Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ирҙәр ишәйһен Ишәйҙә...
Ирҙәр ишәйһен Ишәйҙә... Ишәй ауылында ирҙәр йыйыны үтте. Ғәҙәти булмаған сараға – “Ҡалын туйы” байрамына көслө зат вәкилдәре йыйылды.


Ишәй ауылы хакимиәте баш­лығы Гөлнара Кәримова, ауылдаштарын тәбрикләп, был сараның күптәнге ниәт булыуын белдерҙе. “Көслө рухлы ир-егеттәр – илебеҙ ҡеүәте”, – тигән һүҙҙәр яңғыраны.
Бик матур башланғыс менән сыҡты ишәйҙәр. Ир-егеттең абруйын күтәреү маҡсатын ҡуйҙы был йыйын. Йәш быуынға үрнәк алыр­ҙай көслө зат вәкилдәрен күрһәтеү, йәштәрҙе улар өлгөһөндә тәрбиә­ләүгә мохтаж бөгөн йәмғиәтебеҙ. Ысын мәғәнәһендә ғаиләһенең ҡалҡаны булған, халыҡ араһында һүҙе үткән өлгөлө зат­тар бай­рамдың төп ҡунаҡтары булды.
Ирҙәр ишәйһен Ишәйҙә...Халҡыбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышындағы батырлығы ауыл­даштар хәтеренән юғал­май. Был йыйында алыш яландарында ятып ҡалған яу­гир­ҙәр, һуғыштан ҡайтып вафат булған ветерандар, Афған ерендә башын һалған яҡташтары бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алынды, һәйкәлгә сәскәләр һалынды.
Ишәй, яуҙа ҡурҡыу белмәҫ батыр улдары менән бер рәт­тән, тыныс тормошта хеҙмәт ҡаҙаныштарына өлгәшкән ир-егеттәре менән дә көслө. Заманында алдынғы колхоз рәйесе булған Башҡортос­тан­дың ауыл хужалығы алдын­ғыһы, Ишембай районының почетлы гражданы Рәжәп Жда­нов менән дә хаҡлы ғорурлана ауыл. Йыйында ил ағаһына рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Уның замандаштары, шул осорҙа бергә эшләгән хеҙмәттәштәре һүҙ тотто. Хәҙер инде оло йәштә булған ағайҙар һәр ҡайһыһы хеҙмәт осорон һағынып иҫкә алды.
Эшкә лә шәп, йыр-моңға ла дәртле Ишәй ир-егеттәре. Әлеге йыйында ла был асыҡ сағылды. Гармунда өҙҙөрөп уйнанылар, бейеүгә маһирлыҡтарын күрһәт­теләр. Оло йәштә булһа ла, көс-ғәйрәте ташып торған Фәйзелғаян ағай Ғималетдинов ошо йыйынға арнап яҙған шиғырын уҡып ишеттерҙе, аҙаҡ еңел баҫып бейеүгә лә төшөп китте.
Мәғариф өлкәһендә көс һалыу­сылар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡал­маны. Оҙаҡ йылдар мәктәп директоры булып эшләгән, “Рәсәй мәғарифы отличнигы” булған хеҙмәт ветераны Өлфәт Жданов шәп байрам үткәре­ле­үен билдә­ләне. Тыуған еребеҙҙе яратып, киләсәгебеҙ тағы ла матурыраҡ булыр тигән ышаныс менән алға бағып йәшәргә саҡырҙы ул ауылдаштарын.
Ауыл данын унда йәшәгән ке­шеләр күтәрә. Бында тыуып үҫеп, аҙаҡ сит тарафтарҙа төп­ләнгән, дан ҡаҙанған шәхестәр ҙә аҙ түгел. Вил, Венер, Юнир Тимербулатовтар, Салауат, Долорес, Рәйес Заһиҙуллиндар, Рифат, Ришат Заһиҙуллиндар һәм башҡалар менән ишәйҙәр хаҡлы ғорурлана.
Йыйында хеҙмәте, тормошо менән өлгөлө ир-егеттәр данланып ҡына ҡалманы, ҡайһы бер мәсьә­ләләр ҙә уртаға һалып һөйлә­шел­де. Ишәйҙәрҙең матур баш­лан­ғысын башҡа ауылдарҙа ла күтәреп алырҙар әле тигән ышаныс тыуҙы байрамдан һуң.








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Өфөлә түләүле парковкалар буйынса кол-үҙәккә көнөнә 100-гә яҡын шылтыратыу ҡабул ителә
Республика райондарының береһендә медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам саралары бойомға ашырыла

Республика райондарының береһендә медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам саралары бойомға ашырыла 02.07.2025 // Йәмғиәт

Мәләүез районында йәш табиптарға торлаҡты ҡуртымға алыу хаҡы ай һайын 10 мең һум күләмендә...

Тотош уҡырға 10

Радий Хәбиров Башҡортостанда ҡалырға хәл иткән йәш ғалимдарға шәхсән ярҙам итергә вәғәҙәләне

Радий Хәбиров Башҡортостанда ҡалырға хәл иткән йәш ғалимдарға шәхсән ярҙам итергә вәғәҙәләне 02.07.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан бер ҡасан да ошондай күп талантлы, сағыу йәш ғалимдарҙы ҡабул иткәне юҡ ине,...

Тотош уҡырға 15

Республикала ғаилә ҙур суммала лотерея отҡан

Республикала ғаилә ҙур суммала лотерея отҡан 02.07.2025 // Йәмғиәт

Республикала ғаилә ҙур суммала лотерея отҡан...

Тотош уҡырға 13

Мәскәүҙә һабантуй ойошторола

Мәскәүҙә һабантуй ойошторола 02.07.2025 // Йәмғиәт

Мәскәүҙә һабантуй ойошторола...

Тотош уҡырға 13

Шишмә районының берҙән-бер ветераны 100 йәшен билдәләне

Шишмә районының берҙән-бер ветераны 100 йәшен билдәләне 02.07.2025 // Йәмғиәт

Шишмә районында берҙән-бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Солтан Хәйҙәров 100 йәшлек юбилейын...

Тотош уҡырға 11

Республиканың автомобиль юлдарын үҫтереүгә 120 миллиард һумдан ашыу йүнәлтелә

Республиканың автомобиль юлдарын үҫтереүгә 120 миллиард һумдан ашыу йүнәлтелә 01.07.2025 // Йәмғиәт

Алдағы биш йыллыҡта Башҡортостанда автомобиль юлдарын үҫтереүгә һәм транспорт хеҙмәттәре сифатын...

Тотош уҡырға 15

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлы өс төнгә ябыла
Июлдең беренсе декадаһында аномаль һауа торошо көтөлә
2026 йылда яңы йыл каникулдары 12 көн була

2026 йылда яңы йыл каникулдары 12 көн була 01.07.2025 // Йәмғиәт

2026 йылда яңы йыл каникулдары 12 көн була...

Тотош уҡырға 14

Рәсәйҙә яңы һөнәри байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы һөнәри байрам булдырылды 01.07.2025 // Йәмғиәт

Адвокатура көнө 31 майҙа билдәләнә....

Тотош уҡырға 15

Башҡортостанда «Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит» хәйриә акцияһы башлана