл 1998 һәм 2009 йыл­дарҙағы көрсөктәргә ҡара­ғанда күпкә яҡшыраҡ, беҙ ул саҡ­тағынан ике ярым, өс тапҡырға һәйбәтерәк йәшәйбеҙ.



Автор: Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостан балалар өсөн грипҡа ҡаршы 152 меңдән ашыу доза вакцина алды

Башҡортостан балалар өсөн грипҡа ҡаршы 152 меңдән ашыу доза вакцина алды 06.10.2026 // Йәмғиәт

Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығында балаларға грипҡа ҡаршы вакцина яһауҙың ......

Тотош уҡырға 0

Республикала көндәр йылына

Республикала көндәр йылына 06.10.2026 // Йәмғиәт

Тиҙҙән Башҡортостанда көндәр бер аҙ йылыта, тип хәбәр итте синоптиктар....

Тотош уҡырға 1

Башҡорт ауылы Бөтә Рәсәй инициативалар конкурсында иң яҡшыһы булды
9 октябрҙә республикала сиреналар яңғырай

9 октябрҙә республикала сиреналар яңғырай 05.10.2026 // Йәмғиәт

7 октябргә планлаштырылған Бөтә Рәсәй халыҡты иҫкәртеү системаһын комплекслы тикшереү 9 октябргә ......

Тотош уҡырға 2

Өфөлә йорттарға йылы бирелә башланы

Өфөлә йорттарға йылы бирелә башланы 05.10.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йорттарға йылы бирелә башланы...

Тотош уҡырға 3

Әбйәлил районында 20 сантиметр ҡалынлығында ҡар яуған

Әбйәлил районында 20 сантиметр ҡалынлығында ҡар яуған 05.10.2026 // Йәмғиәт

Әбйәлил районында 20 сантиметр ҡалынлығында ҡар яуған...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда 700 йылға яҡын эш стажы булған уҡытыусылар династияһы йәшәй

Башҡортостанда 700 йылға яҡын эш стажы булған уҡытыусылар династияһы йәшәй 05.10.2026 // Йәмғиәт

Был нәҫелдә уҡытыусылар 20 быуат башында уҡ барлыҡҡа килгән....

Тотош уҡырға 3

Өфө — Инйәр — Белорет трассаһында сикләү оҙайтылды

Өфө — Инйәр — Белорет трассаһында сикләү оҙайтылды 05.10.2026 // Йәмғиәт

Граждандарға юлдарҙа иғтибарлы булырға һәм юлға сығыр алдынан һауа шарттарын иҫәпкә алырға кәңәш ......

Тотош уҡырға 2

ӘЙ ЙОЛА төркөмө солисы Адель Шәйхетдинова кейәүгә сыҡты

ӘЙ ЙОЛА төркөмө солисы Адель Шәйхетдинова кейәүгә сыҡты 03.10.2026 // Йәмғиәт

ӘЙ ЙОЛА төркөмө солисы Адель Шәйхетдинова кейәүгә сыҡты...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә Республика көнөн үткәреү майҙансыҡтары аталды

Өфөлә Республика көнөн үткәреү майҙансыҡтары аталды 02.10.2026 // Йәмғиәт

Байрам һәм тантаналы саралар йома көндө башлана....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда колледж һәм техникум уҡытыусылары тәбрикләнде

Башҡортостанда колледж һәм техникум уҡытыусылары тәбрикләнде 02.10.2026 // Йәмғиәт

Республиканың урта һөнәри белем биреү системаһы 86 йыл эшләй....

Тотош уҡырға 3

Азат Ишемғолов Ишембай районы хакимиәте башлығы вазифаһын ҡалдырҙы

Азат Ишемғолов Ишембай районы хакимиәте башлығы вазифаһын ҡалдырҙы 02.10.2026 // Йәмғиәт

Азат Ишемғолов Ишембай районы хакимиәте башлығы вазифаһын ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә