Был ауыл тарихы бөйөк шәхестәр исеме менән бәйле: яҙыусы Имай Насыри, рәссам Юнер Насиров. Республика ғына түгел, ил кимәлендә абруйлы спортсылар әҙерләүҙә, йәштәрҙә спортҡа һөйөү тәрбиәләүҙә ҙур көс һалған шәхес – Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжы директоры, Стәрлетамаҡ район Советы рәйесе Миҙхәт Мусаҡаев та ҡасандыр ялан аяҡ Түбәнге Уҫылы ауылы урамдарынан йүгерә. Тәүәккәллек, ныҡышмалыҡ һәм үҙ-үҙенә талапсанлыҡ шул йүгерек малайҙы тормошонда ҙур үрҙәргә илтә.Һүҙ ауыл тарихына осраҡлы бәйләнмәне. Бөйөк ата-баба ауазы, ғәзиз тупраҡ рух һәм көс бирә бит ул. Миҙхәт Биктимер улының сәмле егет булыуында әлеге төшөнсәләр ҙә ҡатнашмай ҡалмайҙыр.
Хеҙмәт юлына ла тыуған төйәгендә һуҡмаҡ һала ул. Әрменән ҡайтҡас, Салауат исемендәге колхозда физик культура буйынса инструктор булып эш башлай. Әлбиттә, яҡшы спортсының шул йүнәлештә һөнәри белем дә алғыһы килә. Миҙхәтте теләге артабан әле үҙе етәкселек иткән техникумға алып бара. Шунан башлана ла инде ныҡлап спорт донъяһында гиҙеү. Йәнә туған мәктәптә уҡытыусылыҡ эше, юғары белем алыу, “Уңыш” спорт йәмғиәтен етәкләү – Миҙхәт Биктимер улының хеҙмәт юлындағы ҡалдырған эҙҙәре.
1989 йылда Миҙхәт Мусаҡаев техникум директоры вазифаһына тәғәйенләнә, ә ете йылдан һуң Стәрлетамаҡ физик культура институтын етәкләй башлай (был вазифала ул 2014 йылға тиклем эшләй). Шул саҡтан алып етәксе үҙенә һүҙ бирә: “Спортты үҙ иткән йәш быуын тәрбиәләргә”.
…Ғөмүмән, Миҙхәт Биктимер улының физик культураға үҙенсә ҡарашы бар, хәйер, ул булмай тороп, спортты үҫтереүҙә шул тиклем хеҙмәт башҡарып булыр инеме икән?
– Донъя алға китһен өсөн, һүҙ ҙә юҡ, фән һәм белем бик мөһим. Әммә күҙ алдына килтерәйек: әгәр һаулығың булмаһа, фән менән шөғөлләнеү ҙә, белем алыу ҙа мөмкин түгел. Ә һаулыҡтың, сәләмәтлектең нигеҙе спортҡа, физик культураға, хәрәкәткә барып тоташа, – ти ул ябай ғына итеп тормош сере хаҡында. Был хаҡта һәр саҡ студенттарына ла әйтә килә. Миҙхәт Биктимер улы етәкселегендәге белем усаҡтарында уҡып, донъя кимәлендә исемдәре яңғыраған спортсылар – Рима Баталова, Ирек Зарипов, Азат Ҡарасурин, Кирилл Михайлов һәм башҡа шәхестәр миҫалы күп нәмә хаҡында һөйләй.
Айырым шәхестәрҙе генә үҫтереүҙә көс һалмаған Миҙхәт Мусаҡаев, техникум, институт тамамлаған нисәмә егет-ҡыҙ Башҡортостанда, төбәктән ситтә спорт, физик культура, тимәк, халыҡтың сәләмәтлеге һағында хеҙмәт итә.
Миҙхәт Биктимер улының милли көрәште үҫтереүгә индергән өлөшө баһалап бөтөрлөкмө ни? Ошо шәхестең күпме башҡорт батырына ҡанат ҡуйғанын Хоҙай үҙе генә белә. Егеттәр әле булһа килеп рәхмәттәр еткергәненә ошо юлдар авторы ла бер тапҡыр ғына шаһит булманы.
Көрәш хаҡында һүҙ сыҡҡас, шуныһын да әйтеп үтәйек. Бөгөн республикала был спорт төрөнөң тейешле кимәлдә үҫешмәүенә йөрәге әрней педагог-спортсының. Аҡса етешмәү, секциялар эше туҡтап ҡалыу, халыҡ араһынан батырҙар эҙләмәү – һәммәһе лә сетерекле мәсьәлә.
– Милли брендтар араһында көрәштең дә булырға тейешлеге бәхәсһеҙ, – ти Миҙхәт Биктимер улы.
Был тәңгәлдә шуныһын өҫтәү мотлаҡ: район кимәлендә халыҡтың сәләмәтлеген генә түгел, ғөмүмән, социаль хәлен, муниципалитеттың иҡтисади торошон аныҡ билдәләүсе, етешһеҙлектәр буйынса етеҙ һәм һөҙөмтәле эшләүсе депутат булараҡ белә уны һайлаусылар. Яҡташтары янына килеп:
– Хәлең нисек, һеңлем? Мәсьәләңде хәл итербеҙ, ағай! – тип арҡаларынан һөйөп китеүе генә лә ни тора! Ә халыҡ һулышын тойоу һәләте депутатҡа бик мөһим.
…Был яҙмаға Миҙхәт Мусаҡаевтың башҡарылған хеҙмәтенең әле бойҙай бөртөгөндәй генә өлөшө ингәндер. Дөрөҫөн әйткәндә, сәләмәт тәнле һәм сәләмәт рухлы киләсәк тәрбиәләүгә ҙур көс һалған, тыуған яғының яҙмышына битараф ҡала алмаған шәхес хаҡында роман яҙырлыҡ. Иң мөһиме – йәш быуын ошондай ағайҙарыбыҙҙан, апайҙарыбыҙҙан үрнәк алып йәшәһен ине. Һәр яҡлап та сәләмәтлерәк булырбыҙ.