Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Республикала дүртенсе «Китап байрамы»ның төп үҙенсәлеге билдәле булды

IV «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһе йәнә әҙәбиәт һөйөүселәрҙе, нәшерселәрҙе һәм авторҙарҙы берләштерә. Күләмле сара Башҡортостан хөкүмәте булышлығында 28-30 майҙа Өфөнөң Совет майҙанында ойошторола.

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ»

28-30 майҙа Өфөнөң Совет майҙанында дүртенсе «Китап-байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһе үткәрелә. Фестивалгә әҙерлек финиш һыҙығына сыҡты. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, Совет майҙанында, шулай уҡ Совет һәм Пушкин урамдарында бай йөкмәткеле күргәҙмә асыла.

Баш ҡаланан тыш, быйыл сараға республиканың ҡала-райондары ла йәлеп ителә. Китап йәрминкәһенә арналған матбуғат конференцияһында Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Наталья Лапшина ошо турала һөйләне.

Уның һүҙҙәренсә, яңы форматтың бер нисә өҫтөнлөгө бар.

«Беренсенән, китап йәрминкәһенә балаларҙы һәм йәштәрҙе күберәк йәлеп итеү, әлбиттә, — тип билдәләне министр урынбаҫары. —Икенсенән, урындағы мәҙәниәткә, әҙәбиәткә, авторҙарға иғтибарҙы йүнәлтеү. Һәр райондың үҙенең билдәле яҙыусыһы, тыуған яҡты өйрәнеүсеһе, шағиры, авторы бар. Ошо кешеләргә, уларҙың әҫәрҙәренә мөрәжәғәт итеү бик мөһим».

Быйылғы йәрминкәнең төп темалары –  Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылы, Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылы, шулай уҡ илһөйәрлек темаһы – тарихи дөрөҫлөктө һаҡлау һәм «Бөтәһе лә Еңеү өсөн» темаһы. Был йүнәлештәр яҙыусылар, авторҙар, блогерҙар менән осрашыуҙарҙа, шулай уҡ концерт һәм мәҙәни программаларҙа төп урынды биләй. Айырыуса мәғрифәтселек өлөшөнә иғтибар бүленә. Ул Рәсәй «Белем» йәмғиәте ҡатнашлығында ойошторола.

Муниципалитеттарҙағы программаға килгәндә, бөгөнгә республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында 360-тан ашыу сараны үҙ эсенә алған «Китап календары» төҙөлгән. Программа менән «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталында танышырға мөмкин.

«Һәр райондың һылтанмаһына инеп, саралар тураһында белергә була. Йәрминкәне ошондай форматта уҙғарыу артабан да дауам итер тип уйлайым», — тип йомғаҡ яһаны Наталья Лапшина.


Автор: Әлфиә Әһлиуллина / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4