Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Донъяларҙан кем туйған да бит... йәки эвтаназия тамыр йәйерме?
Донъяларҙан кем туйған да бит... йәки эвтаназия тамыр йәйерме? Ярамай... Был һүҙҙе йыш ишетәбеҙ. Эйе, тыйыуҙар күп, әммә донъя бит, төрлөһө була. Мәҫәлән, Исламда ултырып ашау фарыз, ә хәҙер йәмәғәт урындарында баҫып ҡына тәғәмләнергә лә тура килә. Туғаныңа миһырбанлыҡ күрһәтергә тейешһең, шулай ҙа етем балалар менән приюттар тулы. Ғүмерҙе Хоҙай бирә тибеҙ, ләкин күптәр бәпәйгә уҙа алмағанға яһалма ысул ҡуллана, бәғзе бер әҙәм балаһы тормош ауырлыҡтарына түҙмәй, үҙ-үҙенә ҡул һала. Ҡайһы бер дәүләттәрҙә үлем язаһына хөкөм итеү бар.

...Танышымдың атаһы оҙаҡ ауырып, ҡаты сирҙән ыҙаланып вафат булды. Һуңғы йылдарҙа түшәктә ятҡанында ул үҙе генә түгел, тотош ғаиләһе был хәлдән яфа сикте: йәшәүҙәре йәшәү булманы, ял да, байрам да тәтемәне. Сирле үҙе бер туҡтауһыҙ: “Ниңә генә һеҙҙе ыҙалатып ятам инде, тиҙерәк үлһәм ине”, – тип ҡа­бат­ланы. Әммә Ғазраил килергә ашыҡ­маны. Туғандары: “Ҡуйсәле, улай тимә”, – тиһә лә, арығанлыҡтары йөҙҙәренә сыҡҡан, хатта бер килке был хәл менән килешеп, тыныс ҡына аҙағын көткән кеүектәр.
Ысынлап та, тыуымдан ҡалмағас, үлемдән ҡалмаҫһың. Шулай ҙа һәр кем был донъянан еңел, тиҙ китеүҙе хуп күрер. Юҡҡамы ни ололар: “Эй, Хоҙайым, балаларға ауырлыҡ һалмай ғына мәңгелеккә китергә яҙһын”, – тип теләмәй. Аллам һаҡлаһын, ә шулай ҙа ауыр сиргә тарып, айҙар, йылдар буйы кеше көнлө булып түшәктә ятыу яҙмышыңа яҙһа... Әле был беҙгә ҡағылмағанда, тәүбә-тәүбә, тибеҙ. Ул турала һөйләргә лә, уйларға ла теләмәйбеҙ. Ә берәй көн ошо бәлә ишегеңде ҡаҡһа, ниндәй ҡарарға килерең билдәһеҙ.
Яман шеш ауырыуына бәйле ҡайһы бер яңылыҡтарға күҙ һалайыҡ. Мәҫәлән, Мәскәү ҡалаһы миҫалында. 2015 йылдың тәүге көндәренең береһендә сирҙән яфаланған отставкалағы генерал-лейтенант үҙ-үҙенә ҡул һала... 24 ғинуарҙа ошо уҡ сәбәптән 82 йәшлек ҡарт пистолеттан атыла... Февралдә 10 кеше яҡты донъя менән хушлаша... Бер көндә – 27 майҙа – 65 йәшлек ғалим үҙ ғүмерен өҙә, 37 йәш­лек ҡатын фатирының тәҙрәһенән ташла­на... Сәбәбе – ныҡ һыҙланыу, да­рыу­ҙарға аҡса етешмәү, өмөтһөҙлөк. Беҙҙә был бәләнән сығыу юлы күренмәй. Әммә ҡайҙалыр башҡаса...
Көнбайыш илдәргә ҡарап, уларҙың йә­шәү һәм медицина кимәленә көн­ләшһәк тә, унда ла ҡаты ауырығандар, һуңғы сә­ғә­тен көтөп яфаланғандар күп. Ошонан сы­ғып, ҡайһы бер дәүләттәрҙә беҙгә ят то­йолған “эвтаназия” тигән төшөнсә бар­лыҡҡа килде, хатта закон менән тор­мош­ҡа ашырыла башланы. Нимә һуң ул? Төҙәлә алмаҫлыҡ ауырыу арҡаһында ҡот ос­ҡос ауыртыныуға дусар булған ке­ше­нең ғүмерен өҙөү ғәмәле. Ябай­лаш­тыр­ғанда, әҙәм балаһына үлергә ярҙам итеү. Эвтаназияның ике төрө була. Пассив – йәшәүҙе тәьмин иткән терапияны туҡ­татыу, мәҫәлән, яһалма тын алдырыу аппаратын һүнде­реү һәм актив – сирлегә ауыртыуһыҙ үлергә булышлыҡ иткән препараттар биреү (ғү­мерҙе өҙгән дарыу эсереү йә укол һалыу). Йәнә ирекле – ауырыуҙың үҙенең үтенесе буйынса һәм ирекһеҙ – ғәҙәттә, иҫһеҙ ятҡандың туғандарының теләгенә ҡарап.
Ер шарында бер нисә илдә эвтаназия рөхсәт ителгән. Иң беренсе ул 1984 йылда Нидерландтарҙа ғәмәлгә инеп, 2002 йылдың 1 апреленән тормошҡа ашырыла башланы. Унда хатта 12 йәше тулған балаларҙың да быға хоҡуғы бар. Биш үҫмер ошонан файҙаланған да инде. Ололарҙан иһә 2011 йылда – 3695, 2012 йылда 4188 кеше үҙ теләге менән яҡты донъянан киткән.
2002 йылдан Бельгияла ла ошондай закон көсөнә инде. Киләһе йылына уҡ уның буйынса 200 сирле ғүмерен өҙҙөрһә, тағы бер йылдан – 360, 2011 йылда иһә – 1133, 2012 йылда – 1432 кеше. Күренеүенсә, эвтаназияға мөрә­жәғәт иткәндәр һаны арта ғына бара.
Ҡаты сирлеләргә тағы ла Канада, Люксембург, Швейцария, Эстония, Албания­ла, Америка Ҡушма Штаттарының Оре­гон, Монтана, Вашингтон штаттарын­да “йәшел ут” бирелгән. Ә бына Аме­ри­каның Джорджия штаты губернаторы 2012 йылда эвтаназияны тыйған закон проектына ҡул ҡуйған. Тимәк, бер ил эсендә лә был күренешкә төрлө ҡараш йәшәй икән.
Шул уҡ ваҡытта эвтаназияны закон ме­нән тыйған дәүләттәр ҙә бар. Мәҫәлән, Рә­сәй, Азербайжан, Ҡаҙағстан, Австралия. Беҙҙә ул енәйәт һаналып, “яуыз ни­әт­­тән үлтереү”гә тиңләнә. Башҡа­рыу­сыға “енәйәтте йәлләү хисе сәбәпле яһаған” тигән ташлама ғына ҡаралырға мөмкин.
Эвтаназия нисек башҡарыламы? Миҫал өсөн Бельгияны алайыҡ. 2005 йылдан дарыуханаларҙа бының өсөн махсус йыйылма һатыла. Унда ағыу менән бер шприц, укол эшләгәндә кәрәк булған башҡа әйберҙәр һалынған. Был йыйылмаға тик табип заказ бирә ала. Ул ауырыуҙан бер нисә тапҡыр яҙма үтенес алғандан һуң ғына ғәмәлде башҡара. Йышыраҡ дауаханала, ҡалған осраҡта – өйҙә. Туғандары, яҡындары менән хуш­лашҡас, кешегә укол ҡаҙайҙар. Ул йоҡлап китә һәм уянмайынса ғына вафат була.
Һәр төрлө эштәге кеүек, эвтаназия яҡлылар ҙа, уға ҡаршылар ҙа бар. Ябай кешеләр, табиптар, дин әһелдәре ҡыҙыу бәхәстә үҙ фекерен яҡлай. Әммә шул күҙгә ташлана: йәшерәк быуындың бай­тағы мәсьәләгә ыңғай ҡарашта. Мәҫәлән, Рәсәй табиптарын ғына алайыҡ. 41 – 65 йәшлек белгестәрҙең яртыһы “был хаҡта бер ҡасан да уйлағаным юҡ” тиһә, 21 – 30 йәшлектәрҙең яртыһы ҡәтғи рәүештә “эвтаназия яҡлымын” тип яуап биргән.
Был тема күтәрелгәс, әйләнә-тирәмдә ошоға ҡараш ниндәй икәнлеген шәхсән белгем килде. “Бәйләнештә” социаль селтәрендә “Эвтаназияға ҡарашығыҙ нисек?” тигән һорау бирҙем. 15 кешенең туғыҙы – “ыңғай”, дүртәүһе – “кире”, икәүһе “әйтә алмайым” тип яуап бирҙе. Күбеһе – йәш быуын вәкиле.
Дәүләт кимәлендә лә был мәсьәләнең күтәрелгәне бар. 2007 йылда Рәсәйҙең Федерация Советы эвтаназия хаҡында закон проекты әҙерләгәйне, әммә был йәмғиәттә кире ҡараш тыуҙырғас, ул ҡабул ителмәне. Хатта беҙҙең республиканан депутат Эдвард Мурзин, ошо ғәмәл рөхсәт ителә ҡалһа тип, илдең Енәйәт кодексына үҙгәреш индереү өҫтөндә эш алып барғайны.
Бер мәлгә бәхәс тынһа ла, киләсәктә йәмәғәтселек фекеренең, закондарҙың үҙгәререн инҡар итеп булмай. Беле­үебеҙсә, никахһыҙ йәшәү, араҡы эсеү, урлау-үлтереү ҙә – гонаһ. Әммә ошондай күренештәр бөгөнгө замандың ҡотол­ғо­һоҙ билдәһенә әүерелде. Эвтаназия менән дә бер мәл шулай булмаҫ тимә...




Морат ЛОҠМАНОВ, Өфөләге “Мөнирә” мәсетенең имам-хатибы:
– Иманы ныҡ булһа, кешелә эвтаназия тураһындағы фекерҙең тыуыуы ла мөмкин түгел. Аллаһ Тәғәлә тарафынан әҙәмгә ауырлыҡ, һынау ул күтәрә алғанса ебәрелә. Ул яратҡан бәндәһенә генә баҡыйлыҡҡа таҙарынып китергә мөмкинлек бирә. Был осраҡта ауырлыҡҡа риза булып, еңеллек һорарға кәрәк – шул ғына.

Андрей ГНЕЗДИЛОВ, психотерапевт, медицина фәндәре докторы:
– Эвтаназия – ул кешенең йәнен ҡыйыу. Ә беҙҙең мәҙәни тәрбиә быға ҡаршы. Йыш ҡына ҡаты сирлеләр күңел төшөнкөлөгөнән, ныҡ ҡурҡыуҙан, яҡындарынан һәм дәүләттән ярҙам, мәрхәмәт күрмәгәндән үҙ-үҙенә ҡул һала. Ысынында иһә кешенең үлгеһе килмәй, ул бары яфаланыуҙан ҡотолорға теләй. Иң мөһиме – ошо мәсьәләне хәл итергә кәрәк.

Исмаил ИСҠУЖИН, Интернет ҡулланыусы:
– Әгәр барлыҡ яҡтар ҙа – мәҫәлән, бойондороҡһоҙ комиссия, дәүләт комиссияһы, туғандар, ауырыу үҙе – рөхсәт бирә икән, мин эвтаназияға ҡаршы түгел.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 174

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840