Бөгөн Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай беҙҙең өсөн иң мөһим булған мәсьәләләрҙең береһен – республиканың киләһе йылға бюджеты проектын – ҡараясаҡ. Хәлебеҙ ни сама? Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы ил бюджеты буйынса закон проектын беренсе уҡыуҙа 13 ноябрҙә ҡарарға йыйына. Әлбиттә, беҙ барыбыҙ ҙа бер “арбала”. Шулай ҙа бер төбәк тә икенсеһенә оҡшамаған, шул иҫәптән Башҡортостандың да үҙенә генә хас мәсьәләләре етерлек. Быйылғы үткән айҙар буйынса халыҡтың реаль килеме, былтырғы шул осор менән сағыштырғанда, 92,7% тәшкил итте. Рәсәй буйынса күрһәткес – 96,1%, Волга буйы федераль округында 95,5% булды. Республикабыҙ был йәһәттән округтағы 14 төбәк араһында 11-се урынды биләй.
Уртаса эш хаҡы Рәсәйҙә быйылғы июлдә (яңыраҡ мәғлүмәтте “Росстат” әлегә бирмәй) 35 395 һум булһа, округ буйынса – 26 699, Башҡортостанда 25 607 һум тәшкил итте. Республикабыҙҙың ауыл хужалығында тир түгеүселәрҙең айлыҡ килеме – 13 916 һум.
Эшһеҙлек кимәле республикала – 6,1 процент, һәм әлеге күрһәткес буйынса беҙ федераль округта икенсе урынды биләйбеҙ. Быйылғы тәүге ике квартал йомғаҡтарына ҡарағанда, бөтәһе 112,9 мең кеше эштән ебәрелгән, шуларҙың алты меңе – штатты ҡыҫҡартыу арҡаһында. Шул уҡ ваҡытта 15 мең кеше талап ителә, улар нигеҙҙә эшсе һөнәрҙәре.
Башҡортостан бюджетының 2016 йылға үлсәмдәре ошолай билдәләнде (әйткәнемсә, был әле проект ҡына): килем буйынса – 118 миллиард һумдан ашыу, сығымдар буйынса – 128 миллиард һумдан күберәк. 2015 йылдың бюджеты килем буйынса – 120,8 миллиард, ә сығымдар буйынса 134,8 миллиард һум ине. Икенсе төрлө әйткәндә, киләһе йыл республикабыҙ күберәк килем алырға, әммә аҙыраҡ аҡса тотонорға йыйына.
– Кешеләр эшкә йәлеп ителергә тейеш, ләкин ҡамсылап түгел, ә ошондай шарттарҙа ла тормошто яҡшыртып була икәненә ышандырыу аша, – тигәйне Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов күптән түгел булып үткән кәңәшмәлә. – Бының өсөн шарттар бар. Хәл 1998 һәм 2009 йылдарҙағы көрсөктәргә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ, беҙ ул саҡтағынан ике ярым, өс тапҡырға һәйбәтерәк йәшәйбеҙ.