Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Етем илаһа, ер-һыу илар...
Хәтерегеҙҙәлер, Яңы йылға аяҡ баҫыр алдынан Рәсәй Президентының Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе телевидениеның барлыҡ каналдарында яңғыраны, матбуғат баҫмаларында донъя күрҙе. Илде модернизациялауҙың ғәмәли бурыстарын үҙ эсенә алған, ун пункттан торған программаның һигеҙенсеһе тап ошо ҡырҡыу мәсьәләгә — етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларҙы ғаиләгә алыуҙы дәртләндереү буйынса өҫтәмә сараларға һәм уларҙы оло тормош юлында социаль яраҡлаштырыуға ҡағылды.
Социаль яраҡлаштырыу төшөнсәһе үҙ эсенә ифрат ҡатмарлы бурыстарҙы — аралашыу, маҡсатыңды билдәләү һәм ынтылыш, ихтыяр көсө тәрбиәләү, аҡсаңды тотона белеү, әҙергә бәҙерлек психологияһынан арыныуҙан тыш, законға ярашлы, етемдәрҙе торлаҡлы, эшле итеү, уҡытыу менән бәйле ҡолас еткеһеҙ эштәрҙе үҙ эсенә ала.
Мәҫәлән, етемдәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеүҙә генә лә ниндәй етди кәртәләр осрауын, етешһеҙлектәр булыуын яңыраҡ Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы үткәргән тикшереү һөҙөмтәһендә яҡшы күрҙек. Ошо маҡсатҡа бюджеттан бүленгән 18 миллион һумға яҡын аҡсаның маҡсатлы, уйлап тотонолмауы, нормативтарҙың күҙәтелмәүе асыҡланған. Мәҫәлән, Ишембай районында бер етем балаға 1958 йылда төҙөлгән барак тибындағы, мейес яғып йылытылған, канализацияһыҙ, нигеҙе ултырған иҫке йорттан фатир биреп ҡотолғандар. Етемдәргә беркетелгән торлаҡты контролләү буйынса бурыстарын теүәл атҡармаған опека һәм попечителлек органдарының булыуы ла күҙәтелгән. Баш ҡалала ике етем балаға беркетелгән бер бүлмәле фатирҙың йәшәргә яраҡһыҙ хәлдә булыуы, 38 квадрат метр майҙанда һигеҙ кешенең теркәлеүе, коммуналь хеҙмәттәргә бурыстың 262 мең һумға етеүе — эште тейешенсә ойоштормауға сағыу миҫал.
Бөгөнгө ҡорҙа һөйләшеүҙең төп маҡсаты кемдеңдер эшенән сүп, ғәйеп эҙләргә, кемделер тәнҡит утына тотоп, намыҫына тейергә тырышыуҙа түгел. Интернат учреждениеларын тамамлап сыҡҡан балаларҙың артабанғы яҙмышында кемдәр яҡшы терәк, кәңәшсе була ала? Бәхетле, алтын бала саҡтан мәхрүм ителгәндәрҙең ҡатмарлы тормош юлында баҙап, ауырлыҡтарҙан ҡаушап, ҡайҙа барып төртөлөргә белмәгәндә, йәмғиәт ниндәй ярҙам ҡулы һуҙырға тейеш? Бәлки, балалар йортонда үҫеп, мул тормош тәжрибәһе туплағандар үҙҙәре лә ойошоп, ошо йүнәлештә файҙалы эштәр атҡарырға әҙерҙер? Борсоған етди мәсьәләләрҙең барыһын да бер ҡорҙа күтәреп сығыу мөмкин түгеллеген аңлап, бөгөн уның күҙгә күренгән, иң өҫтөнлөклө тигәндәренә генә туҡталмаҡсыбыҙ.
Ҡорға Башҡортостан Мәғариф министрлығының махсус белем биреү һәм бала хоҡуҡтарын яҡлау бүлеге начальнигы урынбаҫары Татьяна ХУРСАН, Рәсәй Балалар фондының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Нина ФЕДЯНИНА, Ауырғазы районы хакимиәтенең опека һәм попечителлек бүлеге белгесе Венера ФОМИНА, Баҡалы районы хакимиәтенең опека һәм попечителлек бүлеге белгесе Фирүзә НИКАНДРОВА, Өфөләге Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се балалар йортоноң социаль педагогтары Илүзә САФИНА һәм Розалия ШӘМСЕТДИНОВА, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сермән балалар йорто директоры Нурия ШАҺИМОРАТОВА, Башҡортостандың Халыҡты эш менән тәьмин итеү хеҙмәте идаралығының профессиональ йүнәлеш һәм психологик ярҙам бүлеге начальнигы Евдокия ШЕСТОПАЛОВА, Дим районындағы 101-се мәктәптең психологы Зәйнәп НАЗАРОВА үҙҙәренең фекерҙәре менән ихлас уртаҡлашты.

Торлаҡ һәм эш — йәшәйештең нигеҙ ташы

— Рәсәй Президенты төбәк етәкселәре алдына йәнә мөһим мәсьәлә ҡуйҙы. Белеүебеҙсә, балалар йорттарын тамамлаусыларҙы хәстәрләү быға тиклем дә иғтибарҙан ситтә булманы. Яңы талаптар нимәнән ғибәрәт һуң, тип һорауыбыҙ тиккә түгел.
Т. ХУРСАН. Иң төп йүнәлеште Президент аныҡ билдәләне — балаларҙы социаль яраҡлаштырыу проекттарын тиҙ арала тамамларға ҡушылды. Ошо мөһим өлкәне нығытыу моделен булдырыу ведомство-ара бәйләнештәрҙе лә көсәйтәсәк. Бөгөн ҡыҙ һәм малайҙарға үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫыуҙа әллә күпме ойошма ярҙам итә: балалар йорто, опека һәм попечителлек органы, белем биреү учреждениеһы, “Ғаилә” үҙәге, Халыҡты эш менән тәьмин итеү хеҙмәте һәм башҡалар. Республика, ҡала кимәлендә байтаҡ программалар эшләй, әммә ғаиләнән йәки интернат учреждениеһынан һуң балаларҙың артабанғы яҙмышын контролләүсе, көйләүсе берҙәм орган әлегә юҡ, шул сәбәпле эҙмә-эҙлелек һәм күсәгилешлек тә йыш ҡына һаҡланмай.
Әгәр ҙә йәш кешене анһат ҡына торлаҡлы һәм эшле итә алһаҡ, ҡайһы бер программаларҙы ҡабул итеүҙең кәрәге лә ҡалмаҫ ине. Торлаҡ һәм эш — һәр кемдең йәшәйешенең нигеҙ ташы.
Беҙҙә ошо категорияға ҡараған балаларҙы интернаттан сыҡҡандан һуң хәстәрләү буйынса 2011–2015 йылдарға иҫәпләнгән республика программаһы раҫланған. Ҡыҙ һәм егеттәрҙең һәләттәрен тулыраҡ асыу һәм тормошҡа ышаныслы аҙымдар менән инеүҙәренә булышлыҡ итеү өсөн тейешле шарттар тыуҙырырға бурыслыбыҙ.
— Нина Федоровна, һеҙ оҙон-оҙаҡ йылдар етемдәрҙең хәлен яҡшыртыу буйынса ең һыҙғанып эшләгән етәксе. Ошо юҫыҡта барыһынан да элек нимәне күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа кәңәш итер инегеҙ?
Н. ФЕДЯНИНА. Минең аяҡ эҙҙәре ҡалмаған бер генә приют та, балалар йорто ла юҡтыр. Иманым камил, “һин бәләкәсһең әле, ҡулыңдан да килмәҫ, берәй заман өйрәнерһең әле” тип хеҙмәттән айырыу үҙаллы донъя көтөүҙә ҙур ҡаршылыҡҡа әүереләсәк. Хәҙер ҡайһы бер “аҡыллы” ҡарарҙар һөҙөмтәһендә балаға иҙән йыуырға ла, тәҙрә һөртөргә лә ярамай. Ысын мәғәнәһендә аҡһөйәктәр әҙерләйбеҙ. Тулы, имен ғаиләлә йорт эштәренә ҡул тейҙертмәй бала үҫтергән, хеҙмәттән сирҡанған бер кемде лә күргәнем юҡ әле.
Аҡыл һәм ҡул хеҙмәте кешене бар иткән. Тәрбиә башы ла, үҙаллы тормошҡа тәүге аҙым да тик уның үҙенә бәйле, айырыуса хәҙерге баҙар иҡтисады шарттарында хеҙмәт аша кешене тәрбиәләү отошло һәм файҙалы. Был йәһәттән Учалылағы балалар йорто элекке эшлекле традицияларын уңышлы дауам итә. Сермән балалар йортонда хеҙмәт терапияһы — умартасылыҡ. Быуындан-быуынға күсә килгән хеҙмәт күнекмәһен, белемде, ҡиммәттәрҙе, мәҙәни тәжрибәне үҙләштермәгән йәш кешенең йәмғиәттә лайыҡлы урын табырына шикләнәм.
Атай-әсәйһеҙ үҫкән бала йыш ҡына хәҙерге киҫкен хеҙмәт баҙарында конкуренцияға һәләтле булмай сыға, алған һөнәрҙәренең кәрәкһеҙлеген күреп, танауҙары тиҙ төшә. Йәмғиәт тә “детдом балаһын” эшкә алыу мәсьәләһенә ҡырын ҡараштан арына алмай. Дәүләттең етемдәрҙең хоҡуҡтарын яҡлау буйынса тырышлығы менән хәҙерге иҡтисади ысынбарлыҡ араһында упҡындың булыуы — кире ҡаҡҡыһыҙ хәҡиҡәт.
— Һөнәр һайлауҙа педагогтар үҙҙәренең тәрбиәселәренә ниндәйҙер кимәлдә баҫым яһарға тейешме?
Н. ФЕДЯНИНА. Балалар йорто — үҙенсәлекле донъя. Педагогтар кескәйҙәрҙе үҙҙәренең шәхси өлгөһөндә тәрбиәләгәндә генә уртаҡ тел табыу, ышаныстарын яулау мөмкин. Күнегелгән мөхиттән билдәһеҙлеккә, әлегә таныш булмаған, күңелдә икеләнеү, шик-шөбһә уятҡан хеҙмәт эшмәкәрлегенә аяҡ баҫыу еңелдән бирелмәй. Йәмғиәт үҫмер алдына көн дә тиерлек тиҫтәләгән бурыстарын, талаптарын ҡуясаҡ. Һөнәр һайлауҙа педагогик коллективтың ярҙамы, кәңәше һәр саҡ кәрәк.
Ошо баҫҡысҡа еткәнгә тиклем баланы социаль-хоҡуҡи йәмғиәттә йәшәү, гражданлыҡ белемен үҙләштереү, хоҡуҡтарын ғына түгел, бурыстарын да аңдарына һеңдереү бик мөһим. Йыш ҡына балаға яратҡан һөнәрен һайлауҙа мөмкинлек тә юҡ. Ошондай ябай булмаған шарттарҙа юғалып ҡалмау, күңелде төшөрмәү өсөн ниндәй сифаттарҙы үҫтереү кәрәклеген тәжрибәле тәрбиәселәр яҡшы аңлай. Оло һынау алдында торған үҫмерҙең тулҡынланыуын, икеләнеүен бары ихлас ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер педагог ҡына йомшарта, һындыра ала.
З. НАЗАРОВА. Минеңсә, хәҙерге күпселек балалар йорттарының эшмәкәрлеге бары кеше елкәһендә йәшәүселәр тәрбиәләүгә йүнәлтелгән кеүек. Ҡурсалайбыҙ, ҡулдарына эш тейгеҙмәйбеҙ, көнө-төнө эргәләрендә өйөрөлөп-сөйөрөләбеҙ... Ә көтөлгән һөҙөмтә юҡ.
Байтаҡ йылдар йәмғиәттән айырылған берәҙәк әҙәмдәр менән эшләргә яҙҙы. Яртыһын тип әйтерлек балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәрҙең тәшкил итеүе хайран ҡалдырҙы. Кеше елкәһендә йәшәргә тырышыу, гел кемгәлер һалышыу, уңышһыҙлыҡтарында һәр саҡ ғәйеплене эҙләү — ундайҙарға хас сифат.
Бер клиентымды әле булһа онота алмайым. Йәш, типһә, тимер өҙөрҙәй ирҙең килгән һайын тормошонан, яҡындарынан зарланыуы, донъяла бары ҡараңғы күренештәрҙе күреүе һәм үҙенең хәлен еңеләйтеү өсөн ҡыл да ҡыбырҙатырға, эшләргә теләмәүе барыбыҙға һабаҡ булырлыҡ. Өлкән класс уҡыусыларын үҙаллы тормошҡа әҙерләүҙә киләсәкте планлаштырыуға өйрәтеү барыһынан да өҫтөн тип иҫәпләйем. Һәр бала ошо йәштә үк иртәгәһен күҙалларға, төҫмөрләргә өйрәнмәһә, ғүмеренең ҡатмарлы боролоштарында аҙашыуы ихтимал.

Ышанысты аҡла, танауыңды сөймә!

И. САФИНА. Социаль педагогтарҙың үҙәгенә үткән киҫкен проблеманы күтәрҙе Зәйнәп Рәсүл ҡыҙы. Етемдәрҙе кеше елкәһендә йәшәү психологияһынан арындырыу, мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын үҙаллы эҙләргә мәжбүр итеү еңел түгел. Бынан ике йыл элек “Ғаилә” үҙәгендә ошо йүнәлештә беҙгә ярҙамсы булырлыҡ яңы программа менән таныштыҡ. Үҙәктә ойошторолған семинарҙар, юридик консультациялар, “Беҙ бергә” проекты менән танышыу ҡыҙ һәм егеттәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты. Балаларҙа тормошта үтә кәрәкле күнекмәләрҙе алыуҙан, хоҡуҡтарыңды биш бармаҡтай белеүҙән тыш, йәмғиәттәге бурыстарыңды ла күҙ алдына килтерергә ярҙам итеүе менән уның әһәмиәте ҙур.
Шуныһы һөйөнөслө — һөҙөмтә бар. Уҡыусыларҙың күбеһе уҡыуҙа тартыла төштө, яртыһы йыл да юғары уҡыу йорттарына инә, ҡалғандары ла һөнәр һайлауға етдиерәк ҡарай башланы. Төрлө йүнәлештәге белгестәрҙең бала менән юғары профессиональ кимәлдә эшләүе һөҙөмтәһендә генә беҙ йәш кешене йәмғиәт шарттарында йәшәргә өйрәтә алабыҙ. Үҙаллылыҡ тәрбиәләй алмауыбыҙ — оло бәлә, эҙемтәләре йылдар дауамында һуҙыла.
Т. ХУРСАН. Хатта торлаҡ мәсьәләһен хәл итергә ынтылғанда ла баланың тейешле документтарҙы йыйырға һәләтһеҙ, дәртһеҙ булыуы асыҡлана. Шәхестең өлгөрөү процесы яй һәм ҡапма-ҡаршылыҡлы. Ә бит ваҡытында өлкәнәйергә лә кәрәк!
Тәрбиәлә нимәне күҙ уңынан ысҡындырабыҙ, эшебеҙҙә нимәне баһалап еткермәйбеҙ? Был һорауҙар ошо тынғыһыҙ өлкәне үҙ иткән белгестәргә ят тойолмайҙыр. Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларҙың хоҡуҡтарын күҙәтеү буйынса дәүләт гарантияларының байтаҡ булыуы ла беҙҙе әлеге проблемаларҙан азат итә алмай.
— Татьяна Геннадьевна, уҡыусыларыбыҙҙы законда ҡаралған ошо хоҡуҡтарҙың ҡайһы берҙәре менән таныштырһағыҙ ине...
Т. ХУРСАН. Үрҙә әйтелгән категорияға ҡараған балаларҙың белемгә хоҡуғын яҡлау маҡсатында бирелгән өҫтәмә гарантиялар төрлө норматив акттар менән нығытылған. Мәктәпте тамамлап, артабан урта һәм юғары белем алырға теләүселәр әҙерлек курстарында бушлай шөғөлләнә ала. 23 йәшкә тиклем дәүләт һәм муниципаль белем биреү учреждениеларына имтихандарҙы уңышлы тапшырғандан һуң конкурсһыҙ ҡабул ителә. Икенсе башланғыс һөнәри белем алырға теләүселәр өсөн дә — “йәшел” ут. Уҡы ғына, бер тин дә түләргә кәрәкмәй.
Шулай уҡ студенттарға тулыһынса дәүләт тәьмин итеүенән тыш, ғәҙәттәге стипендия күләменән кәм тигәндә 50 процентҡа юғарыраҡ стипендия түләнә. Практика үткәндә һәм эшкә өйрәнгән саҡта тулы эш хаҡы бирелә. Өҫтәүенә йыл һайын дәреслектәр, уҡыу кәрәк-яраҡтары алыуға өс айлыҡ стипендия күләмендә пособие ҡаралған.
Уҡыу йортон тамамлағас та, улар иғтибар үҙәгендә: законда ҡаралған нормалар буйынса өҫ-баш, аяҡ кейемдәре, кәрәк-яраҡ менән тәьмин ителә йә иһә ярҙамды аҡсалата ала. Каникул ваҡытында, байрамдарҙа белем биреү учреждениелары советы ҡарары буйынса ошонда түләүһеҙ туҡланыу һәм йәшәү хоҡуғына эйә. Уҡыу осоронда улар түләүһеҙ медицина хеҙмәтләндереүенә, диспансерлаштырыу үтеүгә, һауыҡтырыу-спорт лагерҙарында бушлай ял итеүгә һәм йәмәғәт транспортында льготаларҙан файҙаланыуға хоҡуҡлы.
— Бөтә Рәсәйгә хас эшһеҙлек мәсьәләһе үҫмерҙәргә лә ҡағыла. Тейешле кимәлдә белеме, тәжрибәһе булмаған йәш кешегә йылы, йомарт ҡояш аҫтында ла үҙ урыныңды табыу анһат түгелдер. Евдокия Александровна, ошо тәңгәлдә һеҙ ниндәй ярҙам күрһәтә алаһығыҙ?
Е. ШЕСТОПАЛОВА. Хеҙмәт баҙарында юғалып ҡалмау, һөнәр һайлау тураһында үҫмерҙәр өсөн тәғәйен сығарылған сағыу буклеттарҙағы “ҡысҡырып” торған “Эшлә!”, “Ышанысты аҡла”, “Танауыңды сөймә!”, “Сама бел!”, “Маҡтанма!” тигән яңғырауыҡлы һүҙҙәрҙе һис тә юҡтан ҡулланмайбыҙ. Барыһы ла урынлы. Үҙебеҙгә йөкмәтелгән бурыстарҙы тулыһынса үтәйбеҙ, бары уларҙың беҙгә ваҡытында мөрәжәғәт итеүе кәрәк. Ҡайһы саҡ иҫ киткес ғәмһеҙлектәре менән хайран ҡалдыралар. Эшһеҙлек буйынса пособие тәғәйенләү өсөн хатта ғариза яҙҙырып булмай, яҙған хәлдә лә ваҡыты-ваҡыты менән килеп теркәлергә кәрәклекте “оноталар”, ҡыҫҡаса әйткәндә, хоҡуҡтарын белеп тә файҙаланырға ашыҡмайҙар.
Эйе, беҙ федераль закондарға ярашлы, балалар йортон тамамлаусыға эш табыуҙа ярҙам итергә тейешбеҙ. Тәү тапҡыр эш эҙләүсегә республика буйынса уртаса хеҙмәт хаҡы күләмендә пособие түләнә (былтыр ул 17500 һум самаһы тәшкил итте). Сағыштырыу өсөн: эшһеҙлек буйынса пособие алыусы башҡа граждандарға — 5635 һум күләмендә. Былтыр 98 бала ай һайын уртаса эш хаҡы күләмендә ошондай пособие алды. Хеҙмәт баҙарында көсөргәнеште кәметеү буйынса өҫтәмә саралар программаһына ярашлы, бер етем ҡыҙ 58 800 һум күләмендә субсидия алыуға өлгәште. Ун кеше, профессиональ белем биреү учреждениеларын тамамлаусыларҙың стажировкаһын ойоштороу программаһында ҡатнашып, төрлө предприятиеларҙа китапханасы, тракторсы, бухгалтер, ашнаҡсы, слесарь булып эш күнекмәләрен үҙләштерҙе. Вакансиялар йәрминкәләрен ойоштороу ҙа ҡайһы берәүҙәрҙе эшле итә. Беҙҙең ярҙам менән былтыр 137 кеше төрлө хеҙмәт ойошмаларына урынлаштырылды.
В. ФОМИНА. Эш табыуы ауыр тиһәк тә, уны яйлап нисек тә хәл итергә була әле. Ә бына етемдәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеүе ифрат ауыр. Уҡып, һөнәр алып ҡайтҡан үҫмерҙең барыр урыны юҡ, был ваҡытҡа ғаилә ҡороп өлгөргәндәре лә етерлек була. Шуға күрә фатир алғанға тиклем улар өсөн социаль торлаҡ төҙөү мәсьәләһен күтәрергә ине.

Һеҙ яңғыҙ түгел!

Т. ХУРСАН. Ғинуар аҙағында республика Президенты, тап социаль торлаҡ төҙөлөшөнә иғтибарҙы йүнәлтеп, төбәктә 64 мең кеше, йәғни республикалағы бер ҡала халҡына тиң, сиратта тора тип билдәләне. Рөстәм Хәмитов төҙөлөш өлкәһендәге хәлде мотлаҡ үҙгәртеү кәрәклеген белдерҙе, минеңсә, социаль торлаҡ төҙөүҙә “боҙ” ҡуҙғалыуы ихтимал.
Быйыл республика бюджетынан ошо категорияға ҡараған үҫмерҙәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеүгә 400 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралды. Әле төбәк программаһы өҫтөндә етди эш бара. Былтыр 600 үҫмерҙе фатирлы итеү өсөн аҡса бүленде, әле лә уны үҙләштереү дауам итә. Йыл һайын социаль етемдәрҙең 600–800-гә артыуы мәсьәләне киҫкенләштерә, әлбиттә.
— Белеүебеҙсә, бынан бер нисә йыл элек бөтә ил буйынса ошо йүнәлештә комплекслы тикшереүҙәр үтте. Һөҙөмтә һис тә йыуатмай: төбәктәрҙең береһе лә законда ҡаралған бурыстарҙы үтәрлек хәлдә түгел, ә йөҙәрләгән мең етемде “ҡыйыҡлы” итеү өсөн ошондай аҙымдар менән барғанда кәм тигәндә 60 йыл ваҡыт кәрәк! Һығымта шул: ғаилә институтын нығытмай тороп, социаль етемлек проблемаларын сисеп булырлыҡ түгел. Был йәһәттән һеҙҙә хәл нисек, Венера Фәрит ҡыҙы?
В. ФОМИНА. Беҙҙең район үҙәгендә балалар йорто булыуҙың ыңғай яғы бар: үҫмерҙәр тыуған төйәгендә ҡала. Былтыр IХ кластан һуң 11 егет һәм ҡыҙҙы Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларындағы педагогия, Өфөләге автотранспорт колледждары һәм Наумовка ауыл хужалығы училищеһына оҙатып, ошо уҡыу йорттары етәкселәренең ҡулына тапшырҙыҡ. Ҡыҫҡаһы, бер кемдең дә урамда ҡалыуына, һөнәр һайлай алмауына юл ҡуйылмай беҙҙә.
Һөйөнөслө хәбәрҙәребеҙ ҙә бар. Мәҫәлән, былтыр алты бала фатирлы булыу бәхетенә өлгәште. Беҙ уларҙан да нығыраҡ ҡыуанғанбыҙҙыр әле. Тиҙҙән йәнә дүрт өй туйы көтөлә. Район үҙәгендә ҡулай фатир табыуы еңел түгел, сөнки хаҡтары туҡтауһыҙ күтәрелә. Ә бүленгән аҡсаға ҙур фатир алып булмай. Бәләкәйерәк майҙанлылары төҙөлмәгәс, икенсел торлаҡ баҙарынан эҙләргә тотонабыҙ. Бүленгән аҡсаға үҙ төбәктәрендә бынамын тигән йорт һатып алырға мөмкин булһа ла, береһе лә унда барырға атлығып тормай, район үҙәгендә ҡалыуҙы хуп күрә. Ауылдарҙағы эшһеҙлек тә ҡурҡыта торғандыр, балалар баҡсаһы юҡлығын да сәбәп итәләр. Уларҙың хәлен аңлайбыҙ, әлбиттә. Әммә, икенсе яҡтан, дәүләттең үҙ эшен асыусыларға күрһәткән ярҙамын файҙаланып, тыуған яҡтарында төпләнгәндә лә насар булмаҫ ине. Әлегә иһә теләктәрен иҫәпкә алып, торлаҡты район үҙәгенән бирергә тура килә. Фатир хужалары, етемдәр өсөн һатып алғанды белгәс, ремонт яһап, хатта йорт йыһаздарын да ҡалдырып китә. Был йәһәттән уларға рәхмәтлебеҙ.
Н. ШАҺИМОРАТОВА. Ҡайһы саҡта беҙгә бер ғаиләнән ике-өс, хатта унан да күберәк социаль етем килеп юлыға. Иҫке генә йортто алты-ете кешегә бүлеп биреү өсөн баш ҡата. Бындай торлаҡты сабыйҙарға беркетеп, уларҙы киләсәктә фатирһыҙ ҡалдырабыҙ түгелме? Социаль педагогтарыбыҙ шул йүнәлештә әле ныҡышмалы эшләй. Торлаҡтың йәшәргә яраҡһыҙлығын дәлилләп, акт төҙөйбөҙ, баланы ваҡытында сиратҡа ҡуябыҙ. Яңы ғына Сосновка ауылында шундай хәл менән осрашып, Дауытовтарҙың торлаҡҡа мохтажлығын тикшерҙек. Бына-бына емерелергә торған йортто балаға беркетеү — ғәҙелһеҙлек.
Балаларҙы фатир менән тәьмин итеүҙә Сибай, Баймаҡ һәм Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәттәренең хеҙмәтен юғары баһалайым, бөтәһе лә урындағы етәкселәрҙең сәйәси өлгөргәнлеге, социаль йүнәлеште өҫтөн һанауы менән бәйле.
Р. ШӘМСЕТДИНОВА. Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге 1–се балалар йортонан йыл һайын 15-кә яҡын үҫмер үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫа. Артабан да ҡурсалауыбыҙҙан туҡтамайбыҙ. Юғары йәки махсус уҡыу йорттарына инергә һәм һөнәр һайларға ярҙам итәбеҙ. Белем алыу осоронда дөйөм ятаҡта йәшәйҙәр, береһе лә урынһыҙ ҡалмай. Уҡыуҙары һәм көнитмештәре менән ҡыҙыҡһынып торабыҙ. Ҡыҫҡаһы, үҫмер яңы урында күнегеп киткәнсе күҙ-ҡолаҡбыҙ, араны һыуытмайбыҙ. Үҙҙәре лә шылтыратып йәки килеп хәл-әхүәлдәрен белдереп тора.
Ҡайһы берҙәренең беркетелгән торлағы була. Закон буйынса, үҫмер бәлиғ булғанға ҡәҙәр ул һаҡланырға тейеш, ләкин тормошта көтөлмәгән хәлдәр ифрат күп бит. Бала дәүләт учреждениеһында йәшәгән осорҙа йорттоң туҙыуы, һыу баҫыуы йәки башҡа төрлө бәлә-ҡазаға тарыуы ихтимал. Йәшәү өсөн яраҡһыҙға әйләнгән йорт беҙҙең өсөн дә “баш ауырыуы”. Торлаҡһыҙ ҡалғандар тураһында хәстәрлек күреү ҙә беҙҙең өҫтә. Уларҙы йәшәгән урындарында сиратҡа ҡуйҙыртыу буйынса тейешле органдарға мөрәжәғәт итәбеҙ.
Закон буйынса, һөнәр алып сыҡҡан үҫмер, дөйөм ятаҡтан киткәс, өс ай эсендә торлаҡ менән тәьмин ителергә тейеш. Үкенескә ҡаршы, әлегә быныһы ҡағыҙҙа ғына, ғәмәлдә бынамын тигән ҡанундарҙы ла тормошҡа ашырыу ауыр.

Ғаиләнән дә йылыраҡ мөхит бармы?

— Эшкә барышлай туҡталышта танышым Розаны осраттым. Эргәһендә ҡаҡса ғына кәүҙәле үҫмер ҙә бар. “Субсидия юллап йөрөйбөҙ күрше егеткә. Үҙенең генә ҡулынан килерлек эш түгел, мәшәҡәте күп, — тине ул. — Әле райондың эш менән тәьмин итеү бүлегенә китеп барыуыбыҙ”.
Ниһайәт, хәтергә төштө барыһы ла. Был уйсан ҡарашлы, ҡарағусҡыл йөҙлө егет күптәнге таныш, Өфө ҡалаһының Ленин районында күптәрҙе бәхетле иткән күркәм сара геройҙарының береһе булып сыҡты. 2008 йылдың 18 апрелендә Затон биҫтәһенең Шмидт урамындағы йорттоң бер төркөм яңы хужаларына фатир асҡыстары тапшырыу тантанаһы бөтә республика, ҡала гәзиттәренең беренсе битендә урын алды. Яңы фатирҙың хужалары — 19–22 йәшлек кенә егет һәм ҡыҙҙар, бәләкәйҙән ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм ҡалған балалар һәм үкһеҙ етемдәр. Ошондай социаль категорияға ҡараған үҫмерҙәрҙең баш ҡалала бушлай торлаҡ алыуы барыбыҙ өсөн дә шатлыҡлы ваҡиғаға әүерелде. Бындай ҙа ҙур иғтибарҙан, ҡотлау һүҙҙәренән, журналистарҙың һорауҙарынан баҙап ҡалған үҫмерҙәрҙе аңларға була, әлбиттә. Улар шатлыҡтарын тулыһынса үҙҙәре лә аңлап бөтә алмаған, бәхеттән шаңҡып ҡалған төҫлө тойолдо. Фатир ишектәрен асып ингәс, хужаларҙы өр-яңы диван, сәй сервизы, сәйнүк һәм башҡа донъя кәрәк-ярағы, күстәнәстәр ҡаршы алды.
Тантананы ситтән генә күҙәтеп йөрөгән торлаҡ-эксплуатация идаралығының баш инженеры Рашад Миңлебаев әңгәмәләшкәндә: “Бик уңайлы планировкалы йорттан фатир эләкте йәштәргә. Ҡарағыҙ әле, подъездарҙа ниндәй таҙалыҡ, тәҙрә төптәрендә гөлдәр сәскә ата! Бында тәртип боҙоусылар ҙа юҡ, ишек эргәһендә тәртип өсөн яуаплы консьерж ултыра. Тик бына фатир өсөн түләүҙе кем өҫтөнә аласаҡ — билдәле түгел, әле мәсьәлә көйләнмәгән”, — тип икеләнеүҙәрен дә белдергәйне.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның һиҙемләүе дөрөҫкә сыҡҡан: Хөкүмәт елкәһендә генә йәшәргә күнеккән йәштәрҙе үҙаллы тормош көтөргә өйрәтеү беҙ уйлағандан күпкә ҡатмарлыраҡ... Был ҡулсанан сығыу әмәле бармы?
Н. ФЕДЯНИНА. Үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫҡан тәрбиәләнеүселәрҙең әүҙемлек күрһәтеп, үҙҙәренең көслө ойошмаһын булдырыуҙарын теләр инем.
Н. ШАҺИМОРАТОВА. Минеңсә, балалар йорттарын тамамлаусыларға ярҙам итеүсе махсус үҙәк булһа, бөтә көнүҙәк проблемалар көҙгөләге кеүек асыҡ сағылыр, тиҙерәк тә хәл ителер төҫлө. Йыл да 29 балалар йортонан — 300, тәрбиәгә алған ғаиләләрҙән ике меңгә яҡын үҫмер киң донъяға ышанысһыҙ аҙымдар менән баҫа. Ымһындырғыс мөмкинлектәр күп, көтөлмәгән тормош ауырлыҡтары ла.
Хоҡуҡтарыңды нисек яҡларға? Ауырып китһәң, кемгә барып һыйынырға? Имтихандарҙы тырышып та бирә алмағанда, кем менән кәңәшләшергә? Тиҫтерҙәрең менән уртаҡ тел таба алмағанда йылы һүҙҙе кем әйтер? Үҙаллы тормошҡа әҙерләүсе ойошмалар байтаҡ булыуына ҡарамаҫтан, махсус үҙәктең кәрәклеген яҡшы тоям. Етемдәрҙең яҙмышына төшкән өлөштө башҡаларға күрергә яҙмаһын, имен ғаиләлә тәрбиәләнгәндәргә ҡарағанда, уларға йәмғиәттә яраҡлашыуы, донъя көтөүе, хөрмәт яулауы күпкә ауырыраҡ.
Яңыраҡ Өфөлә әсәләрҙең V Бөтә Рәсәй форумында яңғыраған бер фекерҙе һеҙгә лә ишеттермәксемен. Фәҡирлек, аҡсаһыҙлыҡ, эшһеҙлек һөҙөмтәһендә сабыйҙарын үҫтереүҙе тейешенсә башҡара алмағандарҙы ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеү менән һис тә килешә алмайым. Ғаилә институтын нығытыу тураһында һүҙ алып барабыҙ икән, иң тәүҙә ошондай ярлылыҡ, өмөтһөҙлөк упҡыны сигендә торғандарға ярҙам ҡулын һуҙырға бурыслыбыҙ. Шул саҡта социаль етемдәр һаны ла бермә-бер ҡыҫҡарыр, приют-интернаттар ҙа бушап ҡалыр. Тәжрибәмдән сығып, шуны әйтә алам: бала, ата-әсәһенең ниндәй генә булыуына ҡарамаҫтан (эскесеме, булдыҡһыҙмы, ялҡаумы һ.б.), барыбер тыуған йортона һағынып, юҡһынып, яҡшыға өмөтләнеп ҡайта. Ғаилә усағынан да йылыраҡ мөхит юҡ!
— Патронат тәрбиәһен дә күҙ уңында тотаһығыҙмы?
Н. ШАҺИМОРАТОВА. Етемдәрҙе тәрбиәгә биреүҙең ошо формаһы законлаштырылғас, нисек һөйөнгәнебеҙҙе белһәгеҙ икән! Закон үҙен тулыһынса аҡланы, тип иҫәпләйем. 7 гектар еребеҙ, 15 умартабыҙ булыуға, хеҙмәт терапияһын киң ҡулланырға тырышыуыбыҙға ҡарамаҫтан, ғаиләләге кеүек эш күнекмәләренә өйрәтеү мөмкин түгел. Ике йөҙ балабыҙ бөгөн ғаиләлә тәрбиәләнә, өлгәштәре яҡшырыуын, һөнәр һайлауға етди ҡарауҙарын күреп ҡыуанабыҙ. Халыҡты эш менән тәьмин итеү органдары белгестәренә ҙур рәхмәт, бер үтенесебеҙҙе лә иғтибарһыҙ ҡалдырмайҙар.
Ф. НИКАНДРОВА. Әле 42 балабыҙ ғаиләгә тәрбиәгә алынды. Ата-әсәләрҙең яуаплылығы, йомартлығы һоҡланыу хисе генә уята. Егет һәм ҡыҙҙарҙы үҫтереп, оло юлға сығарғас та, йөрәктәренән һыҙып ташламайҙар, үҙ сабыйындай яҡын күреп, аралашалар, йорт ишектәре лә, күңелдәре лә һәр саҡ асыҡ. Беҙгә бары ғаилә менән яҡындан тороп, аңлашып эшләргә өйрәнергә кәрәк.
Ғөмүмән, ауыл ерендә балаларҙы хеҙмәт күнекмәләре ярҙамында тәрбиәләү отошло. Үҫмерҙәр эштә сынығып, донъя көтөүҙең ҡатмарлы, сетерекле яҡтарын, нисек аҡса тотонғанды күреп үҫә. Һөнәр һайлағанда, вакансия йәрминкәләрендә эш эҙләгәндә уларҙың сослоғо, отҡорлоғо беҙҙе хайран ҡалдырып та ҡуя.
— Етем баланың ырыҫы — ерҙән, ерҙән булмаһа — илдән, тигән боронғолар. Донъяны йәмләп йәшәүсе өлгөлө ғаиләләр эргәһендә күңел йылыһын етемдәргә ихлас биргән опекундар, патронат тәрбиәселәр, белгестәр булыуына инандыҡ. Һеҙ яңғыҙ түгел, ҡәҙерле балалар! Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылында йәмғиәтебеҙҙе бер усҡа тупларлыҡ милли идея тыуасағы ла икеләндермәй беҙҙе.
Ҡорҙо Д. АРЫҪЛАНОВА менән М. ҒАБДРАХМАНОВА ойошторҙо.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 1 532

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 1 238

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 1 544

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 1 603

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 1 418

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 1 621

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 1 311

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 1 672

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 547

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 494

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 611

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 438