Советтар Союзы Геройы фашизмды еңгән барса илдәрҙең, СССР халыҡтарының батыры ине, әле килеп... ни бары Рәсәй Геройы. Минеңсә, бында бик ҙур айырма бар. Мин, әлеге лә баяғы, генерал Миңлеғәле Шайморатов тураһында.
Рәсәй Геройы, Рәсәй батыры – был әллә ни күңелгә лә ятмай. Ул кем, илебеҙ ракетаһында сит планетаға осҡанмы, рәсәйҙәрҙе һәләкәттән һаҡлап алып ҡалғанмы? Бәлки, Чечняла үҙ халҡын «азат» итеүҙә ҡатнашҡандыр? Юҡ, ул – ысын Советтар Союзы Геройы. Ул – башҡорттоң халыҡ батыры! Ә бының өсөн бер Указ да кәрәкмәй. Ул Рәсәйҙең ауыл хужалығы йә сәнәғәт эшсеһе түгел, шулай уҡ халыҡ артисы йә яҙыусыһы ла түгел.
Салауат Юлай улына, Ҡаһым түрә Мырҙаш улына, Зәки Вәлиди, Муса Мортазинға, Миңлеғәле Шайморатовҡа ҡарата ниндәй Указ булыуы мөмкин?! Ул бит ни бары – бөйөк шәхестәребеҙҙең исемен мәңгеләштереү тураһында яҙыу ғына.
Яҡшылыҡты һуң аңлайбыҙ, тиҙ онотабыҙ. Шуға ла батырҙарыбыҙ быуаттар үткәс кенә иҫебеҙгә төшә.
Беҙҙең Стәрлетамаҡ ҡалаһында ла Гагарин, Жуков парктары, тағы әллә ниндәй илдәрҙең, әллә кемдәрҙең исемен йөрөткән урамдар бар. Ә үҙ батырҙарыбыҙ, баһадирҙарыбыҙ, бөйөк кешеләребеҙ аҙмы ни?! Шөкөр, һуңғы ваҡытта Хоҙайбирҙин менән Ҡаранай Моратов урамдары барлыҡҡа килде.
Өҫтә телгә алған һәр батырыбыҙ – ат өҫтөндә. Баһадирлығын, ҡыйыулығын, отҡорлоғон, көс-ғәйрәтен маҡтап кешеләр йыр сығарған икән, данлап легендалар һөйләй икән, ул – халыҡ батыры. Бынан да ҙурыраҡ Указдың булыуы мөмкин түгел. Тик быны урындағы етәкселәр аңлаһын ине. Шуның менән бергә үҙҙәренең дә халыҡҡа яҡынлығын иҫбат итерҙәр. Юҡһа, Салауатыбыҙға бысраҡ яғыуҙан да оялмай ҡайһы берәүҙәр.
Әлбиттә, Рәсәй Президентының Рәсәй Эске эштәр министрлығының махсус тәғәйенләнештәге 29-сы отрядына генерал-майор Шайморатовтың исемен биреү тураһындағы былтырғы Указын бик хупланым.