Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йүгерек малай яулаған үрҙәр
Йүгерек малай  яулаған үрҙәр Был ауыл тарихы бөйөк шәхестәр исеме менән бәйле: яҙыусы Имай Насыри, рәссам Юнер Насиров. Республика ғына түгел, ил кимәлендә абруйлы спортсылар әҙерләүҙә, йәштәрҙә спортҡа һөйөү тәрбиәләүҙә ҙур көс һалған шәхес – Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжы директоры, Стәрлетамаҡ район Советы рәйесе Миҙхәт Мусаҡаев та ҡасандыр ялан аяҡ Түбәнге Уҫылы ауылы урамдарынан йүгерә. Тәүәккәллек, ныҡышмалыҡ һәм үҙ-үҙенә талапсанлыҡ шул йүгерек малайҙы тормошонда ҙур үрҙәргә илтә.

Һүҙ ауыл тарихына осраҡлы бәйләнмәне. Бөйөк ата-баба ауазы, ғәзиз тупраҡ рух һәм көс бирә бит ул. Миҙхәт Биктимер улының сәмле егет булыуында әлеге төшөнсәләр ҙә ҡатнашмай ҡалмайҙыр.
Хеҙмәт юлына ла тыуған төйәгендә һуҡмаҡ һала ул. Әрменән ҡайтҡас, Салауат исемендәге колхозда физик культура буйынса инструктор булып эш башлай. Әлбиттә, яҡшы спортсының шул йүнәлештә һөнәри белем дә алғыһы килә. Миҙхәтте теләге артабан әле үҙе етәкселек иткән техникумға алып бара. Шунан башлана ла инде ныҡлап спорт донъяһында гиҙеү. Йәнә туған мәктәптә уҡытыусылыҡ эше, юғары белем алыу, “Уңыш” спорт йәмғиәтен етәкләү – Миҙхәт Биктимер улының хеҙмәт юлындағы ҡалдырған эҙҙәре.
1989 йылда Миҙхәт Мусаҡаев техникум директоры вазифаһына тәғәйенләнә, ә ете йылдан һуң Стәрлетамаҡ физик культура институтын етәкләй башлай (был вазифала ул 2014 йылға тиклем эшләй). Шул саҡтан алып етәксе үҙенә һүҙ бирә: “Спортты үҙ иткән йәш быуын тәрбиәләргә”.
…Ғөмүмән, Миҙхәт Биктимер улының физик культураға үҙенсә ҡарашы бар, хәйер, ул булмай тороп, спортты үҫтереүҙә шул тиклем хеҙмәт башҡарып булыр инеме икән?
– Донъя алға китһен өсөн, һүҙ ҙә юҡ, фән һәм белем бик мөһим. Әммә күҙ алдына килтерәйек: әгәр һаулығың булмаһа, фән менән шөғөлләнеү ҙә, белем алыу ҙа мөмкин түгел. Ә һаулыҡтың, сәләмәт­лек­тең нигеҙе спортҡа, физик культураға, хәрәкәткә ба­рып тоташа, – ти ул ябай ғына итеп тормош сере хаҡында. Был хаҡта һәр саҡ студенттарына ла әйтә килә. Миҙхәт Биктимер улы етәкселегендәге бе­лем усаҡтарында уҡып, донъя кимәлендә исем­дәре яңғыраған спортсылар – Рима Баталова, Ирек Зарипов, Азат Ҡара­сурин, Кирилл Михайлов һәм башҡа шәхестәр миҫалы күп нәмә хаҡында һөйләй.
Айырым шәхестәрҙе генә үҫтереүҙә көс һалмаған Миҙхәт Мусаҡаев, техникум, институт тамамлаған нисәмә егет-ҡыҙ Башҡортостанда, төбәктән ситтә спорт, физик культура, тимәк, халыҡтың сәләмәтлеге һағында хеҙмәт итә.
Миҙхәт Биктимер улының милли көрәште үҫтереүгә индергән өлөшө баһалап бөтөрлөкмө ни? Ошо шәхестең күпме башҡорт батырына ҡанат ҡуйғанын Хоҙай үҙе генә белә. Егеттәр әле булһа килеп рәхмәттәр еткергәненә ошо юлдар авторы ла бер тапҡыр ғына шаһит булманы.
Көрәш хаҡында һүҙ сыҡҡас, шуныһын да әйтеп үтәйек. Бөгөн республикала был спорт төрөнөң тейешле кимәлдә үҫешмәүенә йөрәге әрней педагог-спортсының. Аҡса етешмәү, секциялар эше туҡтап ҡалыу, халыҡ араһынан батырҙар эҙләмәү – һәммәһе лә сетерекле мәсьәлә.
– Милли брендтар араһында көрәштең дә булырға тейешлеге бәхәсһеҙ, – ти Миҙхәт Биктимер улы.
Был тәңгәлдә шуныһын өҫтәү мотлаҡ: район кимәлендә халыҡтың сәләмәтлеген генә түгел, ғөмүмән, социаль хәлен, муниципалитеттың иҡтисади торошон аныҡ билдәләүсе, етешһеҙлектәр буйынса етеҙ һәм һөҙөмтәле эшләүсе депутат булараҡ белә уны һайлаусылар. Яҡташтары янына килеп:
– Хәлең нисек, һеңлем? Мәсьәләңде хәл итербеҙ, ағай! – тип арҡаларынан һөйөп китеүе генә лә ни тора! Ә халыҡ һулышын тойоу һәләте депутатҡа бик мөһим.
…Был яҙмаға Миҙхәт Мусаҡаевтың башҡарылған хеҙмәтенең әле бойҙай бөртөгөндәй генә өлөшө ингәндер. Дөрөҫөн әйткәндә, сәләмәт тәнле һәм сәләмәт рухлы киләсәк тәрбиәләүгә ҙур көс һалған, тыуған яғының яҙмышына битараф ҡала алмаған шәхес хаҡында роман яҙырлыҡ. Иң мөһиме – йәш быуын ошондай ағайҙарыбыҙҙан, апайҙарыбыҙҙан үрнәк алып йәшәһен ине. Һәр яҡлап та сәләмәтлерәк булырбыҙ.





Автор: Рәмил МАНСУРОВ. Район: Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфө блогеры Эверестҡа артылыуҙы башлаған

Өфө блогеры Эверестҡа артылыуҙы башлаған 15.05.2026 // Йәмғиәт

Өфө блогеры Эверестҡа артылыуҙы башлаған...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан милли архивы Башҡорт атлылары дивизияһының уникаль фотоһүрәте менән уртаҡлашты

Башҡортостан милли архивы Башҡорт атлылары дивизияһының уникаль фотоһүрәте менән уртаҡлашты 15.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан милли архивы Башҡорт атлылары дивизияһының уникаль фотоһүрәте менән уртаҡлашты...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандың өс районы биләмәһендә юғары класлы янғын хәүефе индерелде

Башҡортостандың өс районы биләмәһендә юғары класлы янғын хәүефе индерелде 15.05.2026 // Йәмғиәт

Муниципалитет халҡынан һәм ҡунаҡтарынан һаҡлыҡ күрһәтеүҙәрен һорайҙар....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Ҡорбан байрамына әҙерлек тикшерелде

Өфөлә Ҡорбан байрамына әҙерлек тикшерелде 15.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Ҡорбан байрамына әҙерлек тикшерелде...

Тотош уҡырға 1

Хәйбуллала Файза Бикбова бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне

Хәйбуллала Файза Бикбова бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне 15.05.2026 // Йәмғиәт

Хәйбуллала Файза Бикбова бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне...

Тотош уҡырға 1

Өфөнөң Совет майҙанында кадеттарға наградалар тапшырылды

Өфөнөң Совет майҙанында кадеттарға наградалар тапшырылды 15.05.2026 // Йәмғиәт

Улар – Башҡортостандың ғорурлығы, тип билдәләне республика етәксеһе Радий Хәбиров....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе эҫе ял көндәре көтә
Республикала «Финист» поезы 6,5 мең пассажир ташыған

Республикала «Финист» поезы 6,5 мең пассажир ташыған 14.05.2026 // Йәмғиәт

Республикала «Финист» поезы 6,5 мең пассажир ташыған...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан ҡалаһында «Мәк-2026» махсус операцияһы бара

Башҡортостан ҡалаһында «Мәк-2026» махсус операцияһы бара 14.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ҡалаһында «Мәк-2026» махсус операцияһы бара...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда тәүге икмәк музейы асылды

Башҡортостанда тәүге икмәк музейы асылды 14.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда тәүге икмәк музейы асылды...

Тотош уҡырға 1

Республикала бер ир балаһына 1 миллион һум түләмәйенсә ҡасҡан
Республикала Дәүләт автоинспекцияһының махсус операцияһы башланды

Комментарий өҫтәргә