Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Рафаил ҒИБӘҘУЛЛИН: “Эшебеҙгә илдә юғары баһа бирәләр”
Рафаил ҒИБӘҘУЛЛИН:  “Эшебеҙгә илдә юғары баһа бирәләр” Баҙар иҡтисадында бәләкәй эшҡыуарлыҡ — төп тармаҡтарҙың береһе. Алға киткән илдәрҙә уның милли продукттағы өлөшө 60 – 70 процент самаһы тәшкил итә, ә ҡайһы бер өлкәләрҙә 80 процентҡа етә. Шуға күрә әле үҫешкән илдәрҙең күпселеге иҡтисадтың бәләкәй секторы эшмәкәрлегенә булышлыҡ итә. Күп кенә дәүләт структуралары бәләкәй һәм урта бизнес менән туранан-тура бәйле. Республикабыҙҙың Иҡтисади үҫеш, Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте, Ауыл хужалығы, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлыҡтары ла – шулар иҫәбендә. Эшҡыуарлыҡ өлкәһендә етешһеҙлектәр ҙә юҡ түгел. Ундайҙарға ҡануниәттең камилһыҙлығы ла, административ кәртәләр ҙә инә.
Башҡортостанда эшҡыуарҙарҙың, шул иҫәптән уларҙың төп үҫеш күрһәткестәре сағылырға тейешле район-ҡалаларҙың эш әүҙемлеген арттырыу стандарттары ғәмәлгә индерелә. Бынан тыш, ошо эште баһалау өсөн 24 күрһәткес билдәләнде. Улар буйынса муниципалитеттар сағыштырыласаҡ. Һөҙөмтәлә был бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һанының, сығарылған продукцияның дөйөм күләмендә уларҙың өлөшөнөң, шулай уҡ эш урындарының артыуына килтерергә тейеш. Башҡортостанда Эшҡыуарҙарҙың хоҡуғын яҡлау буйынса вәкил Рафаил Ғибәҙуллин ошо хаҡта “Башҡортостан” гәзитенә түбәндәгеләрҙе һөйләне.

— Алдыбыҙға урта һәм бәләкәй бизнестың өлөшөн етештерелгән тауарҙың дөйөм күләмендә 40 процентҡа еткереү бурысы ҡуйылды. Әле ул, төрлө мәғлүмәттәргә ярашлы, 10 процент самаһы тәшкил итә. Сәнәғәт йәһә­тенән, йәғни нефть химияһы, яғыулыҡ-энергетика комплексы буйынса үҫеш бар, ләкин бәләкәй эшҡыуарлыҡ продукцияһын да арттырырға, финанс ярҙамы мәсьә­ләһендә аҡса таратыуҙы туҡтатырға, аныҡ проекттарға булышлыҡ итергә кәрәк. Дәүләт аҡса бүлергә, һөҙөмтәле эшҡыуарҙарға ярҙам итергә әҙер, ләкин лайыҡлы проекттар юҡ, йәғни улар тейешенсә нигеҙләнмәгән, бизнес-пландар әҙерләнмәгән. “Был йәһәттән эшҡыуарҙарға кем ярҙам итергә тейеш?” тигән һорау тыуа. Минеңсә, илдә финанс ярҙамды ғына түгел, ошо йәһәттән барлыҡ министрлыҡтарҙың һәм ведомстволарҙың эшен көйләгән эшҡыуарлыҡты үҫтереү стратегияһы төҙөлөргә тейеш.
— 2014 йылғы эшмәкәрлек һәм 2015 йылға ниндәй һөҙөмтәләр менән аяҡ баҫыуығыҙ хаҡында һөйләгеҙ әле.
– Былтыр эшҡыуарлыҡ субъекттарының хоҡуғын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлау өлкәһендә ҙур эш башҡа­рылды. Йылдам эшләүебеҙ, эшҡыуарҙарҙың мөрәжә­ғәт­тәрен һәм ялыуҙарын әүҙем тикшереүебеҙ, бәхәстәрҙе яйға һалыуыбыҙ, район һәм ҡалаларға барып, бизнес берләшмәһе, муниципалитеттар етәкселеге менән осра­шыуыбыҙ, эшҡыуарҙарҙың хоҡуғын яҡлау маҡсатында хоҡуҡ һаҡлау, контроль-күҙәтеү һәм суд органдары менән тығыҙ бәйләнештә булыуыбыҙ хаҡында беләһегеҙҙер. Республикала эш шарттарын яҡшыртыу, ҡануниәтте камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәребеҙҙе Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай, Башҡортостан Хөкүмәте ҡабул итте. Рәсәй Федерацияһы төбәктәренең күпселеге өсөн хас булған дөйөм мәсьәләләр буйынса тәҡдимдәр Волга буйы федераль округына, Рәсәйҙә Эшҡыуарҙарҙың хоҡуғын яҡлау буйынса вәкил аппаратына ебәрелде. Башланғыстарыбыҙҙы, шул иҫәптән эш шарттарын яҡшыртыу һәм инвестиция йәлеп итеү ҡеүәһен арттырыу буйынса муниципаль стандарттарҙы ғәмәлгә индереү йәһәтенән тәҡдимдәребеҙҙе республика Башлығы ла хуплай.
“Рәсәйҙә административ шарттар” тигән темаға күләмле социологик тикшереү үткәрелде. Уның йомғаҡ­тарына ярашлы, системалы мәсьәләләр һәм уларҙы хәл итеү юлдары Борис Титовтың ил Президентына тапшырылған йыллыҡ докладына индерелде. Вәкилдең йәмәғәт ярҙамсылары ошо тикшеренеүҙә туранан-тура ҡатнашты. Бының өсөн уларға ҙур рәхмәт!
Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, һорау бирелгән эшҡы­уарҙарҙың яртыһынан күберәге административ кәртәләр кимәлен “ярайһы уҡ юғары” тип баһалай. Декла­рацияларға һәм талаптарға ҡарамаҫтан, һуңғы йылдарҙа хәл әллә ни үҙгәрмәй. Бәләкәй һәм урта бизнеста үҙ эшен асҡандар өлөшө — 25, тауар етештереүселәр һәм хеҙмәт күрһәтеүселәрҙеке 5 процент тәшкил итә.
— Эшҡыуарҙарҙы тикшереү нисек үтә? Ялыуҙар бармы?
– Эш башланғандан алып йүнселдәрҙән 900-ҙән ашыу ялыу һәм мөрәжәғәт килде. Был Волга буйы федераль округындағы дөйөм мөрәжәғәттәрҙең яртыһынан күбе­рәген тәшкил итә. Мөрәжәғәттәрҙең төп өлөшө контроль-тикшереү мәсьәләләренә ҡағыла. Бындай сараларҙы эшҡыуарҙар саманан тыш ҡатмарлы, буталсыҡ, күп сығымдарға килтерә тип ҡабул итә.
Вәкилдәрҙең күптән түгел уҙғарылған Бөтөн Рәсәй конференцияһында контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеген яйға һалыу буйынса саралар комплексы эшләнде һәм тәҡдим ителде. Улар иҫәбендә дәүләткә, йәмғиәткә һәм ҡулла­ныусыларға янаған ысын хәүефтән сығып, тикшереүҙәргә айырым ҡараш булдырыу, ошондай сараларҙың берҙәм электрон реестрын ғәмәлгә индереү бар. Бынан тыш, бизнес-омбудсмендар төрлө контроль-күҙәтеү органдары тарафынан бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәрен тикшереү һанын сикләргә — йылына күп тигәндә өс сара үткәрергә — тәҡдим итте. Уларҙың фекеренсә, ҡайһы бер хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса административ штраф күләмен кәметергә, уларҙы түләү ваҡытын өс айҙан бер йылға тиклем арттырырға кәрәк. Шулай уҡ ҡануниәткә үҙгәреш индереү һәм, кешеләрҙең ғүмеренә, сәләмәтлегенә зыян килтермәгән осраҡта, тәүге тапҡыр ҡылынған хоҡуҡ боҙоу өсөн мотлаҡ сара рәүешендә “иҫкәртеү” алымын ҡулланыу зарур. Әйтергә кәрәк: былтырғы йомғаҡтар буйынса, Башҡортостан Республикаһындағы вәкилдең эшмәкәрлеге Рәсәй Федерацияһында иң яҡшыһы тип танылды. “Башҡа төбәктәрҙә Вәкил институты эшләмәһә, Башҡортостан Республикаһында иһә был юҫыҡтағы эш һөҙөмтәле башҡарыла” тигән баһа бирелде.
— Ғәмәлдәге иҡтисади шарттарҙа республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын кредитлау йәһәтенән ысынлап та гарантиялы дәүләт ярҙамы күрһәтеләме?
– Дәүләт эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә күп көс һала. Беренсенән, илебеҙҙә Эшҡыуарҙарҙың хоҡуғын яҡлау буйынса вәкил институты төҙөлдө, икенсе етди аҙым — бәләкәй һәм урта бизнесты финанс йәһәтенән һауыҡ­тырыу системаһы, кредит алыу өсөн тәьминәт сара­ларының берҙәм селтәрен күҙ уңында тотҡан Кредит гарантиялары агентлығын ойоштороу.
Инвестиция компанияларына етәкселек итеү буйынса ярайһы уҡ ҙур тәжрибә тупланым. Уға таянып, бындай системаның республикабыҙҙа ла, тотош илдә лә бер ҡасан да булғаны юҡ ине, тип әйтә алам. Кредит алғанда тәьминәт сараһын тәҡдим итеү эшҡыуарҙар өсөн төп проблема, иң ҡатмарлы процесс була торғайны.
Әле ҡулай алым ғәмәлгә инде. Ул эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ҙур этәргес бирәсәк, әлбиттә. Дәүләт шәхси кәсепселәр һәм ваҡ фирмалар өсөн киң мөмкинлектәр аса, төбәктәрҙе бизнес проекттарын төҙөүгә, уларҙы Агентлыҡ ҡарауына тәҡдим итеүгә, гарантия биреү системаһына индереүгә дәртләндерә. Был — төбәктәрҙә эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн етди этәргес. Кредит гарантиялары агентлығы мөмкинлектәрен файҙаланыу эшҡыуарлыҡ һәм инвестиция эшмәкәрлеген дәртлән­дереү, баҙарҙа инновациялы инвестиция проекттарын “идеянан алып төргәккә тиклем” үҫтереү алымдарының береһенә әүерелергә тейеш.
— Вәкилдәрҙең ошондай әһәмиәтле һәм кәрәкле эшен камиллаштырырға мөмкинме?
– Башҡортостан Республикаһында бизнес-омбудсмен­дың йәмәғәт ярҙамсылары менән Вәкил эшмәкәрлеген тәьмин итеү аппараты, шулай уҡ бер-беребеҙ араһында эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге субъекттарының хоҡуғын һәм законлы мәнфәғәтен яҡлау, көнүҙәк мәсьәләләрҙе йылдам хәл итеү, хоҡуҡ һаҡлау өлкәһендә алдынғы тәжрибә менән уртаҡлашыу йәһәтенән һөҙөмтәле бәйләнеш булдырыу маҡсатында Вәкилдең йәмәғәт ярҙамсыларының район-ара берекмәләре төҙөлә. Раҫланған положениеға ярашлы, район-ара берекмәләр территориаль принцип буйынса муниципаль берәмектәр нигеҙендә ойошторола. Был берекмәләр республиканың муниципаль берәмек­тәрендә эшҡыуарҙарҙың хоҡуғын һәм законлы мәнфә­ғәттәрен тәьмин итеүҙе камиллаштырыу (шул иҫәптән норматив хоҡуҡ акттары проекттарына экспертиза үткәреү), Вәкилдең ҡала һәм райондарҙағы йәмәғәт ярҙамсыларының эш практикаһына өр-яңы хоҡуҡ яҡлау алымдарын индереү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә тейеш. Бойороҡҡа ярашлы, Башҡортостанда Эшҡыуар­ҙарҙың хоҡуғын яҡлау буйынса вәкил ярҙамсыларының һигеҙ район-ара берекмәһе раҫланды, шулай уҡ уларҙың етәкселәре тәғәйенләнде. Шуны айырып әйтмәксемен: 2014 йыл йомғаҡтарына ҡарағанда, Башҡортостан Эшҡыуарҙарҙың хоҡуғын яҡлау буйынса вәкил институтын үҫтереү йәһәтенән илебеҙҙең иң яҡшы биш төбәге иҫәбенә инде.

Айрат ИСКӘНДӘРОВ әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда популяр курортҡа автобустар йөрөй башлай

Башҡортостанда популяр курортҡа автобустар йөрөй башлай 22.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда популяр курортҡа автобустар йөрөй башлай...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан вуздарына бюджет урындары һаны билдәле булды

Башҡортостан вуздарына бюджет урындары һаны билдәле булды 22.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан вуздарына бюджет урындары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров Ҡырмыҫҡалы районындағы табип амбулаторияһының эшен күрһәтте
Республикала Курбатовтарҙың ишле ғаиләһендә алтынсы сабый тыуған
Өфө блогеры һәм альпинист Рөстәм Нәбиев Эвересты яуланы

Өфө блогеры һәм альпинист Рөстәм Нәбиев Эвересты яуланы 21.05.2026 // Йәмғиәт

Яҡташыбыҙ донъяның иң бейек түбәһенә флаг ҡаҙаған һәм «ҡолағандан һуң тормош бөтә тип уйлағандар ......

Тотош уҡырға 3

«Шүлгәнташ» музейы Лихачев исемендәге Милли премияға лайыҡ булды

«Шүлгәнташ» музейы Лихачев исемендәге Милли премияға лайыҡ булды 21.05.2026 // Йәмғиәт

«Шүлгәнташ» «Милли ҡаҙаныш» номинацияһында еңеү яуланы....

Тотош уҡырға 3

Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта ҡайҙа ҡорбан салырға

Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта ҡайҙа ҡорбан салырға 21.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта ҡайҙа ҡорбан салырға...

Тотош уҡырға 3

Баш ҡалала Ағиҙел йылғаһы күперендә хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Баш ҡалала Ағиҙел йылғаһы күперендә хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 21.05.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалала Ағиҙел йылғаһы күперендә хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан торлаҡ-коммуналь хужалыҡты яңыртыу темптары буйынса лидерҙар иҫәбенә инде

Башҡортостан торлаҡ-коммуналь хужалыҡты яңыртыу темптары буйынса лидерҙар иҫәбенә инде 21.05.2026 // Йәмғиәт

Төбәктә 2022 йылдан алып 269 километр инженер селтәрҙәре файҙаланыуға тапшырылған....

Тотош уҡырға 2

Баймаҡта Байсыуаҡовтар ғаиләһендә һигеҙенсе сабый тыуған

Баймаҡта Байсыуаҡовтар ғаиләһендә һигеҙенсе сабый тыуған 21.05.2026 // Йәмғиәт

Баймаҡта Байсыуаҡовтар ғаиләһендә һигеҙенсе сабый тыуған...

Тотош уҡырға 2

Май аҙағында һәм июнь башында Башҡортостанға ямғырҙар килә

Май аҙағында һәм июнь башында Башҡортостанға ямғырҙар килә 21.05.2026 // Йәмғиәт

Гисметео мәғлүмәттәренә ярашлы, май аҙағында һәм июнь башында Башҡортостанда тотороҡһоҙ һауа торошо ......

Тотош уҡырға 1

Башҡорт йырсыһы Сабина Кучаева атаһының һуңғы концерты хаҡында һөйләне

Башҡорт йырсыһы Сабина Кучаева атаһының һуңғы концерты хаҡында һөйләне 20.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт йырсыһы Сабина Кучаева атаһының һуңғы концерты хаҡында һөйләне...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә