IV «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһе йәнә әҙәбиәт һөйөүселәрҙе, нәшерселәрҙе һәм авторҙарҙы берләштерә. Күләмле сара Башҡортостан хөкүмәте булышлығында 28-30 майҙа Өфөнөң Совет майҙанында ойошторола.
28-30 майҙа Өфөнөң Совет майҙанында дүртенсе «Китап-байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһе үткәрелә. Фестивалгә әҙерлек финиш һыҙығына сыҡты. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, Совет майҙанында, шулай уҡ Совет һәм Пушкин урамдарында бай йөкмәткеле күргәҙмә асыла.
Баш ҡаланан тыш, быйыл сараға республиканың ҡала-райондары ла йәлеп ителә. Китап йәрминкәһенә арналған матбуғат конференцияһында Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Наталья Лапшина ошо турала һөйләне.
Уның һүҙҙәренсә, яңы форматтың бер нисә өҫтөнлөгө бар.
«Беренсенән, китап йәрминкәһенә балаларҙы һәм йәштәрҙе күберәк йәлеп итеү, әлбиттә, — тип билдәләне министр урынбаҫары. —Икенсенән, урындағы мәҙәниәткә, әҙәбиәткә, авторҙарға иғтибарҙы йүнәлтеү. Һәр райондың үҙенең билдәле яҙыусыһы, тыуған яҡты өйрәнеүсеһе, шағиры, авторы бар. Ошо кешеләргә, уларҙың әҫәрҙәренә мөрәжәғәт итеү бик мөһим».
Быйылғы йәрминкәнең төп темалары – Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылы, Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылы, шулай уҡ илһөйәрлек темаһы – тарихи дөрөҫлөктө һаҡлау һәм «Бөтәһе лә Еңеү өсөн» темаһы. Был йүнәлештәр яҙыусылар, авторҙар, блогерҙар менән осрашыуҙарҙа, шулай уҡ концерт һәм мәҙәни программаларҙа төп урынды биләй. Айырыуса мәғрифәтселек өлөшөнә иғтибар бүленә. Ул Рәсәй «Белем» йәмғиәте ҡатнашлығында ойошторола.
Муниципалитеттарҙағы программаға килгәндә, бөгөнгә республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында 360-тан ашыу сараны үҙ эсенә алған «Китап календары» төҙөлгән. Программа менән «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталында танышырға мөмкин.
«Һәр райондың һылтанмаһына инеп, саралар тураһында белергә була. Йәрминкәне ошондай форматта уҙғарыу артабан да дауам итер тип уйлайым», — тип йомғаҡ яһаны Наталья Лапшина.