Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Уңғанлыҡтан килгән бәхет
Уңғанлыҡтан килгән бәхет
Һәр йома, шәмбе һайын Красноусол урамдарын шаулатып район мәҙәниәт һарайына табан туй машиналары елдереп үтә. Кешеләр туҡтап, уларға һоҡланып ҡарап ҡала. Йорттарындағылар бар эшен ташлап, тамаша ҡылыу өсөн тәҙрәгә ҡаплана. Эйе, матур итеп биҙәлгән туй автомобилендәгеләр аҡ бәхет ептәренә төрөнгән. Улар өсөн барлыҡ ғүмер ҙә аҡҡа ғына күмелеп уҙыр төҫлө тойола.


Тигеҙ йәшәп, тигеҙ ҡартайып, 50-60 йыл бергә ғүмер иткән ғаилә парҙары һәр саҡ һоҡландыра. Ә бит тормош юлдары бик ҡатмарлы: уларға әсеһен дә, сөсөһөн дә татырға тура килгән. Ерек ауылында төпләнеп, һоҡланғыс ғүмер кисергән, үҙҙәренең тырышлығы, ғәҙеллеге, ярҙамсыллығы, егәрлелектәре менән ауылдаштарының ихтирамын яулаған Рәмзиә Әбүбәкир ҡыҙы һәм Рәфит Мәхмүт улы Иждиһатовтарға ла төрлөһөн күрергә тура килә. Әммә улар һәр саҡ бер-береһен ихтирам итеп, ауыр саҡтарҙа терәк-таяныс булып йәшәй.
— Ваҡыт тигәнең аҡҡан һыу менән бер икән, күрмәй ҙә ҡалаһың. Яңы ғына өйләнешкән кеүек инек, 50 йыл ваҡыт үтеп тә киткән. Быға үҙебеҙ ҙә ышанмайыраҡ торабыҙ, — ти Иждиһатовтар.
Рәфит ағай 1939 йылда Ерек ауылында тыуған. Барлыҡ һуғыш осоро балалары кеүек уға ла бәләкәйҙән егелеп эшләргә тура килә. Тыуған ауылында башланғыс белем алғандан һуң, Яугилде ете йыллыҡ мәктәбен тамамлай. Артабан уҡырға мөмкинлеге булмағас, колхозға эшкә сыға. Үҫмергә төрлө эш башҡарырға тура килә: йәй — мал аҙығы әҙерләүҙә, ураҡ эштәрендә, сәсеүҙә, ҡыш ағас киҫеүҙә ҡатнаша. 1960 йылда колхоз уны шоферлыҡҡа уҡырға ебәрә. Ошо һөнәрҙең бөтә нескәлектәренә төшөнгәс, тиҫтә йыллап эшләй. Уңған егет белемен дә, һөнәрен дә төплө үҙләштерә барып, имтихан тапшырып, I класлы шофер дәрәжәһенә күтәрелә.
— Техниканы белгәс, механизаторлыҡҡа уҡып торманым, имтихан тапшырҙым да эшләп алдым да киттем. Тәүге йылда “ДТ-75” тракторында сәсеүҙә ҡатнаштым. Һуңынан тәгәрмәсле трактор биреп ҡуйҙылар. Бер аҙҙан яңы “МТЗ-82”-гә ултырҙым, — ти хеҙмәт ветераны.
Хужалыҡ етәкселегенең ышанысын аҡлай уңған механизатор. Ошо тракторы менән үҙен дә, “Ленинизм” колхозын да данға күмә. Айырыуса кукуруз үҫтереүҙә ҙур уңышҡа өлгәшә ул. Мәҫәлән, 1984-1985 йылдарҙа Бөтә Рәсәй социалистик ярышында еңеүсе исеменә лайыҡ була. 1984 йылда мал аҙығы үҫтереү буйынса район чемпионы булып таныла. Кукуруздың һәр гектарынан 435 центнер уңыш үҫтереп алыуға өлгәшә. Тырыш хеҙмәте КПСС Үҙәк Комитеты, СССР Министрҙар Советы, ВЛКСМ һәм ВЦСПС Үҙәк комитеттарының, БАССР Юғары Советының Почет грамоталары менән билдәләнә. Уның фоторәсеме райондың Почет таҡтаһынан төшмәй. “Социалистик ярышта еңеүсе” күсмә вымпелы уға мәңгелеккә тапшырыла. Ветеран уны бөгөн дә ҡәҙерләп һаҡлай. Мал аҙығы үҫтереүҙәге уңыштары өсөн “Ленинизм” колхозы Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән “КСК-100” мал аҙығы әҙерләү комбайны менән бүләкләнә. Рәфит Мәхмүт улына был комбайнды Өфөнән йөрөтөп алып ҡайтырға тура килә. Әммә үҙенә эшләргә тура килмәй, “МТЗ”-һынан айырыла алмай. Кукуруз үҫтереүҙән тыш, ул хужалыҡтың башҡа эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Сапҡыс менән бесән сабыу тик уға ғына ышанып тапшырыла. Көҙ Аҡкүл ҡабул итеү пунктына сөгөлдөр, һуңғараҡ иһә Ҡарлымандан сөгөлдөр төпрәһе, һығынды ташыу, урмандан ағас сығарыу кеүек эштәрҙә әүҙем ҡатнаша.
— Ҡарлымандан һығынды ташыған осорҙа тракторҙы тоҡандырыу өсөн иртәнге сәғәт 4-тән тороп һыу ҡайната инем. Ул осорҙа механизаторҙарҙың эше ифрат ауыр булды. Насар юлдарҙан Аҡкүлде лә, Ҡарлыманды ла ике-өс урарҙар ине тракторҙарында, — ти Рәмзиә Әбүбәкир ҡыҙы, ул йылдарҙы хәтерләп тә, тормош иптәшен бер аҙ йәлләп тә.
Рәмзиә апай үҙе күрше Йөҙимән ауылында тыуып үҫә. Колхозда төрлө эш башҡара уларҙың быуыны. Әммә йәш саҡ — дәртле саҡ, тиҙәр бит әле: уйын-көлкөгә, күңел асыуға ла яйы табыла. Бер киске уйын мәлендә ул үҙенең ғүмерлек тормош юлдашын – Рәфитен осрата. Бер нисә тапҡыр күрешкәндән һуң егет тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға була, ҡыҙҙы Яңы йыл төнөндә урлай. Бына ярты быуат улар иңгә-иң терәп татыу ғүмер итә. Мөхәббәт емештәре булып бер-бер артлы улдары Рәшит, Ришат, Рәдис, Урал тыуа.
Дүрт улға ғүмер бүләк иткән ата-әсә бөгөн бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Эйе, улдары уларҙың йөҙҙәренә ҡыҙыллыҡ килтермәне. Бәләкәйҙән хеҙмәт тәмен белеп үҫкәс, тормошта ла һынатманылар. Дүртеһе лә районда билдәле спортсы булып танылды. Алыҫлыҡҡа йүгереү, саңғы ярыштарында, район һабантуйында велосипед уҙыштарында Иждиһатовтарға етеүсе булмай торғайны заманында. Дүртеһе лә ил алдындағы бурысын намыҫ менән үтәне. Оло улдары – Рәшиттәре – Афғанстанда хеҙмәт иткән осорҙа ғына ата-әсәнең төн йоҡолары ҡасты. Бәхеттәренә күрә, улдары иҫән-һау әйләнеп ҡайтты. Бөгөн Өфө ҡалаһында йәшәй, алыҫ араларға йөрөүсе шофер булып эшләй. Ришаттары иһә — Красноусолдағы 3-сө мәктәптә физкультура уҡытыусыһы, районда билдәле спортсы һәм тренер. Уның балалары ла спортсы булып танылды. Өсөнсө улы Рәдис — район ветеринария станцияһында эпизоотик процестарға ҡаршы көрәшеү отряды начальнигы. Кеселәре – Уралдары – Еректә төпләнеп, тормош иптәше Айгөл менән гөрләтеп донъя көтә, өс бала үҫтерә. Айырым йорт һалып сығып, күпләп мал аҫрап, ауылдың өлгөлө ғаиләһе булып йәшәйҙәр.
Рәмзиә менән Рәфит Иждиһатовтарҙың тағы бер ыңғай сифатына иғтибар итмәү мөмкин түгел. Улар дүрт улдарына ла йорт һалырға ярҙам итте. Балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына һөйөнөп, уларҙың шатлыҡтарын уртаҡлашып, бәхетле ғүмер кисерәләр бөгөн. Эйе, ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, тиҙәр. Балаларына бәләкәйҙән дөрөҫ тәрбиә биргәс, бөгөн шуның татлы емешен татый улар.



Автор: Самат ҒӘЛИУЛЛИН. Район: Ғафури районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Стажировка үҙәге аша үҙенең студенттарын нисек ҡайтарасаҡ

Башҡортостан Стажировка үҙәге аша үҙенең студенттарын нисек ҡайтарасаҡ 28.05.2026 // Йәмғиәт

Йыл һайын Башҡортостандан егет-ҡыҙҙар берҙәм дәүләт имтиханында юғары балл йыйып, илебеҙҙең баш ......

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров: «Беҙҙең ир-егеттәрҙең миссияһы —  ҡатын-ҡыҙҙарҙы яҡлау»
Башҡортостанда меценат ауылдаштарына мәсет бүләк иткән

Башҡортостанда меценат ауылдаштарына мәсет бүләк иткән 28.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда меценат ауылдаштарына мәсет бүләк иткән...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Ағиҙел йылғаһы буйында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Ағиҙел йылғаһы буйында хәрәкәт сикләнә 28.05.2026 // Йәмғиәт

Сикләү «Йәшел марафон» үткәреү менән бәйле, тип хәбәр иттеләр мэриянан....

Тотош уҡырға 1

Өфөгә сәйәхәтсе Йоханнес Баденхорстың экспедицияһы килде

Өфөгә сәйәхәтсе Йоханнес Баденхорстың экспедицияһы килде 28.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә сәйәхәтсе Йоханнес Баденхорстың экспедицияһы килде...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда һабантуйҙар миҙгеле башлана

Башҡортостанда һабантуйҙар миҙгеле башлана 28.05.2026 // Йәмғиәт

Тәүгеләрҙән булып «һабан байрамын» Әбйәлил, Ғафури, Йылайыр, Ҡалтасы һәм Күгәрсен райондары халҡы ......

Тотош уҡырға 1

Ҡойма ямғыр, йәшен һәм боҙ-борсаҡ: республикала һауа торошоноң боҙолоуы фаразлана

Ҡойма ямғыр, йәшен һәм боҙ-борсаҡ: республикала һауа торошоноң боҙолоуы фаразлана 28.05.2026 // Йәмғиәт

Ҡойма ямғыр, йәшен һәм боҙ-борсаҡ: республикала һауа торошоноң боҙолоуы фаразлана...

Тотош уҡырға 1

Өфөләрҙән аэропортҡа барыуҙы алдан планлаштырыуҙарын һорайҙар

Өфөләрҙән аэропортҡа барыуҙы алдан планлаштырыуҙарын һорайҙар 26.05.2026 // Йәмғиәт

Был Өфө – Ырымбур трассаһында күперҙе ремонтлауға бәйле....

Тотош уҡырға 3

Республикала 1 июндә ғаиләләр өсөн яңы түләү индерелә

Республикала 1 июндә ғаиләләр өсөн яңы түләү индерелә 26.05.2026 // Йәмғиәт

Уны ике һәм унан күберәк балаһы булған, 2025 йылда физик шәхестәрҙең килеменә һалым (НДФЛ) түләгән ......

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан ишле ғаиләләр һаны буйынса илдә лидер булып ҡала

Башҡортостан ишле ғаиләләр һаны буйынса илдә лидер булып ҡала 26.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ишле ғаиләләр һаны буйынса илдә лидер булып ҡала...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров Нефтекаманы башҡа муниципалитеттарға өлгө итеп ҡуйҙы
Башҡортостанда бер көнгә алкоголь һатыу тыйыла

Башҡортостанда бер көнгә алкоголь һатыу тыйыла 25.05.2026 // Йәмғиәт

Был мәктәптәрҙә «Һуңғы ҡыңғырау» байрамын уҙғарыуға бәйле....

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә