Ишәй ауылында ирҙәр йыйыны үтте. Ғәҙәти булмаған сараға – “Ҡалын туйы” байрамына көслө зат вәкилдәре йыйылды. Ишәй ауылы хакимиәте башлығы Гөлнара Кәримова, ауылдаштарын тәбрикләп, был сараның күптәнге ниәт булыуын белдерҙе. “Көслө рухлы ир-егеттәр – илебеҙ ҡеүәте”, – тигән һүҙҙәр яңғыраны.
Бик матур башланғыс менән сыҡты ишәйҙәр. Ир-егеттең абруйын күтәреү маҡсатын ҡуйҙы был йыйын. Йәш быуынға үрнәк алырҙай көслө зат вәкилдәрен күрһәтеү, йәштәрҙе улар өлгөһөндә тәрбиәләүгә мохтаж бөгөн йәмғиәтебеҙ. Ысын мәғәнәһендә ғаиләһенең ҡалҡаны булған, халыҡ араһында һүҙе үткән өлгөлө заттар байрамдың төп ҡунаҡтары булды.
Халҡыбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышындағы батырлығы ауылдаштар хәтеренән юғалмай. Был йыйында алыш яландарында ятып ҡалған яугирҙәр, һуғыштан ҡайтып вафат булған ветерандар, Афған ерендә башын һалған яҡташтары бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алынды, һәйкәлгә сәскәләр һалынды.
Ишәй, яуҙа ҡурҡыу белмәҫ батыр улдары менән бер рәттән, тыныс тормошта хеҙмәт ҡаҙаныштарына өлгәшкән ир-егеттәре менән дә көслө. Заманында алдынғы колхоз рәйесе булған Башҡортостандың ауыл хужалығы алдынғыһы, Ишембай районының почетлы гражданы Рәжәп Жданов менән дә хаҡлы ғорурлана ауыл. Йыйында ил ағаһына рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Уның замандаштары, шул осорҙа бергә эшләгән хеҙмәттәштәре һүҙ тотто. Хәҙер инде оло йәштә булған ағайҙар һәр ҡайһыһы хеҙмәт осорон һағынып иҫкә алды.
Эшкә лә шәп, йыр-моңға ла дәртле Ишәй ир-егеттәре. Әлеге йыйында ла был асыҡ сағылды. Гармунда өҙҙөрөп уйнанылар, бейеүгә маһирлыҡтарын күрһәттеләр. Оло йәштә булһа ла, көс-ғәйрәте ташып торған Фәйзелғаян ағай Ғималетдинов ошо йыйынға арнап яҙған шиғырын уҡып ишеттерҙе, аҙаҡ еңел баҫып бейеүгә лә төшөп китте.
Мәғариф өлкәһендә көс һалыусылар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Оҙаҡ йылдар мәктәп директоры булып эшләгән, “Рәсәй мәғарифы отличнигы” булған хеҙмәт ветераны Өлфәт Жданов шәп байрам үткәрелеүен билдәләне. Тыуған еребеҙҙе яратып, киләсәгебеҙ тағы ла матурыраҡ булыр тигән ышаныс менән алға бағып йәшәргә саҡырҙы ул ауылдаштарын.
Ауыл данын унда йәшәгән кешеләр күтәрә. Бында тыуып үҫеп, аҙаҡ сит тарафтарҙа төпләнгән, дан ҡаҙанған шәхестәр ҙә аҙ түгел. Вил, Венер, Юнир Тимербулатовтар, Салауат, Долорес, Рәйес Заһиҙуллиндар, Рифат, Ришат Заһиҙуллиндар һәм башҡалар менән ишәйҙәр хаҡлы ғорурлана.
Йыйында хеҙмәте, тормошо менән өлгөлө ир-егеттәр данланып ҡына ҡалманы, ҡайһы бер мәсьәләләр ҙә уртаға һалып һөйләшелде. Ишәйҙәрҙең матур башланғысын башҡа ауылдарҙа ла күтәреп алырҙар әле тигән ышаныс тыуҙы байрамдан һуң.