Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ул – халыҡ батыры!
Ул – халыҡ батыры!
Советтар Союзы Геройы фашизмды еңгән барса илдәр­ҙең, СССР халыҡтары­ның ба­тыры ине, әле килеп... ни бары Рәсәй Геройы. Минеңсә, бында бик ҙур айырма бар. Мин, әлеге лә баяғы, генерал Миңлеғәле Шайморатов тураһында.


Рәсәй Геройы, Рәсәй батыры – был әллә ни күңелгә лә ятмай. Ул кем, илебеҙ ракетаһында сит планетаға осҡанмы, рәсәйҙәрҙе һәләкәттән һаҡлап алып ҡалғанмы? Бәлки, Чечняла үҙ халҡын «азат» итеүҙә ҡатнашҡандыр? Юҡ, ул – ысын Советтар Союзы Геройы. Ул – башҡорттоң халыҡ батыры! Ә бының өсөн бер Указ да кәрәкмәй. Ул Рәсәйҙең ауыл хужалығы йә сәнәғәт эшсеһе түгел, шулай уҡ халыҡ артисы йә яҙыусыһы ла түгел.
Салауат Юлай улына, Ҡаһым түрә Мырҙаш улына, Зәки Вәлиди, Муса Мортазинға, Миңлеғәле Шайморатовҡа ҡарата ниндәй Указ булыуы мөмкин?! Ул бит ни бары – бөйөк шәхестәребеҙҙең исемен мәңгеләштереү тураһында яҙыу ғына.
Яҡшылыҡты һуң аңлайбыҙ, тиҙ онотабыҙ. Шуға ла батыр­ҙарыбыҙ быуаттар үткәс кенә иҫебеҙгә төшә.
Беҙҙең Стәрлетамаҡ ҡалаһында ла Гагарин, Жуков парк­тары, тағы әллә ниндәй илдәрҙең, әллә кемдәрҙең исемен йөрөткән урамдар бар. Ә үҙ батырҙарыбыҙ, баһа­дир­ҙа­рыбыҙ, бөйөк кешеләребеҙ аҙмы ни?! Шөкөр, һуңғы ваҡытта Хоҙай­бирҙин менән Ҡаранай Моратов урамдары барлыҡҡа килде.
Өҫтә телгә алған һәр батырыбыҙ – ат өҫтөндә. Баһадир­лы­ғын, ҡыйыулығын, отҡорлоғон, көс-ғәйрәтен маҡтап кешеләр йыр сығарған икән, данлап легендалар һөйләй икән, ул – халыҡ батыры. Бынан да ҙурыраҡ Указдың булыуы мөмкин түгел. Тик быны урындағы етәкселәр аңлаһын ине. Шуның менән бергә үҙҙәренең дә халыҡҡа яҡынлығын иҫбат итерҙәр. Юҡһа, Салауатыбыҙға бысраҡ яғыуҙан да оялмай ҡайһы берәүҙәр.
Әлбиттә, Рәсәй Президентының Рәсәй Эске эштәр ми­нистр­лығының махсус тәғәйенләнештәге 29-сы отрядына гене­рал-майор Шайморатовтың исемен биреү тураһындағы былтырғы Указын бик хупланым. ­


Автор: Рауил ГАЛИН. Район: Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте
Башҡортостанда «Ракета хәүефе» режимы ғәмәлдән сығарылды
Башҡортостан Башлығы төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш бирергә саҡырҙы
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе 09.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе...

Тотош уҡырға 2

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла 09.06.2026 // Йәмғиәт

Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙә трафик тәүлегенә 105 меңдән ашыу автомобиль тәшкил итә....

Тотош уҡырға 4

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы 08.06.2026 // Йәмғиәт

Ҡайҙалыр Мәскәүҙә, машинала башҡортса йыр яңғырай. Рулдә ҡытай егете ултыра һәм үҙ алдына ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана 08.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ҡотҡарыусылары, Башгидромет мәғлүмәттәренә һылтанып, 9 июндә ямғырлы һауа торошо ......

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә