Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Башҡортҡа сәй көнө кәрәкме?
Күҙемә гәзиттә бер анекдот салынды: “Эсеүҙе ташлайым ғына тигәйнем, Нептун көнө еткән икән!” Эскесе түгелмен, шөкөр. Көләмәс геройы кеүек, эсер өсөн сәбәп тә эҙләмәйем. Әммә календарҙы йәлләйем, уға кем хужа икән? Көн дә тиҫтәгә яҡын эреле-ваҡлы иҫтәлекле көндө үҙ эсенә һыйҙыра ул.

Рәсми байрамдарҙан тыш, бихисап халыҡ-ара, бөтә донъя ни­мә­нелер хәтергә төшөрөү, ни­мә­гәлер табыныу көндәре бар. Октябрҙе генә алайыҡ. Мәҫәлән, 1-ен. Бер­ҙән – Халыҡ-ара оло йәштә­геләр көнө. Икенсенән – Ха­лыҡ-ара музыка көнө. Өсөн­сөнән – Рәсәйҙең Ҡоро ер ғәскәрҙәре көнө. Көт, бының менән генә бөттө ти! 1 октябрь быйылдан тағы ла Ҡәһүә ғәли йәнәптәре көнө лә икән! Был тәҡдимде ҡеүәтләп, “Рәсәй­сәйҡәһүә” ассоциацияһы­ның генераль директоры Рамаз Чантурия: “Халыҡ-ара Ҡәһүә көнө ошо эсемлекте яратыу­сыларға уға һөйөүен белде­рер­гә мөмкин­лек бирә”, – тигән. Әлләсе, бының өсөн йы­лына бер генә көн етәме икән һуң... Көлкө бит. Мәҫә­лән, башҡортҡа көн дә – сәй көнө!
Йәнә бер үк һөнәр кешелә­ре­нең йылына бер нисә һөнә­ри байрамы булыуы аң­ла­шыл­май. Үҙе­беҙҙе, журна­листарҙы ғына, алайыҡ. 13 ғинуар – Рәсәй мат­буғаты көнө. 7 май – Радио көнө. Ул арала элеккесә матбуғат көнөн – 5 майҙы ла ҡайһы бер хеҙмәт­тәш­тәр һаман бил­дә­ләп үтә. 14 июн­дә иһә – Баш­ҡортостан мат­буғаты көнө, 8 сентябрь – Халыҡ-ара журна­листарҙың теләктәшлек көнө, 21 ноябрь – Бөтә донъя телевидение көнө... Ялҡма­нығыҙ­мы әле?..
Табиптар ҙа ҡалышмай. Улар беҙҙән кәмме ни?! Июндең өсөнсө йәкшәмбеһен­дә бөтә медицина хеҙмәткәр­ҙәре байрам итһә, ок­тябрҙең тәүге дүшәмбеһендә – тик табип һөнәренә эйә булған­дар. Ә анестезиологтарға бер аҙ түҙергә тура килә, сөнки уларға сират 16 октябрҙә генә етә.
Шулай ҙа иң оҡшамағаны – яһал­ма Әсә көнөн уйлап табыу­ҙары. Ғүмер буйы иң яҡын кеше­ләребеҙҙе 8 Март байрамында ҡотлап өйрән­гәйнек. Шул көндө, бү­ләктәр әҙерләп, йыл буйы тү­ҙем­һеҙ­лек менән көтә инек. Бер үк ризыҡты һирәкләп кенә аша­һаң, танһыҡ ул. Ә хәҙер Әсә көнө ноябрҙең һуңғы йәкшәм­беһендә, имеш. Ошо көндә ҡотлау килһә, һаман да аптырап ҡалам, күңел быны ҡабул итмәй.
Дөрөҫөн әйткәндә, халыҡҡа бай­рам ни хәтлем күберәк булһа, шул тиклем яҡшыраҡ. Әммә бө­төн­ләй туҙға яҙмаған­дары ла бар календарҙа. Ярай инде, Халыҡ-ара рәхмәт көнө кәрәктер, бәлки. Бары­быҙға ла шәфҡәтлерәк, итә­ғәт­лерәк булырға икәнлеген хә­тер­гә төшөрөп торор өсөн. Ә 17 февраль – Ҡапыл ғына изгелек эшләү көнөн нисек аңларға? Мин яҡшылыҡты гел көтмәгәндә ҡы­лам. Шунан әйтелгеһеҙ ҡәнә­ғәт­лек кисе­рәм. Ҡайһы берҙә үҙ-үҙе­мә һоҡланып, хайран ҡа­лам. Хат­та аҙаҡтан, уйлап эш­лә­һәм, мин ҡаты күңел былай итмәҫ инем, тигән фекергә килгән осраҡ­тар ҙа була. Бәхеткә, изгелек ҡы­лынған. Шуныһы менән ҡиммәтле түгелме был төшөнсә?!
Яңы иртә тыуыу менән электрон почтаңа, теле­фоны­ңа, социаль селтәрҙәге шәх­сән битеңә бихисап теге йәки был дата тура­һында хәтергә төшөргән яҙыуҙар, һәр төрлө ҡотлауҙар килә башлай. Үҙең дә ихтирам йөҙөнән яуап ебәрергә тырышаһың. Өҫтә­үенә яҡындарыңдың, туғанда­рыңдың тыуған көнөн, юби­ле­йын, туй кө­нөн дә оно­торға ярамай. Былары, ярай, кәрәк. Шулай ҙа ни хәтлем тырышһам да, “пи” һаны, кеше алдында бәйләү, пираттарға оҡшар­ға тырышыу, светофор, ҡырлы ста­кан, йомортҡа, ҡара бесәй­ҙәр­ҙе һаҡлау, ҡата көн­дәрен аңым ҡа­бул итмәй. Бәҙрәф көнө генә етешмәй, вәт, бәхетле булыр инек!.. Тфү, уныһы ла бар икән! Белеп ҡуйығыҙ – 19 ноябрҙә. Күп ваҡыт ҡалмаған, йәмәғәт.




Автор: Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда популяр курортҡа автобустар йөрөй башлай

Башҡортостанда популяр курортҡа автобустар йөрөй башлай 22.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда популяр курортҡа автобустар йөрөй башлай...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан вуздарына бюджет урындары һаны билдәле булды

Башҡортостан вуздарына бюджет урындары һаны билдәле булды 22.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан вуздарына бюджет урындары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров Ҡырмыҫҡалы районындағы табип амбулаторияһының эшен күрһәтте
Республикала Курбатовтарҙың ишле ғаиләһендә алтынсы сабый тыуған
Өфө блогеры һәм альпинист Рөстәм Нәбиев Эвересты яуланы

Өфө блогеры һәм альпинист Рөстәм Нәбиев Эвересты яуланы 21.05.2026 // Йәмғиәт

Яҡташыбыҙ донъяның иң бейек түбәһенә флаг ҡаҙаған һәм «ҡолағандан һуң тормош бөтә тип уйлағандар ......

Тотош уҡырға 3

«Шүлгәнташ» музейы Лихачев исемендәге Милли премияға лайыҡ булды

«Шүлгәнташ» музейы Лихачев исемендәге Милли премияға лайыҡ булды 21.05.2026 // Йәмғиәт

«Шүлгәнташ» «Милли ҡаҙаныш» номинацияһында еңеү яуланы....

Тотош уҡырға 3

Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта ҡайҙа ҡорбан салырға

Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта ҡайҙа ҡорбан салырға 21.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта ҡайҙа ҡорбан салырға...

Тотош уҡырға 3

Баш ҡалала Ағиҙел йылғаһы күперендә хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Баш ҡалала Ағиҙел йылғаһы күперендә хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 21.05.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалала Ағиҙел йылғаһы күперендә хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан торлаҡ-коммуналь хужалыҡты яңыртыу темптары буйынса лидерҙар иҫәбенә инде

Башҡортостан торлаҡ-коммуналь хужалыҡты яңыртыу темптары буйынса лидерҙар иҫәбенә инде 21.05.2026 // Йәмғиәт

Төбәктә 2022 йылдан алып 269 километр инженер селтәрҙәре файҙаланыуға тапшырылған....

Тотош уҡырға 2

Баймаҡта Байсыуаҡовтар ғаиләһендә һигеҙенсе сабый тыуған

Баймаҡта Байсыуаҡовтар ғаиләһендә һигеҙенсе сабый тыуған 21.05.2026 // Йәмғиәт

Баймаҡта Байсыуаҡовтар ғаиләһендә һигеҙенсе сабый тыуған...

Тотош уҡырға 2

Май аҙағында һәм июнь башында Башҡортостанға ямғырҙар килә

Май аҙағында һәм июнь башында Башҡортостанға ямғырҙар килә 21.05.2026 // Йәмғиәт

Гисметео мәғлүмәттәренә ярашлы, май аҙағында һәм июнь башында Башҡортостанда тотороҡһоҙ һауа торошо ......

Тотош уҡырға 3

Башҡорт йырсыһы Сабина Кучаева атаһының һуңғы концерты хаҡында һөйләне

Башҡорт йырсыһы Сабина Кучаева атаһының һуңғы концерты хаҡында һөйләне 20.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт йырсыһы Сабина Кучаева атаһының һуңғы концерты хаҡында һөйләне...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә