Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Береһе — ут, икенсеһе — һыу
Береһе — ут, икенсеһе — һыу – Кисә Марат ағайығыҙ Талбазыға йомош менән киткәй­не. Ҡайтҡанын тәҙрәнән күҙ алмай көтә-көтә хәлем бөттө. Олоғайҙыҡ бит, балалар. Инде бергә йәшәүебеҙгә август айында 50 йыл булды, бер-беребеҙгә шул тиклем өйрәнелгән.
Вазифа апай менән ғаилә альбомындағы һүрәттәрҙе аҡтара-аҡтара хәтирәләрҙе яңыртабыҙ.
– Ауыр заманда йәшәһәк тә, беҙгә һәр көнө ҡәҙерле уның. Йәштән тә­үәк­кәл, ҡыйыу булғанбыҙҙыр, күрәһең. 1981 йылда ағайығыҙ менән илдең баш ҡалаһын барып күрмәксе иттек. 35 градус һыуыҡта сиратта өс сәғәт тороп, өшөп-туңып, Ленин мавзолейына инеп ҡайтыу үҙе бер бәхет ине беҙҙең өсөн.
Ғәлиуллиндарҙың ҡыҙҙары Зөбәй­ҙә менән Зәйтүнә лә атай йортонда ҡунаҡта булып сыҡты. Ейән-ейән­сәрҙәрҙең күңелле тауышы йортто йәм­ләй. Азамат улдары ғаи­ләһе менән Ҡырмыҫ­ҡалыла йәшәй.
Марат ағай ғүмер буйы колхозда комбайнсы бу­лып эшләгән, малсы­лыҡта, һарыҡсылыҡта ла көс түккән. Маҡ­таулы хеҙмәт ветераны. Вазифа апайҙың әйтеүенсә, улар эшләмәгән бер эш тә ҡалмаған: малсы, сөгөл­дөрсө, йыйыштырыусы, бесәнсе... Намыҫлы хеҙмәт ниндәй генә бул­маһын, ул кешегә ҡыуаныс, кинәнес килтерергә тейеш, тип иҫәпләй Ғәлиуллиндар.
32 йыл буйы клуб сәхнә­ләрендәге сығыштар, ал­ҡыш­тар, халыҡ һөйөүе ғү­мер көҙөнә ҡәҙәр уларҙы оҙатып йөрөй. Яңыраҡ ҡына Мәҙәниәт йылына арналған “Яратам һине, тормош!” фестивалендә икеһе лә ҡатнашҡан. Марат ағай башҡар­ған “Азамат”, “Абдрахман”, “Сибай”, “То­ман” кеүек халыҡ ижады ынйылары тамашасылар күңелендә оҙаҡ сың­лаясаҡ әле.
Вазифа апайҙың ут бөрсәһендәй тынғыһыҙлығы, сая­лығы, уңғанлығы ауылдаштарына яҡшы билдәле. “Юл­даш” радиоһын тыңлап йөрөгән ере­нән шылтырата һалып, яҡындарына сәләм ебәрһенме, республиканы ауыл хәбәр­ҙәре менән таныш­тыр­һынмы, гөлдәй баҡса үҫтерһенме, ейәндәрен тәрбиәләһенме, “Ағинәй­ҙәр” ҡоронда ҡатнаш­һынмы... “Был донъяла уңғанлыҡ янына сабырлыҡ кәрәк, — тигәне лә хаҡтыр апайҙың. — Ағайығыҙҙың әрмелә өс йыл хеҙмәт иткәнен көтөп алдым”. Аҙ һүҙле, баҫалҡы холоҡло Марат ағай илле йыл буйы тормош йөгөн тигеҙ тартыуҙың сәбәбен былай аңлата: “Татыулыҡ бер-береңде хөрмәт итеүҙән башлана”.
Ауылдаштары ошо дәртле, йыр-моңға әүәҫ, өлгөлө ғаиләне телгә алғанда йорт хужаларының береһен — һыуға, икенсеһен утҡа тиңләй. Ысынлап та, утһыҙ-һыуһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына килтереп ҡарау ҙа мөмкин түгел бит.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 1

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 1

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 2

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә

Комментарий өҫтәргә