Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Маҡсатына тоғро ҡалды
Маҡсатына тоғро ҡалды
Бынан илле дүрт йыл элек Түбә-2 башҡорт урта мәктәбенең “Б” класын 18 егет һәм ҡыҙ тамамлағайныҡ. Класташтар араһында сослоғо, булдыҡлылығы, уҡыуға отҡорлоғо менән башҡаларҙан айырылып торҙо Камил. Яҙлы-көҙлө үҙебеҙҙең кескәй генә “тимер ат”тарҙа беҙҙән ун ике саҡрым аралыҡта ятҡан Түбә ҡасабаһына йөрөп уҡыныҡ. Аттестат алып, төрлөбөҙ төрлө яҡҡа таралаштыҡ. Ҡайһыларыбыҙ тыуған төйәктәрендә ҡалды, күптәр урта, юғары белем алыуға ниәт ҡылып, уҡыу йорттарына юлланды.


Өлгөргәнлек аттестаты тапшырған ваҡытта мәктәбебеҙ директоры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, К. Ушинский исемендәге миҙал кавалеры, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының элекке эскадрон командиры Бәҙри Мөжәүир улы Мәмбәтҡолов былай тигәйне:
– Хөрмәтле уҡыусылар! Бына һеҙ мәктәбебеҙҙең егерменсе сығарылыш уҡыусылары булып тарихҡа инеп ҡалаһығыҙ. Бөгөнгө сығарылыш башҡа йылдар менән сағыштырғанда өлгөлө уҡыуы һәм тәртипле булыуы менән айырылып тора. Киләсәктә лә маҡсаттарығыҙға ирешерһегеҙ, мәктәбебеҙҙең мәртәбәһен күтәрерһегеҙ тигән изге теләктә ҡалабыҙ.
Ысынлап та, абруйлы мәктәп директорының һүҙен елгә осорманыҡ.
Класташым Камил Ғәниев, хәрби бурысын үтәп ҡайтҡандан һуң, һис тотҡарлыҡһыҙ ауыл хужалығы институтына уҡырға инде һәм, уны уңышлы тамамлағандан һуң, райондың Салауат исемендәге колхозына баш инженер итеп тәғәйенләнде. Институтта алған теоретик белемен практикала ҡулланыу өсөн йәш инженер эшкә сума. Белмәгәндәрен өлкән быуын вәкилдәренән һис тартынмай һорай.
– Миңә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған трактор бригадаһы бригадиры, БАССР-ҙың атҡаҙанған механизаторы Мөбәрәк ағай Мөхәмәтйәнов бар яҡтан да өлгө булып торҙо. Уның кәңәштәрен, атайҙарса хәстәрле ҡарашын мин һаман да күңел төбөндә йөрөтәм һәм уға оло рәхмәт әйтәм, – тине Камил Йәмил улы.
Колхозда биш йыл хеҙмәт осоронда ул байтаҡ тәжрибә туплай, фермалағы элекке ҡул көсө менән башҡарылған эштәр механизациялана, яҙғы баҫыу, бесән эштәре осоронда ла күп кенә еңеллек индерелә. Бына шулай ең һыҙғанып эшләп йөрөгәндә, уны КПСС район комитетының фарманы менән “Дружба” совхозына баш инженер итеп күсерәләр. Был совхозда ике йыл эшләп тә өлгөрмәй, район комитетының күрһәтмәһе менән “Һәүәнәк” совхозына баш инженер итеп тәғәйенләйҙәр. Унда бар йәһәттән дә үҙен өлгөргән белгес, оҫта етәксе итеп таныта. Тап ул эшләгән осорҙа хужалыҡ бар тармаҡтар буйынса күтәрелеш осорон кисерә. Игенселектә лә, малсылыҡта ла алдынғылар рәтенә сыға, күсмә Ҡыҙыл байраҡ менән бүләкләнә.
Төп эшенән тыш тынғыһыҙ белгес ҡыш, Баймаҡ СПТУ-һы менән килешеп, совхоз үҙәге Темәстә йәш механизаторҙар өсөн киске уҡыу бүлеген аса һәм уға тиҫтә йылдан ашыу уңышлы етәкселек итә. Хаҡлы ялға киткәнгә тиклем ул “Һәүәнәк” совхозының баш инженеры, гараж мөдире була.
Ергә ереккән оҫта белгес, хаҡлы ялға китеүенә ҡарамаҫтан, үҙ-үҙенә бикләнеп ятыуҙы үҙһенмәне. Темәс ауыл биләмәһенең төрлө сараларында әүҙем ҡатнашты, бишенсе йыл инде аҡһаҡалдар советы рәйесе вазифаһын үтәй. Ветерандар советы менән берлектә төрлө быуын вәкилдәренең көнитмешендә, хәленән килгәнсә ярҙам итеүҙе кәрәкле һанай.
Көньяҡ Урал аҡһаҡалдар ҡоро рәйесе, иҡтисад фәндәре кандидаты Зәки Хамматов идараның рәхмәт хатын тапшырғанда былай тигәйне:
– Камил Йәмил улы һәр эшкә ихлас күңелдән тотонор һәм башҡарып сығыр ине. Аҡһаҡалдар ҡоро рәйесе вазифаһында ла ул үҙен элекке һымаҡ өлгөр, изгелек ҡылырға әҙер торған оло йөрәкле кеше булараҡ иҫбатланы.
Изгелек ерҙә ятып ҡалмай, тигән бик тапҡыр халыҡ әйтеме бар. Бар булмышы менән үҙ халҡына һәр саҡ яҡшылыҡ ҡылырға өйрәнгән Камил Йәмил улы бына дүрт тиҫтә йылдан ашыу дин юлын үҙ иткән хажиә Мәғәфиә Мотаһар ҡыҙы менән биш улды аяҡҡа баҫтырып, һоҡланғыс ғүмер кисерәләр. Үкенескә ҡаршы, икенсе улдары көтмәгәндә вафат булып, уларҙы тәрән ҡайғыға һалды. Шулай ҙа юғалып ҡалманылар – үҙҙәрендә көс табып, ейән-ейәнсәрҙәрен үҙ ҡосаҡтарына алып, аҙ булһа ла ҡайғыларын баҫа алдылар.
Темәстә төпләнеп, икеһе лә ауылдаштарына өлгө булып һоҡланғыс, матур ғүмер көҙө кисерә хеҙмәт ветерандары Мәғәфиә менән Камил Ғәниевтәр.

Салауат МӨХӘМӘТШИН,
“Башҡортостан”дың
штаттан тыш хәбәрсеһе.



Район: Баймаҡ районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфө үҙәгендә төндә ике урам ябыла

Өфө үҙәгендә төндә ике урам ябыла 05.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө үҙәгендә төндә ике урам ябыла...

Тотош уҡырға 0

Константин Климин Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры итеп тәғәйенләнде

Константин Климин Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры итеп тәғәйенләнде 05.06.2026 // Йәмғиәт

Константин Климин Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Өфө – Бөрө – Яңауыл юлы участкаһы төҙөкләндерелде

Башҡортостанда Өфө – Бөрө – Яңауыл юлы участкаһы төҙөкләндерелде 04.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда Өфө – Бөрө – Яңауыл юлы участкаһы төҙөкләндерелде...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда ҡойма ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда ҡойма ямғырҙар көтөлә 04.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡойма ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең яҡындары уңайлы ваҡытта отпуск алырға мөмкин

Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең яҡындары уңайлы ваҡытта отпуск алырға мөмкин 04.06.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең яҡындары уңайлы ваҡытта отпуск алырға мөмкин...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда туристарҙы айыуҙарҙың әүҙемләшеүе тураһында иҫкәрттеләр

Башҡортостанда туристарҙы айыуҙарҙың әүҙемләшеүе тураһында иҫкәрттеләр 04.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда туристарҙы айыуҙарҙың әүҙемләшеүе тураһында иҫкәрттеләр...

Тотош уҡырға 4

Йыл башынан республикала 9,5 меңдән ашыу сабый тыуған

Йыл башынан республикала 9,5 меңдән ашыу сабый тыуған 03.06.2026 // Йәмғиәт

Йыл башынан республикала 9,5 меңдән ашыу сабый тыуған...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда ауыл интернет-трафигы ҡала трафигы менән тигеҙләште

Башҡортостанда ауыл интернет-трафигы ҡала трафигы менән тигеҙләште 03.06.2026 // Йәмғиәт

Ауыл халҡы айына уртаса 22 гигабайт ҡуллана, эре үҙәктәрҙән алыҫыраҡ урынлашҡан ҡасабаларҙа ......

Тотош уҡырға 1

Июндә республикала йәшәүселәргә пенсия ваҡытынан алда күсерелә

Июндә республикала йәшәүселәргә пенсия ваҡытынан алда күсерелә 03.06.2026 // Йәмғиәт

Июндә республикала йәшәүселәргә пенсия ваҡытынан алда күсерелә...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә 03.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә...

Тотош уҡырға 2

Республикаға Каспий диңгеҙенән ямғырҙар килә

Республикаға Каспий диңгеҙенән ямғырҙар килә 03.06.2026 // Йәмғиәт

Республикаға Каспий диңгеҙенән ямғырҙар килә...

Тотош уҡырға 3

Шишмә районында Фәриҙә Рәхмәтуллина 100 йәшен билдәләне

Шишмә районында Фәриҙә Рәхмәтуллина 100 йәшен билдәләне 02.06.2026 // Йәмғиәт

Шишмә районында Фәриҙә Рәхмәтуллина 100 йәшен билдәләне...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә